«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫШ БАБАЙҒАТИГӘН ХАТТЫ АТАЙҒА БИРЕРГӘ КӘРӘК
+  - 

Бала саҡта тыуған көндән башҡа тағы ла бик-бик көтөп ала торған бер байрам бар. Эйе, эйе, һүҙ мөғжизәле Яңы йыл тураһында. Шуның өсөн дә ул, тәү сиратта, балалар байрамы тип аталырға хаҡлылыр, моғайын. Яңы йыл, уның менән бергә килә торған бүләкле Ҡыш бабай тураһында Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан 308-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Лиә Усманова, Айбулат Ғәлин, Арыҫлан Күсмәев, Сабина Ғибаҙуллина менән әңгәмәләшәбеҙ.

Яңы йылды башҡа байрамдарҙан нисек айырырға була?

Лиә: Иң тәүҙә күп итеп йыр өйрәнергә кәрәк. Был байрамда йырлайһың да йырлайһың инде...
Арыҫлан: Башҡортса тыпырлап бейергә лә кәрәк унда.
Сабина: Был байрамда Ҡыш бабай була. Ә әсәйҙәр байрамына ул килмәй, йылынан ҡурҡалыр инде. Ана шул Ҡыш бабайға шиғырмы, әкиәтме һөйләп күрһәтергә кәрәк.
Арыҫлан: Телевизорҙан күрһәткән Ҡыш бабай русса һөйләшә, ә беҙҙең балалар баҡсаһына башҡорт Ҡыш бабайы килә! Ул беҙҙең менән башҡортса һөйләшә, йырҙар йырлай.

Ни эшләп Ҡыш бабай йылынан ҡурҡа икән һуң әле?

Лиә: Ул бит Ҡыш бабай! Ул ҡышын ғына ғына килә беҙгә, ә башҡа ваҡытта һыуыҡта, төньяҡта йәшәй. Йәй килһә, Йәй бабай тип йөрөтөр инек.
Айбулат: Ҡыш бабайҙың таяғы була, ул таяҡ беҙҙән дә ҙур. Ул ныҡ ҡарт, шуға ҡолап китмәҫ өсөн, таяҡҡа таянып йөрөй. Ҡышын тышта ҡолап тик йөрөйөң дә инде, шунан да ҡурҡалыр инде. Бына мин Сурай тигән ауылға өләсәйҙәргә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйөм, унда Ҡыш бабайға оҡшаған бабай бар. Тик ул икенсе бабай шикелле, Ҡыш бабай ул ауылда йәшәмәҫ ине ул.
Арыҫлан: Танауы ҡыҙыл булһа, шул инде. Ул бабай ныҡ ҙурмы? Зәңгәр тунынан да Ҡыш бабайҙы танырға була.
Лиә: Беләгеҙме Ҡыш бабайҙы нисек танырға? Уның ҡулында бүләктәр һалынған ҙур тоҡ бар. Бүләктәрҙе, кәнфиттәрҙе магазиндан ала.
Сабина: Ҡыш бабай тураһында йәнһүрәт ҡарағайным, ул унда бүләктәрҙе үҙе эшләп ултыра ине.
Айбулат: Ә пингвиндар уға ярҙам итә.

Ҡыш бабай бүләк бирһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Сабина: Тәүҙә уға әкиәтме, шиғырмы һөйләйһең, ҡысҡырып йырлайһың, шунан ғына ул бүләк бирә.
Арыҫлан: Алдан хат яҙаһың, уны балконға һалаһың, ул ала ла, бүләк алып килә. Был сер инде, шулай ҙа әйтәйем әле, мин сәкән һораным. Әсәйем менән "Салауат Юлаев"тың уйындарын гел ҡарайбыҙ, үҙем дә хоккей уйнарға яратам.
Айбулат: Ә мин хоккей яратмайым. Боҙҙа тайып йығылып ятыуҙан ҡурҡам.
Лиә: Мин хат яҙырға кәрәк икәнен белмәнемсе. Шулай ҙа яҙһам, хатты балконға һалмаҫ инем, уны атайға бирер инем. Шулай нисектер ышаныслыраҡ. Ҡыш бабай ҡурсаҡ алып килһә, атай уны тапшырырға онотмаған була.
Сабина: Гәзиттә бер уйынсыҡ күргәйнем, шул оҡшап ҡалды, хәҙер гел шуның тураһында ғына уйлап йөрөйөм. Әсәйем Ҡыш бабайға хат яҙғанда, шул уйынсыҡты һораныҡ. Ә беләһегеҙме, Ҡыш бабайҙан һораған бүләкте аҡса йыйып, үҙеңә һатып алырға ла була инде.
Арыҫлан: Ә мин үҙемә планшет һатып алдым тыуған көнгә биргән аҡсаға. Балыҡ формаһында аҡса йыйығысым бар, Шәһит исемле ағайым бар, ул да аҡса йыя. Уның планшеты бар, аҡсаһына нимә алыр икән?
Сабина: Аҡса булһа, уны һалырға аҡса муҡсаһы кәрәк, уныһын юғалмаһын, тип, гел ҡарап йөрөргә кәрәк, бигерәк мәшәҡәт инде.

Бәләкәй балалар Яңы йылға нисек әҙерләнеүе тураһында һөйләштек, ә өлкәндәр был байрамды нисек үткәрә?

Лиә: Улар иң тәүҙә шыршы ҡуялар, шунан беҙгә бик күңелле була. Шыршының аҫтына бүләктәр һалалар.
Сабина: Шарҙар эләһең, төрлө төҫтә. Беҙ байрам алдынан ғына ҡуябыҙ шыршыны. Былау, бәлеш бешерә әсәйҙәр. Сәй ҡайнатабыҙ. Матур сынаяҡ ҡуяһың өҫтәлгә. Салют аттырырға була. Балаларға салютҡа, теге таяҡлы бенгаль утына тейергә ярамай. Сөнки уларҙы тоҡандырыу өсөн шырпы кәрәк. Ә шырпы менән уйнаһаң, янғын сығыуы бар.
Арыҫлан: Беҙ ағайҙар менән шыуа торған тау эшләйбеҙ. Ҡарҙы өйәһең дә, һыу ҡойоп ебәрәһең.
Сабина: Әсәйҙәр балаларын видеоға, фотоға төшөрә, был байрамда уларҙың төп эше шул. Аҙаҡтан атайға, апайҙарға күрһәтер өсөн. Балалары ла аҙаҡтан ҡарай ҙа, нисек матур булып йөрөгәндәрен белә. Ҡыҙҙар байрамға күлдәктәрҙә килә, малайҙар - костюм менән шортикта. Ҡыҙҙар баштарына таж кейә, матур булһын өсөн.
Айбулат: Матур булһалар ҙа, ҡыҙҙар менән уйнарға яратмайым. Малайҙар менән генә дуҫлашам.
Арыҫлан: Мин ҡыҙҙар менән дә уйнайымсы. Шулай ҙа малайҙар менән ҡыҙығыраҡ инде.
Лиә: Атай менән әсәйҙәр был байрамда беҙҙең менән конькиҙа шыуа, ҡар бәрешеп уйнай, ҡар бабай эшләй.

Ә Ҡыш бабай менән Ҡар бабай бер-береһенән нимәһе менән айырыла?
Арыҫлан: Улар оҡшамағандар, ҡар бабайҙы ҡарҙан эшләйһең, ул йоморо ғына.
Сабина: Ҡар бабайҙың бына ошо ере - эсе түңәрәк. Ҡыш бабайҙың танауы беҙҙеке һымаҡ, ә Ҡар бабайҙыҡы - кишер. Ҡулы таяҡтыҡай, төймәһе ҡара төҫтә. Тишек тишеп, күҙ, ҡаш менән танау эшләргә була. Ҡар йәбешкәк булғанда ғына Ҡар бабай эшләргә ярай.
Арыҫлан: Күҙе лә төймәләре кеүек, ҡыҙыҡ ҡына. Ҡыш бабай бүләк таратһа, ул тик тора, ә бына уның эргәһендә йырҙар йырларға була.

Яңы йылда бер-берегеҙҙе нисек ҡотлайһығыҙ?

Сабина: Яңы йыл менән, дуҫтар, тип әйтергә кәрәк.
Арыҫлан: Балалар тыңлаулы булһын, шул саҡта әсәйҙәр ҙә, Ҡыш бабай ҙа уларҙы яратасаҡ, бүләктәр бирәсәк.

Шулай итеп...
Йыл һайын ҡабатланған был Яңы йылды өлкәндәр ғәҙәти байрам ғына итеп ҡабул итһә лә, балалар өсөн ул һәр ваҡытта ла ысын мөғжизәләр мәле булып ҡаласаҡ. Шулай ҙа был мөғжизәләр өсөн өлкәндәр яуаплы булыуын иҫәпкә алғанда, бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ Ҡыш бабайға тәғәйенләнгән хатты урынына еткереп тапшырыусы ышаныслы атайҙарынан, балаларҙың байрамы яҡшы үтеүе өсөн күп тырышлыҡ һылған әсәйҙәренән, бала өсөн милли мөхиттең мөһимлеген аңлаған тәрбиәселәренән дә уңған. Улар байрамға туған телендә йырҙар, шиғырҙар әҙерләй, хатта Ҡыш бабайҙары ла уларҙың телендә һөйләшә. Ә һеҙҙең Ҡыш бабайығыҙ башҡорт телен аңлаймы?

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.12.14 | Ҡаралған: 1867

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru