«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
йәштәр ҡолағына...
+  - 

АБИТУРИЕНТТАР ҘА...
үҙ хоҡуҡтарын белһен

Мәғариф өлкәһендә йылдан-йыл яңы закондар ҡабул ителә, уҡыу шарттары үҙгәртелеп тора. Белем биреү системаһының баҙар шарттарына яраҡлаштырыла барыуы, бюджет урындарының һаны кәметелеүе борсолдора. Бөтәһенең дә түләп белем алырға хәленән дә килмәй. Был осраҡта ни эшләргә? РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һәм БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәзитов Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусылары менән осрашыуҙа ошо ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙының Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһындағы законына индерелгән һуңғы яңылыҡтар тураһында ниндәй фекерҙә булыуы менән беҙ ҙә ҡыҙыҡһындыҡ.

- Был тормошта бәхетле булыу өсөн кеше өс шартты үтәргә: юғары белем алырға, күңеленә ятҡан һөнәр һәм эш урыны һайларға, уңышлы ғаилә ҡорорға тейеш. Был шарттар үтәлгән осраҡта, тормоштоң йәмен, йәшәүҙең ҡәҙерен белерһегеҙ. Әлеге ваҡытта һеҙҙең алда үҙегеҙгә оҡшаған, һуңынан эш урыны таба алырлыҡ һөнәр һайлау, юғары уҡыу йортоноң бюджет урынына инеү бурысы тора. Ошоға бәйле, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһындағы законына индерелгән һуңғы үҙгәртеүҙәрҙең файҙалы яҡтары, һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ тураһында һөйләшеп алайыҡ, - тип башланы һүҙен Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. - Тәү сиратта, ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының Сибай ҡалаһы филиалында Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфөләге юғары уҡыу йорттарынан килгән вәкилдәр менән булған осрашыу тураһында һөйләп китәйем. Был сараны "Мәскәү һәм Санкт-Петербургта уҡыусы башҡорт студенттары һәм аспиранттары берлеге" рәйесе Азат Баҙранов менән үткәрҙек. Рәсәйҙең иң алдынғы вуздарынан килгән вәкилдәр уҡытыу ниндәй йүнәлештәр буйынса алып барылыуы, унда инеү шарттары, БДИ һөҙөмтәләренең кимәле, студенттарҙың йәшәү, уҡыу шарттары тураһында төплө, йөкмәткеле мәғлүмәт бирҙе. Яҡын киләсәктә бындай осрашыуҙарҙы, республикабыҙҙа юғары белемле йәш белгестәр әҙерләү, мөмкин тиклем күберәк балаларҙы бюджет урындарына уҡырға индереү маҡсатында, Башҡортостандың бүтән төбәктәрендә лә ойошторорға ниәтләйбеҙ.
Бөгөн беҙ Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһындағы законының 56-сы статьяһында ҡаралған маҡсатлы йүнәлтмәләр буйынса уҡырға инеү хаҡында һөйләшәйек. Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, законға 2013 йылда үҙгәртеүҙәр индерелмәҫ элек, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеү өсөн урындар республиканың һәр төбәгенә бүлеп бирелә, был йүнәлтмәләрҙе район хакимиәтендә юлларға мөмкин ине. Улар буйынса, тик исемлектә күрһәтелгән вуздар һәм уларҙың аныҡ факультеттарына бер-нисә кеше дәғүә итә ала торғайны. Хәҙер был система үҙгәрҙе, һәр юғары уҡыу йортонда маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға алыу ҡаралған. Етмәһә, маҡсатлы йүнәлтмә өс яҡлы килешеү төҙөүҙе күҙаллай: ул килешеүгә граждан, кадрҙарға мохтаж булыусы ойошма һәм был йүнәлештә юғары белем биреүсе уҡыу йорто ҡул ҡуйырға тейеш. Тимәк, һәр кем киләсәктә эшләргә теләгән ойошмаға барып, унда ниндәй һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ кисереүҙәрен белешә, ойошма маҡсатлы йүнәлтмә бирергә риза булған осраҡта, эшкә ҡайтасағын әйтеп, тейешле документтарҙы йыя ала. Гражданға йүнәлтмә бирергә ризалашҡан ойошма мотлаҡ тулыһынса йә өлөшләтә дәүләт ҡарамағында булырға тейеш. Әммә бындай килешеүҙе апрель айынан да һуңға ҡалмай төҙөп өлгөрөргә кәңәш итәм.
Әгәр ҙә юғары уҡыу йортоноң түләүле бүлегенә инһәгеҙ, сессияларҙы тик "бишле" билдәләренә генә тапшырып, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан осраҡта, уҡыуҙан өлгәшә алмай киткән төркөмдәштәрегеҙ урынына "бюджетҡа" күсеү хоҡуғығыҙ бар. Бындай мөмкинлек асылмаһа, уҡыу барышында ла эш урыны бирергә ризалашҡан дәүләт предприятиеһы менән килешеү төҙөргә мөмкин. Был осраҡта, предприятие белгесте уҡытыу өсөн кәрәкле сығымдарҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Килешеү төҙөгәндә хатта студентҡа күрһәтеләсәк өҫтәмә матди ярҙам күләмен дә билдәләргә була. Түләүле уҡыу бүлегенә ингән студенттың хәлен еңелләштереүҙең тағы бер ысулы бар. Уҡыу йортона аҡсалата бурыстарҙы белем алыу өсөн бирелгән кредит ярҙамында ҡапларға мөмкин. Белем алыу өсөн бирелгән кредит уҡып бөткәндән һуң 10 йыл дауамында кире ҡайтарыла. Тәүге ике йылда процент ставкаларын (юғары түгел) түләйһең. Кредит биргән банк өҫтәмә штрафтар һалмайынса, бирәсәкте өлөшләтә йәки бер юлы тулыһынса түләп бөтөрөргә рөхсәт итергә бурыслы.
Иң мөһиме, хәҙер һеҙҙең мәнфәғәттәрҙе дәүләт тулыһынса ҡайғыртмай, киләсәктә эш урыны табыу мәсьәләһен үҙегеҙ хәстәрләргә тейеш икәнде аңлағыҙ. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тик ятҡан таш мүкләнә. Шуға күрә, киләсәгегеҙгә битараф булмағыҙ, йөрөп, һорашып, мөмкин тиклем һеҙҙең талаптарға яуап бирерҙәй шарттарҙа маҡсатлы йүнәлтмәләр алып өлгөрөргә тырышығыҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Сәлиә Мырҙабаева билдәләүенсә, 2013-2014 уҡыу йылына Башҡортостанда маҡсатлы йүнәлтмәләр буйынса уҡырға инеү мөмкинлеге менән бик һирәктәр файҙаланған. Был граждандарҙың үҙ хоҡуҡтарын белеп етмәүенән дә килә, ти ул.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.14 | Ҡаралған: 1588

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru