Рәйлә ИШКИЛДИНА, мәғариф ветераны, Өфө районы Шамонино ауылы: Оҙаҡ йылдар махсус белемем буйынса химия етештереү тармағында эшләнем, аҙаҡ мәғариф өлкәһенә күстем, балалар уҡыттым, ләкин ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, кем булып эшләһәм дә, гәзит-журнал минең тоғро юлдаштарым булды һәм әле лә уларҙан айырылғаным юҡ. Дөрөҫ, бөгөн мәғлүмәттең электрон саралары бик популяр булып китте, тик барыбер баҫма матбуғаттың үҙ өҫтөнлөктәре, үҙ йүнәлеше һәм йөкмәткеһе. Дөрөҫөрәге, интернет мәғлүмәттәре - йәнһеҙ машина продукцияһына оҡшаш, ә гәзит бит ул күңелгә йылылыҡ биреп тора, һинең хәл-әхүәлеңде белешеп, һинең менән һөйләшеп-серләшеп йәшәүсе дуҫ һымаҡ. Уның бит өйгә килгәнен ҡәҙерле ҡунаҡтай көтөп алыуы ни тора! Мәҫәлән, "Киске Өфө" - минең өсөн тап ана шундай гәзит тә инде.
Мин уны донъяға сыға башлаған тәүге һанынан бирле уҡып киләм, һирәкләп булһа ла яҙышам да хатта. Беҙҙең Шамонинола "Киске Өфө"нө алдырып уҡыусылар байтаҡ, шуға һөйөнәм. Тик бына гәзит уҡымағандар ҙа күп. Гел генә донъя мәшәҡәтенә сумып, эш, тип йәшәп булмай. Башыңды күтәреп, тирә-яғыңа баҡ! Яңылыҡтар, донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһын! Нәҫелең, халҡың тарихын барла, үҙ телеңдә һөйләш! Шуны ла булдыра алмаһаң, ниндәй кеше һин һәм кешеме һин? Ашау-эсеү, донъя ҡыуыу хаҡына ғына тыуғандар гәзит уҡымай, беләм. Гәзит уҡыу өсөн дә кимәл, дәрәжә, аң кәрәк. Йәнә лә ташҡа баҫылғанды уҡыу, баһалау, шулар хаҡында уйлау һәм фекер йөрөтөү - үҙе бер һәләт әле ул, уйлап ҡараһаң. Тел хазиналарыбыҙ араһынан мәрйен теҙгән кеүек йөрәккә уйылырлыҡ һүҙҙәр эҙләп, мәҡәләләр яҙыусы журналистарыбыҙ хеҙмәтенә лә һоҡланам мин. Улар һөнәре лә еңел түгел, ә улар үҙ уҡыусылары - беҙҙең өсөн тырыша. Был тырышлыҡҡа нисек яуапһыҙ ҡалмаҡ кәрәк? Гәзит яҙғандарҙы уҡып, уның яҡшы геройҙарынан үрнәк алабыҙ. "Киске Өфө" һуңғы ваҡыт ағинәйҙәр хәрәкәте, башҡорттоң аҫыл милли кейемдәре, ошо юҫыҡта һәр төрлө конкурс-фестивалдәр хаҡында ла күп яҙа. Беҙ ана шуларҙы уҡып, Шамонинола ла ағинәйҙәр йәмғиәте ойоштороп ебәрҙек, үҙебеҙгә милли кейемдәр хәстәрләйбеҙ, байрамдарҙа, һабантуйҙа ҡатнашабыҙ. Гәзиттәр бит бына шундай матур ғәҙәттәргә, йолалар үтәүгә лә ылыҡтырырға тейеш үҙ уҡыусыларын.
Фәнүр БАЙЫШЕВ, хеҙмәт ветераны, Иглин районы Аҡбирҙе ауылы: Әлеге ваҡытта мин Мәскәүҙәмен, ҡыҙымда ҡунаҡта ятам. Ҡайтыуыма, беләм, гәзиттәр йыйылып торасаҡ, рәхәтләнеп уҡырмын, тип йөрөйөм. Башҡорт баҫма матбуғатын алдырмаған сағым булманы, әле лә йыл да яҙылам. "Киске Өфө"нө яратып уҡыйым, рәхмәттән башҡа һүҙ әйтә алмайым: гәзит менән ҡәнәғәтмен. Халҡыбыҙҙың милли рухын күтәреү, туған телебеҙҙе һаҡлау, мәктәптәрҙә уны уҡытыу мәсьәләләрен ҡайта-ҡайта яҡтыртыусы баҫма булараҡ, уны алдырмаған кешеләрҙе аңламайым. Тимәк, уларҙа рух юҡ. Ә бындайҙарҙы бер генә һүҙ менән маңҡорт тип атайҙар. Бөтөн проблемаларыбыҙҙы ошо гәзит аша бергәләп, кәңәшләшеп хәл итә алыр инек тә бит... Совет заманында, гәзит - ул ойоштороусы, тип әйтмәйҙәр инеме ни? Матбуғаттың был функцияһын берәү ҙә тартып алманы бит, тик үҙебеҙ һәлкәү, битараф булғаныбыҙға әрнейем. Эште башҡорт гәзиттәренә яҙылыуҙан башлап ебәргәндә лә милли рухыбыҙҙы күтәреүҙә ҙур бер эш булыр ине.
Гөлназ ӘХМӘҘИЕВА, Мостай Кәрим исемендәге 158 -се Башҡорт гимназияһы директоры: Халыҡ шағиры исемен ғорур йөрөткән Башҡорт гимназияһында ла гәзит уҡымаһалар, был ҙур гонаһ һәм хата булыр ине. Үҙем дә уҡыйым, уҡытыусыларыбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙ ҙа матбуғат һүҙенә ихтирамлы мөнәсәбәттә икәнен беләм. Мәктәбебеҙ китапханаһына бик күп гәзит-журнал, шул иҫәптән "Киске Өфө"нө лә алдырабыҙ. Был йәһәттән китапханасыбыҙҙан уңдыҡ: ул бөтөн килгән матбуғат баҫмаларын йыйып, төпләмә алып бара. Уҡыу залына инеп, теләһә ҡайһы ваҡытта бындай "өҫтәл китаптарын" ҡарап сығырға, мәғлүмәт алырға, фәһемле мәҡәләләр менән танышырға мөмкин. Ә матбуғат баҫмаларынан алыр һабаҡтар бик тос. Айырыуса "Киске Өфө"лә туған тел, халҡыбыҙ тарихы, боронғо традиция һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ хаҡында фәһемле мәҡәләләр, ошоғаса билдәле булмаған тарих биттәре, башҡорттоң рухи-мәҙәни хазиналары хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирелә. Бындай мәҡәләләр менән уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик ҡыҙыҡһына. Ҡайһы ваҡыт берәй класта "буш сәғәт" килеп сыҡһа (йә көтмәгәндә уҡытыусы сирләп китәме), балалар ул дәресте китапхананың уҡыу залында үткәрә. Оҙон тәнәфестәрҙә лә килеп ултыра бик зиһенлеләре. Гәзиттәрҙе беҙ китапханаға алдырыу менән сикләнмәйбеҙ, коллектив подписка ла ойошторабыҙ. Әлбиттә, йәштәр электрон-гәзиттәрҙе өҫтөнөрәк күрәлер, ләкин интернетты асып ебәргән кешелә гәзит ҡайғыһы китәлер ул, сөнки унда һәр төрлө мәғлүмәт бик күп һәм уларҙың, үкенескә күрә, хәҡиҡәткә тап килгәне-килмәгәне бар. Ә гәзит - ул маҡсатлы рәүештә ултырып, аңлы уҡыуҙы талап итә торған белем усағы. Үҙемә ҡалһа, мин матбуғат ике төрлө форматта ла йәшәргә һәм ҡулланылырға хаҡлы, тип иҫәпләйем. Ул саҡта уны уҡыусылар һаны ла күберәк була бит.
Мөхтәр МОНАСИПОВ, мәғариф ветераны, Баймаҡ районы Ярат ауылы мәсетенең имам-хатибы: Әлбиттә! Бына әле генә "Киске Өфө"нөң сираттағы һанын алып, һөйөнөп торам: почта йәшнигемә һалып киткән хат ташыусыбыҙ, рәхмәт яуғыры. Мәғариф өлкәһендә эшләгән йылдарҙа ла, әле лә "Киске Өфө"лә үҙем өсөн кәрәкле материалдар табам, сөнки мәктәп тә, мәсет тә - тәрбиә үҙәге ул. Һеҙҙең гәзиттән тыш, тағы ла район гәзите "Һаҡмар"ҙы, Сибайҙа нәшер ителеүсе "Атайсал" төбәк баҫмаһын алдырабыҙ. Беҙҙең быуын уҡыуҙан тарыҡмаҫ та, ялҡмаҫ та: уҡыттыҡ та, үҙебеҙ ҙә уҡыуҙан туйманыҡ ғүмер-ғүмергә. Өйрәнгәс, уҡымай тороп та, йәшәп тә булмай. Тормош һулышын тойоп , мәғлүмәтле булып йәшәүгә етәме һуң! Ҡатыным Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы ла гәзит ярата, ул да күп йылдар балалар уҡытты. Ҡайһы берәүҙәр әйтә ул: хәҙер яңылыҡтар менән интернет аша ла танышып барырға була, тип, ләкин, беренсенән, барыһы ла интернетта ултыра алмай бит. Унан һуң, сайттарҙа беҙҙең башҡорт донъяһына ҡағылған бөтөн мәғлүмәттәрҙе биреп тә бармайҙар. Ә бына гәзиттәрҙе башынан аҙағына тиклем яйлап-тәмләп, ала-һала уҡырға була. Гәзит уҡығанда, күңел ял итә. Ғүмер буйы матбуғат баҫмалары менән дуҫ йәшәнек, бынан һуң да, Алла бирһә, шулай булыр, тип өмөтләнәм.
Ғизетдин ИРҒӘЛИН, тарихсы, архив белгесе: Матбуғат баҫмаларынан айырылғаным юҡ, мөмкин тиклем хәбәрҙар булырға тырышам. Үҙәк гәзиттәрҙе лә, республика баҫмаларын да уҡыйым. "Аргументы и факты" гәзите, мәҫәлән, төплө аналитикаһы, тәнҡит материалдары, өр-яңы мәғлүмәттәре менән иғтибарҙы йәлеп итһә, үкенескә, урындағы баҫмалар хаҡында быны әйтеп булмай. Ҡайһы бер гәзиттәр бөтөнләй "тоҙһоҙ"ға әйләнде - тәнҡиттең әҫәре лә ҡалманы. Ниңә, беҙҙә бөтәһе лә ал да гөлмө әллә шулай? Нимәгә тотонма, ҡайҙа барма - етешһеҙлек, ришүәтселек, уғрылыҡ, эшһеҙлек, ялҡаулыҡ, эскелек... Хатта бит кеше сәләмәтлеге һәм ғүмере һағында торорға тейешле өлкә - һаулыҡ һаҡлау системаһында ла тәртип юҡ. Элек ана шундай кире күренештәргә ҡаршы көрәшеүҙә матбуғаттың роле бик ҙур ине. Тәнҡит власть органдарында, коллективтарҙа ентекле тикшерелеп, уның буйынса саралар күрелә һәм редакцияға был турала рәсми яуап килә ине. Ни өсөн бөгөн гәзиттәрҙең тираждары кәмей? Электрон баҫмаларҙы һылтау итергә генә торалар, юғиһә. Тәнҡит булһа, гәзитте бөгөн дә уҡыр ине халыҡ. "АиФ"тың тиражын ҡарағыҙ әле ана! Улар бит, Президентҡа оҡшамаҫ, Кремль ҡушмай, тип тормай бер ҙә. Объектив, ғәҙел тәнҡит, киреһенсә, власть органдарына теге йә был мәсьәләне хәл итеүҙә булыша ғына, минеңсә.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА