Беҙҙең илдә "Рәсәйҙең беренсе гармунсыһы" исемен йөрөткән музыкант, композитор, йырсы, шағир Геннадий Заволокинды иҫләмәгән кеше бик һирәктер. Һикһәненсе йылдарҙа ул нигеҙ һалған "Играй, гармонь любимая!" телевизион тапшырыуы миллионлаған тамашасының һөйөүен яуланы, алып барыусы үҙенең ихласлығы, ябайлығы һәм һөйкөмлөлөгө менән хатта музыканан йыраҡ торған кешеләрҙе лә арбай белде. Ә күпме төпкөл төбәктәрҙә йәшәгән таланттарҙы сәхнәгә сығарҙы ул! Уның фажиғәле үлеменән һуң да ысын мәғәнәһендә халыҡ проектына әйләнгән телетапшырыу юҡҡа сыҡманы - аталарының эшен ҡыҙы Анастасия менән улы Захар лайыҡлы дауам итте. Улар хәҙер таланттарҙы Новосибирск өлкәһе хакимиәте ярҙамы менән ике йылға бер тапҡыр РСФСР-ҙың халыҡ артисы Г. Заволокин исемендәге "Уйна, гармун!" халыҡ-ара фестиваленә йыя. Новосибирскиҙа быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйгелә "Әбйәлилдең беренсе гармунсыһы", Асҡар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы Азат АтанҒолов ҡатнашты һәм III урын яуланы. Яҡташыбыҙҙың Америка, Германия, Израиль, Румыния кеүек сит илдәрҙән, элекке союздаш республикаларҙан, Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәгенән мең ярым музыкант ҡатнашҡан сарала призлы урын яулауы - бөтә район, республика өсөн оло мәртәбә ул. Азат Ханнан улының үҙенә һүҙ бирәйек.
- Минең менән булған хәл "Хыялдар тормошҡа аша!" тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тағы бер тапҡыр раҫланы. Гармунда алты йәшемдән уйнай башланым. Ул заманда ҡурай тартҡан кеше әллә ней юҡ та ине, ә гармун һәр малайҙың хыялы булды. Мәктәптән һуң мин Өфөгә сәнғәт училищеһына барҙым. Баҡһаң, унда гармунсылар әҙерләмәйҙәр икән, миңә ҡурай класында уҡырға тәҡдим иттеләр. Белемемде ошо йүнәлештә һуңынан Өфө сәнғәт академияһында дауам иттем. Асҡарға килгәнсе Салауат музыка училищеһында, Магнитогорскиҙа Башҡорт сәнғәт йортонда, үҙебеҙҙең Йәнгел музыка мәктәбендә ҡурай кластарында уҡыттым.
Бала саҡтан Геннадий Заволокиндың "Играй, гармонь любимая!" телетапшырыуының һәр сығарылышын йотлоғоп ҡарай, үҙем дә унда ҡатнашырға хыяллана торғайным. Армияла хеҙмәт иткәндә үҙен күрергә лә насип булды. "Рәсәйҙең беренсе гармунсыһы" телевизион төркөмө менән мин хәрби оркестрҙа хеҙмәт иткән Амур өлкәһенең Тында ҡалаһына килгәйне ул. Беҙ ҙә уның тапшырыуында ҡатнаштыҡ. Шунда халыҡтың Геннадий Дмитриевичты ни тиклем яратыуын үҙ күҙҙәрем менән күреп хайран ҡалдым. Шул ваҡытта уға гармунда уйнап күрһәткем килгәйне, тик гармун булманы. Ысын музыканттарҙың уйын ҡоралдарын кешегә тоттора һалып бармай торған ғәҙәтен белгәнгә, берәйһенән һорап торорға ла ҡыйманым. Ярай, Заволокин берәй ҡасан беҙҙең яҡтарға ла килеп сығыр әле, уға мотлаҡ бер уйнап күрһәтәсәкмен, тип ҡарар иттем. Уның үлеме тураһындағы хәбәр күңелемде төшөрһә лә, хыялымды үҙенең ғәмәл дәфтәренә яҙып ҡуйған Хоҙай барыбер "Играй, гармонь!" Рәсәй үҙәге етәкселәре Анастасия һәм Захар Заволокиндар менән танышырға насип иттерҙе. Был бәхетле осрашыу ике йыл элек "Играй, гармонь!" тапшырыуы Магнитогорск ҡалаһында төшөрөлгән ваҡытта булды. Унда Заволокиндар миңә иғтибар итте, Новосибирскиға шул уҡ йылда үтәсәк фестивалгә саҡырҙылар. Әсәйем, билдәле сәсәниә Хәнифә Әбүбәкерова бала сағымда алып биргән иҫке ябай гармун менән оло еңеүгә ынтылып булмағанын үҙем дә аңлай инем, әлбиттә. Шулай ҙа конкурстың лауреаты дипломына эйә булдым. Анастасия ике йылдан тағы көсөмдө һынап ҡарарға тәҡдим итте, тик гармунымды яңыртырға ҡушты.
Фестивалгә ҙур ихласлыҡ менән әҙерләнә башланым. Әлбиттә, иң тәүҙә яңы гармун кәрәк ине. Булғас, булһын тип, Тула оҫталарына гармун яһарға интернет аша заказ бирҙем. Улар һәр талымымды (каприз) үтәп, нәҡ үҙем теләгәнсә итеп, өс айҙан гармунымды эшләп тә бирҙеләр. Хаҡы минең өсөн ҡыйбат ине. Их, был аҡсаға машина алырға була бит, тип шаяртты дуҫтар. Минең өсөн гармундан да ҡәҙерле әйбер юҡлығын аңлаған әсәйем ярҙамға килде. Үҙемде "копейка"нан "Мерседес"ҡа күсеп ултырған кеше кеүек тойҙом!
Хәҙерге конкурстарҙа иң яҡшы сығышҡа гран-при тапшырып, беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы ҡалған бөтә ҡатнашыусыларға бүлгеләп биреү модаға инеп китте. Йәнәһе, берәүҙе лә рәнйетмәйҙәр. Ә бына "Играй, гармонь"да улай түгел. Унда гран-при, "Тамашасы һөйөүе" бүләге менән бергә ни бары биш төп приз бирелә. Ҡалғандары - лауреат дипломдары, төрлө бағыусыларҙан, Заволокиндарҙың үҙҙәренән махсус бүләктәр. Мин "Тамашасы һөйөүе"нә иҫәп тоттом. Уны алыу өсөн ниндәйҙер башҡаларҙы ҡабатламаған, хатта уникаль сығыш әҙерләргә кәрәклеген күреп ҡайтҡайным инде. Көн кеүек асыҡ: унда ҡурай булмаясаҡ, тип уйланым мин баштан. Ә беҙҙең милли ҡоралдың ошоға тиклем берәүҙе лә битараф ҡалдырғаны юҡ әле! Ысынлап та, уң ҡулыма ҡурай тотоп, һулы менән "Тула һандуғасы" телдәрен бейеткәндә, башына ҡамсат бүрек кейгән камзуллы егетте жюри ла, тамашасылар ҙа йотлоғоп күҙәтте. Башта сығышымды ҡурай менән "Сыңрау торна", "Кәкүк" халыҡ көйҙәренә вариациялар менән астым да, яйлап гармун менән ҡушылып, "Һыбайлылар" һәм "Юлдаш" көйҙәрен башҡарҙым.
Ҡасандыр Йомабай Иҫәнбаевтың Францияла ҡурай менән халыҡты аптыратыуын хайран ҡалып һөйләгән булабыҙ. Баҡһаң, беҙҙең милли ҡоралды белмәгән кешеләр Рәсәйҙә лә етерлек икән. Күптәр, француздар ише, ҡурайҙы әйләндереп-тулғандырып ҡаранылар, көй сығара торған нәмәһе ҡайҙа тора һуң, тип һораштылар, өрөп-өрөп, нисек моң сығыуын аңлай алмай ыҙаланылар. Яңылышманым: ҡурай миңә ныҡ ярҙам итте, әммә гармуным да дан ине. Ике уйын ҡоралының уңышы иллегә-илле булды тип һанайым.
Иң тулҡынландырғысы конкурсҡа йомғаҡ яһаған саҡта булды. Ғәҙәттә бит бүләкләү тантанаһын иң түбән баҫҡыстан башлап, иң һуңында гран-при тапшыралар. Бында ла тәүҙә утыҙ кешене фестивалдең лауреаты тип иғлан итеп, диплом тапшырырға сәхнәгә саҡырҙылар. Улар араһына эләккәс, быны төп приздан ҡолаҡ ҡағыу икән тип аңлап, кәйефем ныҡ ҡырылды. Тамашасы һөйөүе бүләге лә икенсе кешегә китте. Ни хәл итәһең, конкурсанттар күп, барыһы ла талантлы, төплө әҙерлек менән килгәндәр, был ғәҙел, ошо сама кеше араһында дипломант булыуы ла ҙур мәртәбә, тип үҙемде-үҙем йыуатып маташам. Шул ваҡыт "Өсөнсө урын Башҡортостан Республикаһынан Азат Атанғоловҡа!" тигән иғлан яңғырағас, аптырауҙан һәм тулҡынланыуҙан ҡолап китә яҙҙым. Фестивалдең кубогын ниндәй хәлдә сығып алғанды күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, моғайын. Исемем уйып яҙылған ошо тос, матур кубоктан башҡа миңә бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Хоҙайға рәхмәт, бар тырышлығымды бүләкләне, хыялымды тормошҡа ашырҙы! Тимәк, Новосибирскиға тиклем машинамда яңғыҙым тегеләй-былайға дүрт мең саҡрым юлды бушҡа үтмәнем…
Аҙна буйы барған сарала мин 187-се һан аҫтында теркәлгәйнем, сығыш яһау сираты саҡ дүртенсе көндө генә килеп етте, минән һуң тағы йөҙәрләгән гармунсы сығыш яһаны. Шундай ауыр, арытҡыс мәлдәргә ҡарамаҫтан, был сәфәрҙән тик ыңғай тәьҫораттар ғына алып ҡайттым. Өлкәнең Ордын районында гармун фестивалдәрен үткәреү өсөн махсус рәүештә "Заволокин ауылы" төҙөлгән. Беҙ палаткалар ҡаласығында йәшәнек. Меңәрләгән кешене бушлай йәшәтеү һәм туҡландырыу мәсьәләһен Заволокиндарҙың дуҫтары булған бағыусылар үҙ өҫтөнә алғайны. Мин Рәсәйҙең беренсе гармунсыһының музейына ҡурай, башҡорт балы, райондың фоторәссамы Иштимер Йосопов төшөргән Әбйәлил күренештәренең коллажын тапшырҙым. Жюри алдында сығыш яһағандан һуң төрлө концерттарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә сығыш яһаным, Обь йылғаһы буйлап теплоходта "Играй, гармонь!" тапшырыуына төштөм (ул экранға көҙ айҙарында сығасаҡ). Конкурсанттарҙың сығыштары йәрминкәләр, төрлө халыҡ уйындары, аттракциондар, театрлаштырылған тамашалар, ағас эштәре оҫталарының "Балта байрамы" менән үрелеп барҙы. Быларҙың бөтәһенә ун меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды тип яҙҙылар. Ошондай онотолмаҫ ваҡиғала ҡатнашырға ярҙам иткәндәре өсөн район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, үҙем эшләгән сәнғәт мәктәбе етәкселегенә, әсәйемә һәм ғаиләмә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Әйткәндәй, был - минең быйылғы йылда ғына өсөнсө еңеүем. Новосибирскиға китерҙән бер көн алда ғына Яҡтыгүл шифаханаһының умартасылыҡ базаһында үткән "Аneva" төбәк-ара фестивалендә ҡабалан ғына ҡатнашыуыма ҡарамаҫтан, "Солист-инструменталист" номинацияһында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булдым. Был еңеүем тураһында һөйөнсө инде юлда сағымда ҡыуып етте. Унан алда РФ Йәмәғәтселек палатаһы Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт институты менән берлектә Магнитогорскиҙа ойошторолған "Магнит талантов" халыҡ-ара конкурсы дипломын алғайным.
Быйыл - Ат йылы һәм Мәҙәниәт йылы. Шуға, мәҙәниәткә ат кеүек хеҙмәт итәсәкмен тигәйнем, һүҙемдә торам, Аллаға шөкөр. Оло еңеүҙәр миңә оло яуаплылыҡ та өҫтәне. Мин бит профессиональ ҡурайсы булһам да, гармунсы булараҡ һәүәҫкәрмен. Әммә үҙем эшләгән мәктәптә гармун класы асып, балаларҙы өйрәтергә теләйем. Юғиһә, йәш быуында был музыка ҡоралына ҡыҙыҡһыныу юғалды. Ауылдарҙа гармун да, гармунсы ла таба алмайҙар хәҙер. Шулай уҡ Геннадий Заволокин исемендәге фестивалдә тағы ҡатнашырға ниәтләйем. Анастасия менән Захар "Һин беҙгә оҡшаның, маладис, тағы кил" тип ҡалдылар бит.
Рәхимә МУСИНА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА