Ҡасан ғына әле ҡала кешеһе ҡымыҙҙың нимә икәнен дә яҡшылап белмәй ине. Бер ваҡыт йылҡы малы кәметелеп, колхоз-совхоздар ябылып бөткән йылдарҙа ауыл халҡына ла танһыҡҡа ғына эләгә торған затлы эсемлек ине ул. Юлдарҙа буш торған ҡымыҙханаларҙы күреп, эс бошоп үтә, ҡымыҙ эҙләп тә таба алмай ҡуйыла ине. Бәхеткә күрә, был хәлдәр ваҡытлыса ғына булып, ҡымыҙға ла көнө тыуҙы. Бөгөн ауылдарҙа йылҡы һаны артҡандан-арта, шәхси хужалыҡтар, ҡымыҙханалар асыла. Шифалы эсемлек популярлыҡ яулай, уны яһау һәм һатыу итеү мәртәбәле кәсеп булып баһалана бара.
Баш ҡаланың Якутов паркында ойошторолған ҡымыҙ фестивале ошо әйтелгәндәргә иҫбатлау булып тора ала. Республиканың төрлө райондарынан йыйылған ун өс ҡымыҙ етештереүсе биш тоннанан ашыу ҡымыҙ алып килеп һыйланы ҡала халҡын. Ҡымыҙҙың ниндәйе генә юҡ ине! Һыуһын ҡымыҙ, сөсө ҡымыҙ, әсе ҡымыҙ, ойотма ҡымыҙ, буҙҙау ҡымыҙ, ыҫланған ҡымыҙ һәм башҡалар. Йәнең теләгәнен тәмләп ҡарарға була ла, шулай шимләй-шимләй килеп, осҡа барып сыҡҡанда инде күңелдәр күтәрелеп, дәртләнеп кителә. Ҡымыҙҙың сере лә шунда бит. Юҡҡа уны "батырҙар эсемлеге" тимәгәндәр. Уның шулай дәртте, сәмде, йөрәкте ҡуҙғыта, ҡанатландыра, әллә ниндәй батырлыҡтарға әйҙәй торған сифаты ла бар.
Фестивалгә ҡымыҙ һатыу ғына ла түгел, ҡымыҙ эшләү, ҡымыҙ һауыу буйынса эшләнгән фотокүргәҙмәләр, ҡымыҙ тарихын һөйләүсе стендтар, ҡымыҙханаларҙа тотонола торған хужалыҡ ҡорамалдары ла сығарылғайны. Һәр кем, бигерәк тә ҡала халҡы, әсе ҡымыҙҙан бешегеп ҡарайып шымарған ағас көбөләрҙе, йәш һөттө болғата торған көргөстө, ағас ороһонан соҡоп яһалған бейә һауа торған ижауҙы, бейәне ҡороҡлап яҡынлата торған һайғаулы ҡороҡтарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Фестивалдең ойоштороусылары эшҡыуар Вадим Йомабаев һәм Совет районы хакимиәте булды. Тәүге тапҡыр ойошторолған сара халыҡ тарафынан үтә лә йылы ҡабул ителеп, төшкә табан һатыуҙа ҡымыҙҙар бөтөп тә ҡуйҙы. Ҡымыҙҙан тыш, бал, ҡорот, эремсек һәм бешерелгән аҙыҡ-түлек тә йәһәт кенә һатылып бөттө. Әлеге сараны киләсәктә йәй башынан алып, ҡымыҙ миҙгеле үткәнгә тиклем даими уҙғарып торғанда ла артыҡ булмаясаҡ. Сөнки халыҡ бындай тәғәмде, эсемлектәрҙе етештереүселәрҙең ҡулынан алыуҙы хуп күрә.
Айтуған Фәттәхов, Әбйәлил районы: Ҡымыҙ эшләү менән 2000 йылдан шөғөлләнәбеҙ. Бының өсөн саф башҡорт тоҡомло аттар тотола. Бөгөнгө көнгә йылҡы һаны 600 башҡа еткән, шуларҙың 22-нән ашыуы һауын бейәләре. Был кәсеп уңайлы ла, килемле лә тип әйтер инем. Ҡымыҙҙан тыш, йылҡыны һатыу, ит етештереү ҙә яҡшы табыш килтерә. Йыш ҡына, йылҡы менән генә шөғөлләнеп йәшәп буламы, тигән һорау бирәләр. Була, тип ышанслы әйтер инем. Хатта бик тә яҡшы итеп йәшәп була. Егерме йылдан ашыу ошо кәсептәбеҙ һәм йылдан-йыл үҙебеҙҙе ышаныслыраҡ тоябыҙ. Был тап беҙҙең халыҡтың кәсебе. Беҙ йылҡы малының бөтөн нескәлектәрен беләбеҙ, тоябыҙ. Унан һуң, йылҡы өсөн тәбиғәтебеҙ ҙә ҡулайлы. Мәҫәлән, беҙҙең Әбйәлил районында ҡылғанлы дала ла, урмандар ҙа бар. Йәғни, үләнгә ҡытлыҡ юҡ. Башҡа малдан айырмалы рәүештә, йылҡыға ҡышҡа бесән әҙерләү кәрәкмәй. Улар тибенлектә йөрөп тамаҡ туйҙыра. Артыҡ йылы ҡышлаҡҡа ла мохтаж түгел. Бер һүҙ менән әйткәндә, талымһыҙ, түҙемле, әрһеҙ мал ул йылҡы. Ә уның ҡымыҙы, ите, ҡаҙы-ҡарта кеүек деликатестары тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Илфат Буранғолов, Өфө районы: Мин үҙемде белә-белгәндән ҡымыҙ эшләйбеҙ. Әлеге мәлдә ике йөҙ башлап һауын бейәһе тотола. Ҡымыҙға тип килеүселәр, ҡымыҙ һораусылар бик күп. Көнөнөкө көнөнә китеп бөтөп тора. Оҙайлы йылдар даими килеп ҡымыҙ эсеүсе, дауаланыусыларыбыҙ ҙа етерлек. Был эсемлек бит ул өлгөрөү, бешегеү яйына ҡарап, төрлө функцияларҙа ҡулланыла. Мәҫәлән, яңы һөт ҡушылғанды эсеп, организмды таҙартып алырға була. Ике көнлөк ҡымыҙ сөсө ҡымыҙ, ул ашҡаҙан өсөн файҙалы. Өс көнлөк ҡымыҙ әсе ҡымыҙға әйләнә, ул иммунитетты күтәрә. Буҙҙау ҡымыҙ ҡайнаған ҡымыҙ булып китә. Уны мәжлестәргә ултыртҡандар. Күңелде аса, дәртләндерә. Шулай уҡ кемгәлер ыҫланған көбөлә бешелгән ҡымыҙ оҡшай, кемгәлер япраҡтарҙа төнәтелгәне, кемгәлер башҡа төрлөһө. Һораусыларҙың мәнфәғәтенә тура килтереп тәҡдим итергә тырышабыҙ. Ҡымыҙыбыҙҙы шифаханаларға, ашханаларға, дауаханаларға, балалар учреждениеларына ла алалар. Шунлыҡтан, эсемлекте һәр ваҡыт юғары сифатлы, тәмле, шифалы итеп яһау өсөн тырышабыҙ.
Яҡшы ҡымыҙ алыу өсөн йылҡының ниндәй үлән менән туҡланыуы, ниндәй һыу эсеүе, хәрәкәттә булыуы ла мөһим. Һауын бейәләре мотлаҡ иректә, мул үләнле ерҙәрҙә көтөлөргә тейеш. Ҡаты-ҡотоло, селекле, әремле урындарҙа аҙ ғына йөрөһәләр ҙә был уларҙың һөтөндә сағыла. Ҡымыҙҙың да тәме үҙгәрә. Хатта үләндән тыш өҫтәмә аҙыҡтың артыҡ булыуы ла файҙаға түгел. Ҡымыҙ ул шундай нескә, наҙлы, иғтибар талап иткән генә эсемлек. Уны нисек етте шулай итеп, этеп-төртөп кенә яһап булмай. Бөгөн халыҡ файҙалы аҙыҡ-түлеккә ҡайта, ауыл халҡы етештергәнде өҫтөнөрәк күрә башланы. Әлеге фестиваль дә ҡымыҙға хөрмәтебеҙҙе, баһабыҙҙы күрһәтә. Был беҙҙең эсемлек. Һыуһынға ла, дауаға ла, башҡаһына ла беҙ уны борон-борондан ҡулланып өйрәнгәнбеҙ. Барыбер һуттарға, компоттарға, газлы һыуҙарға өйрәнә алманыҡ бит, ҡымыҙыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ. Һәм балаларҙы ла ошо ризыҡҡа күнектерергә кәрәк, сәләмәт булырҙар ине.
Вадим Йомабаев, Өфө эшҡыуары, фестивалде ойоштороусы: Тап башҡорт ҡымыҙы иҫ киткес шәп һәм шифалы эсемлектең үҙенсәлекле даны һәм тарихына эйә. XIX һәм XX быуатта күп кенә рус шағирҙары һәм яҙыусылары: Толстой, Даль, Мамин-Сибиряк, Чехов, Цветаева һәм башҡалар ҡымыҙ менән һаулыҡтарын нығытырға килгән. Мин Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә ҡымыҙ индустрияһының киләсәге ҙур булыр тип уйлайым. Беҙ иһә ҡымыҙ модаһын индереүсе, уның эталоны булырға тейешбеҙ, сөнки быға хоҡуғыбыҙ һәм мөмкинлектәребеҙ, шулай уҡ үтәү өсөн ресурстарыбыҙ бар. Йыл һайын ойошторолған фестиваль ошо ҙур киләсәккә аҙымдарҙың береһе булыр тип ышанам.
Алһыу Сәйетова, һатып алыусы: Ошондай йәрминкә аҙна һайын үтһә лә килер инем. Магазиндарҙағы ҡымыҙға ышанып етмәйем барыбер. Ҡайҙалыр ҡымыҙхана эҙләп китер форсат юҡ. Ә бында ҡымыҙ яһаусылар үҙҙәре үк ҡойоп биреп тора. Тәмләп ҡарайһың, оҡшаһа, алаһың. Мин бына сейә япрағы һалынғанын һәм ыҫланған көбөлә әсетелгәнен алдым. Был еҫтәр һәм тәмдәр бала сағымды хәтерләтә. Үҙем дә көбө буйындай ғына булып, аяҡ остарыма баҫып ынтылып көргөс менән ҡымыҙ көргөп тора торғайным.
Ҡымыҙҙары бик тәмле, һыу ҡушылмаған, ҡуйы, хуш еҫле. Ҡымыҙ кәсебен тотоп, ата-бабалар һөнәрен оноттормай дауам иттереүсе был оҫталарға һаулыҡ теләйем. Ҡала халҡына, бигерәк тә беҙҙең кеүек ҡырға йөрөй алмаған ололарға ошолай сифатлы ҡымыҙ эсеү рәхәтен йышыраҡ тәтетһендәр ине.
Миләүшә ХӘБИЛОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА