XVIII быуаттың башында, 1704 йылда ҡупҡан башҡорт ихтилалы тамамланғандан һуң, төбәктә үҙенсәлекле сәйәси хәл барлыҡҡа килә. Башҡорттар 1711 йылдан 1722 йылға тиклем Рәсәй подданныйлығынан сығып, тулы үҙаллылыҡ яулайҙар. Яһаҡ түләмәүҙән, Үҙәккә бойһонмауҙан тыш, уларҙың хатта бөтә институттары, ханы (башлығы) булған тулы мәғәнәләге дәүләт берләшмәһе, йә ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар менән бергә союз төҙөү мөмкинлеге лә була. Ләкин улар ҡабаттан Рәсәй ҡанаты аҫтына ҡайтыуҙы һайлай. Уларҙы быға нимә этәрә һуң, ниндәй сәбәптәр үҙаллы дәүләт төҙөүгә ҡамасаулай? Тарих фәндәре докторы Булат Әхмәр улы АҘНАБАЕВтың ошо темаға арналған хеҙмәтенең дауамын тәҡдим итәбеҙ.
XVIII быуаттың 1720-1730 йылдарында көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан көстәр башҡорттарға әллә ни етди проблемалар тыуҙырмай. Мәҫәлән, 1733 йылда Уртансы Жузе Семек хандың 10 меңдән торған ғәскәре менән Өфө провинцияһының Себер юлына һөжүмен Таймаҫ батыр етәкселегендәге башҡорттар кире ҡаға. Ырымбур юлы буйлап төҙөлгән ҡәлғәләргә тиклем башҡорттар үҙ ерҙәренең хәүефһеҙлеген тик үҙҙәре генә тәьмин итә. 1731-1732 йылдарҙа Һамар, Кинель, Ыҡ, Садеф һәм Сәрмәсән йылғалары буйлап һаҡ ҡуйыу мәсьәләһе буйынса йыйындар саҡырыла. Шулай итеп, XVIII быуаттың 20-30-сы йылдарында башҡорттар бөйөк дәүләттең яҡлауына мохтаж булмайҙар.
Сенат материалдарынан сығып һүҙ йөрөткәндә, башҡорттар Рәсәй подданныйлығын тергеҙеү тураһындағы һорауҙы үҙҙәренең биләмә ерҙәренә килеп төпләнгән ҡасаҡ һәм күскенселәрҙән азат итеү мәсьәләһе менән бәйләгән. Подданныйлыҡ тураһында мәсьәләнең ҡалҡып сығыуы ниндәйҙер Бекбав Чимкиндың батшаға "Өфө провинцияһына ҡасҡан яһаҡ түләүселәрҙе кире Ҡаҙан өйәҙенә ҡайтарыуҙы" һорап мөрәжәғәт итеүенә бәйле. Сенат тикшереүе барышында, Ҡаҙан өйәҙенән яһаҡтың күп булыуынан ҡасып, Башҡортостанға килеүсе күскенселәрҙең Өфө провинцияһы коменданты Д. Бахметьевҡа үҙҙәрен яңы йәшәү урыны буйынса яһаҡ түләтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итеүе асыҡлана. Ләкин комендант был үтенесте кире ҡаға. Чимкиндың мөрәжәғәте менән бер рәттән, Сенатта башҡорттарҙың Азов походында башҡорт отряды менән етәкселек иткән Ҡаҙан дворяны Д.И. Молостовҡа яҙған хатты ла тикшерәләр. Был хатта башҡорттар Өфө провинцияһына күсеп килеүсе ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡтарҙан яһаҡ йыйыу өсөн махсус кеше ебәреүҙәрен һорайҙар.
Ике үтенестә лә Өфө провинцияһы яһаҡ түләүселәре тураһында һүҙ барғанға күрә, уларҙы берләштерәләр. Тикшереү барышында, 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалдан һуң башҡорттарҙың Рәсәй подданныйлығы ҡабул итеүенең иҫбатланмағаны асыҡлана. Шулай итеп, ҡаҙна эштәре буйынса башланған эшмәкәрлек башҡорттарҙы Рәсәй подданныйлығына ҡайтарыусы сәйәси сараға әйләнә. Ләкин башҡорттарҙың Д.И. Молостовҡа яҙған хатында ла, күсенеүселәр исеменән генә түгел, ә башҡорттар исеменән дә батшаға мөрәжәғәт итеүсе Бекбав Симкиндың үтенесендә лә башҡорттарҙың Рәсәй подданныйлығын алырға әҙер булыуҙары тураһында һүҙ булмай. Шуға күрә Сенат әлеге һорауҙы яҡшылап өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, резолюция яҙа һәм 1719 йылдың 17 июлендә башҡорттарға "башҡорттар элеккесә батша подданныйлығы аҫтында һәм ошо сәбәпле әлегәсә күрһәтелгән ҡаршылыҡтарҙың башҡаса булмаясағына батшаны ышандырырҙар тигән өмөттә", тигән яҙыу менән батша грамотаһын ебәреү тураһында ҡарар сығарыла.
Артабанғы тикшереүҙәр башҡорттарҙың күскенселәргә ҡарата дөйөм фекере юҡлығын күрһәтә. Күпселек башҡорттар уларҙы ҡыуыу яҡлы булһа, ҡайһы берәүҙәр, киреһенсә, ҡасҡынсыларҙы ҡалдырыуҙы талап итә. Башҡорттарҙың был һорауға ҡарата бер төрлө фекере булмауы крайҙа урындағы халыҡ һәм власть араһында ышанмаусылыҡ тыуҙыра. Һөҙөмтәлә башҡорттарға батша грамоталарын тапшырыу тантанаһы өҙөлә. Был акция башҡорттарҙың Рәсәй подданыйлығын тергеҙеү процесы башланыуын кәүҙәләндерергә тейеш була, ләкин яҡтар грамотаның тапшырылыу урыны тураһында килешә алмай. Башҡорттар был ваҡиғаның Ағиҙел ярындағы Чесноковка тауы эргәһендә булыуын теләһә, грамотаны тапшырырға тейешле полковник И.Г. Головкин документты башҡорттарға тик Өфөлә генә бирәсәген белдерә.
Грамоталар тик ике ай үткәс, 1720 йылдың 13 сентябрендә, бөтә башҡорт өйәҙҙәре исеменән килгән вәкилдәргә тапшырыла. Беренсе грамотала башҡорттарҙың Рәсәй подданныйлығына ҡайтыуҙарына ҡарата мөрәжәғәтнамә, ә икенсеһендә бөтә ҡасаҡ һәм күскенселәрҙе кире ҡайтарыу мөһимлеге тураһында әйтелә. Ләкин башҡорттар уларҙы кире ҡайтарыуҙа үҙ талаптарын ҡуя - крайға 1678 йылдан һуң килеп төпләнеүселәрҙе генә ҡайтарырға ризалашалар. Шулай ҙа башҡорттарҙың подданныйлығын тергеҙеү процесы тулыһынса тик 1722 йылдың 22 июнендә генә тамамлана. Был көндә башҡорттарҙың 8 вәкиленә Санкт-Петербургта хоҡуҡ граматоһы тапшырыла.
Ни өсөн башҡорттар Өфө провинцияһынан ҡасаҡтарҙы ҡыуыу тураһында һорауҙы ҡуҙғатҡан? 1720 йылдағы һөйләшеүҙәр барышында И.Г. Головкин асыҡлауынса, башҡорттар ҡасаҡтарҙың аҫаба халыҡ ерҙәрен, мәкерле ысулдар менән губернаторҙан указ алып, үҙҙәренеке тип атауҙарын һәм шул ерҙәрҙә ауылдар булып ултырыуҙарына асыулана. Шул уҡ ваҡытта, әйтеп үтелгәнсә, ҡайһы бер улыс башҡорттары ҡасаҡтарҙы ҡайтарыуға ҡырҡа ҡаршы сыға, сөнки ҡасаҡтар башҡорт ерҙәрендә йәшәгән өсөн урындағы халыҡҡа бурыслы була. Башҡорттар уларҙы тейешле бурыстарын ҡайтарғас ҡына ебәрергә риза булыуҙары тураһында белдерә. Ҡасаҡтар мәсьәләһе буйынса башҡорттар араһында барған ҡапма-ҡаршылыҡ тураһында Ҡаҙан полкы драгундары ҡулдарына төшөргән Ҡаҙан һәм Уса (Осинская дорога) юлы башҡорттарының Нуғай һәм Себер юлы башҡорттарына яҙған хаты аша белеп була. Хаттың йөкмәткеһе бик теүәл тәржемә ителмәһә лә, уның эстәлеге был мәсьәләнең айышын аңларға ярҙам итә. Шуныһы ҡыҙыҡлы, әлеге конфликт бер ниндәй рәсми хаттарҙа ла, хөкүмәттең ышаныслы кешеләренең яҙыуҙарында ла сағылмаған.
Үҙ-ара ҡапма-ҡаршылыҡтар булһа ла, башҡорттар башҡалар алдында үҙҙәрен берҙәм һәм ойошҡан халыҡ итеп күрһәтергә тырышҡан. Батшаға йүнәлтелгән мөрәжәғәттәрҙә лә, Мәскәүгә ебәрелгән делегациялар ҙа башҡорттар "бөтә дүрт юл" ("всех четырех дорог") исеменән сығыш яһауҙарын билдәләгән. Тик бихисап баш күтәреүҙәрҙәге ҡайһы бер эпизодтар ғына Ҡаҙан һәм Уса юлдары менән Нуғай һәм Себер юлдары башҡорттары араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтар булыуын күрһәтә.
Ихтилалдарға күтәрелгәндә башҡорттарҙың берҙәм башлығы юҡ, сөнки быны географик йәһәттән тормошҡа ашырыу мөмкин булмаған. Нуғай һәм Ҡаҙан юлы башҡорттары менән ҡалмыҡтар араһында сик асыҡ булған һәм ҡалмыҡтар төрлө ысулдар менән башҡорттарҙы үҙ яҡтарына ылыҡтырырға тырышҡан. Мәҫәлән, 1663 йылда ҡалмыҡтарҙың улысында булып киткән Әстерхан баяры Петр Шубников Мәскәүгә ҡалмыҡ ханы Әйүкәнең 1500 башҡорт ихатаһын үҙенең улыстарына күсергә өндәүе тураһында хәбәр иткән. Ошо уҡ йылдың ҡышында Нуғай юлы башҡорттарынан 8000 кеше Дайчан улысына күсеп китә. Ноғай юлының абруйлы тарханы Ишмөхәмәт Дәүләтбаев Әйүкә хандың власын таный һәм унан Яйыҡ буйында йәйләү өсөн ерҙәр ала. Тайша Дайчинға шулай уҡ Ыҡ (Ицкая волость) улысы башҡорто Ҡарабаш Утәүев та бойһона һәм үҙенең бөтә кешеләре һәм малдары менән уның менән бергә Волга буйында йәйләй.
Булат АҘНАБАЕВ,
тарих фәндәре докторы.
(Дауамы. Башы 30-сы һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА