«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТА БАЛАҺЫ
+  - 

Хәйбулла районының урманлы тауҙарға һыйынып һына ултырған Һаҡмар Наҙарғоло ауылында йәшәүсе Ҡаҙаҡбаевтар ғаиләһендә ҡайындай зифа буйлы бер ҡыҙ, ҡарағайҙай һомғол биш егет буй еткергән. Бөгөнгө көндә уларҙың һәр береһе үҙҙәре ҡайны-ҡәйнә, бейем булып, күптәре өләсәй, ҡартатай булған. Әммә улар ҡайҙа ғына эшләмәһен, кем менән генә ғаилә ҡормаһын - ғаилә башлығы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың ҡарт ҡартатаһы Ейәнғолдоң тәрбиә ҡанундарынан тайпылмаған. Мөхәмәтйән ағай бөгөнгө көндә - туҡһан йәшен тултырған мәлдәрҙә үҙенең иң оло бәхете итеп һанай ошо төп талапты үтәй алыуын. Уның һөйләгәндәрен тыңлап үтәйек әле.

Күпте, бик күпте күрҙем, төрлөһөн үткәрҙем башымдан. Әммә ҡарт ҡартатайым юлынан аҙ ғына ла тайпылманым. Ул миңә изгелекле бул, һоранма, һауаланма тигән өс васыят әйтте. Ошо васыят Кеше булып йәшәүҙең, "Яҡшы кеше булығыҙ", тип, "Урал батыр" эпосы аша халыҡ әйткәненең төп өс нигеҙелер, тип уйлайым. Беҙ ошо васыяттарҙан тайпылмаҫҡа тырыштыҡ.
Изгелекле бул, тигәне бик оло мәғәнәле һүҙ бит. Кешегә изгелек күрһәтәм, тиһәң, ҡул ярҙамы күрһәтә алмаһаң, һис юғы, тел ярҙамы күрһәтергә кәрәк. Әсәйем берәй аҡыл бирер булһа, фәһемле генә ваҡиға һөйләп алыр ине. Ҡыҙыҡлы теге ваҡиға ла иҫтә ҡала, биргән аҡылы ла зиһенгә һеңә. Бына бит боронғолар ҡалайыраҡ биргән тәрбиә һабаҡтарын. Мин дә үҙ башымдан үткән бер хәлде һөйләп, әйткәнемде нығытып ҡуяйым. Мине урам малайҙары "кулак балаһы" тип йәберләй ине. Бер һүҙҙән йәберләгәс, "кулак" тигән һүҙ бик насар кешегә тағыламы икән, тип, эстән һыҙам бит инде. Атайым тураһында бер генә лә насар уйлағы килмәй. Бер көн шулай бер ағай малайҙарҙың мыҫҡыллағанын ишетеп: "Теймәгеҙ уға. Ата балаһы бит ул," - тине лә, башымдан һыйпап үтте. Һиҙҙермәһәм дә, күҙгә йәш төйөлдө. Ошо ябай ғына, әммә бик мәғәнәле һүҙҙәр минең булмышымды үҙгәртте лә ҡуйҙы. Ата балаһы... Тимәк, атайым насар кеше булмаған. Тимәк, мин дә атайыма оҡшағанмын. Артабан да уның һымаҡ булырға тейешмен. Бына бит ул һүҙҙең көсө ниндәй! Шунан һуң яурындар яҙылып, күкрәк кирелеп, баш юғары күтәрелеп китте. Атлауҙарым икенселәнде. Кәүҙә турайҙы, аҙымдарым киңәйҙе. Ана шул ағайҙың балаларына ғүмер буйы ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам.
Һоранма, тигәне лә иҫ киткес шәп кәңәш. Ниндәй генә ауыр хәлдәрҙә ҡалған саҡтарҙа ла һоранманыҡ. Һары таңдан ҡара төнгә тиклем эшләнек, һораныу кимәленә төшмәнек. Ҡырмыҫҡа иләүе кеүек була торғайны ғаиләбеҙ. Һыуҙан селбәрәләр һөҙөп ашаған саҡтар ҙа булды. Ишегебеҙ алдын ҡола ялан ҡалдырып, йәмкәбеҙгә тиклем алып сығып киттеләр, атайым менән әсәйемде Себер һөргән саҡта. Һоранманыҡ. Бер балам да эштән ҡурҡманы. Һораныу кимәленә төшөү ялҡаулыҡтан, уйлай белмәгәнлектән бит ул. Мейене эшләтмәһәң, туңбашҡа әйләнәһең. Уйланыҡ, тамаҡ аҫырар әмәл таптыҡ. Китапта яҙылған ул барыһы ла.
Һауаланма тигәне лә һәр саҡ иҫтә булды. Маҡтанып әйтмәйем, ғорурланып әйтәм: эшсәнлегебеҙ арҡаһында беҙ башҡаларҙан һәр ваҡыт бер аҙымға алдараҡ атланыҡ. Әммә Ейәнғол уҙамандың һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә торҙо: һауаланма. Тимәк, эреләнмә, аяҡтарың ерҙә ныҡ баҫып торһон. Донъя - ҡуласа, әйләндереп килтереп бер баҫа. Көнө менән йәшәмәгеҙ. Бөгөн яҡшы икән, ғүмер буйы шулай булыр тип ымһынмағыҙ. Ямантел булмағыҙ. Кешегә рәнйемәгеҙ. Хоҙай үҙе туралай ул, ти ине әсәйем дә.
Ошо васыяттарға тоғро йәшәнем. Быуындан-быуынға килгән аҡыл бит ул. Балаларымды ла, ейәндәремде лә шулай тәрбиәләргә тырыштыҡ. Әсәләре Бибиһан менән бер һүҙле булдыҡ. Бибиһаным минең әсәйемде яратты, балаларыбыҙ әсәйем Шәмсибаһар тәрбиәһендә үҫте. Бибиһан көнө-төнө эштә булды. Әсәйем тәрбиәһе әле телгә алған Ейәнғол ҡарт ҡартатайымдан килһә, ҡарт ҡартатайым үҙенә саҡлы йәшәгән уҙамандар аҡылын туплағандыр. Борон бит тәрбиә ҡанундары китапта яҙылмаһа ла, шулай быуын-быуындан күсә килгән.
Башҡортта бик матур тәрбиә ғәҙәте бар бит. Быны мин әсәйемдә күрҙем. Бер ваҡытта ла тегеләйт, былайт, тип туранан-тура аҡыл өйрәтмәне. Йә шиғыр, йә мәҡәл менән әйтеп кенә сәпкә тейҙерә ине. Шунан борон "ҡарттар әйткәне" тигән бик мәғәнәле һүҙ бар ине халыҡ телендә. Шул һүҙ үҙе лә, төшөнсәһе лә юғала бара. Әсәйем балаларҙы ана шул "өлкәндәр әйткәне" буйынса тәрбиәләне. Өлкәндәр әйткәненә Аҡмулла, Бабич шиғырҙары ла, Ризаитдин нәсихәттәре лә, мөнәжәттәр ҙә инеп китә торғайны. Хатта ауырып киткәндәр мөрәжәғәт итһә, "Китап ни әйтә икән?" тип, "Тип китабы" тигән бер ҡалын китабын аса һалып ҡарай торғайны. Моғайын, Тибет медицинаһы буйынса яҙылған китап булғандыр уныһы. Ниндәй телдә яҙылды ла, әсәйем ниндәй телдә уҡыны икән? Донъялар үҙгәреп киткәс: "Мин уҡыған китаптарҙың ҡәҙере ҡалманы, туҙрап-тапалып ятмаһын, үлгәс, баш осома һалығыҙ", -тигәйне. Шулай иттек. "Йософ менән Зөләйха"ны ла уҡый торғайны. "Буҙъегет" тигәне лә бар ине. Теге замандарҙа, боронғолоҡто юҡҡа сығарған йылдарҙа, боронғо китаптарҙың береһен дә ҡалдырмай утҡа ырғыттылар бит... Шуға үҙе менән күмдерткәндер инде... Әсәйем - ғәжәп аҡыллы, белемле кеше булды. Ул өләсәйем яғынан да, ҡартатайым яғынан да килгән аҡылды туплаған, үҙ зиһене яҡтылығын ҡушып нурландырған ғилеме менән йәшәне. Бына хәҙер уның заманы килде лә бит...
Боронғо китаптарҙы юҡҡа сығарған заман, тигәндән, бер сер ҙә асайым әле. Мин өлкәндәр өйрәткәнде ятҡа бикләй барҙым. Онотолоп ҡуймаһын, тип, яттан һөйләй ҙә йөрөй торғайным. Шулайтып, хәтергә күнекмә яһалғандыр, тип уйлайым. Бик күп нәмә һаҡлана хәтерем һандығында. Байтаҡ рухи ҡиммәттәр алып ҡалынды. Эй-й-й, булды бит заманалар. Замана, тип, кеше булдыра инде замананы. Замана үҙенән үҙе бар булып, кешене булдырмай. Хатта бер ваҡыт ҡурай уйнау бөттө, бынамын тигән оҙон көйҙәребеҙҙе лә һанламай башланылар бит. Миңә утыҙ алты йәштәр ине. Өфөнән радионан килгәндәр, барып яҙыл, тип ебәрҙеләр. Тауыш шаңғырлап торған саҡ. Тын оҙон. Хатта ҡайһы бер ҡурайсылар эйәрә алмай торғайны. Дәртләнеп барҙым. "Әрме" менән "Тәфтиләү"ҙе йырлап ебәрҙем. Өфөнән килгәндәр араһынан бер ҡатын: "Ниңә кәрәк был мәжлес йырҙары? Берәй ҡыҫҡараҡ йыр белмәйһеңме?" - ти. Башыма шаңҡыта һуҡҡандай булды. "Беләм", тинем дә "Зимагорҙар" көйөнә һалып, ваҡ-төйәк таҡмаҡтар әйтә башлағайным, теге ҡатынға оҡшап китте бит был. Ҡушылып та китә, тыпырлап та ала. Ә мин уның һайын йырлайым:

Сит ерҙәрҙә вафат булһам,
Ҡәберем тәрән ҡаҙығыҙ.
Баш осома таштар ҡуйып,
Комсомол, тип яҙығыҙ.

РСФСР тип яҙылған
Ҡыҙыл флагтарына.
Совет власын бирмәбеҙ
Ауыл кулактарына.

Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа
Түбә ҡалайҙарына.
Беҙҙең арала урын юҡ
Кулак малайҙарына.

Буржуй-ишәк ҡайҙан алдың
Ҡара тимер санаңды?
Ҡыҙыл ғәскәр ҡаршы килгәс,
Белдеңме инде самаңды?

Теге ҡатын мине маҡтай башланы. "Ниндәй йыр был?" ти. Асыуҙы саҡ тыйып торам. "Буржуй-ишәк" тинем тегегә. Исем-шәрифтәремде һорай. Өфөгә барыусылар исемлегенә яҙып ҡуйҙы. Барманым. Берҙән, ғүмер буйы "кулак малайы" тип хурланылар. Үҙемдән үҙем көләйемме? Икенсенән, күңелемә иң яҡын оҙон көйҙәремде хурлатып, ыбыр-сыбыр таҡмаҡ әйтергә тип, Өфөгә китеп барайыммы? Барманым.
"Кулак малайы" тигәндән... Кем ул кулак? Етеш йәшәгән, үҙ ҡул көсө менән мал тапҡан, баштары эшләгән, эш рәте белгән кешеләр ине бит улар.
Ейәнғол ҡарт ҡартатайым Ҡотлогилдегә байтаҡ мал ҡалдырған. Ҡартатайым Ҡотлогилде уны тағы ишәйткән. Һуғарырға төшкән саҡта көтөүҙең башы йылғала булһа, арттағылары һарайҙан сыға торған булған. Ялсылары булманы. Үҙҙәре эшләне. Хеҙмәт яраттылар. Етеш йәшәнек. Утыҙынсы йылдарҙа ишек алдыбыҙ ҡола яланға әйләнде. Бер келәт кенә тороп ҡалды. Уныһын нисек һүтеп алмағандарҙыр. Әле шул йылдарҙан ҡалған ҡомартҡы ул. Икәү генә тороп ҡалғанбыҙ. Мин Ҡаҙаҡбаевтарҙың нәҫел сылбырын өҙмәҫ өсөн тере ҡалғанмындар. Ҡартатайым Ҡотлогилде кулактан тартып алған әйберҙәр исемлеге бар. Хәҙерге байҙар менән сағыштырһаң, көлкө инде.
Ҡартатай-ҡәрсәйемдәргә әле аптырайым. Бөлә яҙып, бөлә яҙып, үҙ тырышлыҡтары менән тағы бауыр ҡалҡытып, хәлләнеп, етеш тормош ҡороп алалар ҙа, үҙҙәрен бөлгөнлөккә төшөргәндәрҙең балалары килһә, ашарға бирәләр. Мин аптырап: "Һуң, уларҙың аталары беҙҙе таланы бит, бирмә уларға", - тип әсенһәм: "Балам, Хоҙай уларҙыҡын күрһәтмәһен, биргән менән бөтмәй, кешегә ашатҡандан кеше бөлмәй, Хоҙай әмеренән ҡалдырмай ул. Балам, яҡшы бул, яҡшыны яман кеше лә ярата", - ти торғайнылар.
Уҡымышлы булдылар. Әсәйем ун ике йәшендә "Мөхәмәҙиә"не уҡыған. Әсәйемдең атаһы Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәров шиғыр, йыр яратты. Үҙе халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара торғайны. "Белем кеҫәлә ятҡан аҡса менән бер. Кәрәк саҡта тотаһың да файҙаланаһың. Уҡығыҙ, белем алығыҙ", - ти торғайны. Ошо һүҙҙәрҙе иҫтә тоттом. Балаларҙы уҡыттым. Һәр береһе зиһендәре еткәнсе уҡыны. Ун өс ейән-ейәнсәрем дә, ун ике бүлә-бүләсәрем дә Ҡаҙаҡбаевтарҙың исем-шәрифенә тап төшөрөрлөк түгел. Белем генә кешене кеше итмәй. Ғорурлыҡ, милли ғорурлыҡ та кәрәк кешегә."Ауылда икенсе холҡло килмешәктәр күбәйә башланы. Ауыл тәртибен боҙалар. Сит-ят йоғонтоһонан ҡурсалап алып ҡалырға тырышығыҙ балаларҙы. Башҡорт улай булмаған, тип, башҡортлоҡтарына баҫым яһағыҙ. Телдән айырмағыҙ. Телдән айырмаһағыҙ, өлкәндәр һүҙенә ҡолаҡ һалырҙар", - ти торғайны әсәйем. Һәр һүҙен сүпләп ултырып китап итеп кенә баҫтырырлыҡ аҡыл бар ине әсәйемдә. "Милләт ғорурлығы булмаған кешенең бар уй-фиғеле ашап-эсеүҙән ары китмәҫ. Әҙәп тигәне лә самалы ғына булыр. Китапһыҙ йәшәмәгеҙ. Боронғоно онотмағыҙ. Халыҡтың быуын сылбыры өҙөлһә, ҡалған яғы хайуанға әйләнә", - тигәне ҡолаҡ төбөмдә генә минең. Шуға халҡыбыҙҙың анау тиклем рухи ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн ҡайҙа нимә ишетәм - отоп алып, ҡабатлап, зиһенгә һала барырға тырыштым. Йырҙарымды Юлай Ғәйнетдинов та, япондар ҙа байтаҡ яҙып алды. Борондан килгән һабаҡтарҙы ошолай урыҡ-һурыҡ булһа ла һөйләй-өйрәтә барҙым. Әле бына балаларым китап итеп сығарышты. Аҡ ҡағыҙға төшкәне юғалмаҫ, тип ышанғы килә.
Элек халыҡты халыҡ тәрбиәләне. Ауылда бер генә тәртипһеҙлек тә ололарҙың күҙ уңынан ысҡынманы. Берәй тәртипһеҙлек күреп ҡалһалар: "Кем балаһы әле һин? Ни эшләп улай яман эш ҡылаһың? Бынамын тигән тоҡомоңдо ҡоротаһың бит, ҡыу малай! Нәҫелеңдә бер яман кеше лә булманы. Яман бала ата-инәһен һүктерә, тап төшөрмә атай-әсәйең намыҫына", - тип, ҡайталатып ебәрерҙәр ине. Ауылда яманаты сығырлыҡ хәл булһа, мәсеттә лә телгә алыныр ине. Хәҙер бөтөп бара бит шул матур ғәҙәт. Әллә ни һәр кем үҙенсә йәшәп алды ла китте. Улай тырым-тырағай булһаҡ, алда ни көтәлер беҙҙе - әйтеүе ауыр. Боронғолар әйткәнен онотмаҫҡа кәрәк ине йәштәргә. Үҙебеҙ булып йәшәүгә ни етә! Шөкөр, беҙҙең Наҙарғолда боронғоса тәртип һаҡлана әле.
Быйыл 90 йәшем тулды. Ғүмер һиҙҙермәй генә алға шыла шул.Ошо йәшемә тиклем кешеләргә кәрәк булыуым оло бәхет. Саҡырып торалар, килеп хәл беләләр. Кешегә кәрәк булып йәшәүемә хатта ҡыуанам мин. Бәхетлемен.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Быуындар сылбыры өҙөлһә, ҡалған яғы хайуанға әйләнә, тип, ниндәй оло фәлсәфәүи аҡыл ҡалдырғандар. Ошо хәҡиҡәтте тәрән аңлаған Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев уҙаман быуындар сылбырын өҙмәү өсөн бар ғүмерен арнаған. Иҫ китмәле рухи ҡомартҡы һаҡлап алып ҡалған киләһе быуындарға. Халҡыбыҙ шундай уҙамандарыбыҙ булыуы менән даланлы ла инде.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.12.14 | Ҡаралған: 1983

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru