Ҡырымдың һәм Севастополь ҡалаһының Рәсәй Федерацияһы составына инеүенә бер йыл тулды. Ошо йәһәттән башҡорттар менән Ҡырым татарҙары араһындағы мәҙәни һәм әҙәби бәйләнештәргә ҡыҫҡаса байҡау яһау ниәтебеҙ.
Быуаттар төпкөлөнә тоташҡан...
Ике аралағы бәйләнештәр тарихы быуат төпкөлөнә барып тоташһа ла, ул махсус өйрәнелмәгән. XIX быуат һуңында - XX быуат башында Ҡырым ғалимы һәм нәшриәтсеһе Исмаил Гаспринскийҙың мәғрифәтселек эшмәкәрлеге башҡорт зыялыларының иғтибар үҙәгендә була. Башҡорт әҙәбиәте тарихы күп томлығының авторҙары башҡорттарҙы, пантюркизм идеологтары И. Гаспринский һәм Г. Баязитовтың артынан пассив эйәреүселәр, тип билдәләй. Ә билдәле башҡорт ғалимы Әхмәт-зәки Вәлиди Туған үҙенең XX быуат башында Хәбибназар Үтәки мәсетендә белем алыуын һүрәтләп, ағаһының Баҡсаһарайҙа И. Гаспринский нәшер иткән "Терджиман" гәзитен сыға башлағандан алып уҡыуы тураһында яҙа. Гәзиттең Урал-Волга буйы төбәгендә популяр булыуы тураһында ошо осорҙағы төрки телле матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләр һәм шаңдауҙар раҫлай.
Башҡорт ғалимы, мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тарихта тәрән эҙ ҡалдырған Ҡырым осоро эшмәкәрлеге ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. 1887-1889 йылдарҙа ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының махсус вакуф комиссияһында тәржемәсе булып эшләй. Тәүҙә ул Санкт-Петербургҡа килә, һуңынан Ҡырымға ебәрелә һәм унда бер нисә йыл йәшәй. Шағир һәм әҙәбиәтсе М. Өмөтбаев үҙенең ижадында Ҡырым ерендә булыуы тураһында мәғлүмәт ҡалдыра. РФА Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивында уның яҙмалары үҙенең шәхси фондында һаҡлана. Улар, башҡа әҫәрҙәре кеүек үк, тарихи һәм лингвистика белеме нигеҙендә яҙылған. Шулай уҡ Ҡырым тарихы тураһында мәғлүмәттәр ҙә бар. Аныҡлап әйткәндә, уларҙа уның И. Гаспринский менән осрашыуы, ҡәберҙәргә зыярат ҡылыуы, мәсеттәрҙә һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа булыуы сағылыш таба. Александр Пушкиндың шиғри әҫәрҙәрен, шул иҫәптән "Баҡсаһарай фонтаны" поэмаһын төрки телдәренә тәүгеләрҙән булып тәржемә итеүселәр ҙә башҡорт һәм Ҡырым татарҙары вәкилдәре булыуы иғтибарға лайыҡ. 1899 йылда Петербургта уны Ҡырым татары, нәшриәтсе Осман Акчокраклы, 1901 йылда Ҡаҙанда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев баҫтырып сығара.
Ер мәсьәләһе лә уртаҡ була
Өфөнөң "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә башҡа төрки халыҡтары вәкилдәре менән бер рәттән, Ҡырым студенттары ла белем ала. Мәҫәлән, 1916 йылда мәҙрәсә асылыуҙың 10 йыллығын байрам иткән тантаналар ваҡытында Ҡырым талиптары мәсеткә Брокгауз һәм Ефрондың күп томлы һүҙлеген бүләк итә. Шулай уҡ Өфө китапханаларында Ҡырымдан килтерелгән китаптар булыуы хаҡында ла мәғлүмәт бар.
Дәүләт Думаһында Ҡырым һәм башҡорт депутаттары берлектә эшләй. Мәҫәлән, 1907 йылда Ҡырым татарҙары Дәүләт Думаһына петиция бирә. Уның нигеҙенә Таврия губернаһы депутаты Решид Медиевтың Ҡырым татарҙарының йәмғиәт ерҙәре мәсьәләһе һәм башҡорттарҙың ергә милекселеге буйынса аналогия килтерелгән сығышы һалына. Мәғлүмәттәр буйынса, Ҡырымда ауыл общиналарына ҡараған 600000 дисәтинә һәм 200000 дисәтинә вакуф ерҙәре була. XX быуат башында уларҙан 79000 дисәтинә генә ҡала. Ҡалғандары юғары вазифа биләүсе чиновниктар тарафынан таланып бөтә. Ошоға бәйле Р. Медиев Башҡортостан тарихынан - ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Өфө һәм Ырымбур губерналарында йәшәгән башҡорттарҙың шәхси милкендә булған 1500000 дисәтинә ерҙең таланыуы тураһында миҫал килтерә. Ул: "...бына уларҙың фамилиялары: кенәз Ливин - дәүләт милке министры, 6200 дисәтинә алған, Маков - эске эштәр министры - 2313 дисәтинә, Замятин - Дәүләт советы ағзаһы - 2148 дисәтинә, Горемыкин - ғәмәлдәге статский советник - 1998 дисәтинә. Артабан уҡып тормайым, әммә тағы бер фамилия бар. Әфәнделәр, ул фамилияны атап китәм. Ул - Слезкин - Мәскәү жандарм идаралығы начальнигы. Ул 2070 дисәтинә ер алған. Бәлки, был ерҙәр ышанысһыҙ һәм шуға күрә уларҙы алырға кәрәк, тип уйлағандыр (һул яҡтан ҡул сабыуҙар, уң яҡтан хәрәкәт). Әфәнделәр, мин Рәсәй эсендә ергә изге милекселек барлыҡҡа килеүен күрһәттем". Шулай итеп, Таврия губернаһының мосолман депутаты Рәсәйҙең күп халыҡтарын ҡыҙыҡһындырған ер мәсьәләһе буйынса сығыш яһай. Моғайын, Февраль революцияһынан һуң тап ер мәсьәләһе үҙбилдәләнеш тураһында иғлан иткән башҡорттарҙың һәм Ҡырым татарҙарының әүҙемлеге сәбәбе булғандыр. Был факт Төркиә матбуғатында ла сағылыш таба. 1917 йылда "Тюрк юрду" журналында "Ҡырымдарҙың һәм башҡорттарҙың мөстәҡиллеге" тигән мәҡәлә донъя күрә.
Нәшриәт үҫешенә өлөш
Үрҙә әйтеп киткәнсә, ерҙән яҙҙырыу һәм тормош рәүешен үҙгәртеү башҡорттарҙың ярлылығына килтергән сәбәптәрҙең береһе булып, уларҙы революция хәрәкәттәрендә һәм Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашырға этәрә. 1919 йылда Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, башҡорт ғәскәрен Петербургты Юденич ғәскәренән һаҡлау өсөн ебәрәләр. Петербургта, Ильяс Бораганскийҙың - Ҡырым татарҙарының билдәле вәкиленең типографияһында башҡорт хәрбиҙәренән хәреф йыйыусылар төркөмө ойошторола һәм башҡорт атлы дивизияһы өсөн "Салауат" гәзите сығарыла башлай. Был типографияла 1917 йылға тиклем төрки халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса төрлө китаптар нәшер ителгән була. Мәҫәлән, 1909 йылда унда билдәле ҡаҙаҡ шағиры Абай Ҡонанбаевтың беренсе китабы донъя күрә, Рәсәйҙең Көнбайышты өйрәнеүсе ғалимдарының хеҙмәттәре нәшер ителә. Тыуған еренә - Ҡырымға ҡайтыу мөмкинлеге булмағас, И. Бораганский типографияһы менән Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсенә. Был хаҡта үҙенең "Хәтирәләр"ендә Ә. В. Туған уның исемен атамай ғына телгә ала. Башҡортостанға килгәндән һуң, И. Бораганский бында нәшриәт эшен етәкләй. Барлыҡ материалдарын урындағы нәшриәткә тапшыра, нәшриәт эшен яйға һалырға ярҙамлаша. Һуңынан Өфөгә күсә һәм 72 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, нәшерлек эшмәкәрлеген дауам итә.
Араларҙы ялғаусы ептәр
XX быуаттың 20-се йылдарында башҡорт әҙәбиәтендә башҡорт яҙыусыларының Ҡырымға арналған бик күп мәҡәләләре һәм поэтик әҫәрҙәре донъя күрә. Уларҙың күбеһе Ҡырымда булып ҡайтҡандан һуң яҙыла. Шулай итеп, М. Ғафуриҙың, М. Хәйҙең, С. Ҡудаштың, Х. Кәримдең, Ш. Аҙһәмдең һәм башҡаларҙың айырым шиғырҙары һәм шәлкемдәре нигеҙҙә "Октябрь" әҙәби журналында баҫылып сыға.
Башҡорт театрының билдәле артисы В. Мортазин 1929 йылда Ҡырымда булғандан һуң үҙенең йыһазландырылған бинаһы булған Ҡырым татарҙары театры тураһында очерк яҙа.
30-сы йылдар аҙағына башҡорттар менән Ҡырым татарҙарының мәҙәни һәм әҙәби бәйләнештәре кәмеүе күҙәтелә. Күрәһең, ул милли зыялыларға ҡағылған репрессияларға бәйлелер. Ә 1944 йылда Ҡырым татарҙары депортацияланғандан һуң бәйләнештәр бөтөнләй юғала.
Бары тик XXI быуатта ғына мәҙәни хеҙмәттәшлек тергеҙелә башлай. Ҡырым артистары Өфөлә үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. 2010 йылда "Урал моңо" Халыҡ-ара фестивалендә "Бельбек" ансамбле Гран-при яулай. "Туғанлыҡ" төрки телле театрҙарҙың Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә үткән ғилми симпозиумдарҙа бер нисә тапҡыр Ҡырым татарҙары театрының тарихы буйынса докладтар яңғырай. "Ағиҙел" журналында билдәле Ҡырым татары шағир Селим Шакирҙың шиғырҙары донъя күрә. 2012 йылда арҙаҡлы Ҡырым татары шағир Б. Чобан-заденың тыуыуына 120 йыл тулыуға бәйле ошо уҡ журналда уның эшмәкәрлеге тураһындағы мәҡәлә менән бергә шиғырҙары ла баҫыла.
Әхәт СӘЛИХОВ,
тарих фәндәре кандидаты.
КИРЕ СЫҒЫРҒА