«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ӨФӨБӨҘҘӘ ТУҒАН ТЕЛДӘР ҺАНЛАНА
+  - 

Республика көнөнә арналған байрам саралары сиктәрендә Өфө ҡала округы хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергән мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.

Тел - ул йәмғиәттең иң ҡеүәтле ҡоралы. Тап тел кешеләрҙе бер милләткә берләштерә, был телдә һөйләшеүселәр булғанда ғына халыҡтың мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау мөмкинлеге тыуа. Быуаттар буйына ата-бабаларыбыҙ алып барған милли азатлыҡ көрәштәренең нигеҙендә туған тел дә ята, һәр замандың иң билдәле шағирҙарының әҫәрҙәрендә туған телдең матурлығы һәм бөйөклөгөнә дан йырлана. Бөгөнгө глобалләшеү шарттарында кешенең теге йәки был милләт вәкиле булыуы тел һәм һүҙҙә генә билдәләнеүгә ҡалған заманда Өфө ҡала округы хакимиәтенең тел сәйәсәте йүнәлешендә аныҡ һәм даими эшмәкәрлек алып барыуы республиканың башҡа ҡала һәм райондарына ҙур өлгө булып торорлоҡ. Хатта баш ҡаланы был йәһәттән уңышлы эшләүсе берҙән-бер ҡала тип атарға ла мөмкин. Белем биреү усаҡтарында дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу бында күптән яйға һалынған, телдәрҙе үҫтереү һәм камиллаштырыу йәһәтенән уҡыу процесына төрлө белем биреү программалары индерелә, конкурстар, фестивалдәр, семинарҙар, байрамдар үткәрелә. Һис шикһеҙ, мәҙәни, социаль әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа был премияға лайыҡ булыусыларҙың да роле бик ҙур. Быйылғы лауреаттар араһында Башҡорт дәүләт университеты профессоры Закирйәнов Кәбир Закирйән улы, журналист, "Йәншишмә" гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге етәксеһе Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина кеүек үҙ һөнәренә оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт итеүселәрҙең дә булыуы туған тел һағында тороусылар сафтарының ныҡлығын тағы бер раҫланы. Орджоникидзе районы 109-сы мәктәптең Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы Иван Николаевич Бессонов иһә, туған тел, шулай уҡ Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәренең йәш быуында ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнауын билдәләп, был дәрестәрҙең уҡыу программаларынан бөтөнләй төшөп ҡалыу хәүефе янауына борсолоуын белдерҙе.
"Һеҙ һәр халыҡтың төп байлығы - туған телен һаҡлау бурысына тоғро ҡалыуығыҙ, республика халыҡтарының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индереүегеҙ менән генә лә оло маҡтауға лайыҡһығыҙ", - тип билдәләгәйне үҙенең ҡотлау һүҙендә ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы Баязитов. Ысынлап та, йөрәгеңдә үҙең йәшәгән ергә, илгә, туған телеңә һөйөү тойғолары йөрөткәндә генә Өфө милли республиканың баш ҡалаһы булараҡ үҙ йөҙөн юғалтмаҫ, тағы ла күберәк ватансыл йәштәр үҫеп етер. Иң мөһиме, ошо хистәребеҙ тупаҫланмаһын.
Әйткәндәй, туған телдәрҙе үҫтереү һәм пропагандалау өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Өфө ҡала хакимиәте башлығы премияһына лайыҡ булыусылар араһында хеҙмәттәшебеҙ Ләйсән Нафиҡова ла бар. Уны, шулай уҡ хеҙмәттәре ошо премия менән баһаланған башҡа телһөйәрҙәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм ижади эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.14 | Ҡаралған: 1730

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru