Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
ГӘЗИТ УҠЫУ ҠАНАТЛАНЫП ЙӘШӘҮ УЛ
|

Янырак шулай матбуғат баҫмалары хаҡында һүҙ сыҡҡас, ниндәй гәзит уҡыйһың, тигән һорауға осраҡлы бер танышымдың: "Эй, ҡуй инде, бынауындай ваҡытта гәзит ҡайғыһы бармы..." - тип ҡул һелтәп кенә ҡуйыуы сәмемә тейҙе, ғәрлекте килтерҙе.
|
Уҡырға
19.06.20
|
|
|
БАҪМАЛАРҒА ЯҘЫЛЫП БҮЛӘКЛЕ БУЛДЫЛАР
|

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Юлдаш" радиоһы үткәргән үҙенсәлекле "Башҡортостандың милли матбуғатына ярҙам ит" акцияһына йомғаҡ яһалды. Ул Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылыуға 25 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. Акцияның һөҙөмтәләре "Юлдаш" радиоһының "Теге өсәү" тапшырыуы барышында билдәләнде.
|
Уҡырға
11.06.20
|
|
|
ШӘМЕҒОЛ ОЛАТАЙҘЫҢ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ
|

Шәмеғол Бәҙретдин улы Бикбаев - өләсәйем Ғилмикамал Бәҙретдин ҡыҙы Бикбаеваның бер туған ағаһы. Өләсәйем Әпсәләм ауылында 1898 йылда тыуған. Миңә уны күрергә яҙманы, ул 1950 йылда, мин тыуғансы вафат булғайны. Өләсәйем тураһында әсәйем Өммөкамал аша ғына ишетеп беләм. Өләсәйем бәйеттәр уйлап сығарырға оҫта булған. 35 йәшендә генә тома һуҡыр булып ҡалыуына ҡарамаҫтан, бик һәйбәт ишеткән: ҡаршыһына килгән кешене аяҡ тауышынан таныған, кешенең нимә эшләгәнен ишетеп белгән. Шәмеғол олатай өләсәйемдең күҙҙәрен аса алмаған. "Үҙеңдә көс бар, шул ҡамасаулай", - тигән.
|
Уҡырға
11.06.20
|
|
|
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ
|

Иҙрис НОҒОМАНОВ
БАШКИҪӘР
Атымды туғарып, яңғыҙ сауҡаға көрмәгәс алдына бер ҡосаҡ хуш еҫле бесән ырғыттым. Байтаҡ ара юртып, ярайһы ғына асҡаҡһырға өлгөргән хайуан шунда уҡ кинәнес менән мыртылдатырға кереште. Үҙем инде, ғәҙәттәгесә, йөрәкһей биреп, аҡ халатымды кейҙем. Ошо рәүешле саңғыларыма баҫыу минең өсөн ашҡынып көткән тулҡынландырғыс мәл. Күкшелләнеп ятҡан Ирәндек буйҙарына һәр йәкшәмбе тиерлек йөрөп тороуға ҡарамаҫтан, һунар, тигән уйҙан ғына ла ҡанатлы хистәргә бирелә башлайым. Күпме йылдар инде ошо илаһилыҡ вәғәҙә итеүсе ғәмәлгә һаман күнегеп китә лә, тыныс ҡына ҡарай ҙа алмайым. Һунар ул, уңышлы-уңышһыҙға ҡарамай, минең өсөн үҙе бер байрам. Көтөп алынған оло байрам. Хәйер, бер минең өсөн генә шулаймы икән?..
|
Уҡырға
11.06.20
|
|
|
БАШҠОРТ ЭТНОСЫ ӨФӨ-II ҠАЛАСЫҒЫНДА ЛА ФОРМАЛАШҠАН!
|

Ҡала округы Советында хакимиәт башлығының уҙған йылға йомғаҡ яһау ултырышында ҡатнашып, республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүгә 450 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында һүҙ күтәргәйне. Ул был байрамды федераль кимәлдә үткәреү инициативаһын белдерҙе һәм кәрәкле документтар әҙерләргә ҡушты. Иҫегеҙҙә булһа, нуленсе йылдар уртаһында баш ҡалала Өфө-II ҡаласығы темаһы барлыҡ матбуғат сараларының иғтибар үҙәгендә булды, сөнки Нияз Мәжитов етәкселегендәге археологтар күп ҡатлы йорт төҙөү өсөн бүленгән территорияның Өфө генә түгел, тотош Башҡортостан, Рәсәй, хатта донъя кимәлендә тарихи әһәмиәтле булыуын күтәреп сыҡты. Артабан инде унда табылған ҡаҙылма байлыҡтарға, башҡа сығанаҡтарға нигеҙләнеп, йылдар дауамында ошо теманы иғтибар үҙәгенә ҡуйып, йәмәғәтселекте, етәкселекте инандырып, Өфө ҡалаһының тарихи сығанаҡтар буйынса билдәләнгән тарихи йәше рәсми нығытылып ҡуйырға тейеш ине. Әммә әле һаман Өфө ҡалаһының түгел, ә унда тәүге урыҫ ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнәбеҙ. Тарихи хәҡиҡәт ҡасан да булһа тантана итерме? Был хаҡта ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнап йөрөгән археолог, тарих фәндәре кандидаты Әлфиә СОЛТАНОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.
|
Уҡырға
11.06.20
|
|
|
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘНӘЙ, АСЫЛЫБЫҘ - КӨНБАЙЫШ БАШҠОРТТАРЫ
|

Боронғо башҡорт ырыуҙары номенклатураһында көнбайыш башҡорттарынан булған йәнәй ырыуы ла бар, ул үҙенең килеп сығышы буйынса үтә ҡыҙыҡлы һәм бай тарихы менән бәғзе бер башҡа ырыуҙарҙан айырылыбыраҡ тора. Икенсе бер ырыуҙар менән сағыштырғанда уға йәнәш юрматы ырыуын ғына атап китергә булалыр. Башлыса, тап ошо ике башҡорт ырыуының килеп сығышында венгр-мадъяр эҙҙәрен юллап була.
|
Уҡырға
11.06.20
|
|
|
ЕТЕ ҠАТ ЕР АҪТЫНДА ЙЫЛАН КӨЙШӘГӘНЕН ҺИҘӘ
|

Башҡорттарҙа күңеле һиҙгер, аҡыллы кеше тураһында "Ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙә" тиҙәр. Был әйтемдең бик боронғо (бер нисә мең йыллыҡ) тарихы бар һәм уның тамыры башҡорттоң боронғо ата-бабаларының береһе булған арийҙар (һинд-ирандар) менән бәйле.
|
Уҡырға
11.06.20
|
|
|
ӨФӨ УЙНАЙ
|

Өфө ҡала хакимиәте уҡыусыларҙың йәйге ялы файҙалы һәм күңелле үтеүен хәстәрләп, "Өфө уйнай - 2020" оффлайн уйынын ойоштора. Сара тураһында тулы мәғлүмәтте журналистар менән осрашыуҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, хакимиәттең Мәғариф идараһы начальнигы Елена Хаффазова һәм Йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе Роман Янгуров еткерҙе.
|
Уҡырға
11.06.20
|
|
|
УҠЫУ ЛӘЗЗӘТЕНӘН МӘХРҮМ БУЛМАЙЫҠ!
|

"Киске Өфө"нөң үткән бер һанында Миләүшә Ҡаһарманованың "Ә һеҙ гәзиткә яҙылманығыҙмы ни?" тип бер ағайҙы оялтҡаны хаҡындағы мәҡәләне уҡығас, Айгиз Баймөхәмәтовтың да шундайыраҡ бер хәл тураһында яҙғаны иҫемә төштө.
|
Уҡырға
11.06.20
|
|
|
|
ИСПАНКА
|

Таңһылыу ҠАРАСУРИНА
(Хикәйә)
Элек анһат ине: ҡыңғырауға баҫалар, ул зыңғырлай, һин ишегеңде асаһың. Ә бына подъездарға тимер ишектәр ҡуйып сыҡҡайнылар - башланды. Ишек телефонына өйрәнеп китә алмай байтаҡ ҡына аптыранды Сусана әбей. Тәүҙәрәк, ул зыңғырлаһа, кеҫә телефонын ала ла, уныһының өнө-тыны сыҡмаһа ла:
- Әлеү - әлеү! Кем һин? Кем әле был? - тип, бер килке ҡаңғырып ала ине. Шунан, яуап булмағас, һуҡрана-һуҡрана ишек телефонына тотона.
- Мына бер бәйнәт! Ҡайһы алйото уйлап сығарҙы икән был бәйнәтте? Кем? Хто? Ә, һинме ни? Әйҙә, ин! - тип, ингән кешене айҙай балҡып ҡаршы ала үҙе.
|
Уҡырға
04.06.20
|
|
|
БАШҠОРТ МИЛЛИ ХӘРӘКӘТЕ: ТАРИХТЫ ХАЛЫҠ ҮҘЕ ЯҘҘЫ
|

Бынан тап 25 йыл элек, 1995 йылдың 1-2 июнендә, башҡорт донъяһында онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырып, үҙгәртеп ҡороу һәм яңырыу кисергән Рәсәй шарттарында халҡыбыҙҙы рухи тергеҙеү һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелгән, уның ижтимағи-сәйәси, иҡтисади һәм рухи-мәҙәни тормошоноң барса өлкәләрендәге төп маҡсаттарҙы билдәләгән ололарҙан оло милли йыйын - I Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылды. Ошо дөйөм халыҡ ҡоронда Башҡортостанда, Рәсәйҙең милли республикаларында, сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорттарҙан һәм башҡа халыҡтар вәкилдәренән 596 кеше делегат булып, 187 кеше ҡоролтай ҡунағы сифатында ҡатнашты. Әлбиттә, ошо тарихи ваҡиға милли яңырыу кисергән халҡыбыҙ тарафынан яҡын киләсәк хаҡына планлаштырылған эштәргә этәргес һәм дәртләндергес рухи көс булып ҡабул ителде. Эйе, сирек быуат элек яңынан тоҡанған башҡорт рухы уты халҡыбыҙҙың күп быуаттар дауамында тарихи хәтерендә, милли үҙаңында һаҡлана килгән ирекле һәм үҙаллы йәшәүгә ынтылышының асыҡ бер сағылышы булды. Ошо үтә күркәм үә рухи күтәренкелек менән үткән сараны иҫкә төшөрөп, тарих фәндәре докторы, профессор, I - III Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты Марат Мәхмүт улы ҠОЛШӘРИПОВ менән башҡорт милли хәрәкәтенең тарихи тамырҙары, ошо процесҡа хас булған тарихи күсәгилешлек хаҡындағы фәһемле әңгәмәбеҙҙе уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
04.06.20
|
|
|
ЙӘЙӘҮЛЕ МӘХМҮТ КЕМ УЛ?
|

Нисәмә йылдарға һуҙылған башҡорт ихтилалдарында Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Ҡараһаҡал, Килмәк Нөрөшев кеүек исемдәре бөгөнгө көнгә килеп еткән, шул уҡ ваҡытта исемдәре тарих төпкөлдәрендә юғалып ҡалған батырҙар, юлбашсылар байтаҡ булған, әлбиттә. Баш күтәреүселәрҙең береһе тураһында ғәжәп бер тарих һөйләмәксебеҙ. Был өҙөк тарихсы Салауат Таймаҫовтың "Бөрйәндәр" китабынан алынды.
|
Уҡырға
04.06.20
|
|
|
АЛЫҪҠА КИТМӘЙЕНСӘ СИБАЙҘА ЛА БЕЛЕМ АЛЫП БУЛА
|

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш райондар йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге булараҡ, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Уҡыу йортоноң бөгөнгө хәле, киләсәккә пландары, юғары белем тармағындағы үҙгәрештәр, бөгөнгө киҫкен хәлгә бәйле абитуриенттарҙы ҡабул итеү буйынса яңылыҡтар менән яҡындан танышыу маҡсатында Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы, техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы Азат ВӘЛИЕВ менән әңгәмәләштек.
|
Уҡырға
04.06.20
|
|
|
СЫСҠАНДАР ТӘЖРИБӘҺЕ, ЙӘКИ ИҢ ҠУРҠЫНЫСЫ - УЛ РУХИ ҮЛЕМ
|

Америка ғалим-этнологы Джон Кэлхуна кешелек донъяһының, әҙәмдәр холҡо һәм ҡылығының төрлө күренештәрен асыҡлау өсөн йөҙ төрлө тәжрибә үткәргән. Ул халыҡтың, йәмғиәттең ниндәйҙер тәбиғилектән тайпылыштарын аңларға һәм аңлатырға тырышҡан. Уның "Йыһан эксперименты - 25" тигән тәжрибәһе киң билдәлелек алып, ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
|
Уҡырға
04.06.20
|
|
|
ТИҘ ЭШЛӘНДЕ...
|

Май һуңында Өфө районының "Зубово" индустриаль паркы территорияһында коронавирус инфекцияһы сирлеләрҙе ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән яңы клиника-диагностика инфекцион үҙәк асылды. Был сараға Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ла килде.
|
Уҡырға
04.06.20
|
|
|
|
ШАҒИР БУЛЫП КИТМӘГӘН, ШАҒИР БУЛЫП ТЫУҒАН УЛ
|

Өфө-Сибай поезында халыҡ мыжғып торған туҡһанынсы йылда, Өфөгә абитуриент булырға китеп барған саҡта танышҡайныҡ беҙ Дамир Шәрәфетдинов менән. Әле уның шағир икәнен дә, абруйлы "Йәшлек" гәзитенең яуаплы сәркәтибе икәнен дә белмәгән саҡта, шығырым тулы поездың дөйөм вагонында бер һәндерәгә тура килдек. Беҙ өс йәш ҡыҙ, ул яңғыҙы. Шунда уҡ танышып-һөйләшеп киттек. Ҡаланы белгән кеше булараҡ, ул беҙгә БДУ тәңгәлендә ниндәй ашханаларҙа ашарға һәм ниндәй магазиндарҙан талонға аҙыҡ-түлек алырға икәнде аңлатты. Ә беҙ ул һөйләгән арала уның тәҡдим иткән прәниктәрен ҡоролай ашап та бөттөк. Унан ярты төнгәсә сәй эстек. Ул беҙҙе нимәләрҙер һөйләп сәсәгәнсе көлдөрҙө. Аҙаҡ беҙгә урынын биреп, вагондың сумаҙан ҡуя торған өсөнсө кәштәһенә менеп ятты...
|
Уҡырға
29.05.20
|
|
|
АБРУЙ, ХӨРМӘТТЕ ИЛЛЕ ҺУМҒА АЛЫШТЫРҘЫ
|

Өйҙә ҙур ҡыҙым менән икәү генәбеҙ, атайҙары, һәр ваҡыттағыса, эштә, ҡалған балаларым тышта уйнайҙар. Улар көндөң көнө буйына уйнап туя алмай, өйгә әллә нимә менән алдаштырһаң да индереп алып булмай. Эҙләп, саҡырып алып тамаҡтарына ашатамаһаң, ашауҙы ла оноталар хатта. Ә инде көсләп алып инһәң, ашарға ултыртырмын тимә, унан-бынан аяҡ өҫтө ҡапҡылайҙар ҙа тағы урамға атылалар.
|
Уҡырға
29.05.20
|
|
|
ЗӘҢГӘР ТӨЙМӘ
|

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА
Хикәйә
Хафиз ҡайыш ҡамсыһын шыйылдатып өҫкә күтәргәйне генә ауыр имән ишек асылып китте. Өйҙәгеләр барыһы бер юлы шымып, инеүсегә боролдо. Унда тупһа аша атлап өлгөргән дә, ингәс кенә хәлде аңғарып ҡалып, ни сәләм бирергә, ни борлоп сығып китергә белмәгән ҡарашта дәрүиш ҡарт баҫып тора ине. Әле генә йортто осороп алып барған ҡатындарҙың йөҙөндә башта юғалып ҡалыу, унан оялыу, хатта ояттарынан ер тишегенә инеп китергә теләү ғәләмәте сағылды. Икәүһе шулай итте лә: шаршау артына йәшенеп өлгөрҙө. Олораҡ ҡатын ярһыуҙан ҡыҙарып киткән йөҙөн яулыҡ осо менән ҡаплай биреп, ынтылып, иренең һаман үрҙә торған ҡулына төрттө. Ире ҡамсыһын урындыҡ аҫтына бырғатып өлгөрҙө.
|
Уҡырға
29.05.20
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|