«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУНАҠ ҠАРШЫЛАРҒА ӘҘЕРЛӘНӘБЕҘ
+  - 

2015 йылда баш ҡала ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарырға әҙерләнә. Был йәһәттән ябай гәзит уҡыусыға нимә белергә кәрәк?

ШОС - Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы. Рәсәйҙе, Ҡытайҙы, Ҡаҙағстанды, Ҡырғыҙстанды, Тажикстанды һәм Үзбәкстанды берләштерә. Ойошма Сик буйындағы хәрби өлкә районында ышанысты нығытыу тураһында һәм Сик буйы районында ҡораллы көстәрҙе ике яҡлы кәметеү тураһында бер яҡтан - Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй, Тажикстан, икенсе яҡтан Ҡытай араһында 1996, 1997 йылдарҙа ҡабул ителгән килешеү нигеҙендә төҙөлә. ШОС-тың юғары ойошмаһы - ШОС ағза-илдәре башлыҡтары советы. Ул өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләй, башҡа дәүләттәр һәм халыҡ-ара ойошмалар менән хеҙмәттәшлек буйынса һәм башҡа көнүҙәк халыҡ-ара мәсьәләләрҙе хәл итә.

БРИКС - биш тиҙ үҫешеүсе ил төркөмө: Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ-Африка Республикаһы. Ойошма 2006 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән барлыҡҡа килә. Халыҡ-ара аренала БРИКС-тың йоғонтололоҡ нигеҙен ағза-илдәрҙең үҫешеүсе иҡтисади ҡеүәте, уларҙың кешелекте ресурстар менән тәьмин итеүҙә мөһим урын алып торған демографик позициялары билдәләй. ШОС һәм БРИКС-тан ҡаласаҡ мираҫ:
- "Өфө уттары" йәштәр үҙәгенән алыҫ булмаған урында, Октябрҙең 50 йыллығы урамында төҙөлгән HAMPTON BY HILTON ҡунаҡхана комплексы. Дөйөм майҙаны - 7,6 мең квадрат метр.
- БДУ территорияһы эргәһендә төҙөлгән HILTON ҡунаҡхана комплексы. Дөйөм майҙаны - 33,27 мең кв. метр.
- Менделеев урамында төҙөлгән HILTON ҡунаҡхана комплексы. Дөйөм майҙаны - 17 мең квадрат метр.
- "Аҡбуҙат" ипподромы эргәһендә төҙөлгән LINE ҡунаҡхана комплексы. Дөйөм майҙаны - 13 мең квадрат метр.
- "Ҡунаҡһарай" эргәһендә төҙөлгән HOLIDAY INN ҡунаҡхана комплексы. Дөйөм майҙаны - 49,79 мең квадрат метр.
- Ленин урамындағы "Башҡортостан" ҡунаҡханаһына төкәтмә. Дөйөм майҙаны - 6,7 мең квадрат метр.
- Маяковский скверы ҡаршыһында, Цюрупа урамында төҙөлгән ҡунаҡхана комплексы.
- Революцион урамында, "Уралсиб" банкы эргәһенә төҙөлгән RADISSON ҡунаҡхана комплексы. Дөйөм майҙаны - 13,67 мең квадрат метр.
- Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә төҙөлгән ҡунаҡхана комплексы.
- Гоголь урамында төҙөлгән ҡунаҡхана комплексы. Дөйөм майҙаны - 8, 18 мең квадрат метр.
Бынан тыш, халыҡ ремонтланған ҡала урамдарына, яңы юлдарға, юл сиселештәренә эйә буласаҡ. Әлеге ваҡытта барлығы баш ҡаланың 29 урамы ремонтланған. Өфө-Ырымбур, Өфө-Аэропорт юлдары ла яңырасаҡ. Ағиҙел ярының көнбайыш битләүе төҙөкләндереләсәк, шәхси йорттар күсереләсәк. Яңы юл сиселеше, Затон күперенең икенсе сираты, тиҙ йөрөшлө трамвай линияһы төҙөләсәк. "Нефтсе" мәҙәниәт һарайы реконструкциялана. Шулай уҡ тимер юл төҙөлөшөнөң ике объекты ҡалҡып сығасаҡ, Өфө тимер юл вокзалы төҙөлөшө тамамланасаҡ.
Волонтерҙар. Октябрь башында ШОС һәм БРИКС илдәре саммитында эшләү өсөн ете меңенсе ирекмән теркәлгән. Улар араһында Башҡортостан студенттары ғына түгел, Ҡытайҙан, Ирандан, Тажикстандан, Ҡаҙағстандан да вәкилдәр бар. "55/55". Башҡортостандың Кушнаренко районы Түбәнге Сәйет ауылы эргәһендәге баҫыуҙа 55 градус төньяҡ киңлек һәм 55 градус көнсығыш оҙонлоҡ киҫешкән урында 4 метр оҙонлоғонда географик билдә ҡуйылған. Унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән Ҡытай, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан илдәренең һәм БРИКС илдәре - Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка республикаһы баш ҡалаларының күрһәткестәре ҡуйылған. Был - планетала ҡоро ерҙә булған берҙән-бер "55/55" нөктәһе. Башҡа бындай нөктәләр донъя океанында урынлашҡан.
"Сикләүҙәрһеҙ белем биреү". Былтыр Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы юғары уҡыу йорттары консорциумына (ШОС университеты) Башҡорт дәүләт педагогия университеты инде. Уҡыу йорто ШОС илдәре мәғарифы киңлегендә алдынғы педагогик вуздарҙың береһе булып тора. Хәҙер Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты составында бөтәһе 82 юғары уҡыу йорто бар. Был университет ғәҙәттәге айырым белем биреү йорто түгел. Ул өҫтөнлөклө иҡтисад, ғилми-уҡытыу, техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек өлкәләре буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү маҡсаты менән берләшкән ШОС дәүләттәренең вуздар селтәре. Университеттар селтәре шулай уҡ күҙәтеүсе илдәрҙә: Һиндостанда, Иранда, Монголияла һәм Пакистанда бар.
Селтәрле юғары уҡыу йортонда төбәкте өйрәнеү, экология, IT-технологиялар, нанотехнологиялар йүнәлештәре буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләйҙәр. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университетына Рәсәйҙән Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, Мәскәү дәүләт университеты, Санкт-Петербург мәғлүмәти технологиялар, механика һәм оптика тикшеренеү университеты, Новосибирск дәүләт милли тикшеренеү университеты, Санкт-Петербург дәүләт электр-техник университеты, Б.Ельцин исемендәге Урал федераль университеты, Халыҡтар дуҫлығы исемендәге Рәсәй университеты кеүек эре вуздар инә.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының селтәрле университет студенты булыу өсөн үҙ илеңдәге базалы вуздарҙың береһенә уҡырға инергә, ә артабан килешелгән программа буйынса белем алыуҙы ошо уҡ вузда йәки Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университетының икенсе вузында дауам итергә кәрәк. Уҡыуҙы тамамлағанда студентҡа төп белем биргән юғары уҡыу йорто дипломы һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты сертификаты бирелә.
Милли кухня. Ҙур саммит алдынан республиканың баш ҡалаһында милли ризыҡтар әҙерләүсе кафе һәм ресторандар селтәрен булдырыу зарурлығы килеп тыуҙы. Улар яңы төҙөлгән ҡунаҡханаларҙа урынлашасаҡ. Башҡорт милли аш-һыуын тәҡдим итеү менән бер рәттән, уларҙың сифаты ла юғары булыуы мөһим. Был йәһәттән Башҡортостан кулинарҙары төшөп ҡалғандарҙан түгел: апрелдә Мәскәүҙә үткән конкурста оҫталар илдең 40 иленән килгән коллегалары менән төрлө номинациялар буйынса дүрт көн буйына көс һынашып, дүртенсе урын яуланы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.14 | Ҡаралған: 1595

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru