«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ФИЛАРМОНИЯ КӨТӘ САҒЫУ ТАМАШАЛАРЫ МЕНӘН
+  - 

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы миҙгелдә үҙ тамашасыһын ниндәй саралар менән ҡыуандырасаҡ?

Фәүзи САФИН, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры: Филармония 76-сы ижад миҙгелен "Дирижерҙар парады"ның гала-концерты менән аса. БР-ҙың Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, республикабыҙҙың һәләтле дирижерҙары Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан саҡырылған ҡунаҡтар менән бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. Орган залындағы концерт миҙгелен Мәскәү филармонияһы солисы, кларнетист Артур Нәзиуллин хәйриә концерты менән асасаҡ. Был ике тамаша Мәҙәниәт йылына бағышлана.
Һәр ваҡыттағыса, филармонияла миҙгел дауамында төрлө концерттар үтәсәк. "Далан", "Ҡарауанһарай" фольклор-эстрада төркөмдәре, оҫта ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, йырсылар Марсель Ҡотоев, Фәдис Ғәниев, Радик Вәлмөхәмәтов, Әлфиә Юлсурина, Сәйҙә Ильясова, Миңзифа Исҡужиналарҙың концерттары тамашасыларҙың күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.
Республикала хор сәнғәтен пропагандалаусы берҙән-бер ижади коллектив булараҡ, БР-ҙың академик хор капеллаһы быйыл 45-се юбилей миҙгелен ҡаршылай. Үткән быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән был коллективтың концерттарында билдәле композиторҙар эшкәртеүендәге халыҡ йырҙары, классик һәм заман музыкаһы яңғырай. Хор миҙгеле "Төрлө төҫтәрҙәге тормош" тип аталған тамаша менән асыласаҡ.
"Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк" эстрада театры барлыҡҡа килеүгә лә 25 йыл тула. Төркөмдөң юбилей тамашалары сиктәрендә Ғәлиә Тимербулатова, Хәмит Тләмов, Зөлфиә Әхмәтова, Фаяз Йәнтуриндарҙың сатира һәм юморҙан торған бенефистары көтөлә. Быйылғы ижад миҙгеле фестивалдәргә лә бай. Йола буйынса, яҙ һайын джаз музыкаһын яратыусылар "Алһыу пантера"ға йыйылһа, Халыҡ ҡоралдары милли оркестрҙарының сағыу сығыштарын "Урал ораны" Халыҡ-ара фестивалендә күрергә мөмкин буласаҡ. Орган музыкаһына өҫтөнлөк биреүселәр Халыҡ-ара орган музыкаһы фестивалендә төрлө тарафтарҙан йыйылған оҫталарҙың сығыштарын тыңлай ала. Миҙгел М. Кәримдең әҫәре буйынса "Ташлама утты, Прометей" рок-операһы премьераһы менән ябыласаҡ. Филармония өсөн әлегә ят, әммә бик үҙенсәлекле булған был тамаша киләһе йылда иғлан ителәсәк Әҙәбиәт йылына арнала.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.09.14 | Ҡаралған: 1927

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru