«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИСЛАМ БАҠСАҺЫНА ИНЕП ҺӘР КЕМ ҮҘ ЕМЕШЕН ТАПҺЫН
+  - 

Динебеҙгә йөҙ бороусылар арта бара, шөкөр. Ләкин ошо ыңғай күренештәр йәнәшендә динебеҙҙе үҙ маҡсатында ҡулланырға тырышыусы кешеләр, төркөмдәр ҙә күбәйҙе. Уларҙың "эшмәкәрлеге" арҡаһында ҡайһы берәүҙәрҙә ислам диненә ҡарата кире ҡараш, күрә алмаусанлыҡ барлыҡҡа килде. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ ислам диненә, кешеләргә ҡурҡыныс менән янаған секталар, радикаль ағымдар хаҡында буласаҡ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе, мөфтөйҙөң беренсе урынбаҫары Айнур АРЫҪЛАНОВ һәм тележурналист Морат ЛОҠМАНОВ ошо теманы асыуҙа ярҙам итәсәк.

Иғлан ителгән темаға төшөр алдынан түбәндәге һорауға яуап бирһәгеҙ ине. Дин хаҡында ғилеме булмағандарға ҡыҫҡа ғына итеп ислам дине хаҡында нисек аңлатыр инегеҙ?

Морат ЛОҠМАНОВ М. Лоҡманов: Бер нисә йыл элек Күмертау ҡалаһында үткән йәштәр форумында ҡатнаштым. Сығыш яһағанда студенттар миңә: "Ислам дине нимә ул?"- тигән һорау бирҙеләр. Студенттар араһында динде аңлағандары, уны белгәндәре күп түгел, башлыса урыҫ милләтле, йә русса һөйләшкән башҡа милләт кешеләре ине. Мин уларҙың һорауҙарына: "Ҡатыным минең турала яҡшы фекерҙә, ирем, тип ихтирам итеп тора. Ата-әсәйем, балам, тип ярата, минең менән ғорурлана. Балаларым, иң яҡшы атай, ти. Эш урынымда ҡәҙерләп торалар, яҡшы белгес, тип беләләр", - тип яуап бирҙем. Был һүҙҙәрҙе маҡтаныу өсөн түгел, ә ислам төшөнсәһен аңлатыу өсөн әйттем. Ошо фекерҙе яңғыраттым да: "Ошо яҡшы сифаттарға эйә булыусы һәм эшендә алдынғы кеше - ул мосолман. Мосолман - әхлағы, әҙәбе, тәртибе менән өлгө күрһәткән кеше, Аллаһтың күрһәткән юлында хеҙмәт итеүсе, уның яратҡан бәндәһе ул. Ислам дине сағылышы шунда. Ә инде ошо кимәлгә еткерә торған әйберҙәр - Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәү. Ана шул Аллаһтың ҡушҡандары кешене камиллаштыра, намаҙ бер яғын тәрбиәләһә, ураҙа икенсе яғын үҫтерә", - тинем.
Айнур АРЫҪЛАНОВ А. Арыҫланов: Исламды бер һүҙ менән генә "хикмәт", тип әйтер инем. Ислам - ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан беҙгә бирелгән иң юғары бүләк. Мәҫәлән, минең атайым баҡсасы. Баҡсаһының бер урынында -сөгөлдәр, икенсе урынында - сейәләр, алма ағастары, өсөнсө урында йәшелсә-емештәр үҫеп ултыра. Мин дә исламды баҡса кеүек күрәм. Ислам һәр кеше алдында ҙур бер баҡса кеүек асыла, тик һәр кем уны үҙенең асылына ярашлы ҡабул итә. Кемдер исламды спорт, сәләмәт тормош итеп күрә. Кемдер унда ғилем сығанағына юлыға. Йәғни, һәр кем ислам баҡсаһында үҙ емешен таба.
М. Лоҡманов: Бер кеше аҡыл эйәһенә килә лә: "Бына һин миңә ислам тураһында бар нәмәне аңлатып бир әле. Бәлки, мин дә уны яратырмын", - тип мөрәжәғәт итә. Аҡыл эйәһе уға: "Һин минән йорт тураһында һорайһың. Тыштан ҡарап, ошо йорттоң бөтә нескәлектәрен һөйләп биреүҙе үтенәһең. Ләкин быны ошо йортҡа ингәс кенә эшләп була. Тыштан ғына ҡарап, йорттоң эске торошо хаҡында фекер йөрөтөү мөмкин түгел", - тип яуап бирә. Шуға күрә, тыштан ҡарап, ислам хаҡында күпме генә һөйләһәң дә, уны аңлап, аңлатып булмай, дин эсенә инеп, уның талаптарының ләззәтен татығас ҡына, исламды аңлайһың.

Кеше был донъяға таҙа, саф булып тыуа. Уның артабанғы яҙмышы, күңел паклығы ғаиләләге, йәмғиәттәге тәрбиәһенә бәйле. Кемдәрҙер үҙ булмышын Аллаһ ғәмәлендәгесә килеш һаҡлап ҡала, икенселәр Аллаһ ғәмәлдәренән бөтөнләй йыраҡлаша. Әммә ләкин Аллаһты танығандарҙың да һикәлтәле юлдар үтеп, секталар, аңлайышһыҙ ағымдарға юлығыу күренештәре бар...

М. Лоҡманов: Эйе, кеше аҡ ҡағыҙ шикелле таҙа күңел менән донъяға килә. Хаталарыбыҙ, гонаһтарыбыҙ ана шул аҡ ҡағыҙ битенә ҡара ҡәләм менән яҙылған тап булып ята. Таптар артҡан һайын, ҡағыҙ битендә аҡ урын да ҡалмай, йөрәгебеҙҙе ҡара таптар ялмап ала. Күңел күҙе һуҡырая, ҡәлбебеҙ таш булып ҡата. Ләкин ошо хәлдә лә йөрәк барыбер Аллаһҡа ынтыла, уны эҙләй. Сөнки әлмисаҡта уҡ, әле яралған ваҡытында ғына әле, һәр бер йән Раббыһы менән осраша. Эйе, хәҙер ул төптән, тәрәндән аңлап Аллаһҡа ынтыла. Был ашҡыныу рус телендә "священное томление души" тип атала. Был - йөрәктең Аллаһты эҙләүе. Һәр кешенең йәне үҙенең Раббыһын эҙләй, һәр бер кешелә лә ундай уҡталыу була. Тик берәүҙәрҙә ул тойғо өҫтә ята, икенселәрҙә төптә йәшеренгән була. Тойғолары өҫтәрәк ятҡан кешеләр, мөмкинлек тыуғас та, Раббыһына юлды эҙләй башланы. Тик хаҡ юлға әйҙәй ала торған дини белемле кешеләребеҙ әҙ булыу сәбәпле, кеше ҡайҙа, нимә күреп ҡалды, шуны Аллаһҡа илтә торған юл икән тип ҡабул итте. Бына шул арҡала килеп сыҡты инде ҡайһы берәүҙәрҙең яңылыш юлға төшөүе.
А. Арыҫланов: Эйе, дингә ҡайтҡан кешеләрҙең бик күптәре ваххабилыҡ аша үтте, ләкин күптәре уның хаталы икәнен ваҡытында аңлап ҡалды. Үгеҙ йәки ишәк кеүек арҡыры кешеләр иһә, үҙ урындарын ошо радикаль ағымдарҙа тапты, был кешеләр алма, сейәләрҙе хуш күрмәйенсә, әсе йәшелсә-емештәрҙе эҙләне, шулар менән туҡланды.
Йәш кешегә нимәгәлер ҡаршы булыу оҡшай бит инде. Һәр йәмғиәттә һин килешмәгән күренештәр була, шул күренештәргә ҡаршы һүҙ һөйләүҙе әләм итеп күтәреп, баҫым яһап, яныңа байтаҡ фекерҙәштәр туплап була. Радикаль секталарҙа йәштәрҙең ошо тойғоһо менән оҫта файҙаланалар, донъяны үҙгәртергә, тигән "изге" маҡсат менән үҙенә ылыҡтыралар. Был дин түгел. Шөкөр, аҡыллы, тәрән фекер йөрөткән егеттәр унда оҙаҡҡа туҡталманы, киттеләр.
М. Лоҡманов: Дингә килеү юлдары төрлө. Ҡайһы бер кешеләр һаулығын, малын, бөтә нәмәһен юғалтҡандан, оло һынауҙар үткәндән һуң динде ҡабул итә. Икенселәр бала сағында ғаиләһендә күргән ислам тәрбиәһен иҫенә төшөрөп, өләсәй-олатайҙар юлын дауам итеү теләгенән дин юлын һайлай. Өсөнсөләр иһә тормоштарында ғәҙелһеҙлек кисергәндән һуң, берҙән-бер ғәҙел юл, тип, дингә килә. Ундайҙар, ғәҙәттә, судта ғәҙел хөкөм сығармайҙар, түрәләр йүнле түгел, йәмғиәткә беҙҙең кеүек кешеләр кәрәкмәй, тигәнерәк үпкәләү, асыу менән солғанған була. Улар дин юлына баҫҡас та, үҙҙәренең баяғы асыуын онота алмай, исламда ғына, ошо мәсеттә, ошо төркөмдә генә ғәҙеллек хөкөм һөрә, тигән ҡараш менән йәшәй башлай. "Әһә, теге төркөмдәгеләр икенсе төрлө фекер йөрөтә, улар түрәләргә яраҡлашҡандар, тимәк, улар беҙҙең дошмандарыбыҙ", ти улар. Күңелдәре агрессия, нәфрәт менән тулы булһа ла, үҙҙәрен Аллаһ юлындабыҙ, тип иҫәпләйҙәр. Хәҡиҡәткә, Аллаһ юлына мөхәббәт, нур аша ғына килеп була, ә нәфрәт менән тулы кеше Аллаһ юлында түгел әле. Эйе, бәлки, ул киләсәктә изге күңелле кешеләрҙең ихлас мөғәмәләһе йоғонтоһонда үҙенә бер бәрәкәт, нур алып, дөрөҫ юлға баҫыр, юҡ икән, тимәк, ул үҙенең нәфрәтендә тонсоғасаҡ. Үкенескә ҡаршы, ошоно көҫәгәндәр ҙә бар.
А. Арыҫланов: Бындай әҙәмдәр һәр ваҡыт системанан, мөфтиәттән, айырым кешеләрҙән хата эҙләй. Ә бит ихлас күңелле мосолман иң тәүҙә кешелә яҡшылыҡ эҙләй. Шул яҡшылыҡты киңәйтергә тырыша...

Радикаль ағымға эләккән егеттәр, ҡыҙҙарға ҡул һелтәп ҡуйып булмай бит инде. Улар араһында аңлатыу эше нисек алып барылырға тейеш? Ғөмүмән, радикаль ислам ҡурҡынысы беҙҙең төбәк өсөн дә актуаль проблемамы?

А. Арыҫланов: Диниә назаратына эшкә килгәс тә, әлеге проблеманы рәсми рәүештә беренселәрҙән булып мин күтәрҙем. Быға тиклем был хаҡта һөйләмәҫкә тырышалар ине. Бөгөн дә әйтәм: ваххабилыҡ бар, хизбут-тахрир бар. Егеттәребеҙ төркөмләп-төркөмләп Сүриәгә һуғышҡа китә. Биш йәш кеше дингә аяҡ баҫа икән, уларҙың өсөһө ваххабилыҡҡа юлыға.
М. Лоҡманов: Был хәл ваххабилыҡтың шул тиклем көслө булыуынан түгел, ә кешенең күңеле ниндәйҙер хәрәкәткә әүәҫ булыуынан килеп сыға. Ошо әүәҫлек менән насар ҡарашлы кешеләр файҙалана. Динде төптәнерәк өйрәнгән, уның матурлығын күргән кеше бер ҡасан да ул юлға баҫмаясаҡ.
Дин юлына саҡ аяҡ баҫыусыларға мин ваххабиҙар янына бөтөнләй яҡынламаҫҡа, уларҙың һүҙҙәрен тыңламаҫҡа кәңәш итер инем. Ул йоғошло ауырыу кеүек. Йәш кеше улар араһына инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ваххабиҙар ҡайһы бер хәҙис-аяттарҙы үҙҙәренсә аңлатып, оҫта итеп үҙ мәнфәғәттәрендә файҙалана, ғилемле булып күренеп, кешеләрҙе үҙҙәренә ауҙарырға тырыша. Ошо йәһәттән йәштәргә, ундай кешеләр менән аралашмаҫҡа, улар янына бармаҫҡа, ундай йәмғиәткә инмәҫкә кәңәш бирәм. Улар менән дини бәхәстәр алып барыу иһә - ғалимдар эше.
А. Арыҫланов: Әбүғалисина: "Һәр бер ауырыуҙы һүҙ менән дауалап була. Әгәр һүҙ менән дауалап булмаһа, үлән менән дауалап була. Үлән менән дә ауырыу дауаланмаһа, уны бысаҡ менән генә дауалап буласаҡ", - тигән. Әлбиттә, ундай кешеләр араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Был беҙҙең имамдарҙың ғына түгел, ә матбуғат баҫмаларының, телевидениеның да бурысы. Был һүҙ менән дауалау була инде. Ҡайһы ваҡытта "үлән менән", йәғни махсус саралар, лекциялар үткәреп "дауалау" зарурлығы тыуа. Ә инде "бысаҡ" функцияһын дәүләттең махсус хеҙмәттәре үҙ өҫтөнә аласаҡ.
М. Лоҡманов: Бында имамдарҙы ғәйепләргә ярамай, улар һөсләтә, тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел. Ниндәй генә илдә булмаһын, Рәсәйҙәме, ғәрәп илдәрендәме, радикаллашыу айырым бер сикте үтте икән, был мәсьәлә менән махсус хеҙмәттәр шөғөлләнә. Мөфтиәттәр ҡушҡаны өсөн түгел, дәүләттең именлеге өсөн эшләнә был. Беҙ хәлде ана шул сиккә еткермәҫкә тырышабыҙ, ҡалғаны беҙҙең ҡулда түгел.
А. Арыҫланов: Беҙ ошо дәүләттең эсендә йәшәбеҙ, уның үҙ закондары бар. Ул закондарҙың сигенә сыҡтың икән, дәүләт муллаларҙың, журналистарҙың һүҙен генә тыңлап тормаясаҡ. Үҙ именлеген һаҡлар өсөн бар көсөн һаласаҡ. "Аллаһ ризалығы өсөн", тип, вокзалды шартлатырға китеп барыусыны дәүләт юҡ итәсәк.
Рәсәйҙә мосолмандар ғына йәшәмәй, христиандар ҙа, йәһүдтәр ҙә, Аллаһҡа бөтөнләй ышанмағандар ҙа бар. Бәйғәмбәребеҙ тормошона күҙ һалһаҡ, шундай ваҡиға була. Ул мөшриктәр менән килешеү төҙөй, "Худәйбийә килешеүе" исеме аҫтында беләбеҙ уны. Тәү ҡарашҡа, был килешеү буйынса мосолмандарҙың хоҡуҡтары үтә лә сикле була. Ләкин, нисек кенә булмаһын, мосолмандар уны боҙмай. Кем уны боҙа, ул монафиҡлыҡтың бер баҫҡысына күсә. Шуның кеүек үк, дәүләттең Конституцияһы беҙҙең (мосолмандарҙың) мосолман булмаған халыҡтар менән төҙөгән килешеүебеҙ ул. Паспорт алған сағыбыҙҙа ошо килешеү менән риза булыуыбыҙҙы белдереп, имза ҡуябыҙ. Тимәк, мосолман булараҡ, уны үтәргә тейешбеҙ. Боҙҙоҡ икән - тимәк, беҙҙә ике йөҙлөлөктөң бер сағылышы барлыҡҡа килә.
М. Лоҡманов: Һарайға 100 ҡапҡа бар, ти. Шуларҙың етмеше асыҡ, ун бише - шикле, тағы ла ун бише - ҡәтғи рәүештә ябыҡ. Мосолман кешеһе нимә эшләй? Ул асыҡ етмеш ишекте файҙалана. Етмеш ишек, тигәс тә, йәмғиәт шул ишектәрҙең өсөһөн генә файҙалана. Ҡалған алтмыш ете ишек буш тора. Ә кемдер ул 67 ишекте асыу яғында түгел, теге 15 тыйылған ишекте барып тибә. Шуның менән үҙенә ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, Баймаҡ районында етмешләп мәсет бар икән, нишләптер Баймаҡ ҡалаһындағы мәсетте баҫып алырға тырыша берәү. Һинең әле 60 мәсетең буш тора! Ниңә шуларға барып ғилем өйрәтмәйһең? Шуға ла, беҙҙе хөкүмәт ҡыҫа, тип әйтер алдынан, "Әле мөмкинлек биргән әйберҙәрҙе эшләйбеҙме һуң?" тип, үҙ-үҙебеҙгә һорау бирергә кәрәк. Бөгөн беҙҙә мәҙрәсәләр төҙөү, уларҙа ғилем биреү ишектәре ап-асыҡ тора, ана шуны ҡулланырға кәрәк. Яҡшылыҡ менән барған эш бәрәкәтле була. Бәйғәмбәребеҙ бит кешеләрҙе үҙ янына яҡшылыҡ менән йәлеп иткән.

Мәҙрәсәләрҙә ғилем, әхлаҡ бирелә. Ләкин уларҙа ваххабиҙар идеялары өйрәтелһә, был ауыр эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Шуның өсөн мәҙрәсәләребеҙ ҙә ниндәйҙер контроль аҫтында булырға тейештер бит инде?

М. Лоҡманов: Радикаль ислам емергес көс, шуға ла уға ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйырға өйрәнер кәрәк. Бына әле дин өлкәһендә лә йәш ғалимдарыбыҙ барлыҡҡа килде. Тап улар әле эшләп килгән мәҙрәсәләребеҙгә ревизия үткәрергә тейештер, тип уйлайым. Сөнки ҡайһы бер дини белем биреү йорттары ысынлап та һорауҙар тыуҙыра. Эйе, уларҙа матур итеп Ҡөрьәнде, ғәрәп телен өйрәтәләр. Ләкин өйрәтелгән ғилем хәнәфи мәҙхәбенә, милли асылыбыҙға ҡаршы килмәйме? Әгәр ҙә ҡаршы килә икән, хатаны төҙәтергә саҡырырға кәрәк. Әгәр ҙә был мәҙрәсәләгеләр хатаны төҙәтергә теләмәй икән, ул саҡта мәҙрәсәне ябып, үҙгәртеп, эште өр-яңынан башларға тура киләсәк.
А. Арыҫланов: Диниә назараты киләсәктә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса комиссия ойошторасаҡ. Абруйлы имамдар, ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ РФ Үҙәк Диниә назараты, Рәсәй Ислам университеты вәкилдәре инәсәк был комиссияға. Комиссия мәктәпкә тиклемге (мосолман балалар баҡсалары өсөн), йәкшәмбе мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары өсөн ислам диненең беҙҙең ерлек өсөн традицион булған хәнәфи мәҙхәбенә нигеҙләнеп, берҙәм уҡытыу программаһы төҙөйәсәк.
Әлеге мәлдә Сибай ҡалаһында беҙҙең проблемаларыбыҙҙы хәл итә алырлыҡ мәҙрәсә төҙөлә. Беҙ уны яҡын арала аса аласағыбыҙға ышанабыҙ. Әгәр ҙә мәҙрәсә асыла икән, халҡыбыҙ рухи яҡтан күтәреләсәк, иншаллаһ. Сибай мәҙрәсәһе халҡыбыҙҙың рухи нигеҙе буласаҡ. Уны төҙөп бөтөүҙе тағы 5 йылға һуҙһаҡ, күп йәштәребеҙҙе юғалтасаҡбыҙ. Шуға ла мәҙрәсә төҙөү эшенә бергәләп, дәррәү тотонорға тейешбеҙ. Каруанһарай мәсетен халыҡ берҙәм төҙөгән бит. Сибай мәҙрәсәһен төҙөгәндә лә шундай фиҙаҡәрлек булһа ине. Тик әлеге ваҡытта халҡыбыҙ уның ысын әһәмиәтен аңлап етмәй.
М. Лоҡманов: Эйе, дин өлкәһендә беҙҙең милли кадрҙар етешмәй, Өфөлә башҡорт телендә вәғәз алып барылған бер генә мәсетебеҙ ҙә юҡ. Өйҙән- өйгә йөрөгән муллаларҙың 95 процентын икенсе халыҡ вәкилдәре тәшкил итә, шул сәбәпле милләттәштәребеҙ икенсе телдә саҡырыуҙар ишетергә мәжбүр. Ә бит дәғүәттең кешенең туған телендә алып барылыуы - сөннәт. Һис шикһеҙ, Сибайҙағы уҡыу йортон күтәреү - Аллаһтың әмерен үтәү ул.
Мин ошонда төрлө бәхәстәр тыуҙырған тағы бер мәсьәлә - традицион ислам хаҡында бер аҙ әйтеп китәйем әле. Ислам дине бөтә халыҡтар өсөн камил итеп бирелгән бер диндер. Шуның өсөн ул һәр халыҡта аңлау тапты. Ул Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр үҙгәрмәйәсәк дин ғилеме. Көн һайын фарыз булған биш намаҙ һәр саҡ биш намаҙ булып ҡала. Намаҙҙы башҡортса уҡырға йә өс тапҡырға ғына ҡалдырырға ярамай. Рамаҙан айын да йәйҙән көн ваҡыты ҡыҫҡа булған ҡышҡа күсереү мөмкин түгел. Традицион ислам, тигәндә, фарыз булмаған, дингә ҡаршы килмәгән, әммә һәр халыҡҡа хас булған үҙенсәлектәрҙең көнкүрештә ҡулланылыуын әйтәләр (ләкин традицион ислам тигәндәре табын артында араҡы эсергә ярай, намаҙ уҡымаһаң да була, тигәнде аңлатмай). Милли йолалар ислам динен пропагандалауға бик ныҡ ярҙам итә. Аш мәжлестәрен алайыҡ. Уларҙы төрлөсә ҡабул итергә була, ләкин ҡунаҡсыллыҡ беҙҙең халыҡтың матур сифаты ул. Шуға ла, аш мәжлестәре диндә юҡ, тип тыйырға тырышыу урынына ошо хаҡта әйтеүсегә дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәреү күркәмерәк. Ҡөрьән, доғалар уҡылған аш мәжлестәре кемгәлер зыян итәме? Ғәрәп илдәрендә был юҡ, тип, ошолай эшләүселәрҙе тәнҡитләргә тигәнме? Шулай уҡ ғәрәп илдәрендә мәсеттәргә килгән кешеләр өсөн доға уҡып ултырған муллалар ҙа юҡ. Ләкин мәсеткә доға өмөт итеп килгән кешенең күңелен китеп, ошо муллаларҙы был ғәмәлдән тыйып ҡуяйыҡмы? Күптәр дини дәрестәргә килмәйәсәк, ләкин туғандарына, үҙҙәренә доға уҡыуҙарын теләп, мәсеткә юл тотасаҡтар. Ошо форсат менән файҙаланып, дин әһеле Ҡөрьән генә уҡып ҡалмай, динде лә аңлатһа, насармы? Тик уларҙың ғәмәле "аҡсаға доға уҡыу" кәсебенә генә әй-ләнмәһен, быныһын иҫкәртеп торорға кәрәк.
Милли йолаларыбыҙҙа милли асылыбыҙ ята. Дингә ҡаршы килмәгән йолаларыбыҙҙы тыйырғамы ни? Бына ошоларға ҡаршы сыҡҡан мәҙрәсәләребеҙ ҙә бар. Унда уҡып сыҡҡан шәкерттәр халыҡ араһында фетнә тыуҙырып йөрөй. Йыш ҡына икенсе сиккә китеп, мөһим нәмәләр менән мөһим булмаған әйберҙәрҙе айырмайынса, дин тип, ғәрәп традицияларын да күндерә башлаусылар бар.

Һуңғы арала беҙҙең республикала христиан секталары хаҡында ла һөйләй башланылар. Был проблеманың беҙҙең милләткә ниндәй ҡағылышы бар?

А. Арыҫланов: Әлбиттә, секталар мәсьәләһе бик киҫкен тора. Исламға хас булған кеүек үк, христиан динендә лә бар борсоуға һалған секталар. Шул секталар йоғонтоһонда урыҫ егеттәре Сүриәгә һуғышҡа сығып китә, беҙҙең башҡорттар фатирҙарын, машиналарын һатып, аҡсаларын кемдәргәлер тоттороп ҡуя. Халыҡ уяу булырға тейеш, сөнки кеше башын бутап йөрөгән ул кешеләр бик йылғыр эш итә. "Иегова шәһиттәре" тигәндәре араһында башҡорт, татар телендә һөйләшкәндәр етерлек. Улар китап, гәзиттәр тараталар, өйҙәр буйлап, үҙ ҡараштарын аңлатып, таратып йөрөйҙәр. Телмәрҙәре күңелде иретерлек, шыма, яғымлы. Ләкин уларҙың маҡсаттары бер: үҙҙәренә яңы адептарҙы йәлеп итеп, үҙ идеологияларын таратыу. Шуға күрә, ҡулығыҙға шик тыуҙырған берәй дини китап килеп эләкһә, мотлаҡ урындағы имамға күрһәтегеҙ, уның менән кәңәшләшегеҙ.
М. Лоҡманов: Мин ошо китаптарҙың күптәрен уҡып сыҡтым. Хаҡ һүҙҙәр яҙыла һымаҡ, ләкин улар артында шул ҡәҙәре ҙур ялған ярылып ята. Ғилеме әҙерәк булған кеше уларҙы уҡый ҙа, үҙе лә һиҙмәйенсә, улар тоҙағына эләгеп, аҙаҡтан ҙур ҡаза күреүе лә бар. Хатта бындай аҙашыуҙарҙың психологик ауырыуҙарға, кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуына, малдарынан, туған-тыумасаһынан баш тартыуына килтереүе мөмкин. Минең кәңәшем тағы ла ҡәтғирәк булыр ине. Ундай китаптар килеп эләкһә, уларҙы юҡ итегеҙ, уҡымағыҙ. Ҡайһы берәүҙәр, был китаптар барыбер бит Аллаһҡа яҡынайта, уларҙы уҡығандан һуң кешеләр мәсеттәргә йөрөй башлай, тип әйтә ул. Улай булыуы ла мөмкин. Тик киреһенсә булыу ихтималлығы күпкә ҙурыраҡ. Дин әҙәбиәтен махсус магазиндарҙа һатыу, мәсет эсендә генә таратыу ҡаралған. Урамда, фатирҙарға дини китаптар, гәзиттәр таратып йөрөү алымдарын беҙҙең мосолман дин әһелдәребеҙ ҡулланмай.

Шулай итеп...
Иблис кешене төрлө юлдар менән тура юлдан ситләтергә тырыша. Аҙаштырыу өсөн ул алдан да, арттан да, аҫтан да, өҫтән дә, уңдан да, һулдан да һөжүм итә. Ҡайһы берҙә дөрөҫ күренгән әйберҙәргә лә үҙ тоҙаҡтарын һалып ҡуя. Эйе, ихласлыҡ булмаһа, мәкерле тоҙаҡтарға эләгеү ҡурҡынысы ғәйәт ҙур. Шуға күрә лә һәр саҡ Аллаһы Тәғәләгә инанып, уға итәғәттә йәшәгән, уның ҡушҡандарын үтәгән, гонаһты гонаһ тип белгән, күңелендә ҡара уй, нәфрәт йөрөтмәгән, рәхимле, изге, ихлас кеше булып ҡалыу кәрәк. Ул саҡта бер сиктән икенсе сиккә һикермәйәсәкбеҙ, иншаллаһ.

Азамат АБУТАЛИПОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.08.14 | Ҡаралған: 1920

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru