Халҡыбыҙҙың хаҡын билдәләп тә булмаған ғәжәйеп бер байлығы бар. Уны бер ҡайҙа бикләп тә, хатта урлап та булмай, ул һәр ваҡыт башҡорттоң үҙе менән, башҡорттоң йөрәгендә йәшәй. Донъяла тиңе булмаған был хазина - халыҡ йыры. Ошо хәҡиҡәтте бар тәрәнлегендә аңлар тағы бер ғорурлығы бар халыҡтың - улар халыҡ йырсылары. Боронғо халыҡ йырҙарын еренә еткереп, халыҡсан итеп йырлаусыларға тамашасы айырыуса хөрмәт һәм ихтирам менән ҡарай шул.
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ тураһында һөйләгәндә, халыҡ йырҙарын уның кеүек башҡарған йырсылар һирәк, тиһәк, уның ижады тураһында башҡа бер нәмә әйтмәһәң дә булалыр. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат ТИМЕРОВ шәп йырсы булыуы өҫтөнә үтә лә шуҡ кеше. Һүҙ артынан кеҫәһенә инә торған кешеләр рәтенән түгел ул. Шуға ла уның менән әңгәмәне Азамат Камил улына хас шаянлыҡ тоны менән уҡығыҙ.
Сибай филармонияһында эшләгән саҡта Тимеровтарһыҙ бер концерт та үтмәй ине. Бөгөн һеҙ Өфөлә ижад итәһегеҙ. Үҙегеҙгә нисектер, әммә тамашасы Азамат Тимеровты йышыраҡ сәхнәлә күрергә теләр ине?
- Өфөгә күскәс, эш кәмене тип әйтә алмайым мин. Баш ҡалала концерттар күп, тамашасының һайлау мөмкинлеге бар. Ә Сибайҙа филармония берҙән-бер, шуға ла беҙ йыш сығыш яһаған кеүек тойолғандыр инде. Сибай филармонияһында эшләгән йылдар һағындыра былай. Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгәндә Әлмирә Ҡыуатова менән Фәтих Хөснөтдинов үҙҙәре килеп, Урал аръяғы райондары халҡын концерттар менән тәьмин итәсәк филармония асыла, шунда саҡырабыҙ, тигәс, ҡайтҡайныҡ. Үҙ эшенә мөкиббән киткән артистар йыйылғайны. Бик дәртләнеп, рухланып эшләнек барыбыҙ ҙа.
Эшкә әүрәп йөрөп, юғары белем дә алмай ҡалдым мин, әйткәндәй. Ҡала хакимиәте башлығы булып эшләгән Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа мең рәхмәтлебеҙ, беҙгә шунда уҡ өс бүлмәле фатир бирҙе. Шуның менән беҙҙе торлаҡ хәстәрләп йөрөүҙән арындырҙы, бар көс ижадҡа ғына түгелде. Сибайҙа улдарыбыҙ Урал менән Арыҫлан тыуҙы. Балалар үҫеп, уларҙы артабан уҡытыу мәсьәләһе алға баҫҡас, Өфөгә күсергә ҡарар иттек. Филармонияның тәүге ҡарлуғастары барыһы ла таралып бөткәс, беҙ Нәсимә менән иң аҙаҡҡыларҙан булып ҡуҙғалдыҡ. Хәҙер был ваҡиғаға ла 11 йыл үтеп киткән. Тәүҙә "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамблендә эшләнек, беҙ килгән йылда унда йырсылар йыйҙылар. Унан филармонияға күстек. Әлеге мәлдә мин унда лекторийҙа эшләп йөрөйөм. Ә мине һағынған тамашасым өсөн киләһе йыл ҡыш аҙағы-яҙ башына айырым концерт эшләргә ниәтләнәм.
Халыҡсан йырсы өсөн юғары белем мөһим түгел, тигән ҡараш та бар бит, быға фекерегеҙ нисек?
- Юғары белем биреүсе уҡыу йортонда тауышты боҙалар, тигән нәмә дөрөҫ түгел. Тауышты ҡуйыу тигән әйбер бар. Нисек дөрөҫ тын алырға, нисек еңелерәк йырларға - барыһына ла педагогтар өйрәтә. Тауышы ҡуйылмайынса, ҡысҡырып йырлап йөрөгәндәрҙең тауышы бөтөүе лә ихтимал бит. Шуға ла мин уҡыу мөһимдер, тип иҫәпләйем. Әле һаман Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова мине күрһә, уҡыманың, уҡытыусы булып, йырларға өйрәтеп ултырыр инең, тип әйтеп китә.
Бала саҡтан ҙур сәхнәләрҙә йырларға тигән хыялым булһа ла, училищеға уҡырға киткәнсе мин әрменән ҡайтып, үҙебеҙҙең ауылдағы алтын йыуыу фабрикаһында иретеп йәбештереүсе булып эшләп йөрөй инем. Берәй концерт-фәлән булһа, Баймаҡтың мәҙәниәт йортонан автобус ебәрәләр. Барып йырлайым да, концерт бөтһә, йәйәүләп ҡайтып китәм, сөнки кире алып барып ҡуймайҙар. "Етте былайтып йөрөү", тип тәүбә итеп ҡайтам гел генә. Шул саҡта Баймаҡта методист булып Раушания тигән апай эшләй ине. "Тауышың бар, уҡымай ҡалһаң, ғүмерең буйы ошолай ҡәҙерһеҙ булып йөрөйәсәкһең, уҡырға кит", тип кәңәш итте. Шулай мин Өфөгә сығып киттем.
Халыҡ йырҙарын йырларға кемдән өйрәндегеҙ?
- Халыҡ йырын бәләкәйҙән ишетеп үҫтем, әсәй - "Сәлимәкәй"ҙе, атай "Урал", "Азамат"ты йырлай ине. Һәм был шул тиклем тәбиғи күренеш ине, минең өсөн һәр өйҙә ошолай халыҡ йырын йырлайҙар кеүек ине. Әммә үҙем эстрада йырҙарын йырлай инем. Әрменән ҡайтҡас, тышта нимәлер эшләп йөрөй инем - әллә утын, әллә малға бесән бирә инемме - атайым саҡыра. Инһәм, телевизорҙа төлкө кәпәс, ҡара күҙлек кейгән бер ағай йылға буйында йырлай, тауышы зыңғырлап ҡына тора. Абдулла Солтанов ине ул. Шул мәлдән халыҡ йырын яраттым да ҡуйҙым бит. Һүҙҙәренә, моңона иғтибар итә башланым. Уға тиклем Рамазан Йәнбәков, Сөләймән Абдуллинды тыңлаһам, уларға Абдулла ағай өҫтәлде. Ә классик башҡарыу өлгөһө итеп Мәғәфүр Хисмәтуллинды иҫәпләй инем. Хәйҙәр Бегичевтың моңона ғашиҡ инем. Уларҙы тыңлай-тыңлай халыҡ йырын башҡарырға өйрәндем һәм үҙем өсөн оло хазина астым.
Атай менән әсәй йыр-моңға ғашиҡ кешеләр булғас, өйҙә ике патефон бар ине беҙҙең. Ә бына башҡортса пластинкалар юҡ. Шуға ла уларҙың беҙҙең өсөн әллә ни баһаһы булманы ла шикелле. Береһенең двигателен һүтеп алып, ағайым вертолет яһаны. Тик ул османы нишләптер. Урыҫ йырсыларының йырҙары яҙҙырылған пластинкаларҙы өй башынан осороп та йөрөнөк.
Репертуарығыҙҙың да күп өлөшөн халыҡ йырҙары алып торалыр, моғайын?
- Шулай тиһәң дә була. Халыҡ алдына сығып йырлаған тәүге йырым "Урал" булды. "Буранбай", "Эскадрон", "Ҡолой кантон", "Шәүрә", "Зөлхизә", "Ашҡаҙар" кеүек диапазоны киң йырҙарҙы яратам. Хәҙерге йәштәр башта эстрада йырлау менән мауыға ла, шунан халыҡ йырын башҡарып ҡарай. Үҙҙәренсә, халыҡ йырына шулай яйлап өлгөрөп етәләр инде. Әммә эстрада тауышы менән халыҡ йырын йырлап булмай. Тәбиғәттән кемгә ниндәй тауыш бирелә әле, етмәһә, кемгәлер эстрада йырҙары, кемгәлер халыҡ йырҙары килешә. Халыҡ йырын тын алып тороп йырлайһың, уны йырлау үпкәгә лә шифа. Киң диапазонлы йырсылар йырҙы тауышына ултыртып тороп йырлай. Бындай тәбиғи һәләт, үкенес, барыһына ла бирелмәй.
Композитор йырҙарын да күп йырланым. Һаман да иҫтә, Юлай ағай Моратов синтезаторын аҫып, велосипед менән Ирәндек аша ауылыма килеп, йырын өйрәтеп киткәйне. "Һыулы үҙәккәй буйы" тигән был йырҙы башлап мин йырланым, уны радиоға ла яҙҙырҙыҡ. Юлай Үҙәнбаев, Хисмәт Дәүләтов, Мәхмүт Биҡҡоловтарҙың йырҙарын йырлайым.
Кәйефһеҙ йәки, киреһенсә, кәйефле саҡта көйләй торған йырығыҙ бармы?
- Ана шул кәйефкә ҡарап төрлө йыр булыуы ихтимал. Өйҙә 7-8 гармуным, баяным бар, башлыса шуларҙы тызылдатам. Гармундарҙың ҡайһыһы бейеү көйөнә килешһә, ҡайһыһы йырлауға шәп. Уйнап, ҡушылып йырлап ултырам. Ҡайһы саҡта ариялар йырлайым. Заһир Исмәғилевтың "Салауат Юлаев" операһынан Салауат арияһын яратам. Филармония лекторийының етәксеһе Индира Әсәҙуллинаның фатиры беҙҙең фатирҙың өҫтөндә генә. Классика йырлаһам: "Азамат, бына ошо урында ошо нотаны ошолайыраҡ алырға кәрәк", - тип телефондан шылтырата миңә. Шуға йырлар алдынан башта тәҙрәнән тышҡа ҡарап алам: машинаһы торамы, юҡмы? Машинаһы торһа, тәнҡитсе өйҙә, тип, классика йырламайым.
Мәктәпкә барғанға тиклем тальян гармунда уйнарға үҙаллы өйрәнгәйнем. 4-се класта атайым гармун алып бирҙе. Ҡумтаһынан сығарам да, башта оҙаҡ итеп еҫен еҫкәп ултырам. Шунан ғына уйнай башлай инем. Ныҡ ярата инем гармунды. Өфөгә уҡырға барырға булып бөткәйнем, атайым ебәрмәне. 8-се класта баянда өйрәндем, сөнки гармунда ҡайһы бер йырҙар "һаҡау" килеп сыға. "Хромка" тип халыҡ юҡҡа әйтмәй уны. Баянда иһә бөтөн тон бар, нотаны бөтөн нескәлегендә алып була. Өлкән улымдың да баян уйнарға теләге бар ине, хәҙер был ҡыҙыҡһыныуы үтте. Шулай ҙа мин өйҙә булмағанда уйнай, ти ҡустыһы. "Ағай баянды алып уйнаны", тип ошаҡлай ҡайтһам.
Башҡорт халҡында улдар тәрбиәһе өсөн атайҙар яуаплы. Улдарығыҙ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡораһығыҙ?
- Малай малай инде ул, уларҙы иғтибар үҙәгенән ысҡындырырға ярамай. Өлкәне - етди, ә бына бәләкәсе шуғыраҡ. Шуға ла теҙгенде тартып ҡына торабыҙ, юғиһә, бытлығып сығып бара, сос бигерәк. Ағаһы бәләкәйҙән етди булды, уҡыуға ла ныҡ тырыш. Башҡорт дәүләт аграр университетын, унан һуң быйыл БДПУ-ла магистратура тамамланы. Шунда уҡ бейеү буйынса ла өҫтәмә белем алды, дипломы бар. Мәктәптә уҡығанда футбол менән мауығып алды, хатта сит ерҙәргә ярыштарға ла барып ҡайтты. Унан һуң бейеү менән шөғөлләнде, Айҙар Ғәлимовтың театрында бейеп алды. Йырсыларға бейеүҙәр ҡуя. Бәләкәсе Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатында уҡый, ҡурайҙа, саксофонда уйнай. Ул бигерәк алсаҡ. Тышҡа сыҡһа, барыһы менән дә ҡысҡырып иҫәнләшә. Атайым мәрхүм шулай була торғайны. Ҡоласы гел йәйелгән булыр ине. Ҡушаматы "Комик" ине, эргәһенә кешеләрҙе йыйып, шаяртып хәбәр һөйләп ултырғаны күҙ алдында. Әсәйем дә шаян кеше, Арыҫлан әле лә, әй, ҡәртәсәй ҡыҙыҡ та инде, тигән була. Улдарҙы ҡатыраҡ тоторға тырышам, бөгөнгө заманда шунһыҙ булмай, минән шөрләңкерәйҙәр барыбер. Ғаиләләге минең атайлыҡ абруйымды Нәсимә күтәрә инде. Ә бына серҙәре күберәк әсәләренә һыя. Батыр булып үҫһендәр, тибеҙ, битараф булмаһындар, аҡылдары менән хәл итһендәр килеп тыуған мәсьәләләрҙе. Хәҙер улдар үҫкәс, өйҙәге ир-егет эштәре уларға күсте, люстраны ла элеп ҡуялар, башҡаһын да эшләйҙәр, шөкөр.
Ғүмерҙең ни тиклем тиҙ үтеүен балаларға ҡарап аңлайһың икән ул. Йәштәр араһында үҙемде йәш тойоп йөрөһәм дә, байтаҡ ҡына йәшкә лә еткәнмен икән. 55 йәшлек ағайым: "Оо, ҡустым, миндәге көс, теләһә ниндәй тимерҙе ҡулдарым менән бөгөп ҡуя алам", - ти. Мин дә шул 60 йәш тирәһен үткәс, кеше ҡартая башлайҙыр, тип уйлайым әлегә. Был ысынмы, бушмы, уныһын аҙаҡтан ҡарайбыҙ инде. Йөрәк йәш булһын да, сәләмәтлек булһын!
Ләйсән ДАЯНОВА
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА