«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТӘРБИӘ ЭШЕ ТУҠТАРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛ
+  - 

Бөгөн йәмғиәттең "уңышлылығы"ның үлсәме - иҡтисади фактор йәки инвестициялар йәлеп итеүсәнлек кимәленә бәйле тип агрессив рәүештә раҫланған заманда мәҙәниәткә өҫтәмә иғтибар бүлеүҙең файҙаһы бармы? Бөгөнгө йәмғиәт өсөн нимә ул мәҙәниәт?

Наил ҒӘЙЕТБАЕВ, яҙыусы, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе: Кешенең мәҙәнилеге, рухи байлығы булмаһа, йәмғиәт йәнлектәр араһында хөкөм һөргән ҡанунға, йәғни, көслө көсһөҙҙө еңә, тигән принципҡа таянып йәшәй башлай. Һәр кемдең күңелендә башҡаларҙың шәхесенә ҡарата ихтирам, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыш булырға тейеш. Күңел байлығы, мәҙәниәт менән әҙәбиәт кенә кешене кеше итә. Шуға ла бар нәмәне матди донъяға бәйләп кенә ҡарарға ярамай. Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле, революцияға тиклем "дворян һүҙе" тигән төшөнсә булған. Йәғни, кеше ниндәйҙер вәғәҙә бирә икән, быны дәлилләүсе башҡа төрлө бер ҡағыҙ ҙа кәрәкмәгән, сөнки был һүҙҙе үтәү намыҫ эше булған. Был йәмғиәттә мәҙәнилектең ни тиклем юғары булыуы тураһында ла һөйләй. Пушкиндар, Лермонтовтар намыҫын кире һүҙ менән бысратыусыларға ҡаршы дуэлгә сыҡҡан, хатта ғүмерен дә йәлләмәгән. Бөгөн һүҙ, намыҫ үҙ мәғәнәһен юғалтҡан, үкенескә күрә. Бер-беребеҙҙе рәнйетеү өсөн күп һорап тормайбыҙ. Башҡаларҙы талап, алдап байыған олигархтар ҙа бер ниндәй ҙә выждан ғазабы кисермәй, сөнки улар тап ошолай йәшәргә кәрәк, тип уйлай. Былар барыһы ла рухи нигеҙҙең юҡлығы тураһында һөйләй. Советтар ваҡытында ла дәүләт дөрөҫ мәҙәни сәйәсәт алып бара алған, һөҙөмтәлә, сәнғәт өлкәһендә, әҙәбиәттә юғары художестволы әҫәрҙәр тыуған. Башлыса дини ҡануниәткә нигеҙләнеп төҙөлгән "коммунизм төҙөүселәрҙең әхлаҡи кодексы"нда ла тап әхлаҡҡа ҙур урын бирелгән. Кешеләр аңына тәьҫир итеүсе көслө сара булараҡ, телевидение бөгөн кешенең әхлағын, мәҙәнилеген бөтөрөү өҫтөндә эш алып бара. Америкала, Англияла, башҡа илдәрҙә булған цензура беҙҙә юҡ, унда, мәҫәлән, балалар өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән каналдарҙы ҡарай алмай. Беҙҙә иһә бөтөнләй икенсе күренеш.
Тәрбиә иң тәүҙә ғаиләлә башлана, тик унда ла ата-әсә балаһына ниндәй тәрбиә бирә әле. Атайым, кешегә һуҡһаң, мейеһен сәсрәтә һуҡ, тип өйрәтте тип һөйләйне берәү. Әлбиттә, был осраҡта ниндәй кеше тәрбиәләнгәнен күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Әгәр ҙә өлкәндәр үҙ миҫалында баланы мәҙәниәтле, кешеләргә иғтибарлы булырға өйрәтһә генә йәмғиәттә гуманизм өҫтөнлөк аласаҡ.
Шуға ла хәҙерге заманда мәҙәниәтте күтәреү, рухи донъяға ынтылып йәшәү бигерәк тә әһәмиәтле. Әлбиттә, бер йыл эсендә быны эшләп тә булмайҙыр, шулай ҙа тамсы тама-тама ташты тишә, быйыл үткәрелгән бар мәҙәни саралар ҙа кешене үҙенә ылыҡтырып, халыҡтың мәҙәни кимәлен күтәрәсәк. Йәмғиәт өсөн шуныһы мөһим: һәр мәҙәниәт халыҡ йөрәктәренә изгелек орлоҡтары сәсергә тейеш. Быйылғы йылдың - Мәҙәниәт, киләһе йылдың Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүендә лә мәғәнә бар кеүек, быйыл башланған эштәр артабан да дауам итәсәк. Ғөмүмән, яңы быуынды, яңы мөнәсәбәттәр тәрбиәләү бер минутҡа ла, бер сәғәткә лә, өйҙә лә, мәктәптә лә, башҡа урында ла туҡтарға тейеш түгел.

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.08.14 | Ҡаралған: 1910

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru