Туған телдә дөрөҫ һөйләшеүҙең телде һаҡлауҙа ҙур роль уйнауын инҡар итергә ярамай. Бигерәк тә журналистарҙың, яҙыусыларҙың телгә иғтибарлы булыуы шарт. Ҡасандыр бөйөк шағирыбыҙ телде тере шишмәгә тиңләһә, бөгөн беҙ был шишмәне ниндәй хәлдә тотабыҙ? Уны төрлө сүп-сар - сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән, таштарына ултырған ләмдән, йәғни телгә индерелгән кәрәкмәгән яңылыҡтарҙан, шишмә һыуының тәмен ебәреүсе бүтән бысраҡтарҙан - хаталарҙан таҙартыу кәрәкме? Бигерәк тә ниндәй хаталарҙан һаҡланыу кәрәк? Ошолар тураһында тел белгесе, педагогика фәндәре кандидаты Вәкил Исмәғил улы ХАЖИН менән әңгәмәләшәбеҙ.
"Аҡһаҡ" баҫымдар, "зәғиф" интонация
Йәмғиәттең телен баҫмалар, радио һәм телевидение формалаштыра. Халыҡ ташҡа баҫылғанға, яңғырап торған һүҙгә айырыуса ныҡ ышана. Шуға күрә, журналистар үҙҙәре еткергән мәғлүмәт өсөн генә түгел, яҙған һәм һөйләгән һүҙе өсөн дә яуаплы. Хаталы һөйләгәнде көн дә тыңлап, ишетә йөрөгән кеше уларҙы үҙе лә ҡабатлай башлай. Был йәһәттән һүҙҙәргә дөрөҫ баҫым ҡуйыу мәсьәләһенә иғтибар итергә кәрәк. Йыш ҡына баҫымды кәрәк булмаған урынға ҡуйып һөйләүҙәрен ишетергә тура килә. Быны раҫлаусы миҫал: -маҫ, -мәҫ ялғауҙары. Башҡорт теле ҡағиҙәһе буйынса, ҡылымдың юҡлыҡ формаһын белдергән -ма, -мә ялғауҙары баҫымһыҙ була. Әммә һәр ҡағиҙәнең иҫкәрмәһе бар. Был осраҡта -маҫ, -мәҫ ялғауҙары һәр ваҡыт баҫымлы, йә баҫым һүҙҙең аҙағына күсә бара, тигән иҫкәрмә бирелгән. Мәҫәлән, бАрма, бАрмаһындар һүҙҙәрендә баҫым -ма ялғауы алдынан торған ижеккә, ә бармАҫ, бармаҫтАр һүҙендә -маҫ ялғауына һәм унан һуңғы ижеккә төшә. Ҡылымдың -маҫ, -мәҫ юҡлыҡ ялғауының ҡыҫҡартылған формаһы ла баҫымлы: бармАм, бармАбыҙ. Бер ҡарауға бында -ма ялғауы ҡушылған кеүек тойола, ләкин улар бармАҫмын, бармАҫбыҙ һүҙҙәренең ҡыҫҡартылған формаһы. "Ысын ир егет отОлмаҫ", - тигәндә отолмАҫ тип әйтеү дөрөҫ була. Баҫымды дөрөҫ ҡуя белмәү башҡорт теленә ҙур зыян килтермәй, уны яйлап төҙәтергә мөмкин.
Ә бына һүҙҙәрҙе, интонацияны, өндәрҙе үҙгәртеүҙең хәүефе ҙурыраҡ. Башҡорт теленең интонация үҙенсәлектәренә иғтибар итһәк, тәү сиратта дөрөҫ һөйләшеүсе Баймаҡ, Әбйәлил һәм Белорет райондарының һөйләштәрен миҫал итеп килтерергә мөмкин. Улар береһе лә: "Боаймаҡҡа ҡоайтып киләм", - тип һөйләмәй. Ауылда шул тиклем дөрөҫ һөйләшәләр, кәрәк урында тауышты күтәрәләр, йә төшөрәләр. Бөрйән, Белорет райондарының төпкөл ауылдарында "Юлдаш" радиоканалы алып барыусыларының телмәрен аңлап етмәйҙәр, уның ҡарауы, Татарстанда аңлайҙар. Сөнки журналистарҙың бөтөн интонациялары, өндәре татар теленекенә яҡын. Башҡорт интонацияһы Ҡаҙандыҡынан айырыла, беҙ уларға эйәрергә тейеш түгелбеҙ. Беҙ бит әле "а"-ны "а" тип әйтәбеҙ, "оа" тимәйбеҙ. "Ҡоалаҡ", "боармаҡ" тимәйбеҙ, "ҡалаҡ", "бармаҡ" тип һөйләшәбеҙ. Бына шуның кеүек әйберҙәр телебеҙҙең бәҫен төшөрә. Ә тел йәшәһен өсөн уның үҙенсәлектәре һаҡланырға тейеш.
Бөгөн башҡорт радиоһы һәм телевидениеһында эшләүсе егет-ҡыҙҙар туған телдәрендә һөйләшергә өйрәнеп килә килеүгә. Бынан 10-15 йыл элек башҡортса тура эфирҙа, йәнле һөйләш менән тапшырыу алып барыусылар һирәк ине, хәҙер улар бар. Уларҙы бер телдә генә һөйләшеүсе урыҫ журналистары менән сағыштырып булмай, ярамай ҙа. Шуға күрә, ошондай тура эфирҙар ваҡытында ебәрелгән хаталар өсөн журналистарыбыҙҙы битәрләргә кәрәкмәй, ундай ғына яңылышлыҡтар китә, тип уйлайым. Бының ҙур зыянын да күрмәйем, бытылдап ҡына торһондар, күберәк һөйләһендәр әйҙә. Һабантуй тураһында мәғлүмәт биреүсе бер ҡыҙҙың, мәҫәлән, "һырғауыл" урынына яңылыш "һырғалаҡҡа менделәр" тип ысҡындырыуы ҡолаҡҡа ятышһыҙ хәбәр булһа ла, тәнҡитле иҫкәрмә яһамай торорға мөмкин. Ләкин хата система рәүешен алһа, уны иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай. Бигерәк тә ғәрәп теленән ингән "тәьмин", "мәсьәлә" кеүек һүҙҙәрҙең тамаҡ төбө менән әйтелмәүе ауыр ҡабул ителә. Хәмзә, русса "кнаклаут" тип аталған был өн башҡорт телендә ымлыҡтарҙа, балалар телмәрендә генә осрай. Мәҫәлән, бармаҡҡа энә менән сәнсһәк, "ә'эмм" тип әйтәбеҙ. Беҙҙең телдә хәмзә фонематик әһәмиәткә эйә түгел. Ләкин шуның кеүек өндәр башҡорт телендә бар (мәҫәлән, ирҙәр ат туҡтатҡан ваҡытта ике ирендәрен дә вибрация менән "тпру", тип әйтә). Уларҙың дөрөҫ әйтелеше ҡағиҙәләрҙә күрһәтелмәһә лә, бәләкәйҙән әйтеп өйрәнгәс, ғәмәлдә, һорау тыуҙырмаҫҡа тейеш.
Телдәр араһындағы сиктәр
Юғарыла әйтелгән хаталарҙы төҙәтергә, кешеләрҙе дөрөҫ интонация ҡуйып һөйләшергә өйрәтергә мөмкин. Ә бына ҡылым формаларында хата ебәреү башҡорт һүҙҙәрен үҙгәртеп ебәреүе менән үтә зыянлы. Мәҫәлән, билдәле йырсы ҡыҙ башҡарыуындағы "Бала саҡҡа ҡайтыр инем" тигән йырҙа ул "әсәйем һөйөр ине", тип әйтер урынға, "әсәйем һөйәр ине", "тийәр ине" тип йырлай. Тағы ла "һеҙ икәнһеҙ донъя көҙгөһө" тип йырлайҙар. Башҡорт телендә "икәнһеҙ" тигән һүҙ формаһы юҡ. Татар телендә "икәнсез" тип әйтәләр, ләкин "с" өнөн "һ" өнөнә генә алмаштырыуҙан башҡорт һүҙе яһалмай. Килеп сыҡмай икән, саҡ ҡына үҙгәртеп ебәрергә һәм "һеҙ икән дә" тип йырларға мөмкин. Салауат Фәтхетдиновтың Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә ижад ителгән "Белгең килһә" йырын татар теленә нисек яраҡлаштырып йырлауына иғтибар итәйек. Татар телендә "белгең килһә" тигән форма ҡулланмайҙар, улар "беләсең килсә" тип һөйләшә. Улай тиһәң, йырҙа ижек һаны тура килмәй. Шуға күрә, Салауат Фәтхетдинов "беләм тиһәң" тип үҙгәртеп йырлай. Беҙҙең йырсылар бына ошондай һүҙ нескәлектәренә һаҡ түгел. "С" өнөн "һ" өнөнә алмаштыралар ҙа, башҡортсаға тәржемәһе шул була, тип уйлайҙар.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә грамматика ныҡ ярлыланды. Грамматика, лексика менән бер рәттән, телдең үҙенсәлеген билдәләүсе төп факторҙарҙың береһе. Сөнки бер телдең грамматикаһы бер ҡасан да икенсе телдең грамматикаһына тулыһынса оҡшамаясаҡ. Шуға күрә, мин грамматиканы ғына уҡытыуға ҡаршы булһам да, уны һаҡлау яҡлымын. Башҡорт теленең грамматикаһына иғтибарлы булырға, "төшӘр", "килӘр" тип һөйләмәҫкә, үҙебеҙсә "төшӨр", "килЕр" тип һөйләшергә кәрәк.
Башҡорт теленә тәржемә ителгән күп кенә һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы һорау тыуҙыра. Мәҫәлән, "уфимцы" һүҙен башҡортса "өфөлөләр" тип тә яҙғандары булды. Дөрөҫө "Өфө кешеһе" рәүешендә алынырға тейеш, тип уйлайым. Ауыл халҡы шулай һөйләшә, уларға: "илмәшлеләр концерт менән килгән", тиһәк, тәгәрәп ятып көлөр. Сөнки "илмәшлеләр", "өфөлөләр" - беҙҙең вариант түгел. Урыҫтарҙа бындай форма бар, әммә иғтибар итһәгеҙ, улар ҙа төрлөсә әйтә: Мәскәү кешеһе - москвич, Өфө кешеһе - уфимец, Нижний Новгородтан - нижегородец, Архангельскиҙан - архангелогородец, Туланан - туляк. Шуға күрә, башҡортса ла Баймаҡ кешеһе, Өфө кешеһе, өфөләр, илмәштәр йә Илмәш кешеһе тип төрлөсә әйтеүҙән ҡурҡырға ярамай. Әммә "өфөлө" тип әйтеү яңылыш, ул саҡта Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы кешеһе нисек була? Баҡалылылар, ҡырмыҫҡалылылар килеп сығамы? Башҡорт телендә -лы, -ле ялғауҙары ер-һыу атамаһына бәйләп, кеше ҡайҙа йәшәгәнен белдереп килмәй. Татар телендә ул нормаға ингән, ләкин беҙгә уларға эйәрергә кәрәкмәй, тип уйлайым.
Сит тел һүҙҙәрендәге ялғау
Ғөмүмән, башҡорт һүҙҙәренең дөрөҫ яҙылышы, ғәҙәттә, артыҡ ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Диктант яҙғанда ла мәктәп уҡыусылары йышыраҡ сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә генә хата ебәрә. Мәҫәлән, банк, танк, космонавт кеүек һүҙҙәргә дөрөҫ ялғау ҡушыу һорау тыуҙыра. Бынан 80-90 йылдар элек башҡорт телендә ике тартынҡы йәнәш килгән ваҡытта һуҙынҡы өн ҡушып яҙыу ҡағиҙәһе ҡабул ителгән. Яңыса дәреслектәр төҙөгәндә шулар араһынан нишләптер -нк, -нг менән бөткән һүҙҙәрҙе генә һайлап алғандар. Продуктылар, очеркылар тип яҙмайбыҙ, продукттар, очерктар тип яҙабыҙ бит. Шуға ла банкылар, танкылар тип яҙыуҙы дөрөҫ тип һанайым. Мин был -нк, -нг менән тамамланған һүҙҙәргә лә һуҙынҡы ҡушып яҙмау яғында, шулай дөрөҫөрәк булыр ине. Ярай әле яңғыҙлыҡ исемдәренә ялғау ҡушҡанда был ҡағиҙә ҡулланылмай. Юҡһа, ҡала исемдәрен яҙғанда буталсыҡтар күп булыр ине. Һуңғы йылдарҙа һәр яҡлап бәйләнештәр нығына барған Ҡытайҙағы ҡалаларҙың күбеһе -нг өнө менән тамамлана. Гонконгыламы, әллә Гонконгтамы? Әлбиттә, икенсе варианты дөрөҫ була. Сит илдәрҙән ингән яңғыҙлыҡ исемдәргә һуҙынҡы ҡушылмаһа ла (Дамаск - Дамаскта), рус теленән ингән атамаларға -и өнөн ҡушырға тейешбеҙ: Омск - Омскиҙа, Магнитогорск - Магнитогорскиҙа. Дамаскта тип әйтеп булғас, бәлки, Омскта тип тә әйтеп булалыр? Башҡортостанда -ск менән тамамланған ҡалалар юҡ, уларҙың атамалары башҡортса икенсе төрлө яңғырай. Берҙән-бер Нефтекамск ҡалаһы бар ине, уны ла Нефтекама, тип үҙгәртә һалып ҡуйҙыҡ үҙебеҙсә.
Әйтергә кәрәк, тағы мин килешеп етмәгән бер мәсьәлә бар: һүҙ аҙағында с, л, т тартынҡылары икешәр килгән осраҡта, уларға ялғау ҡушҡанда береһе төшөрөп ҡалдырыла. Татар телендә улар шул килеш һаҡлана. Рус теле дәресенә барып инһәк, таҡтаға "Классная работа" ике "с" менән, башҡорт теле дәресенә инһәк "Класта эш" тип бер "с" ҡалдырып яҙып ҡуйылған. Балаларҙа ассоциация тыуа, шуға рус телендә яҙған ваҡытта бер "с" хәрефе яҙып, хата эшләйҙәр. Ул һүҙҙәргә бер ниндәй ҙә үҙгәртеүҙәр индермәйбеҙ икән, ул ваҡытта уға нимәлер өҫтәргә кәрәкме? Ун мең һүҙгә бер тапҡыр осрай торған металл һүҙенә тағы бер "л" ҡушһаң нимә була? Рус телендә лә бер үк өс өн бер юлы килгән һүҙҙәр байтаҡ: длинношеее. Класс, классы, класста тип яҙғанда ла булыр ине.
Сит телдән ингән һүҙҙәрҙә нәҙеклек билдәһен төшөрөп ҡалдырыу кәрәк, уға ҡарата бер ниндәй ҙә ҡаршылығым юҡ. Телдең ваҡыт үтеү менән үҙгәреп барыуын -фт, -вт менән тамамланған һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда "т" хәрефен төшөрөп ҡалдырыу ҡағиҙәһе бөтөүе лә дәлилләй. Космонавты, космонавтың формаһында яҙһаҡ, хата булмай. Ҡағиҙә ошо рәүешле үҙгәрмәгән хәлдә, беҙ бейек йорттоң бишенсе ҡатына менер өсөн лифт саҡыртһаҡ, "лифҡа" баҫып менеп йөрөр инек. Шуға күрә, киоскыла, банкыла тип, һүҙҙәрҙе үҙгәртеп яҙыуҙың да кәрәге юҡ, беҙ киоскта, банкта тип әйтә алабыҙ, иҫкергән ҡағиҙәне үҙгәртергә булыр ине, тип иҫәпләйем.
Башҡорт телендә тағы ла ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар ҡушыу осраҡтары тураһында ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, меню һүҙенә ялғау ҡушылғанда "ҙ" өнө менән ҡушыла: менюҙы, менюҙа. Әммә интервью - интервьюны, какаду - какадуны. Был ҡағиҙә башҡорт телендә "у" хәрефе "тау" һүҙендә кеүек тартынҡы өндө, йәки "какаду"ла һымаҡ һуҙынҡы өндө белдереп килә алыуы менән бәйле. Ғөмүмән, һүҙҙәр и, й, ю, у хәрефтәренә тамамланған осраҡта "ҙ" менән башланған ялғау ҡабул итә, ҡалғандарына "н" хәрефенә башланған ялғауҙар ҡушыла. Вәлидиҙе, Зәкиҙе тип яҙһаҡ, дөрөҫ була. Башҡорт теленең үҙенсәлеген һаҡлау йәһәтенән -ҙ өнөн ҡулланыу дөрөҫ, -ҙ өнө - Рәсәй дәүләте территорияһында йәшәүсе бүтән бер милли телдә лә юҡ.
Ғөмүмән, туған телебеҙҙең үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу өсөн "ҙ", "һ", "ҫ" өндәрен юғалтырға ярамай. Хатта Николай Дмитриев был турала: "Башҡорттар "ҙ" өнөн шул тиклем ныҡ ҡәҙерләй. Шул "ҙ" өнө башҡорт һәм татар телдәре сиген билдәләй", - тип яҙған. Әгәр ҙә татар менән башҡорттоң сиген "ҙ" өнө билдәләй икән, ул саҡта Аҡтаныш, Миңзәлә "ҙ" менән һөйләшә, илештәр, баҡалылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Улар хатта беҙҙән арттырып ебәреп "Ҙариф", "ҙавод" тип һөйләшә. Әгәр ҙә унда борон-борондан татарҙар йәшәгән булһа, ундағы бер райондың исеме "Атнаҡай" булыр ине, ә ул "Аҙнаҡай". Ошо "ҙ" өнө кеүек "һ" өнө лә башҡорттар өсөн бик әһәмиәтле, башҡа бер телдә лә был өн юҡ, һәр хәлдә, һүҙ башында килмәй. Татар телендә "һ" өнө тик ғәрәп, фарсы телдәренән ингән һүҙҙәрҙә генә осрай: шәһәр, һәм, һаман. Улар был һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтеп тә еткерә алмай, "хәм", "хаман", "шәхәр" тип һөйләйҙәр...
Телебеҙҙең үҙенсәлеге - модаллектә
Башҡорт теленең төп үҙенсәлеге - ул модаллек. Йәғни, һөйләүсе үҙе һөйләгән ваҡиғаға ҡарата мөнәсәбәтен һүҙ формаһы аша белдерә. "Килеп йөрөй" тиһәк, был хәлгә ыңғай ҡарашта булыуыбыҙ аңлашылып тора. "Килгеләй" тип әйтәбеҙ икән, унда саҡ ҡына булһа ла кире мөнәсәбәт һиҙелә. Бәлки, һирәк кенә килеп йөрөүен оҡшатмайбыҙҙыр, уның йышыраҡ килеүе кәрәктер, йәки бөтөнләй килеүен теләмәйбеҙҙер. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Һүҙ формаһы менән генә беҙ шул эшкә, кешегә һ.б. мөнәсәбәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бына ошо мөнәсәбәтте белдереүсе һүҙ формалары модаллек була инде. Модаллек ваҡытында интонация үҙгәрә, ҡайһы берҙә -мә, -ма ялғауҙарына ла баҫым төшә: кИтмә, ә үтенеп һорағанда - китмӘ. Мин БДПУ-ла эшләгәндә, студенттар менән "йыу" һүҙенең 36 мең һүҙ формаһын таптыҡ та, артабан эҙләп тә торманыҡ. Ул формаларҙы башҡорт телен белгән оло кеше аңлай, йәштәр аңламаҫҡа ла мөмкин. Ә яҙыусылар шул 36 меңдең бер өс йөҙөн үҙ әҫәрендә ҡулланамы, юҡмы...
Башҡорт теле дөйөм халыҡ-ара аралашыу теле булмағанлыҡтан, бөгөнгө көндә бына шул формалар телебеҙҙән юғала бара. Беҙ башҡорт телендә бәләкәй генә мәғлүмәттәр биреү-алыуға өйрәтеү юлына баҫтыҡ. Балаларыбыҙ "ашай", "эсә" тигән һүҙҙәрҙе белһә етә, тип уйлайбыҙ. Ошо һүҙҙәрҙең дә нисә төрлө формаһы булыуына иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Мәктәптә грамматик теорияны уҡытып, балаларҙы башҡорт теленән биҙҙереп бөттөк. Телдең модаллеге, һүҙ формаларының төрлөлөгө мәктәптә грамматик теория рәүешендә уҡытылырға тейеш түгел. Баланың аңына ул әҙәбиәт, баҫма матбуғат, һөйләшеү аша һалына.
Ҡылымдың шаһитһыҙ һәм шаһитлы формаларын да йыш ҡына бутайҙар. Бигерәк тә дин әһелдәре телмәрендә шаһитһыҙ форманы ҡулланғандарын белмәйем. Улар тота ла: "Мөхәммәт бәйғәмбәр әйтте",- тип һөйләй башлай. Үҙҙәре күреп, ишетеп торғанмы ни? Башҡорт теле законы буйынса "әйткән", "барған" булырға тейеш. Әгәр ҙә һин дини тәғлимәтте башҡорт телендә алып бараһың икән, уны башҡорт теленең законына ярашлы алып барырға тейешһең. "Бәйғәмбәр әйткән", "Хоҙай Тәғәлә күрһәткән" булырға тейеш, сөнки беҙ уны күреп тормағанбыҙ. Башҡорт теленең үҙенең законы бар, ана шулай боҙалар беҙҙең телде. "Әйтте" тиһәң дә, "әйткән" тиһәң дә һөйләмдең мәғәнәһе үҙгәрмәй, әммә башҡорт телендә был мөһим әһәмиәткә эйә. Телде боҙоп һөйләгәнсе, әйҙә, вәғәзде рус телендә уҡыһындар, унда тик бер форма ғына ҡулланыла.
Тел ҡаҙнаһы - һүҙлек составы тураһында
Бөгөн донъя кеше өсөн шул тиклем тарайҙы. Был, беренсенән, ҡайһы берәүҙәрҙең бер көн - Америкала, икенсе көн - Японияла, өсөнсө көн Мысырҙа йөрөүендә сағыла. Икенсенән, донъя хәбәрҙәрен тиҙ арала төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары аша белә алыу ҙа киңлекте бәләкәсәйтте. Һөҙөмтәлә, бөгөн телебеҙгә лә сит телдәрҙән неологизмдар күпләп инә. Бынан ҡурҡырға ярамай, был телдең һүҙлек составын байытыуҙың бер юлы. Ваҡыт үтеү менән ул һүҙҙәрҙең күбеһе ҡулланылыштан төшөп тә ҡаласаҡ. Телдең байлығы әҙәби әҫәрҙәрҙә һаҡлана, яҙыусылар телдең төп һаҡсылары булып тора. Пушкин әҫәрҙәренең һүҙлегендә 21 200 һүҙ бар. Бер ғалим Һәҙиә Дәүләтшинаның һүҙлеген төҙөгән, унда 8 мең һүҙ бар, был да әҙ түгел. Бөгөн ҡайһы бер яҙыусыларҙың һүҙлегендә 2 мең һүҙ бармы, юҡмы икән әле? Беҙ аралашҡанда ҡулланған һүҙҙәр ҙә шул ике меңдән артмай. Ә бына Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының һүҙҙәр картотекаһында 70 меңгә яҡын башҡорт һүҙе бар. Быға аптырарлыҡ та түгел, мәҫәлән, йылҡы малының төҫөн белдергән һүҙҙәр генә лә борон йөҙҙән ашып киткән. Бөгөн башҡорт теленең ике томлыҡ һүҙлегенә йылҡы малының төҫөн белдергән 42 һүҙ индерелгән. Халыҡ йырҙарында ла төҫтәрҙе белдергән һүҙҙәр осрай, ҡайһы берәүҙәр уның мәғәнәһен аңламай үҙгәртеп ебәргән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Хәҙер беҙ йылҡысылыҡ менән шөғөлләнмәгәс, ҡулланылыштан төшөп ҡала барған был һүҙҙәрҙе тергеҙеүе мөмкин түгел. Ә элек башҡорттарҙа эттән башҡа бер йән эйәһенә лә исем ҡушыу булмаған, малдың йәше, енесе, төҫө, башҡа төрлө билдәһе буйынса атап йөрөткәндәр: саптар айғыр, саптар бейә, аҡһаҡ ҡола, аҡбуҙ. Аҡбуҙат та исем түгел, ул төҫ. Башҡорттоң меңгә яҡын, ҡайһы бер белгестәр фекеренсә хатта 30 меңгә яҡын йылҡыһы булған. Хужа шуларҙың бөтәһен дә танып белгән, ниндәйҙер атты өйөрҙән айырып алып килергә кәрәк булған осраҡта, төҫө, йәше, енесе менән әйтһә, икенсе кеше бер ниндәй ауырлыҡһыҙ шул атты барып таба алған. Мәҫәлән, сыбай ҡашҡа саптар бейә, тиһә, теге өйөрҙән шул атты алып килә. Сыбай ҡашҡа - ул аттың маңлайынан алып танауының осона тиклем төшкән аҡ һыҙат була. Маңлайында ғына булған осраҡта, йондоҙ ҡашҡа, тип йөрөтөлә. Ғәрәптәрҙә дөйәгә ҡарата, төньяҡ халҡында ҡарға ҡарата шундай һүҙҙәр күп. Рус телендә Даль 200 мең һүҙ тапҡан, уның был хеҙмәте әлегә тиклем әһәмиәтен юғалтмаған, бер ҡасан да юғалтмаясаҡ. Беҙгә лә башҡорт теленең һүҙлеген эшләп, бына ошондай һүҙҙәребеҙҙе шунда индереп булһа ла һаҡлап ҡалырға кәрәк.
Элек-электән беҙҙә йөкмәтке тигән һүҙ ҡулланыла торғайны. Хәҙер шуны, ни эшләптер, эстәлек һүҙе менән алмаштырҙылар. Кәрәкме, кәрәкмәйме, бөтә урында эстәлек ти ҙә һөйләйҙәр. Эстәлек - ул дөрөҫ һүҙҙер ул, ләкин ул башҡорт уйлап тапҡан һүҙ түгел. Башҡорттар уйлап тапҡан һүҙ - йөкмәтке, унан ситкә китергә ярамай. Туған телебеҙ, республиканың дәүләт теле булараҡ, башҡорт һүҙҙәренә өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ. Ә беҙ тотабыҙ ҙа икенсе телдең һүҙҙәрен үҙебеҙҙең телгә индерергә тырышабыҙ. Кемгәлер оҡшарға тырышыуҙанмы, ярарға тырышыуҙанмы икән, һәр хәлдә, шундай осраҡтар йышайҙы. Күтәрмә һүҙен "болдор" тип тә һөйләйҙәр. Беҙҙең яҡта болдор тип әйтһәң, бер кем дә аңламай һине. Башҡорт кешеһе болдор тимәй, күтәрмә, ти.
Башҡорттар йәшәгән бөтә райондарҙа, күпселек ауылдарҙа булдым. "Миләш" тип һөйләүселәр бик һирәк, башҡорттар "мышар" һүҙен ҡуллана. Әҙәби телдә мышар тип берәү ҙә һөйләмәй. Аңлаймы, аңламаймы, миләш тиҙәр. Нимәһе менән "миләш" һүҙе яҡшы, ә "мышар" һүҙе насар? "Мышар" тип һөйләшеп үҫкән шағирҙарыбыҙ "миләш" тип шиғыр яҙа. Ҡасандыр муйылды "шоморт" тиҙәр ине, ярай әле хәҙер муйыл һүҙе әҙәби телгә кире ҡайтты. "Мышар" һүҙен дә ҡайтарырға кәрәк. Бер үк мәғәнәне аңлатҡан, инеү-кереү кеүек төрлө ҡылымдарҙың да икеһен дә ҡулланырға була. Гел генә кереү менән алмаштырырға ярамай, инеп тә китергә кәрәк ҡайһы саҡта.
Мин инде күптән "иреү" һүҙе тураһында әйтә киләм. Башҡорт телендә иреү һәм эреү һүҙҙәре ике төрлө мәғәнә аңлата. Татар телендә шул уҡ ике һүҙҙең мәғәнәләрен бер генә һүҙ белдерә - эреү. Уларҙа ҡар ҙа эрей, һөт тә эрей, күңел дә эрей. Ә башҡорттарҙа һөт кенә эрей, ҡалған бөтә нәмә лә ирей. Эреү - сифатты алмаштырыу, иреү - ул ҡаты хәлдән шыйыҡҡа күсеү. Кемдер, йөрәгем эрене, тип әйтә икән, ул йөрәкте сығарып ташларға ғына ҡала. Йәки күңелең эрегән икән, ул серегән күңел була. Шуның кеүек һүҙ формалары телебеҙҙең үҙенсәлеген һаҡлай икәнен онотмай, уларға һаҡсыл ҡарарға тырышырға кәрәк.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Ғалим билдәләүенсә, ысынлап та, телмәребеҙҙә осраған хаталарға артыҡ иғтибар бирергә лә кәрәкмәйҙер. Кемдер, бәлки, башҡорт теленең баҫымды дөрөҫ ҡуйыуҙан да мөһимерәк проблемалары бихисап, тиер. Әммә тел - тере шишмә икән, уның да үҙ инеше, башланғысы бар. Ни тиклем шул инеш тиҙерәк бысратыла: ябай ғына һүҙҙәр дөрөҫ әйтелмәй, ялғау ҡушҡанда хаталар ебәрелә, интонация һәм баҫым дөрөҫ ҡуйылмай, сүп-сар һүҙҙәр күпләп индерелә - шул тиклем тиҙерәк тел дә үҙгәрә, яйлап уның тәме китә, ярлылана. Шуға ла, әйҙәгеҙ, хаталар ебәреп, телебеҙҙе йәмһеҙләмәйек.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште,
Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА