«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
диалог
+  - 

ЭТНОТУРИЗМ НИГЕҘЕНДӘ...
"Урал батыр" бренды булырға тейеш

Һуңғы ваҡытта донъя практикаһында айырым халыҡтарҙың этник үҙенсәлектәре, йәшәгән ерҙәре, мәҙәниәте туристик брендҡа әүерелеп, "этнотуризм" тигән төшөнсәне барлыҡҡа килтерҙе. Башҡорт халҡын бөгөн дә үҙ мәҙәниәтенән, традицияларынан, йолаларынан, элекке көнкүрешенән айырым ҡарап та булмай икән, тимәк, республикала туризмдың тап ошо тармағы өҫтөнлөклө йүнәлеш алырға тейеш кеүек. Ни өсөн республикала туризм бизнесы үҫеше һүлпәнерәк тойола? Этнотуризм башҡорт донъяһын ситтәргә танытыуҙың бер ысулы була ала икән, уны үҫтереүҙә дәүләттең ярҙамы күпме булырға тейеш? Ошолар тураһында Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Данир ҒӘЙНУЛЛИН һәм Башҡортостан Республикаһының Туриндустрия берлеге рәйесе урынбаҫары, "Урал батыр" милли туроператоры етәксеһе Кинйә КҮСКИЛДИН менән әңгәмәләшәбеҙ.

Баҙар шарттарында туристик бизнесты үҫтереү өсөн дүрт төп шарт кәрәк тиҙәр: капитал, технологиялар, кадрҙар, ресурстар. Башҡортостаныбыҙҙа быларҙың барыһы ла бар кеүек, тик ни өсөн беҙ һаман да туризмды тейешле кимәлгә күтәреп, башҡорт донъяһын башҡаларға күрһәтә алмайбыҙ?

Д. ҒӘЙНУЛЛИН: Туризм тейешле кимәлдә үҫешһен өсөн ошо шарттар, шул иҫәптән, объекттар ҙа кәрәк. Мәҫәлән, сит илгә сыҡһаң, унда диңгеҙҙән, тәбиғәттән, заманса отелдән тыш, төрлө боронғо ҡорамдарға, археологик ҡомартҡыларға экскурсиялар бар. Тимәк, туризмда матур тәбиғәт менән генә туристарҙы йәлеп итеп булмай. Әлегә беҙҙә бындай объекттар иҫәпле генә. Туристик объекттарҙы булдырыу - бөгөн төп мәсьәлә.
Кинйә КҮСКИЛДИН К. КҮСКИЛДИН: Мин был фекер менән килешмәйем. Бөрйәнде генә алһаҡ, Шүлгәнташ мәмерйәһе үҙе бер уникаль урын. Йылҡысыҡҡан күлен күрһәтеп, уның легендаһын һөйләһәң - шулай уҡ фәһемле һәм ҡыҙыҡлы сәйәхәт килеп сыға. Халыҡ ижадына бәйле урындар ғына ла күпме, тик беҙ уларҙы күтәрә белмәйбеҙ. Мәҫәлән, революция һәм граждандар һуғышына бәйләп, Баймаҡ районының Темәс ауылын күрһәтергә булыр ине. Бәлки, был объекттарҙың барыһы ла башҡа милләттәргә, шул уҡ рус халҡына аңлашылмаҫ - быныһы икенсе мәсьәлә. Бер тапҡыр федераль баҫмалар журналистарын Темәскә алып барҙым. Музейҙа батша һалдаттарына һәнәк менән ынтылған кешеләрҙең һындары бар, шуларҙы күреп аптырағандарын тоям, әммә бер нәмә лә өндәшмәйҙәр. "Аңлайһығыҙмы, ни өсөн башҡорт халҡы бөгөн дә илһөйәр, ни өсөн үҙ ерен, ғөмүмән, бөтөн Рәсәйҙе ярата? - тип һорайым уларҙан. - Сөнки беҙ шулай тәрбиәләнгәнбеҙ. Еребеҙҙе баҫыусыларға ҡаршы көрәштә йәнебеҙ ҙә йәл түгел, ил, ер тойғоһо көслө беҙҙә".
Данир ҒӘЙНУЛЛИН Д. ҒӘЙНУЛЛИН: Объекттар бар ҙа, ләкин уларҙы туристар ҡабул итерлек хәлгә еткерергә кәрәк. Шул уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһен алып ҡараһаҡ, йәйһеген унда көнөнә меңдән ашыу кеше килә. Ә мәмерйәнең микроклиматы ул тиклем халыҡ ағымын күтәрә алмай. Шуның өсөн дә уның тирәһендә яңы музей комплекстары төҙөү кәрәк. Бөгөн Йылҡысыҡҡан күленең эргә-тирәһе шырлыҡҡа әйләнеп бөткән, берәү ҙә уны башҡорт өсөн изге урын тип әйтмәҫ. Күлде таҙартып, махсус һуҡмаҡтар түшәп, уның тарихы яҙылған таш ултыртып, Аҡбуҙаттың һәм "Урал батыр" эпосының башҡа геройҙарының һындарын төҙөп ҡуйһаң, ул туристарҙы үҙенә йәлеп итәсәк. Был йәһәттән эштәр эшләнә лә инде. Былтыр хөкүмәт ҡарары менән "Шүлгәнташ" тарихи-археологик музей-заповеднигы структураһында ойошторолған "Урал батыр ере" музей-туристик маршруты ошо мәсьәләрҙе хәл итеүгә йөҙ тотасаҡ та инде. Әлегә беҙ уның документтарын тәртипкә килтереү, территорияһын билдәләү буйынса эш алып барабыҙ. Бөрйән районына, уның элекке хакимиәт башлығы Динир Әсғәт улы Әхмәтйәновҡа рәхмәт, улар был проектты ыңғай ҡабул итте, урындағы етәкселектең райондың киләсәге туризм, "Шүлгәнташ" мәмерйәһе менән бәйле булыуын аңлауы эшебеҙҙе еңелләштерә. Проект менән 10 млн. һумлыҡ Президент грантына ла лайыҡ булдыҡ, ул эште башлап ебәреү өсөн ҙур этәргес буласаҡ.
"Шүлгәнташ" - ябай мәмерйә түгел, мәмерйә үҙе һәм уның территорияһы халҡыбыҙҙың тарихы, бөйөк эпосы, легендалары менән бәйле. Тап ошо мәмерйәгә Шүлгән инеп ҡасҡан, унда һыуҙың үлгән, терелгән урыны, Йылҡысыҡҡан күле - Аҡбуҙаттың, башҡорт аттарының һыу аҫтынан өҫкә сыҡҡан урыны бар. "Шүлгәнташ" мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның тарихи ҡомартҡылар исемлегенә тәҡдим ителгәнен барыһы ла белә, беҙ хәҙер ныҡлап ошо номинацияны яҡларға әҙерләнәбеҙ. Быға өлгәшһәк, киләсәктә бөтөн донъяла "Шүлгәнташ"ты, Башҡортостанды, солоҡсолоҡто беләсәктәр, быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреү өсөн сит илдән туристар киләсәк. Уларҙы ҡаршы алыу, автобустарға ултыртып, Бөрйәнгә барып еткәнсе башҡа тарихи урындарҙы, мәмерйәнең үҙен, башҡа музей комплекстарын күрһәтеү - туроператорҙарҙың бурысы.

"Урал батыр" эпосы - ысынлап та донъя кимәлендәге әһәмиәткә эйә ҡомартҡы. Берлектә - тереклек идеяһын, йәшәүҙең, яҡшылыҡ менән яманлыҡтың асылын ғына түгел, халыҡтың рухи булмышын, әхлаҡи ҡиммәттәрен сағылдырыу йәһәтенән ҡиммәтле был эпос. "Урал батыр ере" музей-туристик маршруты төҙөүҙең төп маҡсаты нимәлә? Маршрутта туристар иғтибарына ниндәй объекттар тәҡдим ителәсәк?

Д. ҒӘЙНУЛЛИН: Маршрут башҡорт халҡының матди һәм мәҙәни-рухи мираҫын һаҡлауға йүнәлтелә. Донъя баҙарында туризмдың өлөшө ҙур, ул бизнестың килемле төрө булһа ла, яңы мәҙәни-туристик үҙәк килем алыу маҡсатынан эшләнмәй, төп бурыс - ошо уникаль объектты һаҡлау. Тарихыбыҙ, үткәнебеҙ генә түгел, киләсәктә донъя йөҙөндә үҙебеҙҙе таный, таныта торған билдәбеҙ ул "Шүлгәнташ". Уны һаҡлау - дәүләттең дә, һәр беребеҙҙең дә бурысы.
Маршрут башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырған тәбиғәт, этнографик, археологик, фольклор компоненттарҙан торасаҡ. Ә композицияның идеяһы эпостың сюжет линияһына тоташа. Музей комплекстарының барыһы ла башҡорт халҡына бәйләп, мәҫәлән, боронғо кешеләрҙең туҡталҡаһы икән, Йәнбикә менән Йәнбирҙе төйәге итеп эшләнәсәк. Йылҡысыҡҡан күле тирәләй парк зонаһы булдырып, "Урал батыр", "Аҡбуҙат" эпостары, башҡа легенда, риүәйәттәр геройҙары һындары ҡуйыласаҡ. Проектты эшләгән егеттәр Франциялағы, Испаниялағы Диснейлендты ҡарап ҡайттылар һәм башҡорт эпосы буйынса "Урал батыр ере"нең әлеге проектын тәҡдим иттеләр. Уны тормошҡа ашырыу биш йылға һуҙыласаҡ, быйыл иһә ике музей - "Шүлгәнташ" мәмерйәһе музейы һәм солоҡсолоҡ музейын төҙөргә, Йылҡысыҡҡан күлен тәртипкә килтерергә планлаштырабыҙ.
"Шүлгәнташ" территорияһы шундай изге урын, унда бөтөн нәмә үҙенсәлекле булырға тейеш. ЮНЕСКО-ға боронғо солоҡсолоҡ та тәҡдим ителгәйне. Ул да донъя кимәлендә беҙҙең бренд булып тора. Солоҡсолоҡ музейының да проекты ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Киңлеге - 6, бейеклеге 10 метр түңәрәк бина солоҡ формаһында. Уның уртаһында кәрәҙ урынлашҡан, унда бал ҡортоноң бөтөн эшмәкәрлеге күрһәтелә. Бал ҡорто солоғоноң эсендә йөрөгән кеүек булаһың инде. Музейҙа солоҡсолоҡта ҡулланылған этнографик эскпонаттар ҙа урын аласаҡ. Киләсәктә донъялағы иң ҙур был "солоҡ" Бөрйән районының бренды булып та китер, кем белә. Ҡалған объекттар ҙа үҙенсәлекле булыр, моғайын, БР Рәссамдар союзы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, күл тирәһендә урынлашасаҡ һындарға конкурс иғлан итергә уйлайбыҙ. Йәш архитекторҙар араһында Ер, Һыу, Ут, Һауа номинацияһында ағастан эшләнгән ҡоролмаларға конкурс башланды ла инде. "Урал батырҙың көс урыны" тип аталған был конкурсҡа ебәрелгән эштәр заманса ла булһын. Сөнки музей комплексында боронғолоҡтан күсереп яһалған ғына түгел, бөгөнгө яңы формалар ҙа булырға тейеш.
К. КҮСКИЛДИН: Бөгөн "Урал батыр" брендын күтәреү өсөн берҙәм эш башланды. Республикала туристик күргәҙмәләр йылына ике тапҡыр ойошторола. Быйыл "Урал батырҙың алтын билбауы" тигән туристик маршрут булдырып, шул күргәҙмәлә бөтөн туроператорҙар, тәбиғи парктар, тарихи-мәҙәни үҙәктәр алдында сығыш яһаныҡ.
Д. ҒӘЙНУЛЛИН: Иң ҡыҙығы, быға тиклем Кинйә Сәғит улы менән күрешкәнебеҙ юҡ ине. Ул милли туроператор ойоштороусы булараҡ - "Урал батыр билбауы", беҙ музей-заповедник булараҡ, "Урал батыр ере" маршруты менән параллель рәүештә бер үк темаға тотонғанбыҙ. Тимәк, Урал батырҙың исеменә бәйле изге эштәр башҡарыу өсөн мөҙҙәт еткән һәм беҙ барыбыҙ ҙа бер юлдан барабыҙ.
К. КҮСКИЛДИН: Мин Силәбе өлкәһенә "Урал батырҙың бишеге" тигән төбәк-ара туристик маршрут эшләйек, тигән тәҡдим менән сыҡҡайным. Алда әйтелгән күргәҙмәлә асыҡланыуынса, "Ирәмәл" тәбиғи паркы етәксеһе Римма Талха ҡыҙы Ғәлиева үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән Иҙел йылғаһының башланған еренә Урал батырҙың ҡылысын яһап ҡуйғандар, батырҙың бишеген эшләп йөрөйбөҙ, тиҙәр. "Шүлгәнташ" мәмерйәһе "Урал батыр эҙҙәре буйлап" тигән маршрут булдырған, Бөрйән районында Морат туғайында эшҡыуар егеттәр туристик база асып, уны "Аҡбуҙат" тип атағандар. Бына шулай бөтәбеҙ ҙә бер урында осраштыҡ та ҡуйҙыҡ. Был йүнәлештә бергәләшеп эшләһәк, уңырбыҙ, тип уйлайым.
Урал федераль округы буйынса Екатеринбург ҡалаһында йыл һайын халыҡ-ара туристик күргәҙмә үтә. Былтыр унда ҡатнашыусыларҙың ике һүҙенең береһе "Урал" булды. Урал - башҡорт халҡы өсөн иң изге төшөнсәләрҙең береһе. Меңәрләгән ир-егет ғорурлыҡ менән шул исемде йөрөтә, "Урал" халыҡ көйө халҡыбыҙҙың гимнына әүерелгән, "Урал батыр" тип аталған эпосыбыҙ бар, тип иң аҙаҡтан мин сығып һөйләнем. Екатеринбург буйлап экскурсияла йөрөгәндә экскурсовод башҡорттарға бәйле урындарҙы күрһәтеп, ата-бабаларыбыҙҙы телгә ала, уларға бәйле ваҡиғаларҙы һөйләй. Ошо тарихыбыҙҙы, ошондай ҡиммәттәргә эйә булғаныбыҙҙы онота төшәбеҙ шул, шул уҡ Урал батыр исеме менән бәйле тур күптән булырға тейеш ине. Быйыл был күргәҙмәгә ныҡлап әҙерләнеп барҙыҡ. "Урал батыр ере", "Урал батырҙың алтын билбауы" проекттарына "Аманат" студияһының "Урал батыр" анимацион фильмын ҡушып, презентация яһаныҡ. Бик һәйбәт ҡабул иттеләр, Урал округында "Урал батыр" брендын тап беҙҙең - башҡорт милләте вәкилдәренең күтәреп сығыуыбыҙ бик урынлы булды. Башҡа төбәктәргә лә, беҙгә ҡушылығыҙ, ул төбәк-ара маршрутҡа әйләнһен, тигән тәҡдим яһаныҡ.
Туризмды үҫтереү өсөн Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында махсус комиссия булдырҙыҡ. Бөгөнгө көндә ярты миллион башҡорт ситтә йәшәй, уларҙың 10 проценты ғына Башҡортостанға ялға ҡайтҡанда ошо маршруттар буйлап үтһә, 50 мең тирәһе кеше килеп сыға. Беҙҙе ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ менән ҡоролтай үҙәктәре бәйләп тора. Һәр төбәктәге был туристик маршруттарҙың юлын, нисек итеп беҙҙең менән бәйләнергә мөмкинлеген белеп торһондар.

"Урал батыр билбауы" туристик маршрутының пункттары билдәләнгәнме?

К. КҮСКИЛДИН: Маршрут баш ҡалабыҙ Өфөнән башланасаҡ. Унан Көньяҡ Урал заповеднигынан башланған Ямантауҙа туҡтайбыҙ. Ул шулай уҡ үҙенсәлекле легендалар - дейеүҙәр, аждаһалар менән бәйле урын. Учалы районында - Азия менән Европа сиге, Ахундағы һынташтар, Әүешкүл, "Әүлиә" шишмәһен ҡарап, Иҙел, Урал йылғалары башланған урынға барып етеп була. Унан кире әйләнеп, Әбйәлил районы "Яҡтыгүл" күле аша Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәскә сығабыҙ. Унан һуң Бөрйәнгә, "Шүлгәнташ" мәмерйәһенә, унан Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары аша сәйәхәт итеп, Күгәрсен районында, "Мораҙым" тарлауығында, Үрге Бикҡужалағы "Башҡорт ауылы"нда ял итеп, "Нөгөш" һыуһаҡлағысы, З. Биишева музейы, Бәндәбикә кәшәнәһе аша Ғафури районы Сәйетбаба ауылына - башҡорт милли мәҙәни үҙәгенә һуғылып, Өфөгә ҡайтырға була. Шул уҡ маршрутты Ырымбур, Магнитогорск аша килгәндәр икенсерәк үтеүе ихтимал. Әлегә уның төрлө маршруттары әҙерләнә. Туризм бизнесында барыһын да ентекләп иҫәпләп, туристарға әҙер продукт тәҡдим итергә кәрәк, юғиһә, маршруттан уның исеме генә тороп ҡалыуы ихтимал.
Унан һуң, хәҙер беҙгә республиканы урап сығып, "Урал батыр" эпосы менән бәйле башҡа үҙенсәлекле урындарыбыҙҙы барлап, исемлек төҙөргә кәрәк. Мәҫәлән, ҡайһылыр төбәктә Йәнбикә, Йәнбирҙе тигән йылға бар. Ғөмүмән, туризм бизнесында мифология көслө, булмағанды уйлап табалар ҙа, шуны туристарға тәҡдим итәләр. Сочила Прометей бығаулаған ташты ҡарарға мин дә барҙым бер тапҡыр. Барһаҡ, бер суйырташҡа бығауҙар ҡуйғандар ҙа, шунда, йәнәһе, Прометей бығауланған, тип күрһәтәләр. Урал батыр исеменә иһә бер нәмә лә уйлап сығарып торорға ла түгел, һәр урында уға бәйле хәтирә, риүәйәттәр тулып ята.
Республикала Нарыҫтау, Әүешкүл кеүек изге урындар ҙа күп, халыҡ уларҙы белә, электән йөрөй ҙә. Шундай урындар буйынса реестр төҙөү бик кәрәкле эш. Киләсәктә был урындарҙы паркка әйләндереү, был эшкә Хөкүмәттең иғтибарын йәлеп итеү ҙә кәрәк буласаҡ. Республикала туристик продукт бар ул, уны әҙерләп, бренд яһарға ғына кәрәк.

Башҡортостан территорияһында ҡышҡы спорт туризмы туристарҙы йыя ала, әлбиттә, ә бындай экскурсия йүнәлешендәге маршруттар ҡышын да эшләйәсәкме?

К. КҮСКИЛДИН: Ҡышын йәй миҙгелендәге кеүек үк ағым булмаҫ, моғайын. Шулай ҙа республикала ҡышын да маршруттар буласаҡ, ҡаргиҙгестәрҙә йөрөргә лә мөмкин.
Д. ҒӘЙНУЛЛИН: "Урал батыр ере" туристик маршруты йыл әйләнәһенә эшләйәсәк, музей комплексындағы биналар йылытыласаҡ. Беҙҙең тағы бер маҡсатыбыҙ - туристарҙың ағымын тотороҡландырыу. Иҫәпләүҙәр буйынса, әле "Шүлгәнташ" мәмерйәһенә йәй көнөндә меңдән ашыу кеше килһә, көҙ, яҙ, ҡыш туристар бөтөнләй булмай. Әгәр ҙә музей комплекстары эшләһә, был һан тигеҙләшер ине. Маршрут объекттары төҙөү менән бер рәттән, ғилми эштәр ҙә алып барабыҙ. Рәсәй Фәндәр академияһы геологтары билдәләүенсә, кешенең күпләп инеүенән мәмерйәнең микроклиматы боҙола, яйлап ҡына һүрәттәр юғала бара. Заманында ул һүрәттәр яҡшы һаҡланған, сөнки яйлап ҡына аҡҡан һыу һөҙөмтәһендә улар кальцит менән ҡапланған булған. 60-сы йылдарҙа һүрәттәрҙе тапҡас, уларҙы шул ҡатламдан таҙартҡандар. Хәҙер һыу һәм кеше менән ингән микроорганизмдар тарафынан буяуҙар ашала, хатта ҡайһы бер һүрәттәрҙе көслө компьютер техникаһы аша ғына күреп була. Рәсәйҙә мәмерйәләрҙәге һүрәттәрҙе һаҡлау технологияһы эшләнмәгән, яҡшы белгестәр, фән эшмәкәрҙәрен йыйып, киләсәктә Рәсәй кимәлендә таштағы һүрәттәрҙе һаҡлау буйынса Рәсәй фәнни үҙәген төҙөргә хыялланабыҙ.

Илдең, республиканың туристик потенциалы тулыһынса ҡулланылмай ҙа тиерлек, был эштә дәүләттең өлөшө ниндәй кимәлдә булырға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

К. КҮСКИЛДИН: Был өлкәлә донъя кимәлендә тәжрибә шулай: дәүләт туризмға күпме килем ала ала, шул сама ғына һала. Шуға ла дәүләттән генә нимәлер көтөп ултырыу дөрөҫ түгел. Бынан өс йыл элек кенә бер нәмә лә юҡ ине, бөгөн республиканың туризм өлкәһенә ҡағылышлы программалары бар. Унан һуң, быға тиклем Башҡортостанда туризм спорт туризмы йүнәлешендә генә үҫеште. Биш йыл туризм өлкәһендә эшләйем, унан алда БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында эшләгән тәжрибәм күрһәтеүенсә, бөтөн туризм йылғала кәмәлә ағып төшөүгә, тау башына үрмәләүгә, уҙыштарға ғына ҡайтып ҡала ине. Хәҙер ҡараштар үҙгәрҙе, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты бар, Башҡортостан Республикаһы Туриндустрия берлеге төҙөлдө, дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән был йәмәғәт ойошмаһына быйыл биш йыл була. Ошо ойошма менән туризм өлкәһендә күп эштәр эшләнде. Гәзит сығарабыҙ, портал булдырҙыҡ, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Айырым БР Туризм буйынса агентлыҡ булдырылды. Ләкин дәүләт механизмы ул шул тиклем ауыр әйләнә, ҡағыҙҙар араһында йүгереп тик йөрөйһөң. Ә эшҡыуар булып эшләгән кешегә бар нәмәнең тиҙ хәл ителеүе мөһим. Улар менән килешеү алып бара башлаһаң, эш һуҙыла. Шуға ла күберәк үҙебеҙгә эшләргә, аукциондарҙа ҡатнашырға, башҡа төрлө юлдарын эҙләргә кәрәк.
Д. ҒӘЙНУЛЛИН: Халҡыбыҙ өсөн изге һаналған төшөнсәләргә ҡағылғанда, һәр беребеҙҙең фиҙаҡәрлеге мөһимерәк. Беҙ әле Урал батырға ҡағылышлы нәмәләр тураһында ғына һөйләшәбеҙ. Шул уҡ Салауат районында, мәҫәлән, Салауат Юлаевтың исеменә бәйле эшмәкәрлек алып барыла. Салауат Юлаев эҙҙәре буйынса туристик маршрут эшләй. С. Юлаевтың музейы директоры Зилә Садиҡова бик әүҙем эш алып бара, батырҙың тыуған ауылы урынында мавзолей төҙөргә лә ниәттәре бар. "Салауат Юлаев вариҫтары" ассоциацияһы бар, улар Юлай ауылында Салауаттың ағаһы Раҡайҙың ҡәберен тапҡандар. Быйыл махсус рөхсәт алып, археологтар тикшеренеүҙәр үткәрҙе, уның баш һөйәге буйынса Салауаттың ҡиәфәтен тергеҙергә уйлайбыҙ. Ғөмүмән, район етәкселеге туризмға арналған саралар, семинарҙарҙы йыш үткәрә. Баймаҡты музей-заповедник зонаһына әйләндереү һөҙөмтәһендә Ирәндек тауын алтын табыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәрҙән аралап алып ҡала алдыҡ. Унда әллә күпме археологик ҡомартҡы бар. Әле Баймаҡта был музей-заповедниктың музейын төҙөп бөттөк, тиҙҙән ул үҙ ишектәрен асасаҡ. Фәйзулла ауылы эргәһендә башҡорт ауылы төҙөү идеяһы ла бар, ул киләсәктә, бәлки, "Урал батыр билбауы"на инеп китер.
Ә иң яҡын пландарға килгәндә, 12 июлдә Бөрйән районы менән берлектә "Шүлгәнташ" мәмерйәһе эргәһендә "Башҡорт балы - Бөрйән даны" тип аталған халыҡ-ара этнофестиваль үткәрергә йыйынабыҙ. Ул Бөрйән балына арнала, сөнки бөрйәндәрҙең төп шөғөлө - ҡортсолоҡ һәм был ваҡытҡа кешеләр беренсе бал уңышын ала башлай. Бындай фестивалдәр сит илдәрҙә бик популяр, ул ваҡиға туризмы тип атала. Йыйылған халыҡҡа солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән ағайҙар бал тәмләтер, солоҡсолоҡҡа арналған бәйгеләр үткәреү, халыҡ кәсептәрен, йолаларын тергеҙеү менән бер рәттән, районға туристарҙы йәлеп итеү, Бөрйән балына иғтибарҙы арттырыусы сара булырға тейеш ул.

Шулай итеп...
Бөгөн йәмғиәттә планетар фекерләү мәҙәниәте алға сыҡҡан заманда йәшәйбеҙ, тиһәк тә, халҡыбыҙ борондан планетар фекерләүгә эйә булған, хатта йәшәүҙең асылын кеше аңына тәбиғәт үҙе һеңдерә килгән. Шулай булмаһа, "Урал батыр" эпосы кеүек мәшһүр әҫәр тыумаҫ та ине, моғайын. Донъяны танып-белеү, яңы ерҙәр күреү, сит йолалар менән танышыу теләге тәүтормош шарттарында уҡ яралған икән, бөгөн беҙ һөйләшкән этнотуризм йүнәлеше, уның тап Урал батыр исеме менән бәйле булыуы үҙе үк ыңғай билдә. Тимәк, донъялағы бөтөн тереклекте мәңге йәшәтеү хаҡына көрәшкән Урал батырҙың гуманлылыҡ идеялары бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған әле.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.06.14 | Ҡаралған: 2780

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru