"Ҡырмыҫҡалар ҙур түгел, күмәкләшеп тау өйә", тиҙәр бит әле беҙҙең халыҡта. Яңғыҙың башҡарған эш ырамаһа ла, бергәләп тотонғанда тау өйөргә лә, аҡтарырға ла мөмкин. Шулай булмаһа, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының республикабыҙ райондарындағы һәм ҡалаларындағы ағинәйҙәр хәрәкәте киң ҡолас йәйеп, ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә шул тиклем уңышлы эшләп китә алыр инеме ни! Күңел етһә, ҡеүәт тә етә, тигәндәй, ниһайәт, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡырмыҫҡалар кеүек берләшеп, бер уй-ниәт менән янып йәшәй, эшләй башланы. Башҡортостандың ҡайһы төбәгендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙҙең уй-ниәттәре бер булыуын ошо көндәрҙә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында үткәрелгән "Ағинәйҙәр ҡоро"ноң сираттағы йыйыны асыҡ дәлилләне. Ун ете райондан йыйылған ағинәйҙәр тағы бер тапҡыр үҙҙәренең бер төптән, бер юҫыҡта, күмәкләшеп эшләүҙәренә инанып, тәжрибә уртаҡлашып, кәңәшләшеп, күңелдәрен үҫтереп ҡайтты.
Заман ауыр, тормош көтөүе йылдан-йыл ҡатмарлана, кешелек ҡиммәттәре үҙгәрә, матди байлыҡ өҫтөн ҡуйыла бара, тип йыш зарланабыҙ. Рухиәткә, әхлаҡ һәм тәрбиәгә урын ҡалмай, йәштәр аҙғынлыҡҡа, насар йоғонтоға бирелә, башҡорт халҡы үҙ тамырҙарынан ситләшә, тигән фекер башыбыҙға ныҡлап һеңгән. Башҡорттарҙы һаҡларға, яҡларға кәрәк, тип оран һалабыҙ, нимәнән һаҡларға һәм кемдән яҡларға икәнен дә төҫмөрләгән кеүекбеҙ. Ә шулай ҙа беҙгә ошондай зарҙарҙы телдән төшөрөп, беҙҙең өсөн кемдәрҙер килеп эшләр, проблемаларыбыҙҙы хәл итер, тип көтөп ултырыуҙан туҡтап, яҙмышыбыҙҙы үҙ ҡулыбыҙға алырға, үҙебеҙ өсөн үҙебеҙ эшләргә, балаларыбыҙға, йәштәребеҙгә рухи байлығыбыҙҙы тапшырып ҡалырға ашығырға кәрәк. Аллаға шөкөр, быны аңлаған, халыҡтың киләсәге ошо милләт вәкилдәре ҡулында булыуына төшөнгән шәхестәребеҙ, зыялыларыбыҙ бар. "Ағинәйҙәр ҡоро" ағзалары ла шул кешеләр сафына ҡапыл килеп инделәр ҙә, йән-фарман эшкә тотоноп та киттеләр. Тырышлыҡтарының һөҙөмтәләре күҙгә күренеп арта ғына бара хәҙер.
Сентябрҙә ун бишләп райондың ағинәйҙәре Әбйәлил районында йыйылып, тәжрибә уртаҡлашып, алға алған бурыстарҙы төҫмөрләп, артабан ниндәй юҫыҡта эшләргә кәрәк булыуын аныҡлап ҡайтҡайны. Уларҙы Аҡъярға ла шул уҡ маҡсат йыйҙы: күрешеп, аралашып, ҡатмарлы һорауҙарға бергәләп яуап эҙләп, Хәйбулла ағинәйҙәренең тәжрибәһен күреп ҡайтырға ине ниәттәре. Ноябрь айының ҡарһыҙ һыуығы ла, Хәйбулла далаһының әсе еле лә осрашыуға оло теләк, дәрт менән килгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡамасаулай алманы. Хәйбуллалар ҡунаҡтарҙы Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һарайының ишеге алдында икмәк-ҡымыҙ менән ихлас ҡаршыланы. Сараның тәүге өлөшөндә хужабикәләр ҡул эштәре буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Башҡортостанда ғына түгел, бөтөн Рәсәйгә билдәле Вәзәмдең һуғылған шәлдәре, Яңы Ергән ауылы оҫтабикәләренең сихри биҙәктәр төшкән иҫ киткес нескә мамыҡ шәлдәре ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалманы.
Шул арала Хәйбулла ағинәйҙәренең ҡайһы берҙәре менән әңгәмә ҡороп алдыҡ. Баҡтиһәң, районда 54 ауылдың 37-һендә "Ағинәйҙәр ҡоро" әүҙем эшләп килә икән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәше лә, олоһо ла бер төптән булып, башҡорт ауылдарындағы рухи донъяны һаҡлап ҡалыу теләге менән берләшкән был ҡорға. Татырүҙәк ауылы ағинәйҙәре, мәҫәлән, биш-алты ай эсендә генә балалар, ололар менән берлектә бик күп эштәр башҡарып өлгөргән. "Пенсия йәшендәге оло инәйҙәребеҙ ҙә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Донъя мәшәҡәттәре ҡамасау түгел, ауыл тормошон йәмләгән һәр сараның башланғысында йөрөй-бөҙ. Эшләнмәгән эштәр бик күп, өлгөрөргә тырышабыҙ", - ти Татырүҙәк ауылы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Римма Солтанова. "Йәштәрҙән ҡалышырға иҫәп юҡ әле! Аҡыл һорап килеүсегә аҡыл бирергә, кәңәш итеүсегә ярҙамлашып ебәрергә һәр ваҡыт әҙербеҙ!" тинеләр уның һүҙен йөпләп һигеҙенсе тиҫтәләрен тултырған Шәфиғә Аҡбулатова менән Фәүзиә Иҡсанова.
Бүребай ауылы ағинәйҙәре, бергә йыйылып, бәйләм артында фекер алышып алғас, балалар баҡсаһына, мәктәпкә барып, төрлө саралар ойоштороуҙары тураһында һөйләне. "Күптән түгел балаларға ҡаҙ өмәһе йолаһын күрһәтеп алдыҡ. Йәштәр ҙә ҡыҙыҡһына, уларға ла бөтөн йолаларҙы ла өйрәтәбеҙ. Бабайҙарыбыҙ ҙа әүҙем, беҙҙең ыңғайға йөрөйҙәр. Үткәргән сараларыбыҙ шулай балаларыбыҙҙҙың, йәштәребеҙҙең күңеленә рух һеңдереүгә, әҙәплелеккә булышлыҡ итә", - ти бүребайҙар.
Йәнтеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары "Ағинәйҙәр ҡоро"на ойошҡанға тиклем үк ошо ойошма күҙаллаған маҡсаттар, бурыстарҙы атҡарыу менән шөғөлләнгән булған. "Ике йыл элек Баймаҡҡа "Ағинәйҙәр ҡоро" йыйынына барып, ундағы аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр ойошмаларының эшен күреп, өйрәнеп ҡайтҡас, беҙ ҙә ошо уҡ бурыстарҙы үҙ иңенә йөкмәгән әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡорға тупланыҡ. Шунан алып ауыл халҡын яҡшы, әҙәпле, иманлы, ынтылышлы, маҡсатлы йәшәргә саҡырып, сығыштар яһап, төрлө саралар үткәреп торабыҙ. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ла ағинәйҙәр дәрәжәһенә өлгәшергә, өлгөлө ҡатын, әсәй, өләсәй булырға саҡырабыҙ. Мин һәр урында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ағинәйҙәр тип сәләмләйем. "Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр тиер", тигәндәй, "Булыр илдең ҡатын-ҡыҙҙары бер-береһенә "Ағинәй" тип өндәшер", тигәнде ҡағиҙә итеп алғанбыҙ..." - ти Йәнтеш ауылы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Фәниә Арыҫланова.
Хәйбулла ағинәйҙәре үҙ тәжрибәләре менән ихлас бүлешкәндә ҡунаҡтар һәр ишетелгән һүҙҙе күңелдәренә һала барҙы. Ейәнсура районынан килгән Үрген ауылы ағинәйе Гүзәл Аҡсурина шуларҙы һөйләне: "Дүрт кеше килдек. Хәйбулла ағинәйҙәрен тыңлап, халҡымда ошондай йолалар, рух, сәм һаҡланыуын күреп, һоҡланып ултырам. Үҙебеҙҙең дәртебеҙҙе, халҡыбыҙҙың рухын үҙебеҙ күтәреп йәшәргә тейешбеҙ, тигән һығымта яһап ҡайтып китәбеҙ был саранан. Хәйбулла ағинәйҙәре тәжрибәһе беҙҙең Ейәнсура ағинәйҙәре өсөн дә һабаҡ, эшебеҙҙе әүҙемләштереүгә бер сәм булды, тип тә әйтмәксемен".
Бөрйән районы ағинәйҙәре йыйынға башҡаларға ҡарап тамаша ҡылыуҙы ғына түгел, үҙҙәренә ҡаратып ҡуйып тамаша ҡылдырырға тигән ниәтте лә йөкмәп килгән. Ҡорама оҫтабикәһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина үҙенең ҡул эштәре күргәҙмәһен урынлаштырып, ҡыҙыҡһынған һәр кемгә төрлө туҡымаларҙан ҡоралған әйберҙәре тураһында ентекле һөйләп, өйрәтеп торҙо. "Ҡатын-ҡыҙҙарға район мәҙәниәт йортонда ҡорама ҡорауҙың заманса ысулдарын өйрәтеү ниәтендә махсус курстар үткәрәм, әлеге көндә даими рәүештә ун бишләп өйрәнсегем бар. Донъя кимәлендә мода һаналған йүнәлеш булғас, уны кәсепкә әйләндереп, киң йәйелдереп ебәрә алһаҡ, шәп буласаҡ. Заманса технологиялар буйынса тегелгән эштәребеҙ менән республика, Рәсәй кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға, конкурстарҙа еңеүҙәр яуларға иҫәп бар киләсәктә", - ти Рәшиҙә Ғиззәтуллина, синель технологияһы буйынса тегелгән ҡатын-ҡыҙҙар костюмын күрһәтеп. Ҡыҙыҡһынған һәр кемгә ихлас өйрәтеп, ярҙам итергә әҙер торған Бөрйән ағинәйе менән әңгәмәләшеп торған арала эргәбеҙгә Ишембай районы ағинәйҙәре килеп етте. Улар ҙа ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәүҙәре тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Хәйбулла ағинәйҙәренең һәр сығышы күңелгә ятты, ялыҡтырманы, һабаҡ бирҙе. Бигерәк тә уларҙың боронғо димләү йолаһын сәхнәләштереп күрһәтеүе фәһемле булды. Ауылдарҙа өйләнмәгән ир-егеттәр күбәйеүе башҡорт халҡының киләсәген хәстәрләүсе ағинәйҙәрҙең дә күҙ уңынан ситтә ҡалмаған. Улар хәҙер бергәләп димселәү йолаһын яйға һалырға йыйына. Ғөмүмән, эшләгән эштәре, туплаған тәжрибәһе байтаҡ булып сыҡты Хәйбулла районы ағинәйҙәренең. Ошо тос эш ун биш-егерме минутлыҡ видеоролик аша һәм Хәйбулла районы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Миңзифа Ишемғолованың ҡыҙыҡлы телмәрендә тулы итеп сағылдырылды. Шундай мәғлүмәт айырыуса ҡыҙыҡ тойолдо: райондың бер ауылында - самауыр байрамы, икенсеһендә - билмән, өсөнсөһөндә - ҡабаҡ, дүртенсеһендә - икмәк, бишенсеһендә - ситән, алтынсыһында - ҡорот, етенсеһендә балсыҡтан кирбес һуғыу һәм башҡа байрамдар үткәрелгән һәм улар ауылдарҙың брендына әүерелгән саралар итеп күтәрмәләнгән.
- Бындай байрамдар ойоштороу буйынса хәйбуллаларҙың тәжрибәһе айырыуса иғтибарға лайыҡ, - тине Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева. - Йырлап-бейеп, күңел асыу ғына түгел ул байрамдарҙың маҡсаты, ә ауылдаштарҙы, йәштәрҙе әүҙемләштереү, берләштереү, дәртләндереү, сәмләндереү, уларҙы ауылдың йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, иң мөһиме, элекке хеҙмәт төрҙәрен, шөғөл-һөнәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. Мәҫәлән, балсыҡтан кирбес һуғыу, талдан ситән, төрлө кәрзин, ҡош оялары үреү кеүек шөғөлдәрҙе күптән ҡулдан төшөрҙөк. Ниңә уларҙы яңынан аяҡҡа баҫтырмаҫҡа, тип тотоноп киткән дә инде был эшкә хәйбуллалар. Бына шулай, бер район ағинәйҙәренең эш тәжрибәһен икенсе район ағинәйҙәре лә күрһен, үҙләштерһен, тигән маҡсатта йыйҙыҡ әлеге йыйыныбыҙҙы. Артабан да бер-беребеҙҙән өйрәнәйек, рух, дәрт, тәжрибә, ҡот менән бүлешәйек. Беҙҙең был эшебеҙ милләт бишеге булған ауылдарыбыҙҙы һаҡлауға, халҡыбыҙҙы ошо маҡсатта берләштереүгә, үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы белдереүгә, тауышыбыҙҙы башҡаларға ишеттереүгә булышлыҡ итһен...
Был фекерҙе Хәйбулла районы "Ағинәйҙәр ҡоро" йыйынын йәмләгән мәртәбәле ҡунаҡтар - Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов, "Башбланкиздат"тың генераль директоры Гөлсәсәк Әлибаева, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаевалар ҙа хупланы.
- Рәсәй Федерацияһының "Йәмәғәт контроле" тураһында ярты йыл элек ҡабул ителгән законы бар. Ошо законға ярашлы, төрлө йәмәғәт ойошмалары юғары вазифала эшләүсе етәкселәрҙең, төрлө чиновниктарҙың эшенә баһа бирә, тәнҡит һүҙҙәрен еткерә һәм төрлө тәҡдимдәр индерә ала. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының да етәкселәргә халыҡ фекерен еткерергә хоҡуғы бар. Был ағинәйҙәр башлап ебәргән эштең икенсе этабы булыр, тип ышанабыҙ... - тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Сығышы һуңында ул иң әүҙем ағинәйҙәргә үҙенең иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы, ә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының "Ағинәйҙәр ҡоро"на ноутбук тапшырҙы.
Ағинәйҙәрҙең эше башҡорт ауылдарындағы тормошто йәнләндереп ебәреүгә, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға ғына ҡайтып ҡалмауын, ә дәүләт кимәлендә лә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов билдәләп үтте:
- Бөгөн Рәсәй космосҡа осорған ракеталары һаны, газ запастары һәм уны сит илдәргә сығарыу буйынса донъяла беренсе урында торһа, төрлө насар ауырыуҙар, ата-әсәләре тарафынан ташланған балалар, аборт эшләүҙәр буйынса ла - донъя лидеры. Ошо хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың рухи үҙаңын үҫтереү буйынса әүҙем эш башланы. Әлбиттә, ошо эштә ағинәйҙәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ, мин быға Хәйбулла районы ағинәйҙәре миҫалында тағы бер тапҡыр инандым. Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эшләнгән был эштәрҙең әҙер рецебы юҡ, уны һәр кем үҙенең йөрәге ҡушыуы буйынса ғына атҡара ала. Бөгөн беҙ бына ошондай фиҙаҡәрлектең, энтузиазмдың шаһиты булдыҡ... - тине Хәләф Хәлфетдин улы һәм йәмғиәттең проблемаларын аңлап, был йүнәлештә ағинәйҙәргә һәр яҡлап ярҙам итеп тороусы Хәйбулла район хакимиәте башлығы Раил Хажиморат улы Ибраһимовтың, ауыл биләмәләре башлыҡтарының маҡтауға лайыҡ эшен хуплап телгә алды.
Ысынлап та, халҡыңды күтәреп, һин үҙеңде лә күтәрәһең, тигән хәҡиҡәтте раҫланы әлеге йыйын ваҡытында Хәйбулла районы етәкселәре. Район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов "Ағинәйҙәр ҡоро"нда ҡатнашып, сығыш яһап, иң әүҙем, иң өлгөр ағинәйҙәргә иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып, был сараның район халҡы тормошонда ла ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йыйынды ойоштороуға ҙур көс һалған башҡа етәкселәр ҙә - район хакимиәте башлығы урынбаҫары Минзәлә Баймырҙина, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтова, ауыл биләмәләре башлыҡтары үҙҙәренең, кешенән эш талап итеү еңел, кешене шул эште атҡарырлыҡ итеп тәрбиәләү мөһим, тигәнде һанлағандарҙан икәнен күрһәтте.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Аҫыл таш-һыу төбөндә, аҫыл һүҙ-күңел төбөндә, тигән кеүек, Хәйбулла районында үткәрелгән "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың йөрәк түрендә быуаттар буйы һаҡланып ҡала килгән аҫыл һүҙҙәрен, изге ниәттәрен ҡапыл өҫкә ҡалҡытып, бөтә халҡыбыҙға аҫыл таштар итеп һирпеп ебәрергә ярҙам итте төҫлө. Бөгөн милләтебеҙҙең ынйылары республикабыҙ буйлап таралып, иҫ киткес бер ҙур рухи таянысҡа әүерелде. Күңелдәре етһә, киләсәктә ағинәйҙәрҙең йәмғиәт проблемаларын хәл итергә, етәкселәргә эштәрендә йүнәлеш бирергә, балаларыбыҙҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләргә лә ҡеүәттәре етер, иншалла!
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА