|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
|
|
|
ИХЛАС ҠОТЛАУҘАРҒА ЙӨРӘКТӘРҘЕ АСАЙЫҠ!
|
|

Яңы йыл алдынан әйтелгән ихлас теләктәр тормошҡа аша, ти. Уның сере нимәлә, беләһегеҙме? Тап Яңы йыл байрамы алдынан еткерелгән теләктәрҙе беҙҙең үҙебеҙҙең ҙә ихласлап, уларҙың ысынлап та бойомға ашырына ышанып, мөғжизәләй күреп ҡабул итеүебеҙҙә. Шуның өсөн "Ихлас теләктәргә йөрәктәрҙе асайыҡ!" тип әйҙәләйбеҙ һеҙҙе.
|
Уҡырға
27.12.15
|
| |
|
|
ТАМАШАСЫҢ КӨЛМӘЙМЕ? ТИМӘК, ЮМОРЫҢДЫ ШЫМАРТАҺЫ БАР!
|
|

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының беренсе сирек уйыны үтте. Унда Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәскәү ҡалаларынан һәм Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Ейәнсура, Ғафури райондарынан бөтәһе ун команда ҡатнашты. Һүҙебеҙ Башҡорт КВН-ы кимәле ниндәй критерийҙар менән үлсәнеүе, ҡыҙыҡ-мәҙәктәрҙең мәғәнәһе һәм юмор кисәһенән ҡалған тәьҫораттар тураһында.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
ЭШ ЫРАТҠАН - УҢЫР, ЮРАҒАНЫ ЮШ КИЛЕР
|
|
2016 йылда Көнсығыш календары буйынса ҡыҙыл төҫтәге Утлы Маймыл йылын ҡаршылайбыҙ. Астрологтар күҙаллауынса, был йыл тормошта үҙгәрештәр, ыңғай тәьҫораттар һәм үҫеш өсөн бик күп мөмкинлектәр алып килә. Шуның өсөн, тип киҫәтә улар, үҙгәрештәргә яраҡлашырға тырышырға, тышҡы мөхиттең тиҙ алмашыныусан күп төрлөлөгөнә әҙер булырға кәрәк.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
|
|
15-се һабаҡ:"Һаумы, яңы тормош!"
Бер кеше аҡһаҡалдан көлөргә уйлаған. Бының өсөн ул шундай уй-мәкер ауы ҡорған. Усына тере күбәләкте ҡамап тотоп, аҡһаҡалдан унда нимә булыуын, уның тереме-юҡмы икәнлеген һорашырға иткән. Әгәр ҙә аҡһаҡал "тере" тип әйтһә, күбәләкте ҡыҫып үлтерергә, әгәр инде "үле" тигән һүҙ ысҡындырһа, усын асып, күбәләкте осороп ебәреп, унан көлөргә ниәтләнгән. Ярай, хуш, ниәтен бойомға ашырырға итеп, ул аҡһаҡал янына килгән.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
АҠЫЛЛЫ КЕШЕ БАШҠАЛАР ТӘЖРИБӘҺЕНДӘ ӨЙРӘНӘ
|
|
Кеше ғүмере ҡыҫҡа ғына. Ошо ваҡыт арауығында донъяның асылын аңларға, тойорға тырышыу теләге менән яна бәндә. Был яныу, моғайын, кешенең йәшәйешендә сағылалыр ҙа инде. Ә инде был кеше шағир булһа - икеләтә. Шиғриәттә, классик шиғриәттә ритм нисек урынлы файҙаланылһа, ғаләмдең дә үҙ ритмы бар. Икенсе яҡтан, әҙәбиәттән дә, ғаләмдән дә ябай кеше аңлата алмаҫлыҡ серҙәр, мөғжизәләр бөркөлөп тора. Әҙәбиәттең иң төп мөғжизәһе нимә? Ул уҡыусының күҙ алдында тотош бер донъяны барлыҡҡа килтереү һәләтенә, мөмкинлегенә эйәме? Асылмаған һәм, бәлки, асылмаҫ та һорауҙарға яуап эҙләнек шағир, тәржемәсе, журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ менән.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
"КӨМӨШ АҠБУҘАТ" РУХИ ҠИММӘТТӘРГӘ НИГЕҘЛӘНДЕ
|
|
Ғәҙәттә, бөтөн кинофестивалдәр ҙә бер маҡсатҡа хеҙмәт итә. Беренсенән, улар быға тиклем танылыу яулап өлгөрмәгән актерҙар, режиссерҙарға мөмкинлектәр аса. Икенсенән, фестиваль был сара үткән ҡалала йәшәүселәргә, кино һөйөүселәргә ҙур байрам алып килә. Үткән аҙнала ғына үҙенең еңеүселәрен билдәләгән "Көмөш Аҡбуҙат" II Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале лә был йәһәттән үҙенең бурыстарын лайыҡлы үтәне. Шулай ҙа уның төп үҙенсәлеге - Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау, был мәҙәни ҡиммәттәрҙе тамашасыларға күрһәтеү булғандыр. Етмәһә, ул быйыл халыҡ-ара Евразия гуманистик форумы сиктәрендә ойошторолдо.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
БЕҘ БӘХЕТЛЕ ХАЛЫҠ – БАЛАЛАРЫБЫҘҒА ҺӨЙЛӘР ЭПОСТАРЫБЫҘ, ӘКИӘТТӘРЕБЕҘ БАР
|
|
Беҙ үҙебеҙҙең рухи ҡомартҡыларға бай халыҡ икәнебеҙҙе беләбеҙ. Көнкүрешебеҙҙә, мәҙәниәт, мәғариф кеүек барлыҡ донъяуи төшөнсәләрҙә лә борон-борондан килгән милли ҡарашыбыҙ, үҙаңыбыҙ бар. Ата-бабаларыбыҙ шулар нигеҙендә ғүмер иткән, балалар үҫтергән, ер-һыуын, ҡан, тел таҙалығын һаҡлап килгән. Бөгөн иһә йәшәйеш икенсерәк юҫыҡ алып, милләтте дөйөм халыҡтар төркөмөнән айырып алып милләт иткән үҙенсәлектәр икенсе планға күсеп, хатта ки юғалып ҡалды һымаҡ. Ниңә беҙ йолаларыбыҙҙан, халыҡ тәрбиәһенән, кәсептәребеҙҙән, аш-һыуҙарыбыҙҙан, ҡанундарыбыҙҙан ситләштек әле? Ни өсөн улар бөгөн сәхнә тамашаһы, күргәҙмә биҙәге генә булып ҡалды? Был өлкә менән махсус ҡыҙыҡһынған, ул һорауҙарға яуап бирә алған кешеләр, бәхеткә күрә, бар. Улар халыҡ байлығын туплау, һаҡлау һәм оноттормау өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт көсө һала. Шундай зыялы шәхестәребеҙ Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Булат ҡыҙы ТУЛЫБАЕВА һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Өфө фәнни үҙәге фольклор бүлеге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Рәүил ҡыҙы ХӨCӘЙЕНОВА менән халыҡ ижадының бөгөнгө торошо хаҡында һөйләшеү ойошторҙоҡ.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
ҠӨРЬӘН ҺҮҘЕ ЙӨРӘКТӘРҘЕ ЯУЛАУЫН ДАУАМ ИТӘ
|
|
Хаҡ мосолмандар өсөн иң бөйөк Китап - Ҡөрьән бик күп халыҡтарҙың йөрәген асты, маяҡ булып, уларҙы иман юлына алып килде. Хәйер, Китап индерелә башлағандан алып был процесс туҡталғаны юҡ. Ун дүрт быуат инде ул йәндәрҙең ҡояшы һәм шифаһы. Бөйөк Китап серҙәрен нығыраҡ белергә, хикмәтен аңларға, уға яҡын килергә тырышҡан милләттәр һаны күбәйә генә бара. Ҡөрьән бик күп телдәргә тәфсир яһалған. Мосолман булмаған халыҡ вәкилдәренең, ғалимдарҙың Ҡөрьәнде өйрәнеп, уға мөрәжәғәт итеп, артабан үҙҙәре лә Исламды ҡабул иткәндәре мәғлүм.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
ӨЛГӨ АЛЫР ШӘХЕСТӘР БАР
|
|
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Киров районы 14-се мәктәбендә үҙенсәлекле сара - Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 125 йыл тулыуға, БР Конституцияһы, РФ Конституцияһы көндәренә арналған байрам үтте. Уны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Йәштәр советы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Киров районы хакимиәте һәм 14-се мәктәп коллективы менән берлектә ойошторҙо. Был көндө тарихсылар, төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тиҫтәләгән йәштәр арҙаҡлы ғалимға ҡуйылған таҡтаташ эргәһенә сәскәләр һалды, байрам уңайынан ойошторолған төрлө спорт ярыштарында ҡатнашты, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге кабинет-музейҙа һаҡланған ҡомартҡылар менән танышты. Ете команда волейболда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге күсмә кубок өсөн көс һынашһа, батырҙар кемдең беләк һәм бил көсө ҡеүәтлерәк икәнлеген гер күтәреп һынаны. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа сара барышында яңғыраған ҡайһы бер фекерҙәрҙе ҡуйын дәфтәребеҙгә теркәй йөрөнөк.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
ҮҘЕҢДЕ ҠУНАҠ ИТЕП ТҮГЕЛ, ХУЖА ИТЕП ТОЙ!
|
|
Ҡала ғәҙәттәре сәйер. Дөрөҫөрәге, ҡала кешеләренең ғәҙәттәре сәйер. Йәшәгән йорто эргәһендә берәй сүп ятһын, уны эйелеп алмай шул йортта йәшәгән кеше, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, унда эшләгән кешеләрҙе тәнҡитләргә тотона. Ул хатта йорто подъезындағы таҙалыҡ, тәртип өсөн дә үҙендә яуаплылыҡ тоймай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында эшләгәндәр уның өсөн таҙартырға ла, һеперергә лә, йүнәтергә лә, яңыртырға ла тейеш. Эйе, бөгөн иң күп әр һүҙҙәре ошо тармаҡҡа эләгә. Ләкин тармаҡ эшләй, заман менән бергә үҙгәрә, талаптарға яуап бирергә тырыша икәнен күрергә теләгән һәр кем шәйләй ала. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Сәхи улы ХӨСӘЙЕНОВ менән баш ҡалабыҙҙы төҙөкләндереү буйынса атҡарылған ҡайһы бер эштәрҙе барлайбыҙ.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
МАШИНАҢДАН ТӨШ ТӘ ЙӘЙӘҮ АТЛА!
|
|
Урамдарҙа, йорт алдарында машиналар күбәйгән һайын, тормошобоҙҙа проблемалар ҙа артҡандан-арта бара. Бер яҡтан, кеше машина һатып ала икән, тимәк, ул насар йәшәмәй. Дөрөҫ, машина байлыҡ күрһәткесе түгел, ә хәрәкәт итеү сараһы, тип ҡабатларға ярата ҡайһы бер "аҡыллы" баштар. Был һүҙҙәр менән килешмәҫкә лә мөмкин, әлбиттә.
|
Уҡырға
21.12.15
|
| |
|
|
ТӘНҠИТЛӘП ЙӨРӨГӘНСЕ ТОТ ТА ҮҘЕҢ ЭШЛӘ!
|
|
IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында йәштәр ҙә бик әүҙем ҡатнашты. Уларға ниндәй уй-ниәттәр менән янып йәшәүе, үҙҙәре ниндәй эштәр башҡарыуы, өлкән быуынға мөнәсәбәте тураһындағы һорауҙарыбыҙҙы төбәнек һәм ошондай яуаптар алдыҡ.
|
Уҡырға
14.12.15
|
| |
|
|
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
|
|
13-cө һабаҡ: "Сирме, ауырыумы?"
Эскелек - сирме, әллә ауырыумы? Баш ауырығанда - ауырыу, оҙаҡҡа китһә - сир, тип әйтер берәү. Был һорауға яуап бирер алдынан тәүҙә сир менән ауырыу төшөнсәләренә аңлатма биреп китергә кәрәктер. Ысынлап та, көнитмешебеҙҙә йыш ҡабатларға мәжбүр булған ошо ике һүҙҙең мәғәнәһе, төп асылы нимәгә ҡайтып ҡала һуң?
|
Уҡырға
14.12.15
|
| |
|
|
ТӨП ТӘНҠИТСЕМ - МИН ҮҘЕМ...
|
|
Билдәле бер бейеүсе "Бейеү - поэма, ә ундағы һәр хәрәкәт - һүҙ", тигән. Эйе, бейеү - башҡарыусының ғына түгел, ә тамашасының да иң төпкөл кисерештәрен көсәйтергә һәләтле матур һәм ҡабатланмаҫ ижад. Үҙенә әллә күпме тойғолар һыйҙырған бbейеү сәнғәте менән барыһы ла таныш, ләкин айырым кешеләр генә уның сихри асылы, гүзәллеге менән яҡындан аралаша. Шундай бәхетлеләрҙең береһе - Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Эльвира МУЛЛАҒОЛОВА.
|
Уҡырға
14.12.15
|
| |
|
|
ТЫУЫП ҮҪКӘН ИЛКӘЙЕМДЕ ТАШЛАМАМ, ТИГӘН ИНЕМ
|
|
Олораҡ быуын вәкилдәренән "Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ейәһе ризығының ҡайҙа сәселгәнен берәү ҙә белмәй", йәки "Яҙмыш бәндәне ҡайҙа ғына ташламай" тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнебеҙ бар. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, моғайын да, ситкә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар, йәиһә тыуған илен һаҡлап, яу сапҡан ир-егеттәр яҙмышы күҙ уңында тотолғандыр. Тыныс, имен тормошта тыуған ереңде ташлап, үҙ теләгең менән ҡайҙалыр сит илгә сығып китеүҙе башына ла индермәгәндер өләсәй-олатайҙарыбыҙ.
|
Уҡырға
14.12.15
|
| |
|
|
ХӘТИРӘЛӘР - Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН
|
|
Ырымбурҙың большевиктар тарафынан баҫып алыныуы һәм Башҡортостан хөкүмәтенең ҡулға алыныуы
Ике айҙан ашыу Өфө, Һамар виләйәттәрен ҡулында тотҡан большевиктарға ҡаршы Ырымбур казактары генерал Дутов етәкселегендә көрәшә ине. Казактар араһында ла Каширин исемле офицерҙар ғаиләһе коммунистар булған һәм Башҡортостандың Верхнеуральск ҡалаһын үҙ йоғонтоһо аҫтына алған, Ырымбурҙа ла байтаҡ абруйлы казактар Советтар менән йәшерен бәйләнеш урынлаштырған.
|
Уҡырға
14.12.15
|
| |
|
|
АЛТЫНҒА НӘЖЕС ЙОҠМАЙ
|
|
"Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге белдереүе
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, төрлө эксперттар, намыҫһыҙ сәйәсмәндәр тарафынан Әхмәтзәки Вәлиди, йәнәһе, фашистик Германия менән хеҙмәттәшлек иткән, тигән ҡотҡо таратыла. 2015 йылдың 5 декабрендә РЕН-ТВ телеканалынан күрһәтелгән "Военная тайна" тапшырыуында шулай уҡ ошо тема ҡуйыртылды.
|
Уҡырға
14.12.15
|
| |
|
|
ПИОНЕР БУЛЫП ӘРӘМ БУЛМАНЫҠ, ӘҘӘМ БУЛДЫҠ
|
|
Осраҡлы тап килдеме, әллә махсус эшләндеме, октябрь аҙағында, комсомолдың тыуған көнөндә, ил Президенты Владимир Путин "Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте" дөйөм Рәсәй ижтимағи-балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһын булдырыу тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. Был күптән көтөлгән ҡарар ине, әлбиттә. Уны көтә торғас, һуңғы пионер һәм комсомолдар менән бөгөнгө йәштәр араһында бер ниндәй йүнәлеш тәьҫире татымаған тотош бер быуынды "юғалттыҡ". Үҫмерлек йәшен күптән уҙып, утыҙын тултырҙы улар хәҙер.
|
Уҡырға
14.12.15
|
| |
|
|
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
|
|
12-се һабаҡ: "Мине мөхәббәт ҡотҡарҙы"
Аллаһы Тәғәлә бәндәләренең иң ауыр сағында уларҙы ҡотҡарыр өсөн ергә үҙенең фәрештәләрен ебәрә, тиҙәр. Яр ситендә, ни кире диңгеҙгә төшөргә, ни ярҙа ҡалырға белмәй аҙапланғанымда, күктән нур шәлкеме ҡойолдо ла, күҙҙәремде сағылтып, бар булмышымды балҡытты. Был мөғжизәнең ни икәнен дә аңғармай ҡалдым, бер ҡасан да ишетмәгән сихри моң булып яғылды миңә ҡөҙрәтле көскә эйә булған яҡтылыҡ. Ҡан тамырҙарыма йәшәү һуты йүгерҙе, тын юлдарым иркенәйеп, йәнем асманға ашҡандай тойолдо, үҙемдә сикһеҙ көс барлығын да һиҙәм хәҙер. Йәшәгәндән-йәшәгеләрем килгәндәй…
|
Уҡырға
07.12.15
|
| |
|
|
КИНОЛАР ТӨШӨРӨЛҺӨН ҺӘМ ФЕСТИВАЛДӘРҘӘ БАҺАЛАНҺЫН
|
|
Икенсе аҙнала Өфөлә II "Көмөш Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале башлана. Фестивалдең үҙенсәлеге, үткәреү тәртибе, унда ҡатнашҡан фильмдар тураһында режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айнур АСҠАРОВ һөйләй:
Яңы режиссерҙар, яңы фильмдар...
"Көмөш Аҡбуҙат" милли һәм этник фильмдар фестивале икенсе тапҡыр ғына үтә, шуға ла уны нимә менәндер сағыштырып та булмай. Былтыр уҡ ул шәп кинолар тәҡдим итеүе менән айырылып торғайны, хәҙергә ошо кимәлде һаҡлау шарт беҙгә. Һәм, әлбиттә, ойоштороу йәһәтенән быйыл ул тағы ла сифатлыраҡ буласаҡ, сөнки уны әҙерләүсе белгестәрҙең тәжрибәһе байыны.
|
Уҡырға
07.12.15
|
| |
|
|
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Ахмаҡ бер ниҙе лә ғәфү итмәй һәм онотмай; бер ҡатлылар барыһын да ғәфү итә һәм барыһын да онота; аҡыллылар ғәфү итә, әммә бер ниҙе лә онотмай.
(Томас Сас).
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|