Был юлы өс һорауыбыҙҙы яҙыусы Лира ЯҠШЫБАЕВАҒА йүнәлттек.
Халыҡ араһында һеҙ әүлиәләр хаҡында яҙған китаптарығыҙ менән танылыу яуланығыҙ. Үҙегеҙ яҙған әүлиәләрҙең исемдәрен атап сығығыҙ әле...
- Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, тиҙәр. Тағы бер ҡат халҡыбыҙҙың хәтеренә төшөрөп үтәйек. Тәүге әҫәрем Мөжәүир әүлиә хаҡында булды. Уны икешәр-өсәр меңләп ете-һигеҙ тапҡыр сығарҙым. Руссаһы ла, татарсаһы ла донъя күрҙе. Икенсе китабым Ғабдулла Сәиди хаҡында булды. Өсөнсө китабым Мөхәмәтсабир Халиков хаҡында ине. Яңыраҡ Зәйнулла ишан хаҡындағы ике китаптан торған романымды яҙып бөттөм. Беренсе киҫәге "Китап" нәшриәтендә баҫылып сыҡты, Аллаһ теләһә, икенсе өлөшө лә тиҙҙән китап булып сығыр. Был китаптарҙан тыш, Әбйәлил ишан, Сибәғәтулла ишан, Ғәлиәкбәр ишан, Шәмсетдин хажиҙар хаҡындағы яҙғандарым "Әүлиәләр аманаты" тигән күләмле китапҡа инеп китте. Быларҙан тыш та бик күп күренекле суфый ғалимдарҙың, аҡыл эйәләренең тормош юлын өйрәнеп, уларҙың хеҙмәтен, ижадын әҫәрҙәремә индереп ебәрҙем.
Мосафирҙың офоҡтары юл йөрөй-йөрөй киңәйә, тиҙәр. Белеүебеҙсә, һеҙ ҙә байтаҡ сәйәхәт иткәнһегеҙ.
- Эйе, сәйәхәт тип атарғамы, әллә яҙыу өсөн кәрәкле материал эҙләү юлы, тиемме? Икенсеһе дөрөҫөрәк булыр. Минең әҫәрҙәрем һәр саҡ йә тарих, йә айырым кешеләрҙең яҙмышы менән бәйле. Ә быларҙы өйҙә ултырып ҡына яҙып булмай. Бына быйыл да, 2017 йылдың ғинуар айында, Үзбәкстандың Бохара, Сәмәрҡәнд, Ташкент, Тирмиз, Ҡарши ҡалаларында булып ҡайттым. Был сәйәхәт миңә Шәмиғол хәлфә хаҡында яҙыу өсөн кәрәк булды. Ейәндәре әйтеүенсә, ул ҡырҡ йыл буйы Бохарала йәшәгән, уҡыған. Ҡырҡ йыл - уның ярты ғүмере, быны белмәйенсә, хәлфә хаҡында яҙыу мөмкин түгел. Мин унда Ташкент ҡалаһындағы архивҡа мөрәжәғәт иттем, ярҙам итергә һүҙ бирҙеләр. Бохара мәҙрәсәләре менән Ғабдулла Сәиди хаҡында яҙғанда уҡ барып танышҡайным инде.
Һеҙ "Зәйнулла ишан" әҫәрендә Уау Вәхит әүлиәнең туғыҙ йәшлек кенә малайҙы Ирәмәл тауына алып барып, унан баш алған йылғаларҙың сыҡҡан ерен күрһәтеп, үҙе уларҙы өшкөрөп йөрөүе хаҡында яҙғанһығыҙ.
- Эйе, нәҡ шулай. Борон ишандар, әүлиәләр, суфыйҙар йылғаларҙың сыҡҡан еренә барып, уны ләмдән, мүктән, сүп-сарҙан таҙартып, өшкөрә торған булғандар. Был хаҡта "Табын әүлиәһе" повесында ла яҙылды. Сабир хәҙрәт хаж ғәмәлен ҡылып иленә ҡайтҡас, Көгөш буйына (хәҙерге Красноусольск) барып, шифалы шишмәләрҙең башын өшкөрөп сыға. Аллаһ ризалығы өсөн һәм шишмәләр ҡоромаһын, тонсоҡмаһын, һыуы гел сылтырап ағып ятһын, һәр кем унан йәненә, тәненә шифа алһын өсөн эшләй ул быны. Хәҙерге һымаҡ, экология тигән һүҙҙе ул саҡта белмәгәндәр, улар Аллаһтың китабы "Ҡөрьән"дә ҡушылғанды үтәгәндәр. Минең һәр әҫәремдә тәбиғәтте һаҡлау темаһы ҙур урын ала. Был йәһәттән айырыуса "Бөтәбеҙгә бер Ер шары" повесы әһәмиәтле. Был әҫәрҙә Аллаһ берәү, кешелек донъяһы өсөн Ер шары берәү, диненә, милләтенә ҡарамайынса, һәр беребеҙ үҙебеҙҙең йәшәгән еребеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ, тигән фекер лейтмотив булып үтә.
Ер шары илаһи көстәр ҡурсыуына ла, унан бигерәк, беҙҙең, кешеләрҙең һаҡсыл мөнәсәбәтенә лә мохтаж. Был хаҡта дин ғалимдары ла, "Ҡөрьән" китабы ла әйтә. Һәр кем үҙе йәшәгән йортон ярата, ишек алдын тәрбиәле тота, уны төрлөсә биҙәй. Ә ниңә беҙ барыбыҙ өсөн уртаҡ булған йортобоҙҙо, Ер шарын, шулай яратмайбыҙ, биҙәмәйбеҙ? Ерҙән алырға ғына, уны вәхшиҙәрсә таларға ғына беләбеҙ. Кешелек донъяһы дәррәү тотоноп, барыбыҙ өсөн уртаҡ булған йортобоҙҙо һаҡлау эшенә тотонһа, Ер шарының меңәр йылдарға етерлек мөмкинлеге барҙыр, тим. Иманым камил, әҙәм балаһы үҙенең әҙәп-тәртибе, тырышлығы, еребеҙҙе ихлас яратыуы менән ахырызаманды меңәр йылдарға сигендерә алыр.
КИРЕ СЫҒЫРҒА