«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКА ХАЛҠЫ ЕТЕШ ЙӘШӘҺЕН
+  - 

Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы ваҡытынан алда Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙа тауыш биреүҙәргә йомғаҡ яһаны.

Тауыш биреү тамамланған мәлгә исемлеккә индерелгән һайлаусылар һаны 3 миллион 27 мең 300 кеше тәшкил итә. Һайлауҙа ҡатнашҡандар һаны - 2267077. Башҡортостан һайлаусылары иң күп тауышты Рөстәм Хәмитовҡа биргән - 1 миллион 851 мең 625 (81,71 процент).
Илдар Бикбаевҡа һайлаусыларҙан 59475 кеше (2,62 процент), Юнир Ҡотлоғужинға - 229452 (10,13 процент), Иван Сухаревҡа 109040 (4,81 процент) кеше тауыш биргән.
Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп Рөстәм Хәмитов һайланды. Ул "Берҙәм Рәсәй" бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе" һайлау берекмәһе тарафынан күрһәтелгәйне.
"Президент вазифаһы минең өсөн яңы түгел, минең өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй. Һайлауҙарҙан һуң быға тиклем ниндәй эшмәкәрлек алып барғанмын, нимәгә өҫтөнлөк биргәнмен, ниндәй маҡсаттар ҡуйғанмын, артабан да шул йүнәлештә эшләйәсәкмен. Минең өсөн иң мөһиме - кешеләр етеш йәшәһен", - тип белдерҙе республика Президенты Рөстәм Хәмитов журналистар менән осрашыуҙа.
- Һайлауҙарҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы, уларҙың күпселеге минең кандидатурама тауыш биреүе минең өсөн асыш булды, тимәк, республика халҡы миңә ышана. Әле алып барылған сәйәсәттең дауам ителеүен теләүcеләр алдында ҙур яуаплылыҡ тоям, - тип һүҙен дауам итте Рөстәм Зәки улы үткән һайлауҙарға һығымта яһап. Ул шулай уҡ бөтөн һайлаусыларға, президент вазифаһына дәғүә итеүселәргә рәхмәтен белдерҙе һәм журналистарҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.
Евросоюз тарафынан индерелгән яңы санкциялар республиканың иҡтисади сәйәсәтенә йоғонто яһаһа ла, "Газпром нефтехим Салауат", "Башнефть", "Сибур", "Башҡорт содаһы" кеүек эре предприятиеларҙың эшмәкәрлегендә етди үҙгәрештәр юҡ. "Әммә беҙ ауырлыҡтарға әҙер булырға тейешбеҙ. Был йәһәттән беҙҙең өсөн импорт тауарҙарын алыштырыу мәсьәләһе көнүҙәк. Көнбайыштан килгән запас өлөштәр, төрлө ҡоролмаларҙы үҙебеҙҙә етештереү буйынса предприятиелар өҫтәмә йөкләмә алырға тейеш. Беҙҙең катализаторҙар һорау менән файҙаланмай тиһәләр ҙә, Ишембай катализатор заводына эш етерлек. Нефть сәнәғәте предприятиелары машина төҙөүсе предприятиеларға яңы заказдар бирә. Был йәһәттән эске баҙар үҫеш ала. Ғөмүмән, республиканың финанс хәле тотороҡло, иҡтисадҡа янаған иң етди һәм ҡатмарлы хәлдәрҙе кире ҡағыу өсөн мөмкинлектәребеҙ бар. Ауыл хужалығында ла эштәр насар түгел. Әлеге мәлдә уңышты урып-йыйыу эштәре тамамланыу алдында. Республика сөгөлдөр үҫтереү буйынса ла башҡаларға өлгө булып тора ала. Малға аҙыҡ әҙерләү тулыһынса үтәлгән. Агросәнәғәт комплексындағы уңыштар республиканың дөрөҫ юлдан барыуы тураһында һөйләй. Төбәктә һөт етештереү үҫә. Шуға ла ауыл хужалығында яҡшы яҡтар ҙа күп. Ауыл эшсәндәренә техника һатып алыу, "500 ферма" программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән кредит күләмен субсидиялау буйынса өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы үтәйбеҙ.
Журналистар төбәк етәксеһенә, алдағы 5 йыл эсендә торлаҡ хаҡтарын бар халыҡ һатып алырлыҡ кимәлгә еткереү өсөн саралар күреләсәкме, тигән һорау ҙа бирҙе. "Күпме генә төҙөһәк тә, ниндәй генә саралар күрһәк тә, торлаҡ бер ваҡытта ла етмәйәсәк, - тине Президент. - Әлбиттә, йылына 2,8-3 млн квадрат метр торлаҡ төҙөү күләменә сығырға теләр инек, быйыл был һан 2-2,65 млн квадрат метр. Һеҙ торлаҡ төҙөү өлкәһендә булған проблемаларҙы - ер участкалары етешмәүен, инфраструктураһы үҫешкән участкаларҙың булмауын беләһегеҙ. Былар ҙур сығымдар талап итә. 2014 йылда был маҡсатҡа яҡынса 2-2,5 млн һум тотонолдо. Әлегә был өлкәлә бөтөн проблемаларҙы хәл иткәнбеҙ, тип әйтә алмайым. Етмәһә, Өфөлә торлаҡҡа хаҡтар юғары. Торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса бер нисә проект бар, шул йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ".
Республиканың һәм баш ҡаланың ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек тә журналистар иғтибарынан ситтә ҡалманы. Әлеге мәлдә Өфөлә ҡунаҡханалар төҙөлөшө әүҙем бара, уларҙың күбеһендә эштәр ваҡытынан алда тамамланыуы көтөлә. "Өфө" аэропорты ла төҙөкләндерелә. 2015 йылдың март-апрелендә сәғәтенә 800 кеше үткәреү мөмкинлегенә эйә яңы терминал асыласаҡ. Был аэропорттың ҡеүәтен икеләтә арттыра.
14 сентябрҙә Рәсәйҙең күп төбәктәрендә үткән һайлауҙарға әйләнеп ҡайтып, ҡайһы бер субъекттар етәкселегенә кандидаттарға халыҡтың 80-90 проценты тауыш биреүе тотош илдә алып барылған сәйәсәттең дөрөҫ булыуы билдәһе, тине Рөстәм Хәмитов. "Тыныс, етеш тормошҡа күҙ төбәп эшләгән аҡыллы етәкселәрҙе халыҡ юғары баһалай. Бынан тыш, бында Рәсәй Президентының беҙгә булған ышанысы ла үҙ ролен үтәй. Әлеге мәлдә бар төбәк етәкселәре лә ил Президенты командаһында эшләүсе булараҡ сығыш яһай. Һөҙөмтәлә, былар барыһы ла ҙур һандар йыйырға мөмкинлек бирҙе".
Республиканың яңы һайланған Президенты өсөн инаугурация тантанаһы яҡынса 25-27 сентябрҙә буласаҡ. Ошо уҡ ваҡытта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары менән сессиялар үткәреү ҡаралған. "Президент вазифаһындағы тәүге ҡарарҙар балаларға ҡағылышлы буласаҡ", - тине Рөстәм Зәки улы. Шулай уҡ республиканың киләһе йылдарға стратегик планын билдәләгән ҡарарҙар ҡабул ителеүе көтөлә. "Халыҡтың һайлауҙарҙа ҡатнашҡан 75 процентының 82 процентҡа яҡыны минең кандидатурамды ғына түгел, тимәк, әлеге Хөкүмәт эшмәкәрлеген яҡшы баһалай. Дөйөм алғанда, власть структуралары тотороҡло эшләне. Шуға ла Хөкүмәт структураһында ниндәйҙер ҙур үҙгәрештәр булмаясаҡ", - тине Рөстәм Хәмитов.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
17 сентябрҙә Кремлдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәктәренең яңы һайланған етәкселәренең Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән булған осрашыуында ҡатнашты. 14 сентябрҙәге һайлауҙарға йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә эш пландары билдәләнде.
- Һайлауҙар лайыҡлы кимәлдә үтте. Шуға бәйле уны әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан бөтә кешеләргә: һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәренә, партияларға, бойондороҡһоҙ күҙәтеүселәргә рәхмәт белдергем килә, - тине В.Путин. Рәсәй Президенты яңы һайланған төбәк етәкселәрен һайлауҙарҙа еңеүҙәре менән ҡотланы һәм киләсәкке эштәрендә уңыштар теләне. "Иң мөһиме - йәмғиәт төрлө һынауҙар алдында үҙенең тупланғанлығын күрһәтте. Милли мәнфәғәттәребеҙҙе яҡларға әҙер булған, дәүләтебеҙҙе үҫтереү һәм нығытыу өсөн эшләүсе сәйәси көстәр яҡлау тапты ла инде", тип билдәләне Владимир Путин.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.14 | Ҡаралған: 1555

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru