«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ РУХҺЫҘ МИЛЛИ ТЕАТР БУЛМАЙ
+  - 

Станиславский, театр гардеробтан башлана, тигән, ә Һеҙҙең өсөн театр нимәнән башлана?

Дамир ҒӘЛИМОВ, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе: Театрға кейем элгесе лә, тамашасыны үҙенә йәлеп итеп торған матур бинаһы ла, һәләтле актерҙар ҙа, яҡшы репертуар ҙа кәрәк. Шулай ҙа милли театрҙы, беренсе нәүбәттә, милли рух күтәрә. Әгәр ҙә театрҙың үҙ традициялары, милли рухы булмаһа, ул ниндәйҙер күңел асыу урынына ғына әүерелә. Милли театрҙың үҙенсәлеге тап ошонда, рухһыҙ уның ижади юлы оҙайлы була алмай. Сибай театрына эшкә килгән йәш артистарға өлгө булыусы Ғәшиә Абыҙгилдина, Биби Мәһәҙиева, Шәмсинур Сиражетдинова, Ғәшүрә Ирназарова, Закир Ханов кеүек зыялыларыбыҙҙан быуындан-быуынға тапшырыла килгән йолаларҙы өйрәтеүсе, 50-60 йыл сәхнәгә хеҙмәт итеүсе өлкән быуын актерҙарыбыҙ - беҙҙең оло байлығыбыҙ. Тап улар театрҙы көслө итә. Телдең бар зауығын, моңон тойоп, еренә еткереп һөйләнелгән телмәр ҙә - театрҙың йөҙө. Урал аръяғы башҡорттарының теле бик үҙенсәлекле, унда әле лә башҡорт теленең бар нескәлектәре һаҡлана килә, шуға сәхнәлә дөрөҫ һөйләшеү мотлаҡ. Ғөмүмән, сәнғәт ул шулай уҡ тел һаҡсыһы, шуға телгә иғтибарлы булырға кәрәк.
Гоголдең, театр - ул кешеләргә күп изгелектәр килтерә ала торған кафедра, тигән һүҙҙәре бар. Театр - ул, ысынлап та, изгелек, иреклек, ихласлыҡ, ғәҙеллек, идеалдарға хеҙмәт итеү кеүек төшөнсәләр өсөн көрәш майҙаны. Иң мөһиме, ошо хәҡиҡәт онотолорға тейеш түгел. Тап ошо юлдан тайпылмаған өсөн дә милли театрҙарыбыҙҙың бөгөн дә тамашасыһы бар. Тотош Рәсәйҙә театр өлкәһендә барған көрсөктәр шуның өсөн дә беҙҙе урап үтә кеүек. Әлбиттә, башҡорт драматургияһының талғын үҫеше, репертуарҙы тулыландырырҙай әҫәрҙәр һирәк осрауы мәсьәләһе бар. Шулай ҙа, һуңғы осорҙа яңы исемдәр барлыҡҡа килде. Һәр театр драматургтар менән дә эшләргә тейеш. Мәҫәлән, бөгөн билдәлелек яулаған Наил Ғәйетбай, Таңсулпан Ғариповаларҙың ҡасандыр тәүге әҫәрҙәрен Сибай театры ҡуйғайны. Тамара Ғәниеваның "Тамарис"ы иҫ киткес уңышҡа өлгәшкәйне. Әлеге мәлдә Салауат Әбүзәров менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, башҡа авторҙарыбыҙ ҙа бар.
Бөгөнгө театр хис-тойғоларға бай түгел, ул тамашасының күңелен асырға ғына тырыша, тигән фекер менән дә килешмәйем. Хатта күңел асыуға ғына ҡоролған сара ла тамашасыны уйландырырға бурыслы. Минеңсә, театр эмоцияларға ҡоролорға тейеш, залдағы тамашасының эске кисерештәренә ҡағылмаһа, уны тетрәндермәһә, күңеленә өмөт сатҡылары һалмаһа, артист үҙенең маҡсатына тулыһынса өлгәшә алмай.

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.14 | Ҡаралған: 1748

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru