«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
уян, уйла…
+  - 

ХӘТЕР СҮПЛӘНҺӘ...
аңды томалай

Намыҫ, аңдың томаланған сағы,
Хакимдарҙың һуҡыр, һаңрау сағы,
Ямандарҙың тамам аҙған сағы,
Яһилдарҙың донъя "һауған" сағы,
Вәғәҙәләрҙең "күктән яуған" сағы -
Әҙәмдәрҙең күптән яҙған сағы!..
Тарих ул үткән йөҙ, мең йылдар ғына түгел, ул - халыҡтың үткән юлы. Кисәге көн дә - тарих! Кисәге көн дә, ниндәй генә данлы эштәргә, йәки аяныслы хәлдәргә шаһит булмаһын, тарихи дөрөҫлөктә яҙылырға тейеш! Тарихты заманға, сәйәсәткә ҡулайлаштырып маташыу - ағастың тамырын ҡырҡып, уның урынына ботаҡ ялғауға тиң. Ул ботаҡ ҡасандыр сереп, зарарлап, ағасты йығыуы ихтимал. Шуның кеүек, тарих һәм быуындар яҙмышы ҡупшылау, матурлауҙарға мохтаж түгел, сөнки бындай яһалмалыҡтан зыяндан башҡа бер файҙа ла юҡ. Һәр дәүерҙә халыҡ тарихы һәм быуын яҙмышы үҙенә күрә ҡабатланмаҫ бөйөклөккә эйә һәм оло ихтирамға лайыҡ...
Халыҡ хәтере - күп төрлө ағаслы, сәскә-үләнле, емеш-еләкле, сытыр-сатырлы урман. Урманды кешеләр быуаттар, быуындар дауамында сәсеү ерҙәрен киңәйтеү, ағас эшкәртеү, юлдар һалыу һәм башҡа һылтаныуҙар менән даими ҡырҡа, тамырҙарынан йолҡа, яндыра, аяуһыҙ ҡыра тора. Ләкин шул ук кешеләр, мөһимерәк шөғөл табыпмы, ялҡауланып йәки башҡа сәбәптәнме, емереү кәсебен ташлаһа, хатта әллә нисә быуын элек тамырынан ҡоротолған урмандар ҙа үҙҙәренең элекке торошон кире ҡайтара, ағас-ҡыуаҡтар фәҡәт элек үҫкән ерендә тергеҙә! Иҫ-аҡыл етмәҫлек мөғжизә был! Нисә тапҡыр ҡырҡылып, яндырылып, һөрөлөп, аҫты-өҫкә әйләндерелгән ер барыбер элекке хәлен хәтерләй һәм тергеҙә! Был хәлдең мотлаҡ шулай булырына шик юҡ, сөнки беҙ бала саҡта ағастары араһында йүгереп йөрөгән урмандар бөгөн кире терелә. Колхоз, совхоздар тарҡалып, ер эшкәртеү шөғөлө ҡырҡа кәмегәс, элекке урман, сауҡалыҡтар урынында яңынан шул уҡ төр ағастар үҫеп сыға башланы. Был ғәжәп күренеште башҡа яҡтарҙа ла күҙәтәләрҙер...
Йәмғиәттә лә шулай: халыҡ хәтерен алдап, арбап, албырғатып, алйытып, юҡ итеп маташһалар ҙа, халыҡ тарихы, милли асылы, йола, ғөрөф-ғәҙәттәре хәтерҙең тылсымлы һандыҡтарында һаҡланыуҙы дауам итә барыбер...
Бөгөн йәштәр вайымһыҙ, ғәмһеҙ, толҡаһыҙ, уйын-көлкөгә генә шәптәр, тиһәк тә, улар араһында тарихи дөрөҫ-лөктө тергеҙеүселәр, яҡлаусылар, халҡының асылына тоғролар, тормошта намыҫлы йәшәү юлын эҙләүселәр бихисап, шөкөр! Өлкәндәр уларҙың юлдарын ҡыймаһа, моғайын, үҙ шөғөлдәрен, үҙ урындарын табырҙар. Шулай булыуы ғәжәп түгелдер, сөнки дөйөм халыҡ хәтеренән башҡа, һәр кешенең йәнендә үҙ ваҡытын, ғәмәлдәрен үлсәп, хәл-ваҡиғаларын барлап торған сәғәте бар. Ул сәғәттең "йөрәге" - хәтер, телдәре - аң. Йән сәғәте кәрәк саҡта үткән ғүмерҙең һәр минутын, һәр миҙгелен тергеҙеп, кәрәк мәғлүмәтте хәтер һандығынан эҙләп табып, аңды хәрәкәтләндерә. Аң хәтерҙән алған мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, баһалап, һығымта яһай, үткәндәрҙе байҡай, бөгөнгөләрҙе барлай, киләсәкте күҙаллай. Һәр кемдең аңы - үҙ йәненең етәксеһе лә, намыҫы ла, хакимы ла, язалаусыһы ла. Хәтер теүәллеген, аң сафлығын һаҡлайым тигән кеше насар уйҙар, зарланыуҙар, ғәйбәт хәбәрҙәрҙән һаҡланырға тырыша. Сөнки хәтерҙе яуыз ниәттәр, боҙоҡ фекерҙәр, насар ҡиәфәттәр менән сүпләү аңды томалай, ыңғай уй-фекерҙәрҙе үҙләштереү һәләтен сикләй. Шуның өсөн хәтер һандығын көсләү, сикләү, ҡыҫырыҡлауҙарҙан азат итеп, күберәк яҡшы уйҙарға, файҙалы фекерҙәргә, ыңғай ниәт-маҡсаттарға иркенлек биреү - ихтыяры көслө кешенең өҫтөнлөгө. Шул саҡта ғына йән сәғәтенең йөрәге - хәтере теүәл эшләй, телдәре - аңы етеҙ хәрәкәттә була.
Һәр кешенең хәтерендә һаҡланғандарҙан халыҡтың тарихы туплана, асылы күҙаллана. Әгәр һәр кемдең хәтер сәғәте камил эшләй икән, халыҡ тарихы сәғәте лә ватылмай, яңылышмай, быуаттар дауамында тоғро хеҙмәт итергә һәләтле. Үткәндәренә ихтирамлы, бөгөнгөһөнә иғтибарлы, халыҡтың уй-ниәттәре яҡты, йәшәйеше лайыҡлы.
Төн уртаһы. Серле ваҡыт.
Хәрәкәтһеҙ. Сәғәт ватыҡ.
Сәғәт һатып алып була,
Һатып алып булмай ваҡыт.
Сәғәт теле туҡтап ҡалды.
Һәләкәтен белә аңлы:
Кисәге көн үтеп китте,
Иртәгәһе тыумай ҡалды.
Хәрәкәтһеҙ төн уртаһы:
Ваҡыт имен. Сәғәт ватыҡ.
Ҡурҡма, йөрәк, көн арҡаһын
Шулай үтә серле ваҡыт.
Сихырлы төн. Өй алдында
Өйөрөлөп елдәр олой.
Өйҙә кеше күкрәгендә
Хәүефләнеп йөрәк илай...

Урал МОСТАФИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.04.14 | Ҡаралған: 1640

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru