|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
|
|
|
ХАЛҠЫБЫҘ РУХЫН ӨҪТӨБӨҘҘӘГЕ КЕЙЕМЕБЕҘ ҘӘ ҺАҠЛАЙ БИТ
|
|

Күптән түгелге бер командировкам мәлендә Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылына - ихтирамлы ағинәй, данлыҡлы ҡобайыр башҡарыусы Вәсилә апай Садиҡоваға һуғылдым. Килеремде алдан шылтыратып әйткәйнем. Апай, әбйәлилдәрсә, бишбармаҡ бешереп, буҙа ҡойоп, милли кейемдә әйҙүкләп ҡаршыланы. Үҙенән һәм йортоноң һәр йыһазынан нур бөркөлөп тора. Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне. Ҡәләмдәштәремдең, минең яҙғандарҙы, радио һәм телевидение аша сығыштарҙы ятҡа тиерлек белә, күҙәтеп бара. "Һеҙгә күҙ төбәп торам", тип күңелде үҫтереп ебәрҙе. Ағинәйҙең миңә тип әҙерләгән сюрпризы ла булған икән. Ул да булһа - 10 һорау. Йәшәйешебеҙҙең бер генә проблемаһына ла битараф булмаған, көнө-төнө йәмәғәтселек, милләт хәстәре менән йәшәгән кешене борсоған һорауҙар улар. Әйтергә кәрәк, уларҙа бик ҡыйыу һәм көнүҙәк проблемалар сағылыш таба. Вәсилә апай кинәйәләп-минәйәләп тормай, туп-тура ярып һалды һорауҙарын.
Элек апайға һуғылғанда үҙем уға һорауҙар биреп, бәхәс ҡорһам, гәзиткә материал әҙерләһәм, был юлы ролдәрҙе алыштырҙыҡ. Шул әңгәмәбеҙҙе гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, ошо "Уҡыусынан ун һорау" рубрикаһын дауам итеүселәр ҙә табылыр.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
|
Уҡырға
03.04.18
|
| |
|
|
ӘЛ ИҘРИСИ БАСДЖИРТТАРЫ, ЙӘҒНИ XII БЫУАТТА ЕВРОПАҒА БИЛДӘЛЕ БАШҠОРТ ИЛЕ ТУРАҺЫНДА
|
|

Һәр халыҡтың үҙ тарихы булып, һәр ҡайһыһы яҙмышына яҙғанын кисерә, һәм уларҙың береһенең дә тарих боролмаларында юғалып ҡалғыһы килмәй. Милләт яҙмышы өсөн тарих һабаҡтарынан да баһалыраҡ башҡа ҡиммәттәр юҡтыр. Тап шуның өсөн дә боронғо башҡорттар һәм башҡорт иле тураһындағы яҙма мәғлүмәттәр ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта уларҙың донъя фәнендә билдәле булғандарын да беҙ тейешенсә өйрәнеп бөтә алғаныбыҙ юҡ әле. Мәҫәлән, XII быуатта Сицилияның норман короле Рожер II һарайында йәшәгән ғәрәп географы әл Иҙриси ул замандағы халыҡтар, уларҙың илдәре тураһында киң һәм бай мәғлүмәт туплап, "Донъя гиҙеүҙе хушһынғанға йыуаныс" исемле энциклопедик характерҙағы ҙур хеҙмәт яҙа. Был китапта боронғо башҡорттар тураһында ла шаҡтай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелгән. Беҙҙең өсөн бына нимә мөһим: бынан 850 йыл элек һәм унан да әүәлерәк башҡорт халҡы Европала үҙ иле (территорияһы), хужалығы, ғәскәре, ҡалалары, үҙенсәлекле теле булған үҙаллы халыҡ рәүешендә билдәле була. Мәскәү тарихсыһы Ирина Коновалованың "Әл Иҙриси Көнсығыш Европа илдәре һәм халыҡтары тураһында" тигән ҙур ғилми хеҙмәтенән ошо ғәрәп географының башҡорт иленә арналған яҙмаларын һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
|
Уҡырға
03.04.18
|
| |
|
|
КӨРШӘК ВАТЫЛҒАС ТҮГЕЛ, ВАТЫЛМАҪ ЭЛЕК КИҪӘТЕРГӘ КӘРӘК!
|
|

Өфө ҡала округы хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмә Кемероволағы фажиғәгә бәйле бер минут тынлыҡ менән башланды. Рәсәйҙе генә түгел, донъя йәмәғәтселеген тетрәндергән ваҡиға тормошобоҙҙа күҙәтелгән ысынбарлыҡҡа реаль күҙлектән сығып ҡарарға һәм аныҡ һығымталар яһарға мәжбүр итте. Сөнки "барыһы ла яҡшы" тип отчет биреү йәки кеҫәгә инеп ятҡан сумма күләменең етешһеҙлектәргә күҙ йомдороуы юғары хаҡ - кеше, шул иҫәптән бер ғәйепһеҙ сабыйҙар ғүмерҙәре менән түләнә.
|
Уҡырға
03.04.18
|
| |
|
|
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
|
|

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/ китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
|
Уҡырға
27.03.18
|
| |
|
|
УҠЫУСЫ ӘҘЕР БУЛМАЙЫНСА, УҠЫТЫУСЫ КИЛМӘЙ УЛ...
|
|

Император ғәли йәнәптәре, ауырып, аяҡтан яҙа. Күпме тырышһалар ҙа, табиптар уны дауалай алмай. Ярты донъяны баҫып алған хаким ауырыу алдында көсһөҙ булып сыға. Асыуланған император уны аяҡҡа баҫтыра алмаған табиптарҙың башын киҫергә ҡуша. Яҡын тирәлә йүнле табип ҡалмай. Бер көн император вәзирен саҡыра ла:
- Тағы ла берәй табип ҡалдымы? - тип һорай.
- О, минең батшам, башҡаса ҡалманы. Һеҙ үҙегеҙ уларҙың башын киҫергә ҡуштығыҙ бит, - ти вәзир.
- Берәү ҙә ҡалманымы ни?
|
Уҡырға
27.03.18
|
| |
|
|
ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИҘЕҢ БИЛДӘҺЕҘ ФОТОГРАФИЯҺЫ
|
|

Фотографиялар тарихты өйрәнеүҙә ҡиммәтле сығанаҡтарҙың береһе булып тора. Улар аша беҙ үткәндәрҙәге тарихи ваҡиғалар, билдәле шәхестәрҙең тормошо тураһында бай мәғлүмәт ала алабыҙ. Ғөмүмән, фотография тарихты объектив күҙалларға мөмкинлек бирә. Шуға күрә лә табылған һәр тарихи фотография үҙе бер асыш булып тора. Бигерәк тә ул билдәле тарихи ваҡиға йәки арҙаҡлы шәхестәр менән бәйле булһа.
|
Уҡырға
27.03.18
|
| |
|
|
|
|
ТОТОРОҠЛОЛОҠ ҺАЙЛАНЫҠ
|
|

18 мартта илдә Рәсәй Президентын һайлауҙар үтте. Өфө ҡалаһы халҡы ла был көндө юғары гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәтте. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡала халҡының 72,41 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашты. Был Волга буйы федераль округы ҡалалары һәм илдең миллионлы ҡалалары араһында иң ҙур күрһәткес.
|
Уҡырға
27.03.18
|
| |
|
|
КИНО ТАРИХ ТҮГЕЛ...
|
|

Беренсе каналдан "Алтын Урҙа" киносериалы бара һәм уны күптәр йотлоғоп ҡарай. Интернет селтәрҙәрендә лә был фильм хаҡында ҡыҙыу бәхәстәр бара, бигерәк тә төрки халыҡтары сайттары бик әсе тәнҡит менән сығыш яһай.
|
Уҡырға
27.03.18
|
| |
|
|
ЕҢЕҮ ЯУЛАУ ӨСӨН КӨС ҺАЛЫРҒА КӘРӘК ШУЛ
|
|

Ошо көндәрҙә баш ҡалала "Шаяниум-2018" шаяндар һәм отҡорҙар ҡала конкурсының финал уйыны үтте. Ун алтынсы тапҡыр ойошторолған был бәйгелә быйыл бөтәһе илле команда ҡатнашҡан, шуларҙың ҡырҡ икеһе уҡытыу урыҫ телендә алып барылған белем усаҡтарынан булған. Финал уйынына һайлап алынған иң яҡшы ете команда үҙенең сығышын Ғаилә йылына ишаралап, "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр" тигән темаға арнаны.
|
Уҡырға
27.03.18
|
| |
|
|
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
|
|

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/ китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
|
Уҡырға
20.03.18
|
| |
|
|
БАЙРАМ БАЙМАҠСА БУЛДЫ!
|
|

...Яҙ башы булыуға ҡарамаҫтан әле һаман да ап-аҡ ҡар юрғаны аҫтында тыныс ҡына иҙерәп ятҡан яландан ҡар бураны борҡотоп сабып килеп сыҡҡан һыбайлылар ирекһеҙҙән асфальт юлдан елеп барған машиналарҙы туҡтарға мәжбүр итте. Әйтерһең дә, ҡапыл тарих тәгәрмәсе кирегә әйләнде... Хәрби кейемдәрҙә ҡандай ал байраҡ һәм Башҡортостан флагын тотҡан башҡорт ғәскәрҙәренең ҡунаҡтарҙы Баймаҡ районы сигенән ҡаршы алыуы һәм Темәс урамынан оҙатып барыуы (тарихи реконструкцияны ойоштороусы - Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов) форумда ҡатнашыусыларҙы ысынлап та теүәл бер быуат элекке заманға алып ҡайтты.
|
Уҡырға
20.03.18
|
| |
|
|
ТАШТАҒЫ ЭҘҘӘР КЕМДЕКЕ?
|
|

Май бешмәк - йән сыҡмаҡ, бесән сапмаҡ - уйнамаҡ та көлмәк, тигән ти борон бер килен. Эй күңелле була торғайны шул күмәкләп хужалыҡ малына бесән әҙерләү өмәһенә йөрөүҙәре. Үткер салғыларҙың йәш үләнде ҡыршылдатып киҫеүе, бесәнселәрҙең, ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп, шат тауыш менән көлөшөп алыуҙары, өмәселәргә ярҙамға килгән тракторҙың тигеҙ генә гөрөлдәүе, "сынҡ-сыңҡ" итеп салғы сүкеүҙәр, мәтрүшкәле урман сәйе - ауыл кешеһенең йәненә, тәненә һеңгән күңелле бер мәл инде ул бесән осоро.
|
Уҡырға
20.03.18
|
| |
|
|
ӨЙЛӘНЕШКӘС ТӘ АТА-ӘСӘҺЕНӘН АЙЫРЫМЛАНМАҺЫН БАЛА
|
|

Гәзитебеҙҙең үткән һанында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған "Ғаилә - туған тел һаҡсыһы" тигән бәйгенең финал өлөшөндә ҡатнашҡан ғаиләләр тураһында һүҙ башлағайныҡ инде. Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылында йәшәүсе Фирүзә менән Флорид ИҪӘНСУРИНдар ҙа был бәйгелә еңеүселәрҙең береһе булды. Морат исемле ул, Айгүзәл менән Әлиә исемле ике ҡыҙ тәрбиәләй улар. Ғаилә башлығы Салауат ҡалаһында янғын һүндереүсе булып эшләһә, Фирүзә Йәлембәт мәктәбендә балаларға белем бирә. Халҡыбыҙҙың аҫыл рухи хазиналары - фольклор һәм йолалар, йыр-бейеү аша тәрбиәләй улар балаларын. Был эштә олатай менән өләсәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡәйнә-килен араһындағы йылы мөнәсәбәт менән дә уларҙың ғаиләһе үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Ҡәйнә - Нәзиә ханым һәм килен Фирүзә Иҫәнсуриналар менән ошо хаҡта һөйләшеп алдыҡ.
|
Уҡырға
20.03.18
|
| |
|
|
|
|
ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫ УҠЫЙБЫҘ, ЯРАТАБЫҘ
|
|

Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында "Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады" республика ижади проекттар конкурсы үтте. Бишенсе йыл рәттән уҙғарылған сарала быйыл айырым сығыш яһаусы 37 уҡыусы һәм 11 коллектив ҡатнашты. Уларҙы Зәйнәб Биишеваның улы - химия фәндәре кандидаты, профессор Тельман Әминов, Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфиә Ҡаһарманова, Калинин районы мәғариф һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса идаралыҡ етәксеһе Лариса Бочкарова сәләмләп сығыш яһаны.
|
Уҡырға
20.03.18
|
| |
|
|
ЯУЛАНҒАНДЫ ЮҒАЛТМАЙЫҠ, ТИМ
|
|

Февралдән мәктәптәр буласаҡ 1-се класс уҡыусыларынан документтар ҡабул итә башланы. Һәр атай-әсәй балаһының уңышлы, белемле һәм тәрбиәле булыуын теләй һәм иң яҡшы уҡытыусыға, алдынғы белем биреү учреждениеһына бирергә хыяллана.
|
Уҡырға
20.03.18
|
| |
|
|
ҮҪЕШӘЙЕК, КАМИЛЛАШАЙЫҠ!
|
|

Әллә олоғайыу касафаты, һуңғы йылдарҙа милләт яҙмышына байҡау яһап, атай-олатайҙарыбыҙ өлгәшкән уңыштарға ҡыуанып-ғорурланып, уңышһыҙлыҡтарының сәбәптәрен эҙләп, бик көйгәләккә әйләнеп киттем әле.
|
Уҡырға
20.03.18
|
| |
|
|
ХӘҠИҠӘТ - УЛ БЕҘҘЕҢ АСЫЛЫБЫҘ, БЫЛ ДОНЪЯЛА БАШҠОРТ ҠАТЫНЫ БУЛЫП ЙӘШӘҮЕБЕҘ
|
|

Республика ағинәйҙәре үткәргән бөтә сараларҙың да юғары кимәлдә ойошторолоуына, уларҙың ябай ғына бер кисәне лә йәмле, күңелдәрҙе нурландырған яҡты байрамға әйләндерә белеүенә күнегеп бөткәнбеҙ хәҙер. Шундай тәү ҡарамаҡҡа ябай, әммә ихлас күңелдән ойошторолған "Йылҡы ите йәшәтер, ҡыр сейәһе йәшәртер" тип исемләнгән байрам Йылайыр районы Юлдыбай ауылында үткәрелде. Был байрамға Сибай, Өфө, Учалы ҡалаларынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәләүез, Күгәрсен, Бөрйән райондары ағинәйҙәре ҡунаҡ итеп саҡырылды.
|
Уҡырға
16.03.18
|
| |
|
|
ТӘНЕҢДЕ АРТЫҠ АҘЫҠТАН, ЙӘНЕҢДЕ БЫСРАҠЛЫҠТАН ҺАҠЛА!
|
|

Бөгөн ҡатын-ҡыҙ матурлығын баһалау ҙа яңыса ҡараш алды булһа кәрәк. Улай тиһәң дә... Ниндәй генә заманда ла ул гүзәллекте шул сибәрлек, аҡыл, сәләмәт рух һәм тән билдәләйҙер инде. Әммә бөгөнгө күҙлектән үҙ-үҙеңде тәрбиәләй белеү, кейенеү, стиль формаларын тотоу, биҙәнеү, биҙәүестәрҙе ҡуллана белеү кеүек төшөнсәләр ҙә ҙур роль уйнай. Был юлы ошо хаҡта һәм ҡатын-ҡыҙ тормошона бәйле башҡа төшөнсәләр тураһында әңгәмә алып барыусыларыбыҙ "Сәләмәт ғаилә" медицина үҙәге етәксеһе Зилә АКСЕНОВА һәм стилле башҡорт кейемдәре, биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Сәрүәр АСЛАЕВА булыр.
|
Уҡырға
16.03.18
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|