«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
балалар ҡоро
+  - 

РӘМИ ҒАРИПОВ РУХЫ...
капитандар тәрбиәләй

Диңгеҙҙәрҙә дөрөҫ курс алған караптар ҙа, ары һуғылып, бире һуғылып йөрөүсе кәмәләр ҙә, яр ситенән ҡуҙғалып китә алмай тороп ҡалған фрегаттар ҙа бар. Төрлө кешеләрҙең яҙмышы бәйләнгән уларға. Тормош диңгеҙендә лә үҙ урынын тапҡан бәхетлеләр алған курстары буйлап туп-тура елдерә, ваҡытында нишләргә белмәй тороп ҡалғандар һаман да тулҡындар араһында аҙашып йөрөй, ә ҡыйыуһыҙҙар, ниндәй генә яҡшы карап эйәләре булһалар ҙа, яр ситендә сайҡала. Ошо көндәрҙә мәктәпкә әйҙәүсе ҡыңғырау сыңы менән хушлашыусы сығарылыш уҡыусыларының өр-яңы караптарға ултырып, сикһеҙ тормош диңгеҙе киңлектәренә үҙаллы сығып китерҙәренән алда, капитанлыҡ курстары үткәргән уҡыу йорттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу ниәтендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары Аяз Мәхмүтов, Илиза Йомашева, Алина Ғәлиева, Искәндәр Миңлейәров, Лилиә Ишмуллина менән әңгәмәләштек.

Республиканың иң абруйлы белем усағында уҡыуығыҙ менән үҙегеҙҙе ифрат ғорур, бәхетле тояһығыҙҙыр?

Алина: Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға инә алыуыма һаман да ышанып етмәйем. Сөнки бында белем алыу минең бала саҡ хыялым ине. Тәүге уҡыу көнөндә үҙемде сәйерерәк тойҙом. Бөтәһе лә бер-береһен таный, иҫәнләшә, мин генә ситтә аптырап ҡарап торам кеүек. Танышып алғас, минең кеүек гимназияға яңы ғына килгән Лилиә менән бер-беребеҙҙән айырылмаҫҡа тип һүҙ ҙә ҡуйышҡайныҡ хатта. Ысынында, дуҫтар табыуы, бындағы шарттарға яраҡлашыуы бер ҙә ҡыйын булманы.
Лилиә: Баймаҡта уҡығанда бер нисә синыфташым ошо гимназияға уҡырға күскәйне. Каникулға ҡайтҡандарында һорашһаң, иртәнсәк иртә менән тороп, күмәкләп физик күнекмәләр эшләйбеҙ, көнө буйы уҡыйбыҙ, дәрестәр әҙерләйбеҙ, талап бик юғары, тип һөйләй инеләр. Ата-әсәйем, ҡурҡыуымды еңеп, уҡырға барырға күндерҙе. Ысынлап та, ҡурҡыуым бушҡа булған, синыфташтар менән тиҙ генә танышып, яҡындан аралашып киттек.
Аяз: Мин гимназияла һигеҙенсе синыфтан алып уҡыйым. Белем алыуы ауыр, тиһәләр ҙә, юғары талаптарға яуап бирергә өйрәнергә мөмкин. Етмәһә, бында беҙгә ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәтәләр, уҡыусылар, һәләттәренә ҡарап, төрлө йүнәлештә үҙҙәрен үҫтерә ала.
Илиза: Гимназиябыҙ бер дәүләт кеүек. Үҙебеҙҙең президентыбыҙ, министрҙарыбыҙ бар. Әйткәндәй, Аяз быйылға тиклем президент, Алина мәҙәниәт министры булды.

Кешене мөхит тәрбиәләй, тиҙәр. Һеҙгә гимназия-интернат тормошо йоғонто яһанымы?

Алина: Эйе, беҙ үҙебеҙ ҙә бәләкәй булһаҡ та, балалар менән эшләргә өйрәндек. Президент булғас, Аяз етдиләнде, бөтөн нәмәгә яуаплы ҡарай башланы. Хатта ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткәндә ҡаты ғына итеп: "Шулай эшләйбеҙ", - тип ҡырт киҫеп тә ҡуя ул хәҙер.
Искәндәр: Әлбиттә, мөхит тәрбиәләй. Мин туғыҙынсы синыфҡа тиклем рус мәктәбендә уҡығас, башҡортса белмәй инем. Ике йыл эсендә туған телемдең бөтә нескәлектәрен өйрәндем. Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙең күңелдәргә рух орлоҡтары сәсергә тырыша, уларҙың шытым биреүен дә үҙ күҙәтеүе аҫтында тота. Бында һәр уҡыусының күңелендә халыҡ шағиры Рәми Ғарипов рухы, аңында "Туған тел" шиғыры яңғырай.
Илиза: Беҙ Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылғанбыҙ, баштараҡ төрлө диалект һөйләштәренә аптырап, иптәштәремдең нимә һөйләгәнен аңламайыраҡ та ултырған саҡтар булды. Бер ҡыҙҙың "өләс" тиеүе ихтирамһыҙлыҡ булып тойолдо. "Әтәс" тип әйткән кеүек яңғырай бит, тип уйлағайным. Хәҙер үҙем дә "нәнәй" тиер урынға "өләс" тип ысҡындырам.
Лилиә: Ауыл мәктәбендә кем матур итеп шиғыр һөйләй, кем телгә оҫта - шул балаларҙы ғына төрлө сараларҙа ҡатнаштырырға тырышалар. Бында, киреһенсә, кем оялсан, үҙ-үҙенә ышанып етмәй, сәхнәгә сығырға тартына - шуларҙы йәлеп итәләр. "Таңсулпан" драма түңәрәгенә, "Аҡйондоҙ" бейеү ансамбленә, спорт һәм башҡа түңәрәктәргә ихлас йөрөйбөҙ, "Интернатым - пар ҡанатым" гәзитенә әүҙем яҙышабыҙ. Һәләттәреңде үҫтереү менән бергә, ҡыйыулыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс, үҙаллылыҡ сифаттары ла тәрбиәләнә был гимназияла.
Илиза: Мин Бишбүләк районынанмын. Ауылда уҡығанда, бәләкәй булғанғамы икән, туған ил, туған тел, илһөйәрлек, башҡортлоҡ тураһында уйланғаным булмаған. Гимназияла уҡый башлағас, милләттәштәреңә ҡарата һөйөү, ихтирам, илеңдең киләсәгенә хеҙмәт итеү, файҙа килтереү тигән төшөнсәләр барлығын белдем. Өлгәшкән уңыштарыбыҙ өсөн быйыл Алина менән икебеҙгә Рәми Ғарипов исемендәге премия бирелде. Ул иңебеҙгә тағы ла күберәк яуаплылыҡ һалды, тип уйлайым.

Һеҙ сығарылыш синыф уҡыусылары бит инде, БДИ тураһында һорау бирмәй мөмкин түгел. Ҡатмарлашҡан шарттарға ҡарашығыҙ ниндәй?

Аяз: Мин БДИ һынауҙары шулай етди, ҡаты формала үтергә тейеш булыуы менән килешәм. Сөнки бынан алдағы йылдарҙа сосораҡ уҡыусыларҙың төрлө юлын табып, имтихандарҙы юғары балға тапшырыуға өлгәшеүе тураһында ишетеп беләбеҙ. Быйыл иһә шарттар ҡаты: ишек төбөнән үк тикшереп индерәләр, бүлмәлә видеокамера ҡуйылған, күҙәтеүселәр йөрөй. Тимәк, уҡыусылар алған белемдәренә генә таянып һынау тотасаҡ.
Алина: Шулай ҙа был шарттар уҡыусыларға ла, ата-әсәләренә лә психик яҡтан ҙур баҫым яһай. Мин үҙем, мәҫәлән, шул тиклем тулҡынланам. Хатта белгәнемде лә онотоп бөтөрмөн кеүек. Атай-әсәйем өйҙә йөрәген ҡулына тотоп ултыра.
Илиза: Ғәҙеллеккә юл ярыуы һәр ваҡыт ауыр, тиҙәр. БДИ-ның ошо тиклем ҡатмарланыуын да мин юлда торған кәртәләрҙе еңеү өсөн эшләнелгән саралыр, тип ҡарайым. Иң мөһиме, имтиханды кәрәкле һөҙөмтәгә тапшыра алмауҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк.

Гимназияла үҙаллылыҡҡа ла өйрәтәләр, тигәйнегеҙ. Киләсәк һөнәрегеҙҙе үҙегеҙ һайланығыҙмы?

Лилиә: Гимназияла гуманитар йүнәлештә белем алғас, журналист йә уҡытыусы һөнәрен һайлармын, тип уйлайым. Уҡытыусы эше еңел булмаһа ла, бик ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, балаларҙан инша яҙҙырып, уҡып, уҡытыусы һәр баланың күңелендә нимә булыуын, эске донъяһын белә, тәрбиәләй ала. Минеңсә, балаларҙа туған телгә, илгә, халҡыңа ҡарата һөйөү уятыуҙан, рухи байлыҡ өләшеүҙән дә юғары билдәләнеш юҡ.
Аяз: Ҡыҙҙар шулай рухи байлыҡты ҡайғыртһа, ысын ир-егет матди яҡҡа иғтибар бирергә тейеш. Шуға күрә, минең өсөн иң ҡулай һөнәр - төҙөүсе. Әле баш ҡалабыҙ Өфө миҫалында ғына ҡарағанда ла төҙөлөш эше бер ҡасан да бөтөп, юғалып, туҡтап ҡалмаҫына инанырға мөмкин, шулай бит? Мин үҙем кирбес һалмаһам да, кирбесте үҙем теләгәнсә һалдырыр өсөн юғары белем алырға уйлайым.
Илиза: Ҡыҙҙар һәр саҡ әҙәбиәт, сәнғәт, ижадҡа ынтылыусан. Мин үҙем шиғырҙар яҙам. Ә шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың төп маҡсаты - балаларына башҡорт телен өйрәтеү. Шуға күрә әле башҡорт теле буйынса БДИ тапшырам, тел белгесе буласаҡмын. Һөнәремде үҙаллы һайлайым, сөнки ике өләсәйем дә уҡытыусы булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың юлын дауам итеү теләге бик юҡ.

Гимназияла уҡығандағы хәтерегеҙҙә ҡаласаҡ иң сағыу иҫтәлегегеҙ менән бүлешегеҙ әле.

Алина: Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар бик күп. Ә шулай ҙа әле яңы ғына булған иң ҡыҙыҡлы мәл - ул һуңғы ҡыңғырау алдынан гимназия биләмәһен таҙартыу булды. Аяз менән репетициянан сыҡтыҡ та, урамдағы балалар төркөмөнә ҡушылдыҡ. Улар араһында эш кейемендәге, ҡулына һепертке тотоп, ихлас эшләп йөрөгән директорыбыҙ Әлфир Сулпан улын күреү бер аҙ сәйерерәк тойолдо. Ошоға тиклем бер мәктәп директорының да балалар менән бергә туҙан һепереп, сүп-сар йыйып йөрөгәнен күргәнем юҡ ине. Был күренеш бик оҙаҡ күҙ алдында торор, ахыры.
Аяз: Гимназияла алған һәр һабаҡ иҫемдә уйылып ҡаласаҡ. Унда тапҡан дуҫтар ҙа ғүмерлеккә, тип уйлайым. Тормошта ниндәй генә хәлдәр булғанда ла, бер-беребеҙгә ышаныслы терәк-таяныс буласаҡбыҙ.
Илиза: "Интернатым - пар ҡанатым" гәзитенең гимназияның етмеш йыллығына арналған һанына ошо белем усағын тамамлаусы күренекле шәхестәрҙән интервью алғайныҡ. Улар араһында Ғайса Хөсәйенов, Мирас Иҙелбаев, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Артур Кәбиров, Миңһылыу Усманова, Ләлә Биишева, Сәлиә Мырҙабаевалар бар ине. Миңә Ғайса Хөсәйенов менән яҡындан аралашыу бәхете тәтене. Ошо мәлде йылы итеп иҫемә аласаҡмын.
Искәндәр: Гимназия-интернаттағы һәр көн төрлө ваҡиғаларға, ҡыҙыҡлы хәлдәргә бай булды. Улар йылдар үткәс, синыфташтар менән осрашыуҙарҙа, ҡабаттан был белем усағы ишектәрен асып ингәс, яҡты хәтирәләр булып иҫкә төшәсәк әле.

ШУЛАЙ ИТЕП... Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты быйыл 70-се сығарылыш уҡыусыларына - 156 балаға төплө, нигеҙле белем биреп, үҙаллы тормош юлына оҙата. Һигеҙ төрлө йүнәлеш буйынса уҡыған үҫмерҙәрҙең барыһы ла республикабыҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, халҡы, иле, теле өсөн йәшәрҙәй илһөйәрҙәр буласаҡ, тигән ышаныс бар. Улар араһында тормош диңгеҙендә бөтә караптарҙы үҙ артынан эйәртә аласаҡ башҡорт капитаны ла булһын!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.14 | Ҡаралған: 2098

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru