«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАҠ ТАМЫРҘАРЫҢ ҮҘ АСЫЛЫҢА ҠАЙТАРА БАРЫБЕР
+  - 

Бынан ун йыл самаһы элек нәҫел шәжәрәмде өйрәнергә һәм төҙөргә насип булды. Туғыҙынсы быуынға етеп, Ҡунаҡҡужа олатайҙың туғыҙ улын бер епкә теҙгәс, ауылдаштарыбыҙҙың күп өлөшөнөң ошо быуында бер-береһенә ҡан-ҡәрҙәшлеге, туған булыуы асыҡланды. Һәр береһенән киткән тармаҡты өйрәнеү шундай ҡыҙыҡлы һығымтаға килтерҙе. Боронғоларҙың "Алма ағасынан йыраҡ төшмәй" тигән әйтеме бик хаҡ икән. Бала, ысынлап та, йә әсәһенә, йә атаһына оҡшап тыуа. Был йөҙ оҡшашлығына ғына ҡағылмай, ҡылыҡ-фиғел, холоҡ ҡына түгел, ә яҙмыштар уртаҡлығы ла булыуын асыҡланым.

Мәҫәлән, Ҡунаҡҡужа олатайҙың оло улы Буранбайҙың улы Ғәбит 1824 йылда Себергә һөрөлгән. Бына ошо Ғәбитовтың улдарынан бик ҙур нәҫел таралып, бөгөн уларҙың береһе лә юҡ, сөнки улар ҙа олаталары яҙмышына дусар булып, кеме Чита өлкәһендә, икенсеһе Ташкент тарафтарында юғалды. Ҡунаҡҡужаның Хәмит исемле улы диндар булған. Ырыу шәжәрәһен өйрәнеү иһә Хәмиттең балаларының дини юлда йөрөүен күрһәтте. Миҫалға уның кесе улы Әбүбәкерҙе алайыҡ. Ул заманында ауыл мәсетендә мәзин вазифаһын башҡарған. Унан таралған нәҫел дә хаҡ мосолман йолаларын үтәп, ғүмерҙәрен ислам диненә бағышланы. Ҡунаҡҡужаның Сәғит исемле улының Әхмәте зауряд-хорунжий булған. Билдәле булыуынса, был чин хәрби хеҙмәттең обер-офицер дәрәжәһенә тура килгән. Ошо Әхмәттең Мәхмүт ҡустыһының беҙҙең көндәрҙә йәшәгән ейәне, бынан ике йыл элек арабыҙҙан киткән Рәсүл Мәхмүтов, полковник дәрәжәһенә етеп, Башҡортостандың янғын һағы идаралығын етәкләне. Һәм тағы ла Ҡунаҡҡужа олатайҙың туғыҙынсы, иң кесе улы Мөхәммәтҡолой урядник вазифаһын биләгән. Урядник чины казак ғәскәрҙәрендә унтер-офицер дәрәжәһен белдерһә, революцияға тиклем Рәсәйҙә урындағы полиция офицеры дәрәжәһен аңлата. Бер һүҙ менән әйткәндә, чиновник, командир. Бына шул Мөхәммәтҡолойҙың вариҫы 72 йәшлек Ҡолоев совет власы юҡҡа сығып, урындағы коллектив хужалыҡ таралғансы, ауылыбыҙҙағы бригаданы етәкләгәйне. Былар менән нимә әйтергә теләгәнемде аңлағанһығыҙҙыр. Кешенең булмышын, тәғәйенләнешен бына шулай параллель үткәреп, бер ни тиклем билдәләргә була. Генетика тигән бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм ҡатмарлы фән дә был тәңгәлдә бик күп асыштар эшләгән. Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле ғалимә, биология фәндәре докторы, профессор Эльза Хөснөтдинованың "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған фекерҙәре менән тулыһынса килешәм. Интервьюла һүҙ, әлбиттә, күберәк медицина генетикаһы тураһында бара. Әммә шунан да кәрәкле һығымталарҙы яһарға була. Ғалимә гендарҙың әүҙемләшеүе өсөн мөхит факторҙары йоғонтоһо ҙур, тип аңлата. Әйтер һүҙем ана шул тирә-яҡ мөхит факторҙары йоғонтоһо хаҡында инде. Бала ниндәй мөхиттә үҫә, тәрбиәләнә, артабанғы яҙмышы, көнитмеше лә башлыса шуға бәйлелер, тип уйлайым. Бушҡа ғына атай-олатайҙарыбыҙ, дүрт атай алмашынмай ҡан алмашынмай, тип әйтмәгән, йәғни дүртенсе атай - етенсе быуынға барып сыға. Улар шулай итеп нәҫел таҙалығын күҙәтеп кенә ҡалмаған, ә етенсе быуындан һуң ҡанға икенсе төр һәләт тә ҡушылыуын аңлаған, сөнки ошо быуындар эсендә яңы һәләттәр ҡушылып, нәҫел юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелә бара. Башҡорттар борондан быға ныҡ иғтибар биреүен ошо миҫал да бик асыҡ күрһәтә. Тик беҙҙең халыҡта ғына ете быуын ҡәрҙәшлектең үҙ атамаһы бар: атай-әсәй, ул-ҡыҙ, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәр, тыуа-тыуасар, тыу ят, ете ят. Ошо дүрт атай алмашынғас, тимәк, ете ятҡа еткәс кенә ҡәрҙәшлек бөтә. Йырҙа ла ла шундай һүҙҙәр бар: ете яттар туған түгел... Бөгөн дүрт туғандар, хатта өс туғандар өйләнешкән осраҡтар бар. Уларҙан тыуған балалар, бәлки, иҫән-һауҙыр ҙа, әммә балаларынан, ейән-ейәнсәрҙәренән тыуған сабыйҙарҙың алты һаны теүәл булыуы шикле. Кешелеккә туған ҡандарҙы ҡушмау бурысы Юғары көс тарафынан да бирелгән. Беҙ иһә уны йыш ҡына һанға һуҡмайбыҙ, үҙебеҙ беләбеҙ, йәнәһе. Ә бит Тәбиғәттә бөтә нәмәнең үҙ ҡануны, законы бар, кешелек яралғандан алып, бөтә нәмә ҡалыпҡа һалынған. Беҙ уларҙы күрергә, белергә, ишетергә генә теләмәйбеҙ. Әйтәйек, ислам динендәге милләт халыҡтары ҡанында алкоголгә ҡаршы бөтөнләй иммунитет юҡ. Был ғалимдар тарафынан күптән раҫланған факт. Йыш ҡына бейек-бейек трибуналарҙан, тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлайыҡ, тип һөйләргә яратабыҙ. Ә милләтебеҙҙе генетик яҡтан һаҡлау буйынса өр-яңы ҡараш тәҡдим иткән фекерҙәр юҡ әле. Теләйбеҙме, юҡмы, гендар кимәлендә тәбиғи процестар бара, ә күпселек осраҡта кире бороп булмаҫлыҡ хәлгә еткәндәре лә бар. Һүҙемде башлаған нәҫелебеҙ шәжәрәһенә кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Ҡунаҡҡужаның Хәмит исемле улы диндар булған, тип яҙғайным инде. Мин үҙем нәҡ шул тармаҡтан. Күңелемдән һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә ышанһам да, тәкәбберлектәнме, ваҡыт юҡлыҡтанмы йәки башҡа төрлө сәбәптәрҙәнме, дини фәлсәфәләрҙе өйрәнергә, уның ҡанундарын үтәргә насип булмағайны. Аллаһы Тәғәләгә илткән юл һәр кемдең үҙенеке тигәндәре бик тә дөрөҫ. Ете йыл элек ҡаты ауырыуҙан һуң Юғары көс дин юлына килтерҙе. Уның ни өсөн икәнлеген һуңынан ғына аңланым. Ғәрәпсә уҡырға өйрәнгәс, Хәмит олатайҙың бүләһе Абдрахман олатайҙың васыят итеп ҡалдырған Ҡөрьән Кәриме миңә насип булды. Олатай унда Мәрйәм сүрәһенең бер аятын ҡәләм менән уратып һыҙған. Уның мәғәнәһе: "Уларға Әр-Рахмандың аяттары уҡылһа, улар илап һәм сәждә ҡылып, йөҙтүбән йығылалар. Һәм улар артынан тоҡомдар килде, улар намаҙҙы юғалттылар һәм шәүһәт-нәфселәренә эйәрҙеләр, һәм улар һәләкәткә осраясаҡтар". Намаҙға баҫып, сәждә ҡылмаһаң, һәләкәт һәм үлем киләсәк. Ошоно аңлағас ҡына ауырыуҙан йүнәлдем. Ә бит Абдрахман олатай бүләһенә, йәғни миңә, заманында уҡ Аллаһы Тәғәлә һүҙҙәре аша намаҙға баҫырға васыят итеп ҡалдырған. Быға тиклем яҡын аралағы туғандарымда диндар кеше булмаған, ни өсөн миңә дингә килергә насип итте икән, тип йөрөһәм, диндарлыҡ гендар менән бирелеп, тик һуңынан ғына аң аша аңлау килгән икән. Беҙгә йәшәү тәртибе Тәбиғәттән гендар аша күсә килә, тик уны әлегә әллә аңлы, әллә аңһыҙ рәүештә боҙабыҙ, балаларыбыҙ телен белмәй, ололар һүҙен һанға һуҡмай, тибеҙ. Һүҙемде йомғаҡлап, йәмәғәтселеккә шундай һорау биргем килә: атай-олатайҙарыбыҙ меңәр йылдар йыйған, тәртипкә һалған, йәшәү рәүеше итеп һайлаған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе кире тергеҙмәһәк, халҡыбыҙҙы милләт булараҡ һаҡлап ҡала алырбыҙмы икән?

Сәйфулла ӘМИРОВ,
"Көнгәк" гәзите баш мөхәррире.
Мәләүез ҡалаһы.



ӘЙТКӘНДӘЙ... Гәзитебеҙҙең был һанында сығыштары баҫылған авторҙарыбыҙ - Гөлнур Ишбулатова, Хәйҙәр Тапаҡов һәм Сәйфулла Әмиров республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим ителде. Ошо бүләкләүгә бик тә лайыҡлы был журналистарға еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.14 | Ҡаралған: 1681

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru