Өфөлә берәй рухлы, күркәм сара булһа - уның уртаһында, бәйге-фәлән икән, мотлаҡ уның ҡатнашыусыһы, дөрөҫөрәге, еңеүсеһе булған был ғаиләне күптәр беләлер. Римма Мирсәйет ҡыҙы - Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, Шайморат Азамат улы 160-сы лицей директорының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Гөлйөҙөм исемле сибәр ҡыҙ, Ғайсар һәм Мортаза исемле улдар тәрбиәләйҙәр. Бер аҙ ҡырыҫыраҡ холоҡло баш ҡалабыҙҙа үҙ урыныңды нисек табырға? Ошо турала Римма һәм Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВтар менән әңгәмәләшәбеҙ.
Һәр ғаиләнең танышыу үҙенең тарихы була. Ошо ваҡиғаны хәтерләп алһаҡ ине?
Шайморат: Икебеҙ ҙә Баймаҡ районынан, мин - Яңғаҙынан, Римма Ҡарамалынан. Бер мәктәптә уҡыныҡ. Римма минән 5 йәшкә бәләкәй, уның мәктәптәге бер сарала милли кейемдә бейеп йөрөүе генә әҙерәк иҫемдә. БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, Ҡарамалы мәктәбенә башланғыс кластарҙы уҡытырға ҡайттым. Шул мәлдән мәктәптә китапханасы булып эшләгән ҡәйнәм менән аралаша башланыҡ. Римма Сибай педучилищеһында уҡығанда практика үтергә минең класыма килде. Ҡәйнәмдең кәңәше буйынса эшләнгәндер был, тип уйлайым хәҙер. Сөнки аҙаҡтан мәктәпкә эшкә ҡайтҡан балдыҙым да ошо уҡ мәктәптә уҡытып йөрөгән уҡытыусы егеткә кейәүгә сыҡты. Таныштырмаһа ла, ҡәйнәмдең йоғонтоһо булғандыр, ай-һай.
Римма: Әсәйемде, кейәүҙәреңде үҙең ҡарап алдың инде, тип мәрәкәләп алабыҙ әле лә. Һиҙгерлеге, кешенен эске донъяһын тойомлай белеүе уны алдамаған, бик татыу йәшәйбеҙ. Мин училищены тамамлағансы бер йыл дуҫлашып йөрөнөк тә, өйләнештек. Шайморатты Покровка мәктәбенә директор итеп ҡуйғайнылар ул мәлгә. Мин башҡорт мәҙәниәтенән уҡыттым, балаларҙың ялын ойоштороусы булып эшләнем.
Ауыл ерлеге өсөн ярайһы ҙур вазифа биләгән ерҙән Өфөгә сығып китергә нимә этәрҙе Тимербулатовтарҙы?
Римма: Тәүҙә Сибайға күсеп китергә булдыҡ. Шайморат Сибай интернатында эшләне, мин 1-се мәктәптә башҡорт теленән уҡыттым. 2003 йылда "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсында 3-сө урын яуланым. Шул йылда беҙ Өфөгә күстек.
Шайморат: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының артабанғы яҙмышыбыҙҙа роле ҙур булды. Мин интернатта тәрбиәсе булып эш башланым. Гимназияның ул ваҡыттағы директоры Фәнзил Бүләк улы Санъяров ятаҡтан бүлмә бирҙе. 2004 йылда Әлфир Сулпан улы Ғайсин директор булып килде. Бер йылдан мин хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләндем һәм был шәхес менән күп эш эшләнек. Яңы мәктәп төҙөнөк, 3 ятаҡты яңырттыҡ, спорт комплексы барлыҡҡа килде. Иң мөһиме, гимназиялағы мөхит мине тағы ла рухлыраҡ итте, үҙ халҡыңа хеҙмәт итеүҙең үҙе бер кинәнес булыуын татыным мин унда.
Римма: Шайморат дөрөҫ әйтә, бындағы мөхит шундай үҙенсәлекле. Шуға ла эшкә байрамға йөрөгән кеүек йөрөйөм. Эшләгәс, һөҙөмтәгә эшләргә, тигән принцибым бар йәш саҡтан. Әле лә эштәге уңыштарым тураһында оҙаҡ итеп һөйләй алам. Ике тапҡыр РФ грантына, бер тапҡыр БР грантына лайыҡ тип табылдым, былар барыһы ла уҡыусыларымдың тырышлығы һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында. Уларға, минең ышанысымды арттырған тормош иптәшемә, фатихаһын биргән әсәйемә, дәрт өҫтәүсе коллегаларыма, туғандарыма рәхмәтлемен. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исемем дә бар.
Ғаиләлә һеҙ ниндәй атай менән әсәй?
Римма: Һәр башҡорт ғаиләһендәге кеүек, беҙҙә лә аҙаҡҡы һүҙҙе атай әйтә. Үҙебеҙ күреп үҫкәнде балаларҙың күңеленә лә һалабыҙ инде.
Шайморат: Балаларҙы өйгә бикләп кенә замандың кире йоғонтоһонан һаҡлап булмай. Шуға ла атай кешегә бер аҙ талапсаныраҡ булырға кәрәк, бигерәк тә Өфө кеүек ҙур ҡалала. Ҡыҙ бала булараҡ, Гөлйөҙөмде ҡурсалап-тыйып ҡына торабыҙ. Уға әле 17 йәш һәм студент булыуына ҡарамаҫтан, минең өсөн ул - бала, әлегә мин уның өсөн яуаплы. Мәҫәлән, дискотекаға барғыһы килә икән, үҙем машина менән алып барам һәм ҡаршы алам. Улыбыҙ Ғайсарҙың дуҫтары кем һәм улар нимә менән ҡыҙыҡһына - быны ла белеп торабыҙ, сөнки һәр береһе менән танышабыҙ, һөйләшәбеҙ. Ҡайһы саҡта социаль селтәрҙәрҙә берәй ярамағаныраҡ һүҙ яҙып ҡуйһа ла, улай ярамағанлығын аңлатам. Беҙ үҙебеҙҙең атайҙарҙан ҡурҡып тора инек, балаларым минән ҡурҡмайҙыр, әммә уларҙың нимә эшләп йөрөүе менән ҡыҙыҡһынғанымды яҡшы беләләр. Беҙҙең алда үҙҙәрен иркен тоталар, өйгә ҡайтҡылары, беҙҙең менән булғылары килеп тора, шуға ла дөрөҫ юлдан барабыҙҙыр, тип ышанам.
Римма: Икебеҙ ҙә урынында тик ултырып сыҙай торған кеше түгелбеҙ. Шуға ла берәй сара булһынмы, бәйге булһынмы, ҡатнашырға әҙер генә торабыҙ һәм ундай урындарға гел ғаилә менән бергә йөрөйбөҙ. Үҙ-үҙенә ышанған, белемле, рухлы шәхес булып үҫһендәр тигән маҡсаттан балаларҙы ла бәйгеләргә йәлеп итәбеҙ. Гөлйөҙөм мәктәптә уҡығанда "Һаумы, һаумы, әкиәт" конкурсында ла, шәжәрә байрамында ла ҡатнашты. Ғайсар ҙа "Һаумы, һаумы, әкиәт"тә сығыш яһаны. 2010 йылда "Йәш ғаилә" бәйгеһендә тәүҙә Өфөлә, унан республикала еңеү яуланыҡ. Бындай саралар үҙебеҙгә ышанысты арттырҙы, сәхнәлә сығыш яһарға өйрәндек. Башҡорт халҡының йола-ғәҙәттәрен, аш-һыуын күрһәттек. Ошоларҙың уртаһында ҡайнап йөрөгәнгә күрә, балалар ҙа үҙен төрлө яҡлап үҫтерә. Сөнки баланы өйҙә генә тәрбиәләмәйһең, был эш тәүлек әйләнәһенә бара.
Шайморат: Ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр йәмғиәт эшенә башкөлләй сумып, ғаиләһен онотоп ебәрә. Ә беҙ балаларҙы бергә алып йөрөйбөҙ. Ватан, кесе ватан тигән төшөнсәләрҙе белеп үҫһендәр, тибеҙ. Мәҫәлән, 2012 йылдан тыуған ауылымда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" байрамы үтә. Былтыр уны үткәрешергә үҙем дә ярҙам иттем. Ауылдаштар, шәп фермер егеттәр, депутаттар берләштек тә, аҡса йыйып, зыяратты кәртәләп сыҡтыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың исемдәре яҙылған обелискты ла яңырттыҡ һәм унда һуғышта ҡатнашыусыларҙың барыһының да исемдәрен яҙҙыҡ. Юлды тигеҙләнек. Байрамды ойоштороуҙа ла ғаилә менән ҡатнаштыҡ, Римма сценарий яҙҙы, алып барҙы, Ғайсар ярҙам итеп йөрөнө. Сит яҡта дан ҡаҙанып, ауылына ҡайтып та инмәгән кешеләр була. Тыуған ауылыңды ла оноторға ярамай икәнен белә балалар.
Һәр быуын ата-әсәһенә ҡарағанда яҡшыраҡ, аҡыллыраҡ булырға тейеш, тиҙәр. Үҙегеҙ алған тәрбиәгә ниндәйҙер төҙәтмәләр индереп тә ебәрәһегеҙме?
Шайморат: Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ үҙебеҙ уҡыуға әллә ни көс тә һалманыҡ. Беҙ үҫкән заманда атай-әсәйҙәр быны талап та итмәне. Шуға ла балаларҙы алдынғы иҫәпләнгән мәктәптәрҙә уҡытырға тырышабыҙ. Гөлйөҙөм Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамланы. Ғайсар 93-сө мәктәптә уҡый. Ҡала шарттарында улдар тәрбиәләйһегеҙ икән, кикбоксинг кеүек спорт секцияһы мотлаҡ улар өсөн. Ғайсар ҙа шөғөлләнә унда. Ҡайһы саҡта ялҡауланып китһә лә, 11-се класты тамамлағансы йөрөйһөң, унан үҙең хәл итерһең, тип ҡәтғи әйтеп ҡуйғанмын. Хәҙер бына ҡарап тороуы күңелле, мускулдар уйнап тора, төҙ генә баҫып йөрөй. Әлбиттә, ярыштарҙа гел еңеү яулап булмай, ул еңелһә, миңә лә ҡыйын. Тик шундай ваҡыттарҙа: "Ярай, бында еңелһә лә, урамда бер ҡасан да еңелмәйәсәк", - тип әйтәм үҙемә. Гөлйөҙөм дә 5 йыл музыка мәктәбенә йөрөгәс, башҡа бармайым, тигәйне бер мәл. "Башлағанһың икән, аҙағына тиклем еткерәһең", - тинем. Музыка математикаға һәләтте лә үҫтерә. Бөгөн ҡыҙыбыҙ үҙ көсө менән вузға уҡырға инеп, белем алып йөрөй. Мортазаның ниндәйҙер эске рухи көсө бар, бәйгеләрҙә ниндәйҙер сетерекле мәлдәрҙә беҙҙе гел ул ҡотҡара. Шуға ла уның киләсәге өсөн артыҡ борсолмайым, әммә уға ла был талаптар мотлаҡ буласаҡ. Әйткәндәй, хәҙер балалар үҫә, ҡайны-ҡәйнә булып та китербеҙ берәй саҡ. Улдарыбыҙ бәләкәйерәк әлегә, ҡыҙыбыҙға гел: "Кейәү бала үҙебеҙҙең милләттән, беҙҙең йоланы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ихтирам иткән кеше булырға тейеш", - тип әйтеп торабыҙ. Ҡыҙ кешенең бәхете - ирҙән.
Балаларҙан өйҙә башҡортса һөйләшеүҙе талап итәһегеҙме?
Римма: Бәләкәй сағынан туған телендә һөйләшмәһә, аҙаҡтан бала уны белеүҙе кәрәк тип тә тапмаясаҡ. Балалар баҡсаһына йөрөйҙәр, унда русса һөйләшеп ҡайтҡан булалар. Ошондай мөхиттә йәшәгәс, өйҙә башҡортса һөйләшеүҙе талап итмәйенсә булмай. Мортазаны һәр ысҡындырған рус һүҙенең башҡортса тәржемәһен һорай-һорай, туған телдә шыма итеп һөйләшергә өйрәтеп алдыҡ. Ғаиләбеҙ теле - башҡорт теле икәнен ул да белә. Аталары, башҡорт телмәре яңғырап торһон, тип, өйҙә махсус рәүештә "Юлдаш" радиоһын ҡуя. Театрҙарға алып йөрөйбөҙ, автобуста, магазинда башҡортса һөйләшәбеҙ, хатта эргәбеҙгә килеп, ҡалай башҡортса матур һөйләшәләр, тип әйтеп тә китәләр. Һәр хәлдә, киләсәктә үҙебеҙ ҙә ейән-ейәнсәрҙәр менән башҡортса һөйләшергә теләр инек, шуға ла быға инеште бөгөн үк һалабыҙ.
Шайморат: Мәктәпкә барһағыҙ, русса һөйләшегеҙ, инглиз телен дә ныҡлап өйрәнегеҙ, тик өйҙә саф башҡортса һөйләшәбеҙ, тип әйтеп ҡуйғанмын. Бер туған һеңлемдәр Магнитогорскиҙа йәшәй. Йәйгелеккә ҡайтһалар, балаларын: "Беҙҙең ауылда русса һөйләшеп йөрөмәгеҙ", - тип шаяртып булһа тыйып ҡуям. Ҡала балаларына өлкән улым өлгө булырлыҡ, ныҡ шаян, шуҡ, әлбиттә, тик ул русса ла, башҡортса ла таҙа һөйләшә.
Ҡалала торлаҡлы булыу ҙа еңел эш түгел. Йәш ғаиләләргә ҡалала үҙ булып китеү өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк?
Шайморат: Кемдәндер көтөп ултырһаң, бер ерҙә лә еңел түгел. Үҙегеҙгә ышанығыҙ, әрһеҙерәк булығыҙ, тиер инем йәштәргә. Беҙ ҙә бөтөн ауырлыҡтарҙы үҙебеҙҙең иң менән күтәрҙек. Сыныҡтыҡ та. Гимназияла рух нығынды, кешегә ышаныс артты. Унан һуң эшләгән еремдә - Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында ҡатыраҡ булырға өйрәндем. Ярҙам һораусыға "юҡ" тимәй инем элегерәк. Атайым дини, хажи кеше, кешегә ныҡ ярҙам итергә ярамай, юғиһә, яҙмышына ҡыҫылаһың, тип гел әйтә килде. Хәҙер кешегә ныҡ ауыр ваҡытта ғына ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, күпселек осраҡта кеше үҙ проблемаһын үҙе хәл итеү юлын табырға тейеш.
Ир кешенең был донъяла өс бурысы бар, тиҙәр, өсөһөн дә үтәнем. Өфө эргәһендә, Иглин районында йорт та төҙөнөк. Унда бер йыл йәшәп ҡараныҡ та, балаларҙы уҡырға йөрөтөү ауыр булғанға ҡаланан ипотекаға фатир һатып алдыҡ. Аҙна буйына Өфөләбеҙ, ялдарын Аҡбирҙегә китәбеҙ. Нимәгә хоҡуғығыҙ бар, шуны ҡулланығыҙ, тим йәштәргә. Өсөнсө балаға бушлай ер биреү тураһында закон сыҡҡас, шунда уҡ артынан йөрөй башланым һәм ярты йыл эсендә ер алдыҡ. Өй төҙөгәндә аҡса ла күп булманы, кредит алдыҡ, атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә ярҙам итте, бөтөн нәмәне өмә менән эшләттек. Ҡустылар, кейәүҙәр дуҫтарын алып килә, 10-лап кеше йыйылабыҙ ҙа, эшләй инек. Ир кеше 40 йәшкә тиклем, көслө саҡта донъяһын нығытып ҡалырға тейеш.
Бер-берегеҙҙәге ниндәй сифаттарҙы үҙ итәһегеҙ?
Римма: Төрлө холоҡло ике кеше бер-береһенә өйрәнеп киткәнсе ваҡыт та, сабырлыҡ та кәрәк. Бөгөн йәш ғаиләләр тәүге ауырлыҡтарҙан уҡ айырылыша ла ҡуя. Ҡатындар аҡыллыраҡ булырға тейеш, тип иҫәпләйем мин. Бер-береһенең ыңғай яҡтарын ғына күрергә тырышһалар, барыһы ла отор ғына ине. Шәхсән үҙем иремдең күркәм сифаттарын үҙемә алырға тырышам, һиҙеп-күреп йөрөйөм, Шайморат та шулай уҡ минең ыңғай сифаттарымды үҙенә күсерә. Ҡатын кеше еңергә ынтылмаһаң ирҙе, уға арҡаланып ҡына йәшәргә өйрәнһәң, барыһы ла урынына ултыра. Миңә иремдең йомартлығы оҡшай. Балаларҙы ярата, һәр балаһына иғтибарлы, улар менән уйнарға, һөйләшергә ваҡыт таба белә. Һәр байрамға сюрприздар әҙерләй. Аталарынан күреп, улдарым да сәскә гөлләмәләре бүләк итергә ярата. Тимәк, улар ошо өлгөнө үҙенең ғаиләһенә күсерәсәк.
Шайморат: Икебеҙҙә лә лидерлыҡ сифаттары көслө, башта ныҡ ауыр булһа ла, яйлап яраҡлаштыҡ бер-беребеҙгә. Шәп кәләш эләкте миңә, тип иҫәпләйем. Сибәр, матур кейенеп, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп йөрөгән ҡатыным бөгөн дә миндә һоҡланыу тойғолары уята. Яҡшы нәҫелдән, тырыш, тыйнаҡ, үҙенең өҫ-башына иғтибарлы. Өйҙә тәртип, аш-һыуы тәмле, атай-әсәйем, туғандарымды ихлас хөрмәт итә. "Беҙҙең килен грамотный ул", - тип, арҡаһынан һөйөп кенә тора атайым. Ир кеше өсөн быларҙың барыһы ла мөһим.
Ғүмерегеҙҙең күп өлөшө Өфө ҡалаһы менән бәйле. Ниндәй ул һеҙҙең Өфөгөҙ?
Римма: Өфөлә үҙеңде үҫтереү өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар. Балалар тәрбиәләү өсөн ҡулай ҡала. Әгәр ҙә ҡаршылыҡ-кәртәләрҙе лайыҡлы үтеп, ҡыйыу булһаң, баш ҡала ла һине тиң итеп күрә башлай.
Шайморат: Өфө - башҡорттарҙың баш ҡалаһы бит ул, төрлө шәхестәр менән аралашып йәшәү рухыбыҙҙы бөтөн итә.
Шулай итеп...
Өфөлә еңел түгел, йәки беҙҙең халыҡҡа бер ҡасан да еңел булмаған, йәиһә закондар беҙҙең файҙаға эшләмәй инде ул, тигәнерәк ҡарашта йәшәүселәрҙе Тимербулатовтар менән әңгәмәбеҙ дәртләндереп ебәрһә ине. Бөтөн нәмә - үҙебеҙҙең ҡулда, ти улар. Фатирлы-йортло булғың килә икән - тот та эшлә; башҡа милләттәр менән бер рәттән бәйгеләрҙә башҡорт ғаиләһен, йолаларыбыҙҙы күрһәткең килә икән - ҡыйыулыҡ ит тә, тотон; хатта туған телебеҙҙең даирәһен киңәйтеү эше лә ғаиләнән, атай кешенең балаларының башҡортса һөйләшеүен талап итеүенән башлана. Үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү ҙә, уны күтәреү ҙә ябай ғына ошо төшөнсәләрҙән тора түгелме һуң?
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА