ҺУҢҒЫ ВАҠЫТ ХАЛЫҠ КӘСЕПСЕЛЕГЕ ТАРМАҒЫ ӘҮҘЕМ ТЕРГЕҘЕЛӘ. ОҪТАЛАР ЕТЕШТЕРГӘН ТАУАРҘАР ҺОРАУ МЕНӘН ФАЙҘАЛАНАМЫ, УЛАР БЕҘҘЕҢ КӨНКҮРЕШТӘ ҠУЛЛАНЫУ ТАБАМЫ?
Сәрүәр СУРИНА, тележурналист, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З.Биишева, Аҡмулла, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты: Иң тәүҙә шуны тәҡрарлап китеү кәрәктер, тием. Ҡул эше оҫтаһы, дөрөҫөн әйткәндә, халыҡ араһынан меңгә берәү генә килеп сыға. Ауылда улар берәү йә икәү генә була. Башҡалар инде уға эйәреп алып китәләр һәм үҙҙәренән сығып, яңы биҙәктәр өҫтәй башлайҙар, шуның менән зауыҡ тигәнде лә онотоп ебәреүҙәре ихтимал. Ә оҫталар иһә - ысын ижадсы, боронғо традицияларҙы төплө белгән кешеләр. Үҙ эштәрендә улар төп өс тәжрибәгә таяна. Иң беренсеһе - боронғолоҡ традицияларын һаҡлайҙар. Икенсеһе - зауыҡ самаһын һәм өсөнсөһө - ижад емештәренең ҡулланылыш өлкәһен белеүҙәре менән айырылып торалар. Ҡул эштәре оҫталары, тигәндән, беҙ, ғәҙәттә, теләһә ниндәй әйберҙе күҙ алдында тотабыҙ. Эшем буйынса ағас, тимер, таш, йөн, еп, дебет һәм төрлө буяуҙар менән эш иткән кешеләрҙе күп күрәм. Шуларҙан, мәҫәлән, кейеҙ баҫыу, шәл бәйләү, ағасты юнып-ырыуҙар һ.б. Был әйберҙәр бөгөн һорау менән файҙалана һәм, әлбиттә, көнкүрешебеҙҙә бик кәрәк. Бөтмәй торған, һәр саҡ кәрәкле эштәр улар. Яңы технологиялар ҡулланып, тәбиғи таш, ағас, йөн, еп кеүек сеймал беҙҙең көнкүрешебеҙгә, күңелебеҙгә бик яҡын. Боронғолоҡҡа, асылыбыҙға кире ҡайтыу күренеше лә был. Кәсепселек, ҡул эштәре күргәҙмәләрендә шуларҙың, ғәҙәттә, иң зауыҡлылары еңеүсе булып таныла. Милли кейемдәр һәм биҙәүестәр өлгөләрен генә алайыҡ. Бөгөнгө көнгә яраҡлаштырып, үҙҙәре белгәнсәрәк арзан һәм ялтыр-йолтор менән биҙәп эшләнгәндәре уларҙың өй араһында, уйынға йә һыуға барғандамы кейелә икән, әйҙә, кейә бирһендәр, бынан бер зыян да юҡ. Бындай ҡул эштәренә күҙ өйрәнде, уға артыҡ иғтибар ҙа биреп бармайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта боронғо кейемдәрҙең иң зауыҡлылары ғына оҫталыҡ сәнғәте юғарылығын билдәләүен дә аңлайбыҙ һәм күрәбеҙ. Бындай елән, селтәр, ҡашмауҙарҙы элек ата-бабаларыбыҙ өләсәйҙәр өсөн йылҡы малы, һыйыр, бура йә бик күп аҡса түләп кенә һатып алыр булған. Әсмә Усманова тигән апай һөйләүе буйынса, ҡартатаһы шулай оҫтаға заказ биреп, елән әҙер булғанға тиклем кәләшен (йәғни Әсмә апайҙың өләсәһен) оҙатып ала алмай ике йыл буйы көтөргә мәжбүр булған. Ысынлап та, әлеге әйткәнемде ҡабатлап, боронғо традицияға ярашлы һәм зауыҡлы еләндәр бер-ике айҙа ғына ашыҡ-бошоҡ тегелмәгән шул, тием. Ана шундай еләндәр биҙәп тора ла бөгөн Санкт-Петербургтағы һәм үҙебеҙҙең Милли музейыбыҙ түрҙәрен! Бөгөнгө көн ана шундай оҫталарыбыҙ үҫеп сыҡһын ине, тип бик көтәбеҙ. Һуңғы йылдарҙағы ҡул эштәренә ылығыу, милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеү, кейеҙ баҫыу, тирмәләр эшләү, тире, күн эшкәртеү кеүек кәсепселек төрҙәре асылыбыҙға ҡайтыу рәүешен кәүҙәләндереп, артабан да дауам итһен, ул тауарҙар ҡулланылышҡа индерелһен, әйҙә, тик уларҙы эшләгәндә тарихи дөрөҫлөк боҙоп күрһәтелмәһен бер үк, самалар төп традицияларыбыҙҙан, зауыҡ сиктәренән ашып китмәһен, тимәксемен.
Кәримә КАЙДАЛОВА, Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" художество галереяһы мөдире: Бөгөн тормош-көнкүрешебеҙҙә этника ифрат та модала һәм шунлыҡтан халыҡ оҫталарының боронғоса итеп эшләнгән ҡулланыу тауарҙарына, һәр төрлө сувенирҙарға һорауы ҙур. Әйтәйек, ҡунаҡҡа, ниндәйҙер тантанаға йыйынаһығыҙ икән, бүләккә ғәҙәти булмаған берәй ғәжәйеп әйбер алып ҡыуандырғы килә бит яҡындарыбыҙҙы һәм дуҫтарыбыҙҙы. Бында инде күп тә уйлап тормаҫтан, халыҡ оҫталары эшенә мөрәжәғәт итһәгеҙ, бер ҙә отолмаясаҡһығыҙ. Дебет шәлме ул, станокта һуғылған күҙ яуын алырҙай балаҫмы, сигеүле таҫтамал, япмалар йә булмаһа боронғо стилдә эшләнгән биҙәнеү әйбереме - бөтәһе лә күңелгә яҡын һәм ҡыуаныс килтерерҙәй бүләктәр буласаҡ. Ә ситтән килгән туристар нисек ихлас һатып ала халыҡ кәсепселеге тауарҙарын! Мәҫәлән, улар араһында хәҙер башҡорт милли кейемендәге ҡупшы ҡурсаҡтар ҙур һорау менән файҙалана. Элек башҡорттарҙың тормош-көнкүрешендә кейеҙ әйберҙәр киң таралған булған: түшәк булһынмы ул, өҫ йә аяҡ кейемеме - улар бик йылы, шул уҡ ваҡытта дауалау сифатына эйә булған. Махсус күргәҙмәләрҙә был турала хәбәрҙар кеше мотлаҡ кейеҙҙән эшләнгән әйбер эҙләй. Ағас һауыт-һаба менән дә бик ҡыҙыҡһыныусылар бар, сөнки билдәле: ул экологик таҙа, ҡулланыуҙа сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ. Ә һуңғы ваҡытта башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында ҙур һорау менән файҙаланыусы милли биҙәнеү әйберҙәрен генә алайыҡ, булмаһа. Дөрөҫөн әйткәндә, селтәр, түшелдерек һәм уларҙың кесерәйтеп, стилләштерелгән өлгөләрен һылыуҡайҙарыбыҙ рәсми тантаналарға ла, театр-концерттарға ла, ҡунаҡҡа ла ҙур ғорурлыҡ менән кейеп бара. Был матур ғәҙәт, үҙенә күрә йолаға әүерелде - шуныһы ҡыуаныслы.
Ғәлинур ЗАРИПОВ, Миәкә районы Миәкә ауылы оҫтаһы: Ошо райондың Бикҡол ауылында тыуып, Илсеғолда үҫтем, шунда урта мәктәп тамамланым. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында юғары белем алдым. Бында мин рәсем, һыҙма һәм хеҙмәт дәрестәре бүлегендә декоратив - ҡул эштәре сәнғәте йүнәлешендә уҡыным. Дөрөҫ, мәктәптә ярты йыл ғына эшләп алдым, уның ҡарауы, үҙемдең педагог түгеллегемде төшөндөм. Ижад өлкәһендә үҙ юлымды тапҡым килде. Шулай бер ваҡыт, ун йылдар самаһы элегерәктер, инглиз телендәге сайттарҙы гиҙә торғас, инглиз һәм француздарҙың тирмәләр эшләү менән шөғөлләнеүе хаҡында белеп ҡалдым да сәмләндем: ә ниңә, беҙ ҙә эшләй алмайбыҙмы ни үҙебеҙҙең башҡорт тирмәләрен? Юғиһә, ғәҙәттә, мәҙәни сараларҙа, бигерәк тә һабантуйҙарҙа "Ағиҙел" фирмаһы етештергән тирмәләр ҡулланыла. Ә уларҙы тирмә тиһәң, хәтере ҡалыр, тигәндәй, шартына килтереп эшләнмәй. Тоттоҡ та улым менән ағастан матур итеп тәүге тирмәбеҙҙе эшләп тә ҡуйҙыҡ. Үҙебеҙгә бик оҡшаны ул: эсе иркен, сөнки уртаһында бер ниндәй ҙә терәү юҡ. Тирмә эшләүҙең боронғо ысулдарын ныҡлы күҙәтеп, ҡаты ағастан: имән, саған, йыланан, хатта дардарҙан (ҡорос ағасы) бөгөп яһайбыҙ уның конструкцияларын. Яңы урында йорт һалып инергә булғас, ваҡытлыса әлеге тәүге тирмәбеҙҙә йәшәп тә алдыҡ. Аҙаҡ йорт алдыбыҙҙа торған еренән күршебеҙ уны күреп ҡалды ла, ай-вайыбыҙға ҡуймай, һатып алды ла ҡуйҙы. Шулай итеп, тирмәгә әлегә ҙур булмаһа ла һорау барлығы асыҡланды. Яйлап етештереү күләмен арттыра барҙыҡ, эшләгән береһен һатып ала торҙолар. Бөгөнгө көнгә сама менән 150-ләп тирмә эшләп һаттыҡ. Тимәк, бындай кәсепселек төрөнә ихтыяж бар, кеше һатып ала һәм көнкүрешендә ҡуллана уларҙы. Һабантуйҙар, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" һәм башҡа байрамдар үткәргәндә лә бик кәрәк улар. Һәм, ғөмүмән, тирмәләр генә түгел, ағас эше оҫталары етештергән ҡулланыу тауарҙарына ла һорау ҙур икәнен күреп беләм. Өфөлә йыш үткәрелеп торған халыҡ кәсепселеге тауарҙары күргәҙмәләрендә күҙәткәнем бар: ҡул оҫталарының сынъяһау һандыҡ, ултырғыс, ағас һауыт-һабаларын, үрелгән кәрзиндәрҙе тиҙүк һатып алып та бөтәләр. Ә инде ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән селтәрле-биҙәкле шәлдәре, һуғылған келәмдәре, ҡорамаһы-башҡаһы! Юғары зауыҡ, сәнғәт оҫталығы кимәлендә башҡарылған халыҡ кәсепселек тауарҙары һәр саҡ һорауҙа бөгөн. Ә инде ағастан ырып, семәрләп эшләнгән сувенирҙар һәм картиналарҙы һәр башҡорт өйөнөң тип әйтерлек түрендә күрергә тура килә.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА