Беҙҙең Өфөбөҙ ғәжәп матур урындарҙан - йәмле Ағиҙел буйындағы тауҙарҙан башлана. Килгән ҡунаҡтарҙы бейек ҡаяла Салауат сәләмләй. Салауат Юлаевты бөйөк тарихи эштәр атҡарыр өсөн Аллаһы Тәғәлә һайлаһа, батырҙың ғорур һәйкәле ҡуйылыр ошо бейеклекте уны ижад иткән һоҡланғыс талант Сосланбәк Тавасиев үҙе һайлаған. Төрлөсә тәҡдимдәр булһа ла, скульптор үҙенең фекерен барыбер ҡәтғи яҡлаған, тейешенсә раҫлата алған.
Был бөйөк һәйкәлде хәҙер Өфөнөң башҡа берәй урынында күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Салауат һәйкәле баш ҡалабыҙ Өфөгә ҡабатланмаҫ йәм бирә, Салауаттың ҡаһарманлығы тарихыбыҙға дан өҫтәй. Шағир һәм яугир Салауат һәйкәле янында шиғыр байрамы үткәреү күптән инде матур йолаға әйләнде. Минең дә унда был осрашыуҙарҙағы уй-кисерештәрҙе сағылдырған "Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа" тигән шиғырымды уҡығаным булды. Быйыл июль аҙағында ла ҡәләмдәштәр менән ошондағы амфитеатрҙа асылған "Ватан" паркындағы этноауылға шиғриәт байрамына йыйылдыҡ...
Рәсәй буйлап йыл һайын ер йөҙөнән меңәрләгән ауыл юҡ була. Башҡортостанда ла уҙған һәм хәҙерге быуатта әллә күпме кешеләрҙең тыуған төйәктәре ни бары уларҙың хәтерендә генә тороп ҡалды. Ә уларҙың балалары иһә был изге урындар тураһында бөтөнләй белмәйәсәк.
Батша заманында ерен, иркен яҡлап күтәрелгән башҡорттарҙың әллә күпме ауылдары яндырылған бит. Был үткәндәрҙән ҡалған яра халыҡ хәтерендә һаман һаҡлана.
Бөгөн тыныс йылдарҙа ла ауылдарҙың юҡҡа сығыуы бигерәк аяныслы. Бына ошондай күңелһеҙ хәлдәр тотош Рәсәйҙә йышайғандан-йышая барған бер мәлдә гүзәл Өфөбөҙҙөң яңы бер биҙәге Салауат һәйкәле янында, Конгресс-холдан түбәндәге амфитеатрҙа урынлашҡан "яңы ауылды" күреү бына шундай уйҙарға килтерҙе. Исеме лә уның бик үҙенсәлекле - этноауыл. Башҡорт йәйләүендәге һымаҡ теҙелешеп ултырған ете тирмәнең һәр береһендә тормоштоң төрлө яҡтарын күрһәткән бик ҡыҙыҡлы хазина тупланған. Бында күҙҙең яуын алып торған милли кейемдәр ҙә, тылсымлы моңо менән арбаусы ҡурайҙар ҙа, көнкүреш әйберҙәре лә, эш-хеҙмәт ҡоралдары ла, еребеҙҙәге аҫыл таштар ҙа бар. Теләйһең икән, милли кейем кейеп, фотоһүрәткә лә төшөргә мөмкин.
Өфөлә ШОС һәм БРИКС саралары алдынан бик ҙур төҙөлөштәр барыуы хаҡында матбуғатта йыш яҙҙылар, телевидениенан да даими күрһәтеп торҙолар. Ләкин бындай яңылыҡтар тураһында уҡып йәки зәңгәр экрандан ҡарап, радионан ишетеп белеү - бер нәмә, ә бына үҙ күҙҙәрең менән күреү бөтөнләй башҡаса. Салауат һәйкәле янында байтаҡтан бирле булғаным юҡ ине. Әле шиғыр байрамына килгәнемдә бындағы ғәләмәт ҙур үҙгәрештәрҙе күреп, хайран ҡалдым. "Ватан" паркындағы иркен майҙандар, әллә күпме юлдар, күпме баҫҡыстар, тирә-яҡтағы хозур тәбиғәтте байҡап торор өсөн эшләнгән уңайлы урындар, университет янында ҡалҡып сыҡҡан заманса ҙур ҡунаҡхана, Ағиҙелдең бөтөнләй яңыртылған яр буйы, тирә-яҡты ҡаплаған йәшеллек - былар барыһы ғәжәп киң ҡолас һәм тырышлыҡ менән генә түгел, юғары зауыҡ менән эшләнгән. Ижад ителгән, тип әйтеү, минеңсә, тағы ла дөрөҫөрәк булыр.
Этноауыл майҙанында башланған шиғри осрашыуға халыҡ күп йыйылғайны. Күрәһең, әҙәбиәтте ысын күңелдән яратыусы кешеләр булғандыр улар. Шулай булмаһа, бер сәғәткә һуҙылған шиғри байрамдың аҙағына табан һибәләй башлаған ямғырҙа ла халыҡ шулай таралмай тыңлап торор инеме ни?
Салауат һәйкәле тирәһендәге урындарҙы төҙөкләндереү эштәре байтаҡтан бирле алып барыла ине. Ошонда мөһабәт Конгресс-холл ҡалҡып сыҡты, тирә-яҡта йәшеллек артты, яңы фонтан майҙанды тағы ла нығыраҡ йәмләне. Һуңғы төҙөлөштәр был төбәкте донъя кимәлендәге объекттар менән ярышырлыҡ дәрәжәгә еткерҙе. Һәр яҡшы эштең дауамын күрге килә. Бындағы эштәр артабан да дауам итер, аҫтағы майҙандарға, этноауылға ололар, һаулығы ҡаҡшаған кешеләр, шулай уҡ сабыйҙарын арбала йөрөткән ҡатындар ҙа төшөп, ял итеп йөрөй алһын өсөн эстакадалар, яңы уңайлыҡтар тыуҙырылыр, тип өмөтләнәйек. Матур эштәрҙең матур дауамы ла булыр тип ышанайыҡ.
Шиғри байрамдан ҡайтышлай, опера һәм балет театры янындағы "Ете ҡыҙ" фонтанына һуғылдыҡ, беренсе тапҡыр ошо матурлыҡҡа оҙаҡ ҡарап торҙоҡ. Бында ла халыҡ күп йыйылған. Музыка ишетелә, әле талғын ғына, әле дәртләндергес. Һынландырылғын ете ҡыҙҙың һәр береһе хәҙер бейергә төшөп китер һымаҡ. Өфөнөң был яңы биҙәктәре сит илдәрҙән килгән иң юғары етәкселәрҙең дә күңелен яуламаҫлыҡ түгел шул.
"Ете ҡыҙ" фонтаны баш ҡалабыҙҙағы иң йәмле урындарҙан буласаҡ. Янынан китә алмай ҡарап торғанымда күптәнге замандарҙа - 1979 йылда яҙылған ошо шиғырымды хәтергә төшөрҙөм:
Ете ҡыҙ
Ете моңо булып Етегәндең,
Ете төҫө булып йәйғорҙоң,
Балҡынығыҙ алда. Моңоғоҙҙан
Ҡанат киреп, донъям яңырҙы.
Бейеүегеҙҙә күпме тыйнаҡ ялҡын,
Йәшерен дәрт тора урғылып.
Һыуһындарым ҡанмаҫ был күңелгә...
Етегеҙгә ғашиҡ бер юлы.
Ете ҡатынан ерҙең аҡтарылып,
Күтәрелдем ете күктәргә.
Был аҙнамдың бөтә ете көнө
Торҙо илгәҙәк бер күкрәүҙән.
Эй, ете ҡыҙ!
Йөрәгемә төштө,
Уйылып төштө ете ҡуҙ-күмер.
Бер аҙнаның ете көнөнән дә
Ҡыҫҡа үкенесле был ғүмер.
Этноауыл майҙанындағы шиғриәт сәғәте, "Ете ҡыҙ" фонтанына ҡарап тороуҙар - был көн минең өсөн онотолмаҫ байрам булды. Яҡын кешеләрем менән, ейәнем, бүләм, бүләсәрем менән ҡала буйлап ҡыуанып йөрөнөк. Балалар иркен майҙандарҙа рәхәтләнеп уйнаны, беренсе ҡат ҡәләмдәштәремдең сығыштарын тыңланы , "Ете ҡыҙ" фонтанынан күҙҙәрен алманы. Уларҙың шатланғанын күреп, минең дә шатлығым артты. Сабыйҙар әле күргәндәрҙең күбеһен онотасаҡ. Ләкин мин шуға инанам: әлеге балаларҙың Өфөһө беҙҙең Өфөнән матурыраҡ буласаҡ. Һәр хәлдә, быға бик ышанғым килә: шулай булырға тейеш.
Һәр заман үҙенең ауырлыҡтары менән килһә лә, тормош барыбер алға бара. Әле бына сағыштырып ҡарайым. 1957 йылда яңы ойошторолған Башҡорт дәүләт университетының тәүге студенттары булып киткәндә, был уҡыу йортоноң әлеге төп бинаһы төҙөлөп тә бөтмәгәйне, янында бер генә лә заманса ятаҡ юҡ ине. Телеүҙәк, уның башняһы яңы ҡалҡып ҡына килә ине. Хәҙер Салауат һәйкәле торған ерҙәрҙә бер ҡатлы өйҙәр теҙелгән ауылса урамдар ине. Байтаҡ һабаҡташтарыбыҙ шунда фатирҙа йәшәне. Хәҙерге Боҙ аренаһы түгел, хатта Спорт һарайы ла юҡ ине. Бер саҡ улар баш ҡалабыҙҙы биҙәр тип уйламай ҙа инек. Башҡорт һәм рус театрҙарының яңы биналары, "Нур" татар театры һәм ҡалалағы башҡа әллә күпме матур-матур йорттар егерменсе быуат аҙағында - егерме беренсе быуат башында төҙөлдө бит. Тарих өсөн әллә ни оҙон ара түгел, әммә Өфө өсөн ни тиклем ҙур үҙгәрештәр. Шуға ла бөгөнгө балаларҙың Өфөһө беҙҙең Өфөнән матурыраҡ булыр тип ышанам да инде.
Уңыштарҙы яулауы ғына түгел, уларҙы һаҡлауы ла бик ҡатмарлы эш, яуаплы бурыс. Матурлыҡты емерергә әҙер тороусы көстәр, аңынан яҙған тәртипһеҙ бәндәләр ғүмер буйы булған һәм буласаҡ. Һоҡланыр гүзәллектәребеҙҙе һаҡлай ҙа беләйек, Өфөбөҙгә, Ағиҙелебеҙгә, Шүлгәнташыбыҙға, Торатауға һоҡланып йәшәйек, әммә уларҙы һаҡларға ла тырышайыҡ. Туған телебеҙгә, моңдарыбыҙға ғашиҡ булып ҡыуанайыҡ, тик был хазиналарҙы һаҡлау хәстәрлеген дә онотмайыҡ. Һоҡланайыҡ, әммә вайымһыҙлыҡтан, хыянаттан, матур донъябыҙҙы емерткес яуызлыҡтарҙан һаҡланайыҡ. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
КИРЕ СЫҒЫРҒА