Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
|
|
КЕМДӘР УЛАР,КИСКЕ ӨФӨНӨ ИЖАД ИТЕҮСЕЛӘР?
|
Йыл аҙағында үткәндәргә йомғаҡ яһау йолаһы бар. Йомғаҡлау һүҙҙәрен әле йыл башында ла әйтербеҙ, ләкин быйылғы йылдың һуңғы 52-се һанын ҡулығыҙға алғанда ошо осорҙа "Киске Өфө"нө ижад итеүгә кемдәр айырыуса көс һалғанын белеп тороу ҙа ҡамасауламаҫ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ҠЫШ БАБАЙ ҺӘМ ЭҪЕ БАБАЙ
|
Яңы йылды барыһы ла ярата һәм көтөп ала. Шуға күрә Яңы йылға бәйле ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле факттарҙы иҫкә төшөрөү урынлы булыр. Шулай итеп, башланыҡ!
- Яңы йылды ҡаршылау төрлө халыҡта ныҡ айырыла. Мәҫәлән, Боронғо Вавилонда байрам яҙ айына тура килгән. Был ваҡытта батша ярандары менән ҡаланан сығып китер булған һәм ҡала халҡы иркенләп байрам иткән, күңел асҡан.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ШӘЛ БӘЙЛӘЙЕК!
|
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында "Башҡорт шәле" республика күргәҙмә-конкурсы үткәрелде. Шәл бәйләүсе оҫтабикәләрҙең ҡул эштәренән торған тәүге күргәҙмә 19 йыл элек Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан уҙғарыла. Быйыл Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр үткән фестивалдә иһә Ейәнсура, Күгәрсен, Стәрлебаш, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Мәләүез райондарынан һәм Стәрлетамаҡ, Күмертау, Сибай ҡалаларынан шәл бәйләүселәр ҡатнашты.
Дебет шәл, тиһәләр, һәр ваҡыт өләсәйемдең ап-аҡ дебеттән һуғылған ҙур һуҡма шәле күҙ алдыма килә. Ул шәлде өләсәйем ҡәҙерләп, байрамдарҙа ғына сығарып ябына торғайны. Ә миңә, яратҡан ейәнсәренә, шул һуҡма шәлгә төрөнөп ултырып, кистәрен өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙе тыңлау, "Аҡбуҙат" журналын ҡат-ҡат уҡытыу бәхете йышыраҡ тәтей ине. Һуҡма шәлдең дебете иҫ киткес яҡшы ҡалҡҡан, һыйпап ҡараһаң, бесәй кеүек, инде йомшаҡ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
БАШЫМА ҠЫҘЫҠЛЫ ИДЕЯ КИЛӘ ИКӘН, ШУНДА УҠ ҒӘМӘЛГӘ АШЫРЫРҒА ТОТОНАМ
|
"Егерме йылдан "Мин халҡыма файҙа килтерерлек ҡайһы бер эштәр эшләнем" тигән уй менән йәшәргә теләр инем", - тип йылмая Илдар. Ысынын әйткәндә, унан мин башҡа яуап көтмәгәйнем дә. Илдар Кинйәбулатов башҡорт интернеты булдырыуға тәү башлап юл ярыусыларҙың береһе - ул "Бәйләнештә" социаль селтәренең интерфейсын туған телгә тәржемә итте, Android һәм Мac OS өсөн башҡорт клавиатураһын сығарҙы, "Юлдаш" һәм "Ашҡаҙар" радиолары ҡушымтаһын булдырҙы. Әлеге көндә иһә ул башҡорт электрон китапханаһы өҫтөндә эшләй. Ә егерме йылдан унан нимә көтөргә? Уның үҙе менән әңгәмәләшәбеҙ.
Илдар, тәүҙә һинең тамырҙарың тураһында һөйләшеп үтәйек...
- Сығышым менән Стәрлетамаҡтанмын. Ҡала мөхитендә үҫһәм дә, миндә бала саҡтан милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙеләр - әле лә әсәйем һөйләгән башҡорт халыҡ әкиәттәре хәтерҙә. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа һүрәт төшөрөү, дизайн һәм музыка менән ҡыҙыҡһындым. Композитор булам, тип хыялланған ваҡыттар ҙа булды. Юғары кластарҙа автомобиль дизайны менән ныҡлап мауыға башланым. Ул ваҡытта был һөнәргә Рәсәйҙең өс ҡалаһында - Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Екатеринбургта ғына уҡыталар ине. Атай-әсәйем ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, мин илдең баш ҡалаһын һайланым. Күрәһең, интуитив рәүештә үҙәккә тартылғанмындыр. Бында Мәскәү дәүләт машина төҙөү университетында (МАМИ) уҡып сыҡтым.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ҠЫШ БАБАЙҒАТИГӘН ХАТТЫ АТАЙҒА БИРЕРГӘ КӘРӘК
|
Бала саҡта тыуған көндән башҡа тағы ла бик-бик көтөп ала торған бер байрам бар. Эйе, эйе, һүҙ мөғжизәле Яңы йыл тураһында. Шуның өсөн дә ул, тәү сиратта, балалар байрамы тип аталырға хаҡлылыр, моғайын. Яңы йыл, уның менән бергә килә торған бүләкле Ҡыш бабай тураһында Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан 308-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Лиә Усманова, Айбулат Ғәлин, Арыҫлан Күсмәев, Сабина Ғибаҙуллина менән әңгәмәләшәбеҙ.
Яңы йылды башҡа байрамдарҙан нисек айырырға була?
Лиә: Иң тәүҙә күп итеп йыр өйрәнергә кәрәк. Был байрамда йырлайһың да йырлайһың инде...
Арыҫлан: Башҡортса тыпырлап бейергә лә кәрәк унда.
Сабина: Был байрамда Ҡыш бабай була. Ә әсәйҙәр байрамына ул килмәй, йылынан ҡурҡалыр инде. Ана шул Ҡыш бабайға шиғырмы, әкиәтме һөйләп күрһәтергә кәрәк.
Арыҫлан: Телевизорҙан күрһәткән Ҡыш бабай русса һөйләшә, ә беҙҙең балалар баҡсаһына башҡорт Ҡыш бабайы килә! Ул беҙҙең менән башҡортса һөйләшә, йырҙар йырлай.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей) ырыуҙарына ҡараған өс томы сыҡты ла инде, яҡын арала унлар һәм ҡаңлы ырыуҙарына арналған томдарҙың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллективының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
МИЛЛИ КӨРӘШ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘЙЕК!
|
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Динамо" спорт комплексында милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй чемпионаты үтте. Башҡортостан көрәшселәре, ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө күрһәтеп, был юлы күрше Татарстан спортсыларына беренселекте бирергә булды. Һөҙөмтәлә, командалар буйынса Валерик Зөлҡәрнәйев тәрбиәләнеүселәре, йәғни, беҙҙекеләр - икенсе, Ульяновск өлкәһе егеттәре өсөнсө урынға ҡалды. Шәхси беренселектә Салауат батыр, Алдар батыр вариҫтары: 60 килограмм ауырлыҡ категорияһында - Илфаҡ Ибәтуллин, 65-тә - Рәмил Ғәлимов һәм 100 килограмдан ауырыраҡтар араһында Рөстәм Арыҫлановтар бронза миҙал яулаһа, 70, 85 һәм 90 килограмм ауырлығы категорияһындағы спортсыларҙан - Артур Зөлҡәрнәйев, Наил Мөхәмәтйәнов, Айгиз Зәйнетдинов республика йыйылма командаһы иҫәбен көмөш миҙалдар менән тулыландырҙы.
Мәсетле районы Һөләймән ауылы егете, милли көрәш буйынса спорт мастеры, быйыл ғына өс тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яулаған Айгиз Зәйнетдинов менән ярыш алдынан бер талай әңгәмәләшеп алғайныҡ. Әңгәмә барышында геройыбыҙҙың бик үҙенсәлекле һыҙаттары асылды. Мәҫәлән, ул үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа спиртлы эсемлек эсеп, тәмәке көйрәтеп ҡарамаған. Замандаштарынан айырмалы рәүештә, егет социаль селтәрҙәрҙә ултырыу сире менән дә "ауырымай" икән. Батырыбыҙға көрәшсе булып китеүенең сәбәбе, көрәштә була торған ҡайһы бер хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу саралары, нисек баһадир кәүҙәле булыу сере тураһында һәм бөгөнгө ярышҡа ҡағылышлы бер-нисә һорау бирҙек.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ӨҪТӨНЛӨКТӨ ҮҘЕБЕҘ БЕШЕРГӘН РИЗЫҠТАРҒА БИРӘЙЕК!
|
Бөгөн Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ғына түгел, һәр ауылда Яңы йыл алдынан ғына була торған күңелле ығы-зығы күҙәтелә. Майҙандарҙа биҙәлгән шыршылар, боҙ һындар урын алған, сауҙа үҙәктәрендә генә түгел, төрлө ойошма-учреждение биналары алдында ла төрлө төҫтәге уттар, биҙәктәр күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Өйҙәрҙә лә Яңы йылды ҡаршылыу өсөн күңелле әҙерлек бара. Бөгөн беҙ ошондай күтәренке кәйеф менән тулған, яҡты һәм матур өйҙәрҙең береһендә ҡунаҡтабыҙ. Йылайыр районы Йылайыр ауылында йәшәүсе оҫта хужабикә Миңһылыу АБДУЛЛИНА Яңы йыл табыны әҙерләү хаҡындағы серҙәре менән бүлешә.
- Беҙҙең ғаиләлә өс бала - ике ҡыҙ һәм бер малай - үҫә. Бала йөрәгендә тыуған йортҡа, ғаиләгә, туғандарына ҡарата йылылыҡты һәм ихтирамды атай-әсәй тәрбиәләй. Был ҡоро һүҙгә, күрһәтмәләргә йәки кәңәштәргә генә ҡайтып ҡалһа, ыңғай һөҙөмтәгә әллә ни өлгәшеп булмай. Шуға күрә ундай тойғоларҙы үҙебеҙҙең өлгөбөҙҙә, эшләгән эшебеҙҙә күрһәтергә тырышабыҙ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
БАЛАЛАР МЕНӘН КӘҮҘӘҢ БЕЙЕКЛЕГЕНӘН ТОРОП ҺӨЙЛӘШМӘ!
|
Минең дә үҙемә оҡшамаған, "Килешмәйем!" тиер күренештәр бар был тормошта. Мәҫәлән, ололар менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында бәйән итмәксе булдым әле гәзит биттәрендә.
Мин бәләкәй малайҙарға: "Нимә ҡыҙыҡай һымаҡ илап тораһың? Хәҙер үк туҡта!" тип әйтеүҙәре менән килешмәйем. Бында нимәһе насар икәнен дә аныҡ ҡына әйтеп булмай - малай булып тыуған өсөн генә үҙенең хис-тойғоларын күрһәтеүҙе тыйыумы, әллә улар күңеленә "ҡыҙҙар илаҡ, йомшаҡ", тигән фекер һеңдереүме? Кисерештәрҙе күрһәткән өсөн ғәйепләргә ярамай. Әгәр ҙә бала илай икән, малаймы ул, ҡыҙмы - мөһим түгел, тимәк, уға әлеге ваҡытта ауыр, уны нимәлер борсой, шомландыра, ҡурҡыта. Ошо мәлдә уға "Нимә ебеп тораһың!" тип ҡысҡырыуҙан уның хәле яҡшырмаясаҡ, киреһенсә, тағы ла хөртәйәсәк. Терәк-таяныс тойоу урынына ул шелтә ала. Күңеле кителгән, ололарҙың үҙен аңламағанынан төшөнкөлөккә бирелгән бала йомоҡҡа, аралашмаусанға әйләнә. Шунан: "Улым менән уртаҡ тел таба алмайбыҙ", тип бар донъяға яр һалып аптырайбыҙ. Кем ғәйепле? Миңә ҡалһа, яуап асыҡ.
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
ЯҠШЫҒА ӨМӨТ ИТЕП БАШҠАҺЫНА ӘҘЕР БУЛЫП ЙӘШӘЙЕК!
|
Яңы йыл байрамы алдынан ҡыҙыҡ иттеләр булды инде: доллар, евро ҡиммәтләнеү менән бәйле хәбәрҙәрҙән күптәрҙә байрам ҡайғыһы китте. Урамда ла, транспортта ла, хатта мунсала ла шул хаҡта һөйләйҙәр. Кемдер сит ил көнкүреш техникаһы ҡиммәтләнеүгә зарлана, бәғзеләр ҡарабойҙай, он, шәкәр, башҡа ризыҡтарға хаҡ күтәрелеүен билдәләй.
Бер аҙ аҡсаһы булғандар сауҙа үҙәктәре юлын тапай. Телевизор, һыуытҡыс, башҡа көнкүреш техникаһы һатып ала. Икешәрҙе, өсәрҙе хатта. Шул арала интернетта шундай көлкө лә барлыҡҡа килде: "Рәсәй кешеһе хаҡтар күтәрелә башлау менән магазиндарға йүгерә һәм өсәрләп телевизор һатып ала. Телевизорҙары ни тиклем күп булған һайын, уның күңеле лә тыныс..."
|
Уҡырға
31.12.14
|
|
|
БАШҠОРТ ТЕАТРЫБЫҘ ЗАМАН МЕНӘН БЕРГӘ АТЛАЙ
|
Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 95 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй. Театрына ҡарап, дөйөм милләттең мәҙәниәте тураһында һүҙ йөрөтөргә була, тиҙәр. 100 йыллыҡ юбилейына биш миҙгел генә ҡалған театрҙың бөгөнгө йөҙө ниндәй һуң? Ошо һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Олег ХАНОВ, театрҙың художество етәксеһе: Бөгөнгө көндә илдә барған сәйәси ваҡиғалар һәр кемдең күңелендә бер аҙ хәүеф тойғоһо уята торғандыр. Театр барлыҡҡа килгән 1919 йыл да тарихи күҙлектән бик ҡатмарлы осор була. Дәүләт ҡоролошондағы һынылыш һөҙөмтәһендә кешеләрҙең аңында, уларҙың донъяға ҡарашында һынылыш барлыҡҡа килә. Ошо ваҡиғаларҙың киҫелешендә торған театрҙың эшмәкәрлегендә лә сағыла был дәүер. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусы Вәлиулла Мортазин-Иманский, Шәйехзада Бабич, Бәҙәр Йосопова, Мәкәрим Мәһәҙиев һәм башҡаларҙың, һуңғараҡ Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумын тамамлап килеүсе Булат Имашевтарҙың яҙмышына ла ил тарихы үҙенең эҙен һала. Театрҙың 1930 йылда Мәскәүҙә СССР халыҡтары мәҙәниәте Олимпиадаһында ҡатнашыуы, унда ошо осорҙа барған реформалар театр үҫешенә ҙур өлөш индерә.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
"ҠОРОС"ТОҢ НЫҠЛЫҒЫН ТАМАШАСЫ ҺЫНАНЫ
|
ХХ быуаттың бөйөк шағирҙарының береһе, үҙен драматург, кинорежиссер, киноактер, рәссам булараҡ та күрһәтә алған Владимир Маяковский: "Театр - сағылдырыусы көҙгө түгел, ҙурайтыусы быяла", - тигән. Ошо көндәрҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультеты эргәһендә эшләп килгән "Ҡорос" фольклор-театр коллективының Наил Ғәйетбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған "Ауылға ҡыҙҙар килде" спектакле әҙиптең фекере менән килешмәү мөмкин түгел икәненә төшөндөрҙө.
- "Ҡорос" - коллектив ныҡлы, ҡаҡшамаҫ булһын, тигән теләктә ҡушылған исем, - тине үҙ сығышында "Ҡорос"тоң етәксеһе М. Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов. - Бөгөн беҙ ансамблдең исеменә есеме тап килеүен күрҙек, 2012 йылда ойошторолған түңәрәк, ниһәйәт, нығынды, ҡорос кеүек сыныҡты, фольклорҙан күренештәр сәхнәләштеүҙән тәүге спектаклен ҡуйыуға тиклем үҫте. Бөгөн зал тулы тамашасы, мәртәбәле ҡунаҡтар алдында студенттар бер аҙ ҡаушабыраҡ киттеләр, шулай ҙа күңелдәрен һалып, үҙҙәренсә тырышып уйнанылар. Йәштәр үҙҙәрендә актерлыҡ һәләтен үҫтерһә, мин бында уларҙы өйрәтеп кенә ҡалмайым, өйрәнәм дә. Бөтә ролдәрҙе бер ҡалыпҡа һалып, яһалма итеп башҡармаҫ өсөн актер һәр ваҡыт эҙләнергә тейеш, мин студенттарға ҡарап багаж йыям...
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
АУЫЛДАРҘА ҺУҒЫМ МӘЛЕ БАШЛАНДЫ
|
Көҙ - ауылдарыбыҙ өсөн муллыҡ, бәрәкәт мәле. Баҫыу-ҡырҙарҙан, баҡса-түтәлдәрҙән уңышты йыйып алыуға, ҡырпаҡ ҡар төшөү менән ҡаҙ өмәләре, һуғым осоро башланып китә. "Үҙегеҙҙең шәхси хужалыҡ, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ туплау ниәттәрегеҙ хаҡында һөйләп китегеҙ әле", тип, Баймаҡ ҡалаһынан Рауза ХӘСӘНОВАға мөрәжәғәт иттек.
- Хәҙерге ваҡытта ауыл ерендә генә түгел, ә ҡалала ла (мөмкинлек булһа инде) баҡса үҫтермәй, мал көтмәй донъя көтөүе мөмкин түгел. Әлбиттә, был бик күп тырышлыҡ талап итә. Мал көтһәң, баҡса үҫтерһәң, ялдарҙы ла, байрамдарҙы ла оноторға тура килә. Көҙгөһөн мул уңыш алыуға әҙерлекте ҡышҡыһын уҡ башлап ебәрәм.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
АНА КИЛӘ СӘСӘНЕ - УНДА БИТ ИЛ ХӘСТӘРЕ!
|
"Әгәр кеше һәм фәрештә теле менән һөйләшеп тә, йөрәгемдә һөйөү булмаһа, мин бары тик буш яңғыраҡлы баҡыр ғынамын", - тигән Апостол Павел. Бөтә изгеләрҙең дә йөрәгендә кешеләргә, үҙ милләтенә ҡарата һөйөү тойғоһо булмаһа, улар һөйләгән һүҙҙәр быуаттар аша телдән-телгә күсә килеп, бөгөнгәсә халыҡ хәтерендә һаҡланмаҫ, буш яңғырауыҡлы баҡырҙан сыҡҡан тауыш кеүек сыңлап ҡына тымған булыр ине. Күпме тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, Аҡмулланың ижады бөгөн дә халыҡ хәтерендә һаҡланып килә икән, тимәк, бөйөк мәғрифәтсенең үҙ халҡына ҡарата булған һөйөүе быуындарға етерлек булған. Ошо көндәрҙә Миәкә районында үткәрелгән "Аҡмулла вариҫы" сәсәндәр ярышы шәхестең халыҡ хәтерендә уйылып ҡалған изге һүҙҙәрен тағы бер ҡат иҫкә төшөрҙө.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
ҠУРҠЫУЫҢДЫ ЕҢЕР ӨСӨН ТАП ОШО МИНУТТАН ҮҘЕҢДЕ ҮҘГӘРТӘ БАШЛА!
|
Тарих китаптарында, әҙәби әҫәрҙәрҙә башҡорттарҙы ҡурҡыу белмәҫ, ғәййәр халыҡ итеп һүрәтләйҙәр. Хәйер, был сифатҡа миҫал эҙләп әллә ҡайҙа алыҫҡа ҡараш ташларға ла кәрәкмәй: Бөйөк Ватан һуғышында милләттәштәребеҙҙең һыбай килеш танкыларға ҡаршы барыуы, тылдағы рейдтары, дошман амбразураһын күкрәктәре менән ҡаплауҙары һәм башҡа тиңһеҙ батырлыҡтары хаҡында күпте беләбеҙ. Улар менән ғорурланабыҙ, уларға һоҡланабыҙ. Әммә ҡурҡыу тойғоһо йылдан-йыл күңелдәребеҙҙе нығыраҡ яулай бара һымаҡ, хатта үҙ фекере, үҙ һүҙен әйтергә ҡурҡып йөрөүселәр ҙә бар арабыҙҙа. Был нилектән килеп сыға һуң? Һәр кешелә генә түгел, ә һәр тере йәндә булған ҡурҡыу хисе тыумыштан, булмыштан, тәбиғәттән киләме, әллә беҙ уны үҙебеҙ яһалма рәүештә тыуҙырабыҙмы? Ошондай һорауҙарҙы бөгөн педагогика фәндәре докторы Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВҡа һәм космоэнергет Рауфан МОРТАЗИНға төбәйбеҙ.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
|
"Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сыға башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей) ырыуҙарына ҡараған өс томы сыҡты ла инде, яҡын арала унлар һәм ҡаңлы ырыуҙарына арналған томдарҙың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллектывының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. Тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИНдың "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһындағы яҙмаларын дауам итәбеҙ.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
МИНЕҢ ҠЫҘЫМ БУЛАҺЫҢМЫ?
|
Икенсе синыфта минең ҡаты ауырып китеүемә беҙҙең балалар йортондағы "Дамка" исемле этебеҙ сәбәпсе булды. Һәр баланың карауаты янына йәйелә торған, сепрәк киҫәктәренән тегелгән кескәй келәмдәрҙе йыйып, пальтомды ла кейеп тормай, урамға сығарып ҡағырға булдым.
Ул көндө мин дежур инем. Урамға сыҡтым да, келәмдәрҙе ап-аҡ ҡарға һалып та өлгөрмәнем, "Дамка" келәмдәр өйөмөнә килде лә ятты. Эттәргә һелтәнергә ярамай икәнен яҡшы белгәс, берәйһе юҡ микән, тип, тирә-яғыма ҡаранам. Юҡ. Берәй кешенең килеүен көтөргә булдым. Ә "Дамка", рәхмәтле ҡарашын миңә төбәп, ята бирә. Бер аҙҙан эт урынынан тороп, үҙ юлы менән китеп барҙы - келәмдәрҙең йылыһы бөткәндер инде. Келәмдәрҙе тиҙ-тиҙ генә ҡаҡҡылап, бүлмәбеҙгә йүгерҙем. Тик икенсе көнөнә хәлем хөртәйҙе.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
КЕМ ҠОТҠО ТАРАТА, ЙӘКИ АЙЫУҘЫ СЫНЙЫРҒА УЛТЫРТЫРҒА ТЫРЫШАЛАРМЫ?
|
18 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә уҙған сарала ил башлығы өс сәғәттән ашыу 38 Рәсәй һәм сит ил журналисының 53 һорауына яуап бирҙе. Түбәндә шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә күҙ һалып үтәйек.
- Матбуғат конференцияһын Владимир Путин күпселек рәсәйлене борсоған теманан - илдең иҡтисади хәленән башланы. "Бөгөнгө ситуациянан сығыу һәм Рәсәй иҡтисадының үҫеше ҡотолғоһоҙ. Иң уңайһыҙ шарттарҙың бергә тура килеү мөмкинлеген иҫәпкә алып һүҙ йөрөткәндә, бының өсөн ике йыл кәрәк буласаҡ", тине ул. Шулай уҡ Президент бөгөнгө ситуацияның барлыҡҡа килеүе, тәү сиратта, тышҡы факторҙарға бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Рәсәй Үҙәк банкы һәм Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән сараларҙы көн талабына ярашлы, тип иҫәпләүен дә белдерҙе.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
БАШҠОРТ ТЕЛЕ - ҺУЛДА, РУС ТЕЛЕ – УҢДА
|
Өфө ҡала округы хакимиәтендә "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булып үтте.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов билдәләүенсә, бөгөн дәүләт телдәрен ғәмәлдә ҡулланыу буйынса ҡала хужалығының барлыҡ тармаҡтарында ла планлы эш алып барыла. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, алтаҡталарҙы, ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың эш ваҡыттарын, юл күрһәткестәрен, реклама ҡоролмаларын дәүләт телдәрендә яҙғанда һаман да хаталар ебәреүгә юл ҡуйыла. Бында, әлбиттә, ошо эштәрҙе башҡарыусыларҙың башҡорт телен белмәүе сәбәпсе. Шулай уҡ, законға ярашлы, дәүләт телдәрендә яҙылған алтаҡталарҙың урынлаштырылыуы ла һаманғаса күптәрҙең аңына барып етмәй. Ә бит быны иҫтә ҡалдырыуы һис ауыр түгел - башҡорт телендәге текст һәр саҡ һул яҡта йәки өҫтә, ә рус телендәгеһе уңда йәки аҫта торорға тейеш.
|
Уҡырға
23.12.14
|
|
|
ЙОҠО БАҪМАҺЫН ӨСӨН ХӘТЕРҘЕ УЯТЫП АЛЫУ ҘА КӘРӘК
|
Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһындағы башҡорт милли хәрәкәтенең башында тороусы "Аҡбуҙат" ойошмаһының 25 йыллығына арналған тантаналы сара уҙғарылды.
Ҡасан ғына әле Башҡортостан Республикаһына дәүләт суверенитеты, башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары, уларҙа башҡортса уҡытыу һәм тәрбиә эштәре алып барыу, башҡортса матбуғат баҫмаларын булдырыу өсөн ваҡытын, сәләмәтлеген йәлләмәй сабып йөрөгән егет-ҡыҙҙар хәҙер инде сәстәренә сал төшкән абруйлы, ихтирамлы оло быуын дәрәжәһенә еткән. Бына улар сара уҙған Салауат башҡорт драма театры бинаһында һаман да йә бәхәсләшә, йә шатлыҡ ауаздарына күмелеп, ҡунаҡтар ҡаршылай, йә бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тигәндәй, ер һелкетеп бейеп китә. Эйе, уларҙың бөгөн ни ҡылһа ла хаҡы бар: сөнки тап улар ҡасандыр республиканың үҙаллылығы өсөн ҡалҡан булып баҫҡан милләттәштәребеҙ. Һаман да уларҙың йөрәгендә илен, телен, ерен, милләтен һаҡлар көс дөрләп яна һәм янасаҡ та. Шуныһы ҡыуаныслы, тамаша залы үткәндәренә байҡау яһарға килгән ололар менән генә түгел, уларҙан эстафетаны үҙ ҡулдарына алырға тейешле йәштәр менән дә тулы ине.
|
Уҡырға
15.12.14
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|