«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР МЕНӘН КӘҮҘӘҢ БЕЙЕКЛЕГЕНӘН ТОРОП ҺӨЙЛӘШМӘ!
+  - 

Минең дә үҙемә оҡшамаған, "Килешмәйем!" тиер күренештәр бар был тормошта. Мәҫәлән, ололар менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында бәйән итмәксе булдым әле гәзит биттәрендә.

Мин бәләкәй малайҙарға: "Нимә ҡыҙыҡай һымаҡ илап тораһың? Хәҙер үк туҡта!" тип әйтеүҙәре менән килешмәйем. Бында нимәһе насар икәнен дә аныҡ ҡына әйтеп булмай - малай булып тыуған өсөн генә үҙенең хис-тойғоларын күрһәтеүҙе тыйыумы, әллә улар күңеленә "ҡыҙҙар илаҡ, йомшаҡ", тигән фекер һеңдереүме? Кисерештәрҙе күрһәткән өсөн ғәйепләргә ярамай. Әгәр ҙә бала илай икән, малаймы ул, ҡыҙмы - мөһим түгел, тимәк, уға әлеге ваҡытта ауыр, уны нимәлер борсой, шомландыра, ҡурҡыта. Ошо мәлдә уға "Нимә ебеп тораһың!" тип ҡысҡырыуҙан уның хәле яҡшырмаясаҡ, киреһенсә, тағы ла хөртәйәсәк. Терәк-таяныс тойоу урынына ул шелтә ала. Күңеле кителгән, ололарҙың үҙен аңламағанынан төшөнкөлөккә бирелгән бала йомоҡҡа, аралашмаусанға әйләнә. Шунан: "Улым менән уртаҡ тел таба алмайбыҙ", тип бар донъяға яр һалып аптырайбыҙ. Кем ғәйепле? Миңә ҡалһа, яуап асыҡ.
Уйынсығын бер кемгә лә бирмәгән баланы, һаран, тип әйтеүҙәре менән дә килешмәйем. Ул уның шәхси мөлкәте. Уйынсығын бирмәҫкә тулы хоҡуғы бар. Уйынсығы менән бүлешергә теләмәгән баланы көсләп, мыҫҡыл итеп, әллә ниндәй исемдәр тағып мәжбүр итеү дөрөҫ түгел. Теләге бар икән - уйынсығын биреп торһон, теләге юҡ икән - бирмәһен. Бында төп һәм мөһим һүҙ - теләк. Ололарҙың бурысы - балала бүлешеү теләген формалаштырыу. Ул бар өлкәгә лә ҡағыла - уйынсыҡ, кәнфит, буш ваҡыт, күңел йылыһы менән бүлешеү. Һәм бының иң дөрөҫ һәм аңлайышлы ысулы - шәхси өлгө. Ололарҙың бала менән үҙ кәүҙәһе бейеклегенән һөйләшеүе менән килешмәйем. Мин, мәҫәлән, бәләкәс бала менән һөйләшкәндә һәр ваҡыт уның алдына сүкәйеп ултырам. Мөһим һөйләшеүҙәр алып барғанда әңгәмәсегә фекерҙе көсләп тағыу өсөн ҡулланылған алым-манипуляция бар - бер яҡ ҡапыл тороп баҫа һәм өҫтән аҫҡа ҡарап, үҙ дәлилдәрен килтерә башлай. Бындай осраҡта ике яҡтың тигеҙлеге юғала, ихласлыҡ бөтә, һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе лә уңышлы булмай. Ә хәҙер көнө буйы аҫтан өҫкә ҡарап һөйләшергә мәжбүр булған баланың хәлен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Һеҙ үҙегеҙгә ҡарата шундай уҡ мөғәмәлә теләр инегеҙме?
Бала алдында ололарҙың уның хаҡында өсөнсө затта һөйләүҙәре менән килешмәйем. "Бөгөн ул үҙен нисек тотто? Ул берәй нәмәне ватманымы?" Бәләкәй генә булһа ла, бала шәхес һәм уны ошо рәүешле тикшереү уның күңелен яралай. Ни өсөн был һорауҙарҙы баланың үҙенә бирмәҫкә йәки бик булмаһа, исемен әйтеп һорамаҫҡа? Ике оло кеше араһында торған һәм ошондай һөйләшеүгә шаһит булған бала бындай шарттарҙа үҙен йәнһеҙ ултырғыс йәки телевизор итеп тоймаймы икән? Үҙегеҙҙе ошондай хәлдә күҙ алдына баҫтырһағыҙ, ситуацияның ни тиклем мәғәнәһеҙ икәнлеген яҡшы аңларһығыҙ.
Яслегә йөрөгән балаларҙан тәрбиәсеһен исем-шәрифе менән әйттерергә тырышыуҙары менән килешмәйем. Беренсенән, ике-өс йәшлек балаларға "Айгөл Салауат ҡыҙы" (ғәҙәттә, урыҫсаға һабыштырып Айгөл Салаватовна, тиҙәр) тип әйтеү бик ауыр. Икенсенән, яслегә килгәнсе барыһына ла исемдәре менән генә өндәшеп өйрәнгән балаға был өйрәнелмәгән һәм ҡатмарлы бурыс. Был ваҡыт бала өсөн былай ҙа ауыр осор. Көнө буйы ят апайҙар менән аралашыу бер стресс булһа, уларға исем-шәрифе менән өндәшеү бурысы был стресты тағы ла көсәйтә. Исем менән генә өндәшеү бала һәм тәрбиәсе араһында ышаныслы һәм ныҡлы бәйләнеш булдыра, бала яслегә теләп бара. Быны мин үҙемдең ғаиләләге шәхси миҫалдан алып әйтәм. Күптәр минең менән ризалашмаҫ һәм бала бәләкәйҙән "һеҙ" тип һөйләшергә өйрәнергә тейеш, тип әйтер. Был - бәхәсһеҙ, ләкин бындай бәләкәй йәштә түгел, минеңсә. "Һеҙ" тип дистанция, субординация тотоу кәрәк булғанда өндәшәләр. Ә ике-өс йәшлек бала быны аңлаймы? Әлбиттә, юҡ. Бындай рәсмилек аралашыуға ҡамасаулай ғына. Бер йылдан һуң, бала тәрбиәсеһенә яҡшылап өйрәнгәс, исем-шәриф менән өндәшеүгә күсереү урынлыраҡтыр, моғайын.
Әйтегеҙ әле, туйһағыҙ ҙа, йәки аш-һыу күңелегеҙгә ятып бөтмәһә лә, тәрилкәне ялтыратҡансы ашап ҡуяһығыҙмы? Юҡ. Ә ни өсөн улай булғас беҙ, ололар, балаға тәрилкәләге ризыҡты бөткәнсе ашатырға тырышабыҙ? Мин бының менән килешмәйем. Шулай уҡ балаға "ашыңды ашап бөткәс кенә котлетты аласаҡһың", "тәрилкәңдә бер билмән дә ҡалмаған осраҡта ғына компотыңды эсәсәкһең", тигән шарттар ҡуйыу ҙа урынһыҙ, минеңсә. Әгәр ҙә бала теләй икән, ашаһын тәүҙә котлетын, ашап бөтмәҫ элек компотын эскеһе килә икән - әйҙә, эсһен. Ашханала төшкө аш ашағанда эргәгеҙҙә ашхана хеҙмәткәре баҫып тороп, нимәне нисек һәм ниндәй эҙмә-эҙлелектә ашарға кәрәклеген тылҡып торһа, реакцияғыҙ ниндәй булыр? Иманым камил, башҡаса ул ашханаға аяғығыҙҙы ла баҫмаясаҡһығыҙ. Шулай булғас, бала хәленә лә керә беләйек һәм уны мәжбүрләмәйек.
Йәмғиәттә шундай ҡағиҙә бар - һинең менән нисек аралашыуҙарын теләйһеҙ, башҡалар менән шулай аралаш. Ләкин ни эшләптер был ҡағиҙә балаларға ҡарата ҡулланылмай. Ә кәрәк ине...

Рәйлә ХӘЛИТОВА.
Мәләүез ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.12.14 | Ҡаралған: 1335

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru