18 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә уҙған сарала ил башлығы өс сәғәттән ашыу 38 Рәсәй һәм сит ил журналисының 53 һорауына яуап бирҙе. Түбәндә шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә күҙ һалып үтәйек.
- Матбуғат конференцияһын Владимир Путин күпселек рәсәйлене борсоған теманан - илдең иҡтисади хәленән башланы. "Бөгөнгө ситуациянан сығыу һәм Рәсәй иҡтисадының үҫеше ҡотолғоһоҙ. Иң уңайһыҙ шарттарҙың бергә тура килеү мөмкинлеген иҫәпкә алып һүҙ йөрөткәндә, бының өсөн ике йыл кәрәк буласаҡ", тине ул. Шулай уҡ Президент бөгөнгө ситуацияның барлыҡҡа килеүе, тәү сиратта, тышҡы факторҙарға бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Рәсәй Үҙәк банкы һәм Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән сараларҙы көн талабына ярашлы, тип иҫәпләүен дә белдерҙе.
- Валюта баҙарында барған хәл-ваҡиғаларға ҡағылышлы һорауға яуап биреп, Владимир Путин: "Әгәр ҙә Үҙәк банк валюта интервенцияһын алдараҡ туҡтатҡан булһа, төп ставканы 17 процентҡа тиклем күтәрергә тура килмәҫ ине", тип билдәләне (миҫал өсөн - 2013 йылдың 13 сентябренән ул йылына 5,5 процент, 2014 йылдың 25 июленән 8,0 процент тәшкил иткән). Ил башлығы фекеренсә, Рәсәй Федерацияһы биржаһында валюта спекуляцияһы менән сит ил компаниялары ла, Рәсәй компаниялары ла шөғөлләнергә мөмкин.
- Бензинға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуын контролдә тотоу мотлаҡ, тине Президент. "Бының менән көн һайын, аҙна һайын шөғөлләнеү мөһим. Етештереүселәр, сауҙа нөктәләре, нефть компаниялары менән осрашырға һәм бергәләп эшләргә кәрәк. Шулай уҡ Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт тә был йәһәттән үҙ эшен тейешенсә башҡарырға тейеш", тине ул үҙ сығышында.
- Көнбайыш менән мөнәсәбәттәргә туҡталып, ил башлығы уларҙың "үҙҙәрен империя, ә башҡаларҙы ҡыҫымға алып була торған вассалдар кеүек тойоуҙарын" белдерҙе. Ләкин Рәсәй менән Көнбайыш араһындағы диуарҙың бөгөн генә барлыҡҡа килмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең көрсөклө хәл буйынса үҙ алдына ҡуйған ҡәтғи позицияһы сит ил партнерҙарына хәүефһеҙлек буйынса дөйөм арауыҡ булдырыу мөһимлеген аңлатырға тейеш, тип билдәләне.
Көнбайыштың Рәсәйгә ҡарата булған мөнәсәбәте айыуҙы сынйырға ултыртырға тырышыуҙы хәтерләтә, тине Владимир Путин. Һәм был мөнәсәбәт, ил башлығы фекеренсә, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған ваҡытынан алып түгел, ә күп йылдар алдан барлыҡҡа килгән. "Беҙ нимә генә эшләһәк тә һәр саҡ проблемалар, ҡаршылыҡтар һәм беҙгә ҡаршы икһеҙ-сикһеҙ көрәш менән осрашабыҙ. Мин Валдай клубында сағыштырыу килтергәйнем. Әгәр ҙә айыуыбыҙ тайга буйлап сусҡа балаһын ҡыумайынса, тыныс ҡына ултырһа, уны тыныслыҡта ҡалдырырҙар ине микән? Юҡ, ҡалдырмаясаҡтар. Уны һәр саҡ сылбырға ултыртырға тырышасаҡтар", тине Владимир Владимирович. Был оҡшашлыҡты дауам итеп,шулай тине: "Әгәр ҙә Көнбайыш айыуҙы сылбырға ултыртыу яйын тапһа, уның шунда уҡ тештәрен дә, тырнаҡтарын да йолҡоп аласаҡтар. Был хәлдән һуң инде айыуҙың кәрәге ҡалмаясаҡ. Унан ҡарасҡы эшләйәсәктәр. Ә унан һуң тайганы үҙ ҡулдарына ала башлаясаҡтар. Көнбайыштағы рәсми кешеләр ауыҙынан, Себерҙең һәм уның иҫәпһеҙ байлыҡтарының Рәсәйҙеке генә булыуы ғәҙел түгел тип асыҡтан-асыҡ әйткәндәрен ишеткәнебеҙ бар".
- Украинаның көнсығышында Рәсәй ғәскәрҙәренең булыуы хаҡындағы һорауға яуап итеп, ил Президенты, Украиналағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар унда үҙ иректәре менән, тип белдерҙе.
- Матбуғат конференцияһында В.Путиндың Украиналағы көрсөктөң хәл ителеү юлын нисек күреүе хаҡында ла һорау яңғыраны. Уға яуап итеп ил башлығы: "Беҙ көрсөктөң ҡасан да булһа хәл ителеүенән сығып һүҙ йөрөтәбеҙ. Һәм ул ни тиклем тиҙерәк хәл ителә - шул тиклем яҡшыраҡ. Икенсенән, ул ниндәйҙер ҡыҫым ярҙамында түгел, ә сәйәси әмәлдәр менән хәл ителергә тейеш", тине. Шулай уҡ ул сәйәси диалог ваҡытында Рәсәйҙең аралашсы булып сығыш яһау әҙерлеге хаҡында ла белдерҙе. Ә Киевтың Донбасты иҡтисади блокадала тотоуын перспективаһыҙ һәм Украина дәүләтселеге өсөн зыянлы икәнлеген билдәләне. Владимир Путин шулай уҡ Рәсәйҙең Донбасс халҡына ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Журналистар менән осрашыуҙа Рәсәй - Ҡытай мөнәсәбәттәре лә ҡуҙғатылды. Ағымдағы йылдың майында "Газпром" һәм Ҡытайҙың CNPC компанияһы араһында 30 йылға иҫәпләнгән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы Рәсәй Ҡытайға йыл һайын "Себер көсө" үткәргес торбаһы буйлап 38 миллиард кубометр газ "ҡыуасаҡ". Президент белдереүенсә, был килешеү, үҙ-ара ташламаларға ҡарамайынса, бер яҡ өсөн дә зарарлы түгел. Ил башлығы Рәсәйҙең Көнсығышҡа ҡарай боролоуын сәйәсәт менән түгел, ә донъя иҡтисадында күҙәтелгән хәл менән аңлатты. "Азия - Тымыҡ океан төбәге донъяның башҡа өлөштәренә ҡарағанда тиҙерәк үҫешә. Яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Энергетика күҙлегенән сығып ҡарағанда, Ҡытай, Һиндостан, Япония һәм Көньяҡ Кореяның энергия ресурстарына ихтыяжы ете миль оҙонлоғондағы аҙымдар менән алға бара. Шулай булғас, ни өсөн әле беҙ унан баш тартырға тейешбеҙ?" - тине Рәсәй лидеры.
- Илдә ҡатмарлы иҡтисади хәл булғанда Рәсәйҙә 2018 йылда футбол буйынса чемпионат уҙғарыу кәрәкме?" тигән һорауға Владимир Путин был сара Рәсәйгә үҫеш бирә һәм бының өсөн аҡса йәл түгел, тип яуапланы.
- Журналистарҙы илдә "һарай түңкәрелеше" була ҡалһа, Президенттың планы ла ҡыҙыҡһындырҙы. "Тынысланығыҙ, беҙҙә бындай түңкәрелештәр булмаясаҡ, сөнки беҙҙә һарайҙар юҡ. Беҙҙә рәсми резиденция - Кремль бар һәм уның яҡшы һаҡланыуы ла дәүләт тотороҡлоғон тәьмин итеүсе фактор", - тине ил башлығы. Шулай ҙа тотороҡлолоҡ нигеҙе, Президент белдереүенсә, Рәсәй халҡының таянысында.
- Рәсәй ВВС-тарының көнбайыш сиктәре эргәһендә осоуҙарының йышайыуы тураһында һорау биргән журналисҡа: "Һеҙ әлеге ваҡытта донъяла күҙәтелгән көсөргәнешлеккә Рәсәй үҙенең өлөшөн индерҙе, тинегеҙ. Эйе, ләкин ул өлөш Рәсәйҙең үҙенең милли мәнфәғәтен ҡатыраҡ һәм ҡатыраҡ яҡлауға ғына ҡайтып ҡала", - тине. Нәҡ ошо, уның фекеренсә, көнбайышта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра ла инде. "Беҙ һуңғы өс йылда ғына был осоштарҙы яңынан тергеҙҙек, ә быға тиклем османыҡ. Кем ҡотҡо тарата һуң? Беҙме ни?" тип журналистың үҙенә ҡайтарып һорау бирҙе. Ул Рәсәй Оборона министрлығының икенсе йылда бюджеты артасағын һәм уның 50 миллиард доллар тәшкил итәсәген белдерҙе һәм сағыштырыу өсөн 575 миллиард доллар тәшкил иткән Пентагон бюджетын миҫалға килтерҙе. Владимир Путин Рәсәйҙең бер ниндәй ҙә баҫып алыу сәйәсәтен уҙғармауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ипотека ставкаларының үҙгәреү мөмкинлеге хаҡында һорау ҡуҙғатылғас, ил башлығы банктар ипотека буйынса кредитлау ставкаларын яңынан ҡарарға ашыҡмаҫ, тигән ышаныс белдерҙе. Шулай уҡ әгәр ҙә Үҙәк банк тарафынан билдәләнгән төп ставка күпмелер ваҡытҡа 17 процентта ҡала икән, Рәсәй Банкы һәм Хөкүмәт ипотеканы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеүсе махсус инструменттар хаҡында уйларға тейеш буласаҡ, тине ул.
- 2018 йылда буласаҡ Президент һайлауҙарында үҙ кандидатураһын ҡуйыу-ҡуймауҙы башҡарылған эш һөҙөмтәләренән сығып хәл итәсәкмен, тип хәбәр итте Владимир Путин. "Был хаҡта һүҙ йөрөтөү иртәрәк әле. Рәсәй Федерацияһы граждандары мәнфәғәттәренән сығып ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Эш һөҙөмтәләре һәм йәмғиәттең кәйефенә ҡарап,2018 йылғы Президент һайлауҙарына кем барасағы тураһында һығымта яһарға мөмкин буласаҡ", - тине ул.
- Матбуғат конференцияһында, әлбиттә, илдең социаль-иҡтисади яҡтан үҫеш йомғаҡтары ла барланды. "Быйылғы йылда федераль бюджеттың килеме сығымдан 1,2 триллион һумға күберәк буласаҡ. Был Эске тулайым продукттың (ВВП) 1,9 проценты", - тип белдерҙе В.Путин. Ул шулай уҡ сәнәғәт етештереүенең үҫеше тураһында ла әйтеп үтте. Социаль йәһәттән демографик динамиканың позитив булыуын оло ҡаҙаныш итеп билдәләне.
Гөлназ МАНАПОВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА