«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
һай! һай! һай!
+  - 

ЙӘШӘГӘН, ТИ, ИЗГЕЛЕК...
йәки "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы тураһында

Тулы һыулы, ярһыу даръяға әүерелгәнсе, йылғалар ниндәй сығанаҡтан көс ала? Әлбиттә, инеш башы - мәңге тере, шиңмәҫ шишмәләрҙән. Кеше ғүмерҙәре лә шуға оҡшаш түгелме? Киң күңелле, бай тойғоло, изгелекле һәм илһөйәр шәхес булып етешкәнсе, кескәй генә сабый йөрәге мәңгелек тереһыуыбыҙ - халҡыбыҙҙың рухи инештәренән һут алып, уның ауыҙ-тел ижады хазиналары менән күңелен үҫтереп, байытып сыға тормош юлына. Әгәр бына ошондай хазина артмаҡлап сыға икән бала тормош юлына - ул һәр саҡ тоғро юлда, тип ныҡлы ышанырға була, сөнки тап ана шул башҡорт әкиәттәрендәге изгелек сабый күңеленә һеңә, аңын - зирәклек, йөрәген иле һәм халҡы хаҡына бөйөк маҡсат биләйәсәк.

Маҡсатына илткән юлында аң-белемде, тапҡырлыҡ һәм зирәклекте, көс-ҡеүәтте юлдаш иткәндә генә уңышҡа өлгәшеп буласағын аңғарта беҙҙең әкиәттәр балаға, сөнки уңыш үҙенән-үҙе генә килмәй, ни теләһәң, ни ҡушһаң - шуны биреүсе алтын балыҡ та, суртандар ҙа юҡ беҙҙең әкиәттәрҙә. Бала күңеле әкиәттәребеҙ аша иң тәүҙә ана шуға ныҡлап төшөнөргә тейештер, күрәһең. Тик шуныһы йәл: балалар хәҙер әкиәттәрҙе китаптарҙан түгел, күбеһенсә телевидение "һыйлаған" сит ил мультиктары, интернет аша ҡарап таныша. Шуға ла, ниндәй әкиәттәр беләһең, тигән һорауға күбеһе: "Үрмәксе-кеше", "Вуди һәм уның дуҫтары" һәм башҡа шуның кеүек фантастик телесериал-мажаралар исемдәрен теҙеп һанай башлай. Ә халыҡ әкиәттәренән бер нисәүһен өлкән класс уҡыусылары ғына атай алалыр, моғайын. Элек, совет осоронда, беҙ уҡып үҫкән матур-матур әкиәт китаптарын хәҙер китапханаларҙың да бөтәһендә лә осрата алмаҫһың. Ә баш ҡалабыҙҙағы "Планета", "Эдвис" кеүек эре-эре китап магазиндарында рус һәм башҡа халыҡтар әкиәттәрен табырға булһа ла, башҡорт халыҡ әкиәттәрен көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә юҡ. Уҡыусы балалар туған тел дәреслегендәге әкиәттәр менән генә хушһына, буғай. Һәр хәлдә, әңгәмәләшкән саҡта уларҙың уҡыу программаһынан бер аҙым да ситкә сығып китә алмауҙары, әкиәт һандыҡтарының бик һай булыуы күренә.
Һорау ғына түгел, проблема тыуа: нисек итеп бала күңелендәге бушлыҡты тултырырға? Бөтөн изге нәмә әкиәттән башлана, тибеҙ. Нисек итеп балаларҙы ошо тылсым донъяһына ылыҡтырырға? Әлбиттә, иң тәү башлап балаға әкиәтте ата-әсә, өләсәй-ҡартәсәйҙәр һөйләргә, ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш. Балалы өйҙә әкиәт яңғырамауын, сағыу, төҫлө һүрәтле әкиәт китаптары булмауын күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ә инде ундай йорттар бар икән, унда үҫкән балаларҙан кем килеп сығырын күҙ алдына килтереүе шулай уҡ ҡыйын. Ана шуға күрә лә 2010 йылда йәш артист Алтынай Ибраһимова-Бурина башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлаған "Һаумы, һаумы, әкиәт!" проекты баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Уның мөһимлеген тормош үҙе раҫлай килә. Әле бына ошо көндәрҙә генә Өфөлә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең ҡала конкурсы Гала-туры булып үтте. Конкурс барышында барлығы 700-ҙән ашыу йәш әкиәт һөйләүсе ҡатнашты, тинеләр. Гала-турға иһә ана шуларҙың иң оҫталары, башҡорт телендә матур итеп, тасуири һәм иркен һөйләшеүсе балалар һайлап алынғанлығы күренеп тора ине. Тамашасыларҙың иң яратып тыңлағаны, шулай ҙа, әкиәт оҫталарының иң кескәйҙәре булғандыр. Мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында төп еңеүселәр Киров районы 40-сы балалар баҡсаһынан Уралиә Толомбаева (1-се урын), Дим районы 75-се балалар баҡсаһынан Айгиз Исхаков (2-се), Орджоникидзе районы 22-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Айгөл Сиражетдинова (3-сө) булһа, Гран-при Октябрь районы 308-се балалар баҡсаһынан Сабина Ғибаҙуллинаға эләкте. Сабина - "Ала ҡаҙ", ә Уралиә "Әтәс менән ике сысҡан" әкиәттәрен тағы бер һөйләп кинәндерҙе тамашасыны. Башланғыс класс уҡыусылары ла кескәйҙәрҙән бер ҙә ҡалышып торғоһо килмәне. Улар араһында Гран-при Ленин районы 24-се урта мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы Рушана Ноғайғолова бәхетенә яҙҙы. Ә өлкән төркөм уҡыусылар араһында төп еңеүсе урындарҙың өсәүһен дә 7-се класс ҡыҙҙары яуланы: Октябрь районы 42-се лицейҙан Алина Әхмәтова (1-се урын), Киров районы М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Ынйы Ирғәлина (2-се) һәм Совет районының 27-се мәктәбенән Лилиә Әхмәтйәнова (3-сө).
Ә Гран-при кемдә тип уйлайһығыҙ? Ышанмаҫһығыҙ ҙа, моғайын! Үҙем күреп, һөйләгәнен үҙ ҡолаҡтарым менән ишетмәгән булһам, мин дә, билләһи, ышанмаҫ инем: "Тирмәкәй" тигән рус халыҡ әкиәтен саф башҡорт телендә һөйләп, иң юғары баһаны Ленин районы 35-се урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы - рус ҡыҙы Арина Федорова яуланы! Әйткәндәй, беҙ уның менән кисә башланыр алдынан уҡ танышҡайныҡ инде: алғы рәткә үтеп, урын алғас, эргәмдәге ҡыҙыҡай менән һөйләшеп киттек. Әсәһе - тегенсе Татьяна Викторовна менән бергәләп килгән улар. Әкиәттәр яратам, уларҙы сәхнәләштерергә хыялланам, ти ҡыҙыҡай. Мәктәпте тамамлағас, режиссер һөнәренә уҡығым килә, тип һөйләп ултырҙы үҙе хаҡында. Мәктәптә башҡорт телен яратып өйрәнеүе, башҡорт теле уҡытыусыһын бик ихтирам итеүе хаҡында ла белдем. Кисәне алып барыусы юғары награда яулаусының исем-фамилияһын әйтеп, сәхнәгә саҡырғас ҡына мин уның эргәмдә ултырған әлеге ҡыҙыҡай икәнлегенә төшөндөм. Үәт, Арина, башҡорт ҡыҙҙарына оҡшап, баҫалҡылығын да күрһәтте, күптәрҙең танауына сиртте! Ә яратҡан уҡытыусыһы уның Эльза Юрис ҡыҙы Толомбаева булып сыҡты. Ул да уҡыусыһы артынан сәхнәгә күтәрелеп, конкурс наградаһы алып төштө. Шундай уҡ хөрмәткә "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсына еңеүсе балалар әҙерләгән бөтә тәрбиәселәр һәм башҡорт теле уҡытыусылары ла лайыҡ булды. Өфө мәктәптәренең әкиәттәр сәхнәләштереп күрһәткән фольклор коллективтары ла баһаланды. Ф. Мостафина исемендәге 20-се гимназия уҡыусылары "Тылсымлы ҡурай" әкиәтен сәхнәләштереп, ҙур баһаға лайыҡ булды.
Бер бәләкәй генә мәҡәләлә ошонда йыйылған талантлы, береһенән-береһе матур, һөймәлекле кескәй генә әкиәт оҫталары хаҡында яҙып та, исемдәрен булһа ла әйтеп сығыуы ла мөмкин түгел шул, бик йәл... Ә бит был конкурс сығыштарын видеояҙмаға төшөрөп алып, телевидение аша бөтөн республикаға күрһәтергә мөмкин булыр ине бына! Ниндәй фәһемле, матур , иң мөһиме - бына тигән әҙер материал әрәм була. Икенсе фекер - дәртләндереү саралары хаҡында. Балаларға бүләккә йылдың-йылы уларҙың үҙҙәре ҙурлыҡ дәүмәлдәге йомшаҡ уйынсыҡтар тапшырыла. Бүләктең "тешен" тикшермәйҙәр, тиһәләр ҙә, бала - бала инде ул. Берәүһенең сығып барғанда "Кәрәкмәй, минең бындай уйынсыҡ өй тулы!" тип иламһырағаны ла ишетелеп ҡалды ҡолаҡҡа. Ысынлап та, бүләктәр замансараҡ булһа, балалар тағы ла дәртләнеберәк әҙерләнер ине конкурсҡа. Ә, ғөмүмән, "Һаумы, һаумы, әкиәт!"конкурсын, уның бик тә кәрәкле һәм ваҡытлы, йоғонтоло, ҡыҙыҡлы тәрбиәүи сара булыуын иҫтә тотоп, уны республика күләменә сығарыу ҙа яҙыҡ булмаҫ ине, тигән уй ҡалды.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.05.14 | Ҡаралған: 2152

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru