Йыл аҙағында үткәндәргә йомғаҡ яһау йолаһы бар. Йомғаҡлау һүҙҙәрен әле йыл башында ла әйтербеҙ, ләкин быйылғы йылдың һуңғы 52-се һанын ҡулығыҙға алғанда ошо осорҙа "Киске Өфө"нө ижад итеүгә кемдәр айырыуса көс һалғанын белеп тороу ҙа ҡамасауламаҫ.
Гәзитебеҙҙе ҙур булмаған коллектив ярҙамында ижад итәбеҙ, уларҙы һеҙ исем-аты менән белеп тораһығыҙ. Ижадсыларыбыҙ Фәүзиә Мөхәмәтшина, Зәйтүнә Ниғмәтйәнова (Әйле), Ләйсән Нафиҡова, Илгиз Ишбулатов, Азамат Әбүталипов, Гөлназ Манапова, Сәриә Ғарипова, Артур Батыршин (гәзитебеҙҙе биҙәүсе лә, версткалаусы ла, хәбәрселәребеҙгә фекер-идеяларын еткереп тороусы ла ул). Тимәк, гәзитте гәзит итеүсе, уға тос йөкмәтке, фекер өҫтәүсе, рух өрөүсе көс - ул беҙҙең авторҙар. Республикабыҙ ҡалаларынан һәм райондарынан гәзитебеҙ форматына, асылына тап килер сығыш-мәҡәләләрен ебәреп тороусы авторҙарыбыҙ менән ысынлап та бәхетлебеҙ. Улар - Мәрйәм Бураҡаева, Гүзәл Иҫәнгилдина, Эльза Мөхәмәҙиева, Лена Абдрахманова, Айһылыу Ғарифуллина, Таңһылыу Баһаутдинова, Әғләм Шәрипов, Фәүзиә Усманова-Яхина, Илдар Ғәбитов, Хәлиҙә Алтынбаева, Спартак Ильясов, Хәйҙәр Тапаҡов, Хәлил Һөйөндөков, Мәүлит Ямалетдинов, Риф Мифтахов, Марат Ишмөхәмәтов, Әнүәрә Монасипова, Радик Өмөтҡужин, Рәхимә Мусина, Зәкирйән Әминев, Салауат Хәмиҙуллин, Ҡадир Мәғәфүров, Фәриҙә Айытбаева, Әкрәм Ҡәйепҡолов, Рөстәм Нурыев, Иҙрис Ноғоманов, Мотал Рәмов, Рәдис Дусалин, Миңһылыу Абдуллина, Урал Мостафин, Иршат Йәнбирҙин, Сәүиә Бикмөхәмәтова, Рифат Әйүпов, Әлфиә Зәбдинова, Мансур Һиҙиәтов, Исмәғил хәҙрәт Хәким, Гөлназ Ғәлимуллина, Венер Сәхәүетдинов, Айгөл Ахунова, Ринат Шәйбәков, Азат Ярмуллин, Фәрит Вәхитов, Гөлнур Яҡупова, Фәриғә Күсәкова, Шәһүрә Әхмәҙиева, Көнһылыу Ҡотлобаева, Йәмних Ҡашҡаров, Гөлшат Хажиева, Рәйлә Сабитова, Мөҙәрис Багаев, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Әнүәр Шафиҡов, Илдар Исламов, Зөһрә Бураҡаева, Йәдкәр Бәширов. Беҙ уларға, аҫыл һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәргә, уларҙы түкмәй-сәсмәй гәзит биттәренә күсереүселәргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Айырыуса әүҙем авторҙарыбыҙҙы лауреат итеп билдәләү йолаһы ла бар беҙҙә. Шулай итеп быйыл лауреат исеменә лайыҡ булдылар:
Рәхимә Мусина, Әбйәлил районы Асҡар ауылы китапханасыһы, бик күп һандарҙағы тәрбиәүи, донъяуи, туған телгә арналған мәҡәләләре өсөн.
Мәрйәм Бураҡаева, яҙыусы, "Аңдан - ҡанға, ҡандан - заңға" рубрикаһындағы мәҡәләләре өсөн.
Рифат Әйүпов, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернаты башҡорт теле уҡытыусыһы, бер нисә һандағы педагог яҙмалары өсөн.
Сәғит Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсы
Белеүегеҙсә, гәзитебеҙҙә күп йылдар күренекле башҡорт яҙыусыһы, хикәйә оҫтаһы Сәғит Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсы бара. Был бәйге барышында күп яңы исемдәр асылды, өмөтлө ҡәләмле хикәйәселәр барлыҡҡа килеүенә шаһит булынды. Конкурс, билдәле, киләһе йылда ла дауам итәсәк. Тик шундай теләгебеҙ бар: авторҙар үҙ әҫәрҙәрендә заман һәм заманға ҡулайлашҡан, аҡыллы, көслө, лайыҡлы йәшәгән башҡорт кешеһе образын - бөгөнгө көн геройын һынландырһын ине. Был, әлбиттә, ҡәтғи шарт түгел. Ә шулай ҙа... Сәхнәлә, китаптарҙа, тормошта бөгөнгө көн геройы, лидерҙар күренмәй китте. Уларҙы беҙ әҙәби әҫәрҙәребеҙҙә булһа ла тыуҙырайыҡ. Тормошта беҙ һәр ваҡыт китаптарҙа яҙылған геройҙарға тиңләшергә тырышабыҙ бит. Ә быйылғы лауреаттар ошолар:
Миләүшә Ҡаһарманова, 26-32-се һанда баҫылған "Бәпәй еҫе" хикәйәһе өсөн;
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, 34-36-сы һандағы "Йәнбикә, йәки әжәлдәрең етһә..." хикәйәһе өсөн.
Лауреаттарыбыҙҙы, еңеүселәребеҙҙе, барлыҡ авторҙарыбыҙҙы һәм уҡыусыларыбыҙҙы Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Күңелдәрегеҙгә рух, ҡот, тәнегеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ижад ҡомары теләйбеҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА