|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
|
|
Биттәр : # « 9 10 11 12 13 14 15 16 17 » #
|
МАТБУҒАТТЫҢ КИЛӘСӘГЕ НИСЕК БУЛЫР?
|
|

Рөстәм НУРЫЕВ: 14 июнь - Башҡортостан матбуғаты көнө билдәләнде, ә 16 июндә Өфөлә "Медиайыйын" форумы үтте. Журналистиканың киләсәге ниндәй булыр икән, тигән һорау тыуа. Һин, яһалма интеллект, нисек уйлайһың?
|
Уҡырға
18.06.26
|
| |
|
|
ТАЛАП ЮҒАРЫ
|
|

Иглиндан "Ставрос" позывнойлы яугир 2024 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм Махсус хәрби операция зонаһына юллана. Үҙе әйтеүенсә, ул иртәрәк тә Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына баҫыр ине, ләкин туғандары, ғаиләһе ныҡ хәүефләнеү сәбәпле, ҡарарҙы кисектерә килә. Ваҡыт үтеү менән улар яҡындарының МХО-ға барыу ниәте менән килешә.
|
Уҡырға
18.06.26
|
| |
|
|
МИЛЛИ АСЫЛ ИЛЕНӘ ӨС КӨНЛӨК СӘЙӘХӘТ
|
|

Ниһайәт, III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы йәнә Өфөгә ҡайта. 23 июндән 27 июнгә ҡәҙәр илебеҙҙең 80 төбәгенән килгән 1100 бала милли йыр-моң иленә сәйәхәт ҡыла аласаҡ.
|
Уҡырға
18.06.26
|
| |
|
|
ИЮНЬ АЙЫНДА...
|
|

Июнь айы - емеш һәм емеш-еләк үҫентеләренең әүҙем үҫкән осоро, уларға тап ошо осорҙа күпләп һыу ҡойорға һәм туҡлыҡлы, бигерәк тә азотлы һәм калийлы матдәләр менән туҡландырырға кәрәк.
|
Уҡырға
10.06.26
|
| |
|
|
"УРАЛ БАТЫР" ТАНТАНАҺЫ
|
|

Был аҙнала республикала икенсе тапҡыр "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы көнө билдәләнде. Байрам былтыр Башҡортостан Башлығы указы менән булдырылды һәм беҙҙең мәҙәни традицияларҙың мөһим бер сағылышына әйләнде. Был юлы ла 8 июндә бөтөн республика төбәктәрендә тантаналы саралар үтте.
|
Уҡырға
10.06.26
|
| |
|
|
ЖУРНАЛИСТИКАҒА ЮЛ АСҠАЙНЫ
|
|

Район-ҡалаларҙа донъя күргән гәзиттәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бигерәк тә интернетҡа тиклемге заманда улар - урындарҙа төп мәғлүмәт сығанағы булып торҙо. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халыҡҡа иң яҡын был баҫмаларҙың тәүге һандары башлыса үткән быуаттың 30-сы йылдарында сыҡҡан. Баймаҡ районында "Ҡыҙыл Баймаҡ" гәзите 1931 йылда нәшер ителә башлай. Атамаһы үҙгәрә килеп, 2000 йылдан алып бөгөнгәсә үҙ уҡыусыларына ул башҡорт телендә - "Һаҡмар", русса "Баймакский вестник" исемдәре аҫтында тарала. Быйыл баймаҡтар үҙ баҫмаларына нигеҙ һалыныуҙың 85 йыллығын билдәләй.
|
Уҡырға
10.06.26
|
| |
|
|
ИР ҺҮҘЕ
|
|

Күктә сағыу ҡояш йылмая. Тирә-йүн һутлы йәшеллек менән ҡапланған. Миңә күҙ һал, һоҡлан, тигәндәй, сәскәләр ҙә татлы елгә бәүелеп-бәүелеп һала. Эйе, йәйҙең иң матур мәле. Ошо хозурлыҡҡа таң ҡалып, эргә-тирәлә ҡоштар ҙа туҡтауһыҙ һайраша. Тик кешеләрҙең генә иғтибары ситтә. Улар бөгөн тирә-яҡҡа ҡыуаныслы йөҙ менән баҡмай. Татлы елгә бәүелгән сәскәләрҙе лә күрмәйҙәр. Бына бер аҙна инде йәнде өшөткөс хәбәр ауылды иңләп-буйлай: "Ниместәр һуғыш асҡан! Сикте баҫып ингәндәр! Бомба яуҙыралар, әле ҡаты алыш бара..." Насар хәбәр килеп ишетелгәндең иртәгәһенә үк ауыл ирҙәрен фронтҡа алыу башланды. Партия саҡырыуы, тип, иң элек коммунистарҙы, комсомолдарҙы йыйҙылар. Ылауҙар теҙелгән, бына-бына район үҙәгенә юлға сығырға тейештәр. Кемдең генә үҙ ғәзизен ғәрәсәт эсенә ебәргеһе килһен? Әлепбикә ире Мөхәмәҙиәнең ҡулынан тотоп алды.
|
Уҡырға
10.06.26
|
| |
|
|
МИЛЛИ МӘКТӘПТӘРЕБЕҘ БАШҠОРТОСТАН МӘҒАРИФЫНЫҢ ЙӨҘӨК ҠАШЫ КЕҮЕК
|
|

Бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ - Өфө ҡалаһының 48-се Башҡорт лицейы директоры Мәрзиә Уралбәк ҡыҙы АБДРАХМАНОВА, З. Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы директоры Фәнил Нил улы БҮЛӘКОВ, Р.Т. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһы директоры Шайморат Азамат улы ТИМЕРБУЛАТОВ.
|
Уҡырға
10.06.26
|
| |
|
|
БАШҠОРТТАРҘЫҢ ТЕЛЕН ҺӘМ МӘҘӘНИ МИРАҪЫН БЕЛГӘН ҒАЛИМ
|
|

Рәсәй Президенты В.В. Путиндың указына ярашлы, быйыл бар донъяға "Толковый словарь живого великорусского языка" исеме аҫтында билдәле булған бик ҙур һүҙлек авторы, яҙыусы, этнограф, хәрби хирург Владимир Иванович Далдең тыуыуына 225 йыл тулыуы киң билдәләнеп үтәсәк.
|
Уҡырға
10.06.26
|
| |
|
|
|
|
КИЛЕШЕҮГӘ ӘҘЕР ТҮГЕЛДӘР
|
|

3-6 июндә Санкт-Петербургта булып үткән 29-сы Халыҡ-ара иҡтисад форумы (ПМЭФ) үткән аҙнаның мөһим ваҡиғаһы булды. Дөрөҫ, форум асылған көндө украин дрондары үҙҙәренсә "сәләмләне": Питерҙың Кронштадт, Киров, Красносельский райондары объекттары пилотһыҙ осоусы шартлатҡыс аппараттар һөжүменә дусар ителде.
|
Уҡырға
10.06.26
|
| |
|
|
КОМАНДА МЕНӘН ЭШЛӘЙҘӘР
|
|

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә БПЛА операторы һөнәре тураһында хәҙер мәғлүмәт күп. Шулай ҙа, алғы һыҙыҡта хеҙмәт итеп, барыһын да үҙ иңендә күтәргән яугирҙарҙың тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ. "Дон" позывнойлы хәрби, дрон осороусы кешенең мотивацияһы көслө, физик һәм мораль яҡтан әҙерлекле, психикаһы тотороҡло булырға тейеш, ти.
|
Уҡырға
10.06.26
|
| |
|
|
МИЛЛИ МАТБУҒАТТЫ УҠЫП ТЕЛЕБЕҘҘЕ ЛӘ, ҮҘЕБЕҘҘЕ ЛӘ ҺАҠЛАЙЫҠ!
|
|

"Әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ!" тигән саҡырыу, эйе, беҙҙең телдән төшмәй. Бындай борсолоу ҡатыш өндәшеүҙәрҙең сәбәбе, әлбиттә, милләттәштәрҙең гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан йөҙ бороуы. Был туған телеңдән, рухыңдан, мәҙәниәтеңдән дә ситләшеү тип баһалана. Һәм улай ғына ла түгел. Уҡыусыларға туған башҡорт теленең һаулыҡҡа ни тиклем ыңғай тәьҫир итеүе хаҡында мәғлүмәт еткерәм.
|
Уҡырға
10.06.26
|
| |
|
|
ЙЫЛ КИТАБЫ БИЛДӘЛӘНДЕ
|
|

Китап байрамының йомғаҡлау көнөндә "Урал батыр ерендә йыл китабы" конкурсының еңеүселәре тәбрикләнде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл конкурсҡа 26 нәшриәттән 85 китап тәҡдим ителгән, улар - Рәсәйҙең 13 төбәге, Беларусь һәм Ирандан. Ғәҙәттәгесә, Яҡут, Удмурт, Татарстан, Марий Эл республикаларынан әүҙем ҡатнашҡандар.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
БАШҠОРТОСТАНҒА ҠАЙТЫҒЫҘ!
|
|

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ҡалаһы вуздарына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта 15 меңдән ашыу студент республикабыҙҙан ситтә белем ала, тип хәбәр иттеләр төбәктең Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
ӨНДӘШМӘҮ - АЛТЫН ТИП АЛТЫН ҺҮҘЕҢ ЙӘШЕРМӘ
|
|

"Киске Өфө" гәзитен арыуыҡтан бирле алдырып уҡып та, бер ҙә төңөлгәнем юҡ әле. Уны ҡулыма алһам, үҙем ниндәйҙер йылылыҡ тойоп, баҫманың үҙен дә йылы ғына, тәмле генә гәзит тип атағым килә лә китә. Бындай тойғо, бәлки, бала сағымда әсәйемдән ишеткән "Тәмһеҙ һөйләмәгеҙ, кәрәген генә, ялғанламай, тәмле генә итеп һөйләшеп өйрәнегеҙ!" тигән һүҙҙәрен һеңдереп үҫкәнгәлер, бәлки, тип уйлап ҡуйған булам ҡайсаҡ.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
АЙЫРЫЛЫШЫУ СӘБӘБЕ ДӨРӨҪМӨ?
|
|

Бер нисә йыл элек "Йәшлек" гәзитендә "Мин һинең етемлектә ғәйепле түгел, балам…" тип аталған мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Шунда бәйән ителгән ғәйәт бер сетерекле хәл (аңлауымса, булған хәл) әле лә иҫтән сыҡмай.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘГЕ САРА
|
|

Рөстәм Нурыев: Өфөлә бик матур "Китап-байрам" сараһы үтте. Донъя кимәлендә бындай саралар бармы? Китапҡа ҡарата замана халҡы ниндәй мөнәсәбәттә?
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
КИТАП ҺӨЙӨҮСЕЛӘР МАЙҘАНЫ
|
|

28-30 майҙа Өфөлә IV "Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтте. "Йәрминкәгә бик күп китап нәшриәте үҙ баҫмаларын ҡуйҙы, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.- Әлбиттә, халыҡтың күпләп килеүе айырыуса әһәмиәткә эйә. Беҙҙең фестиваль китаптар һатыу тураһында ғына түгел. Бында яттан һөйләү конкурстары, яҙыусылар менән осрашыуҙар, яңы китаптарҙың презентациялары, ижади квестар үтә. Бындай киң программа йәрминкәне йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы итә. Хәҙер ауыр ваҡыт, әммә беҙ был сараны календарыбыҙҙа ҡалдырырға ҡарар иттек". Сарала ҡатнашыусы ҡунаҡтар ҙа фестиваль тураһында матур фекерҙәрен еткерҙе.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
ЙОЛАБЫҘ БУЙЫНСА ЙӘШӘЙЕК
|
|

Һуңғы ваҡытта ғаилә ҡиммәттәре юғалып ҡалыуын йәштәрҙең сит халыҡтың йолаларын, традицияларын үҙ итеүенә бәйләйем мин.
|
Уҡырға
04.06.26
|
| |
|
|
|
Биттәр : # « 9 10 11 12 13 14 15 16 17 » #
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|