«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠОРОС"ТОҢ НЫҠЛЫҒЫН ТАМАШАСЫ ҺЫНАНЫ
+  - 

ХХ быуаттың бөйөк шағирҙарының береһе, үҙен драматург, кинорежиссер, киноактер, рәссам булараҡ та күрһәтә алған Владимир Маяковский: "Театр - сағылдырыусы көҙгө түгел, ҙурайтыусы быяла", - тигән. Ошо көндәрҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультеты эргәһендә эшләп килгән "Ҡорос" фольклор-театр коллективының Наил Ғәйетбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған "Ауылға ҡыҙҙар килде" спектакле әҙиптең фекере менән килешмәү мөмкин түгел икәненә төшөндөрҙө.

- "Ҡорос" - коллектив ныҡлы, ҡаҡшамаҫ булһын, тигән теләктә ҡушылған исем, - тине үҙ сығышында "Ҡорос"тоң етәксеһе М. Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов. - Бөгөн беҙ ансамблдең исеменә есеме тап килеүен күрҙек, 2012 йылда ойошторолған түңәрәк, ниһәйәт, нығынды, ҡорос кеүек сыныҡты, фольклорҙан күренештәр сәхнәләштеүҙән тәүге спектаклен ҡуйыуға тиклем үҫте. Бөгөн зал тулы тамашасы, мәртәбәле ҡунаҡтар алдында студенттар бер аҙ ҡаушабыраҡ киттеләр, шулай ҙа күңелдәрен һалып, үҙҙәренсә тырышып уйнанылар. Йәштәр үҙҙәрендә актерлыҡ һәләтен үҫтерһә, мин бында уларҙы өйрәтеп кенә ҡалмайым, өйрәнәм дә. Бөтә ролдәрҙе бер ҡалыпҡа һалып, яһалма итеп башҡармаҫ өсөн актер һәр ваҡыт эҙләнергә тейеш, мин студенттарға ҡарап багаж йыям...
"Ҡорос" фольклор-театр коллективы сәхнәләштергән "Ауылға ҡыҙҙар килде" спектаклен М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның ректоры Раил Әсәҙуллин, БР Яҙыусылар Союзы рәйесе, драматург Наил Ғәйетбаев, "Киске Өфө" гәзите баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, "Ватандаш" журналы баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, танылған боксер Хәбир Сөләймәнов, БДПУ-ның филология факультеты деканы Луиза Сәмситова тамаша ҡылды. Әйткәндәй, Луиза Хәмзә ҡыҙы факультетта белем алыусы студенттарҙың был түңәрәктә бик теләп шөғөлләнеүҙәрен билдәләне: "Егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың актерлыҡ буйынса юғары белеме булмаһа ла, үҙ ролдәрен шул тиклем оҫта башҡарыуҙарын күреү ҡыуаныслы, киләсәккә өмөттәр уята. Был студенттарға тарихыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белеү, һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү, башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен бүтән милләттәр алдында тейешле кимәлдә күрһәтеү, пропагандалауға булышлыҡ итә", - тине ул.
Уйнап әйткәндә лә уйлап әйт, тигәндәй, Наил Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған "Ауылға ҡыҙҙар килде" комедияһы тамашасыны көлкө аша ауылдағы төп проблемаларҙың нигеҙе тураһында уйландыра. Автор ауыл кешеләренең күңел төшөнкөлөгөн, элек гөрләп торған тормоштоң хәҙер емерек ҡоймаларға ҡайтып ҡалыу сәбәбен ҡыҙҙарҙың ситтән бәхет эҙләүенә бәйләй. Ауылда ҡалған егеттәр ғаилә ҡороп йәшәп китер, мәктәптәр ҙә ябылмаҫ, хужалыҡтар ҙа емерек хәлгә етмәҫ, йәштәр ҙә эсмәҫ ине, тик бындағы дарманлы егеттәрҙең дәртен күтәрерлек ҡыҙҙар бөтәһе лә ҡалаға бәхет эҙләп сығып киткән. "Пьеса нигеҙенә һалынған фекер, ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған. 1998 йылда тасуирланған хәл-ваҡиғалар һаман да дауам итә, ҡыҙҙар ҡалаға ашыға, ир-егеттәр ауылда тормоштарын яйлай алмай аптырана. Быға тиклем төрлө профессиональ театрҙар тарафынан күп тапҡыр ҡуйылған спектаклде бөгөн һәүәҫкәр артистар уйнауында күреүе бик ҡыҙыҡ. Иң мөһиме, улар ихласлығы менән алдыра, тамашасыны нәҡ шул әсир итә. Киләсәктә йәштәр тағы ла нығыраҡ оҫтарыр, етешһеҙлектәрен төҙәтер. Уңыштар ғына теләргә ҡала", - тип баһаланы Наил Ғәйетбаев.
Тамашасы өсөн бар күңелен һалып уйнаған һәүәҫкәр артистар иһә, был ролдәрҙе башҡарыу еңел бирелмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауылдың клуб мөдире Әхтәм ролен башҡарыусы Азамат Нурғәлин: "Һәр ролдең үҙенсәлеге була, геройыңдың үҙен тотошонан алып, эске кисерештәренә тиклем тамашасыға асып биреү өсөн үҙеңде икенсе кешегә әйләндерергә кәрәк. Етди проблемаларҙы көлөп башҡарыуы еңел түгел", - тип һөйләне. Һәүәҫкәр артистар әйтеүенсә, спектаклгә әҙерлек бер ай тирәһе генә барған. Был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн репетициянан һуң да уйланырға, эҙләнергә, геройҙарының тотош-ҡыланышына кинолар, тирә-яҡтағы кешеләргә ҡарап өйрәнергә тура килгән.
"Ҡорос" фольклор-театр коллективында әлеге көндә 3 егет һәм 6 ҡыҙ шөғөлләнә. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның филология факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев ансамблдең студенттар өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне: "Элек тә студенттар өсөн ошондай театр түңәрәктәре эшләй торғайны, был онотолоп барған ғәҙәткә яңынан йән өрөү килеп сыҡты. Һәләттәрен төрлө яҡлап асырға теләгән кешегә мөмкинлектәр булдырылған. Үҙешмәкәр театр булһа ла, Илнур Лоҡманов етәкселегендә ул студенттарҙы уҡыуҙа ғына түгел, сәхнәлә лә һынап ҡарарға, яңы һыҙаттарын күрергә ярҙам итә. Әле спектаклдә Әмир ролен башҡарыусы Илһам Теләүбаев исемле егет, мәҫәлән, урыҫ телле ине. Бөгөн сәхнәлә ул тулыһынса үҙенең башҡортлоғон шул тиклем матур итеп еткерә ала, тимәк, башҡорт рухы бар. "Ҡорос" фольклор-театр коллективы һәләттәреңде асыуҙан тыш, башҡорт рухын уятыуҙа ла бик уңайлы майҙансыҡ", - тине Зәки Арыҫлан улы.
Тамашасыларҙы "Ҡорос" фольклор-театр коллективы артистары һоҡландырҙы ла, аптырашта ла ҡалдырҙы. "Әлеге "Ҡорос"тарҙың тамашаһына үтә лә төшөнкө генә кәйеф менән барғайным: "йә, йәнәһе, нимәләр ҡылған булырһығыҙ". Юҡҡа ғына. Төшөнкөлөк шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Афарин, егеттәр һәм ҡыҙҙар. Ихласлығығыҙ менән арбанығыҙ. Ышандырманығыҙ, әммә "эләктерҙегеҙ". Ҡиммәттәрҙе гигабайттар, гигагерцтар һәм мегапикселдәр менән үлсәй торған быуын вәкилдәре булһағыҙ ҙа, ҡәлбегеҙҙә нур бар. Шул нурҙарҙан усаҡ ҡабыҙҙығыҙ сәхнәлә. Шул усаҡтан тамашасыларҙың, шул иҫәптән минең дә, күңелемә яҡтылыҡ йүгерҙе, йәнемә осҡон үрләне. Рәхәтләнеп көлдөк. Тик, ваҡыт-ваҡыты менән был көлөү күҙ йәштәре аша ине. Сәнғәттең көсө лә шундалыр, моғайын", - тине "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев спектакль һуңынан тәьҫораттары менән бүлешеүҙе һорап мөрәжәғәт иткәс. Ысынлап та, йәш артистар тамашасыларҙы ихласлығы, тырышлығы, ябайлығы менән арбаны. БДПУ-ның проректоры Венер Шәйәхмәтов та студенттарға яңы ижади үрҙәр теләп, киләсәктә бындай шәп спектаклде "ҡумтаға" һалып ҡуймаҫҡа, Башҡортостан буйлап гастролдәр ойошторорға, сит өлкәләрҙә үткәрелгән төрлө фестиваль, конкурстарҙа ҡатнашырға кәрәк, тигән теләк белдерҙе.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Тормоштағы һәр нәмәне театр ҙурайта, ниндәйҙер күренештәргә кеше иғтибарын йәлеп итә икән, "Ҡорос" фольклор-театр коллективы "Ауылға ҡыҙҙар килде" спектакле ярҙамында борсоған проблемаларға лупа аша ҡараш ташлауҙан тыш, йәштәр менән эшләүҙең бер ысулын да күрһәтте. Спектакль тамамланғандан һуң БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин да филология факультеты студенттарының таланттарын күреп, һоҡланыуын белдерҙе: "Уҡытыусы, ректор кеше өсөн студенттарының ошондай юғары кимәлдәге сығыштарын ҡарау иң оло бәхеттер, моғайын. Бәлки, белгестәр уларҙы барыһын да дөрөҫ башҡармауҙа ғәйепләп, тәнҡитләр. Әммә иң мөһиме - уларҙың бөгөн ҙур зал йыйып, ихлас сығыш яһауы менән бөтә университет ғорурланырға тейеш", - тине ул. Талантлы студенттарҙы ваҡытында күреп, һәләттәрен үҫтерергә ҡуш ҡуллап ярҙам итергә әҙер тороусы остаздар булғанда, "Ҡорос" фольклор-театр коллективында шөғөлләнеүсе студенттарға тик тырышлыҡ, яңы ижади үрҙәр генә теләргә ҡала.

Камилә ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.14 | Ҡаралған: 1584

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru