Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби бәрелештәр барған райондарҙан һәм ошо ҡурҡыныс янаған төбәктәрҙән граждандарҙы, сәнәғәт, мәҙәниәт ойошмаларын тылға күсереү әүҙем ойошторола. Һуғыш менән бәйле ауыр сәйәси, иҡтисади, социаль хәл булыуға ҡарамаҫтан, эвакуация миллионлаған кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара, стратегик әһәмиәтле завод-фабрикаларҙы фашистар ҡулына эләгеүҙән һаҡлап ҡала һәм һуғышта еңеүҙе тәьмин итә. Башҡортостан да һуғыш йылдарында эвакуацияланған халыҡты ҡабул итеүсе төбәктәрҙең береһенә әйләнә. Меңәрләгән ҡасаҡ ҡала-ауылдарға урынлаштырыла, йәшәү шарттары ауыр булыуға ҡарамаҫтан, үҙ ихтыяждарынан тыш йортһоҙ тороп ҡалғандар тыуған яҡтарынан меңәрләгән саҡрымда ваҡытлыса төйәк таба, кемдәрелер һуғыш бөткәс тә тороп ҡала. Республиканың бәләкәй ҡалаларында эвакуацияланғандарҙы ҡабул итеү нисек ойошторолоуы тураһында тарих фәндәре кандидаты Илфат Зәки ул СӘМСИТДИНОВ һөйләй
Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Совет власы алдында ҡалҡҡан төп мәсьәләләрҙең береһе фронт һыҙығында ҡалған кешеләрҙе тылға күсереү була. Эвакуация нигеҙенә кешеләрҙе физик юҡ итеүҙән һаҡлау ғына түгел, ә уларҙы яңы ерҙәрҙә урынлаштырыу, өлкән йәштәгеләрҙе иҡтисад һәм фронт маҡсаттарында ҡулланыуҙы ойоштороу ҙа була. Был эвакуация, ауыр шарттарҙа һәм ҡыҫҡа ваҡытта үткәрелгәнен иҫәпкә алғанда, кешелек тарихында масштабтары буйынса донъяла тиңе булмаған хәрби сара иҫәпләнә.
СССР Совнаркомы Үҙәк комитетының 1941 йылдың 27 июне менән билдәләнгән ҡарарында эвакуацияның бурыстары һәм иң тәүҙә ошо сараға эләгергә тейешле объекттарҙың исемлеге ҡабул ителә. Тылға, дәүләттең көнсығышына иң тәүҙә квалификациялы эшсе һәм хеҙмәткәр кадрҙар, оло йәшәтәге кешеләр, балалы ҡатындар, балалар учреждениелары, сәнәғәт ҡорамалдары, станок һәм машиналар, төҫлө металл, яғыулыҡ, икмәк һәм дәүләт әһәмиәтендәге башҡа матди һәм рухи ҡиммәттәр күсерелергә тейеш була. Эвакуация буйынса Советтың Үҙәк мәғлүмәт бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, хәүеф аҫтында булған зонанан тылға йәмғеһе 17 миллион кеше күсерелә. Был, ысынлап та, ҙур һан. Эш күсереү менән генә тамамланмай, уларҙы яңы территорияларҙа урынлаштырырға кәрәк була, был тағы ла ҙурыраҡ көс һәм яуаплылыҡ талап итә. Һуғыш йылдарында беҙҙең илебеҙ граждандарҙы эвакуациялауҙа уникаль тәжрибә туплай.
Уралға булған эвакуация шартлы рәүештә ике этапҡа бүленә. Уның беренсе этабы 1941 йылдың йәйенә һәм көҙөнә тура килһә, икенсе этабы 1942 йылдың йәйендә һәм көҙөндә башҡарыла. Беренсе этапта кешеләр Рәсәйҙең үҙәк өлкәләренән, шул иҫәптән Мәскәүҙән, илдең төньяҡ-көнбайыш райондарынан, Украинанан, Ҡырымдан, Балтика буйы илдәренән, Беларустан күсерелә. Икенсе этапта халыҡ Ленинградтан, Краснодар, Ставрополье крайҙарынан, Төньяҡ Кавказдың автономиялы республикаларынан, Воронеж, Сталинград өлкәләренән эвакуациялана.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Башҡорт АССР-ы илдең төп тыл төбәктәренең береһенә әйләнә. Һуғыштың тәүге айҙарында уҡ бында эваукацияланған халыҡ күсерелә башлай. 1941 йылдың аҙағына республика территорияһына 278 мең кеше эвакуациялана, уларҙың 104 меңе ҡалаларға урынлаштырыла. Был урбанизация кимәле юғары булмаған Башҡортостандың дөйөм ҡала халҡы контингентының тиҙ арала артыуына килтерә (1941 йылдың башында Башҡортостан ҡалаларында 604 мең кеше йәшәгән булһа, 1943 йылдың башына уларҙың һаны 811 мең кешегә етә).
Эвакуацияланғандарҙың төп өлөшөн урыҫ телле халыҡ тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер диаспоралар ҙа күсерелә. Әйтергә кәрәк, СССР етәкселеге тарафынан һуғыш алдынан һәм һуғыш йылдарында алып барылған иҡтисади сәйәсәт, шулай уҡ дәүләттең үҙ халҡына ҡаршы ҡулланған төрлө репрессив саралары ла халыҡтың тиҙ күсенеүенә булышлыҡ итә, ҡайһы бер халыҡ вәкилдәренең башҡа төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, артыуына йоғонто яһай. Башҡортостанға ошо йылдарҙа юҡҡа сығарылған Волга буйындағы Немец АССР-ынан - немецтар, Ҡырым АССР-ынан - гректар, Көнбайыш Украинан һәм Көнбайыш Беларустан поляктар килтерелә.
Һуғыш барған төбәктәрҙән килгән кешеләрҙе урынлаштырыу мәсьәләһе эвакуацияланған халыҡты ҡабул итеүселәр өсөн тәүге бурыс булып тора. Был үтә ҡатмарлы проблемаға әйләнә. Сәбәптәре түбәндәгесә була. Беренсенән, һуғыш ваҡытында торлаҡ төҙөлөшө билдәле сәбәптәр арҡаһында ҡырҡа кәмей. Икенсенән, торлаҡ етмәү мәсьәләһе Урал төбәгендә һуғышҡа тиклем дә күҙәтелгән була. Был проблема Башҡортостанда ла киҫкен тора. Йәшәү урындары етешмәү арҡаһында Башҡорт АССР-ының халыҡ комиссарҙары Советы 1941 йылдың 17 ноябренән булған фарманында, ҡала һәм райондарҙың башҡарма комитеттарына түбәндәге положениеларҙан сығып эш итергә саҡыра. Был положениеға ярашлы, урындағы советтарға һәм ойошмаларға ҡараған биналарҙың йәшәргә яраҡлы булған һәр квадрат метры ҡасаҡтарға бирелергә тейеш була. Был биналар ҡала һәм район коммуналь хужалыҡтары тарафынан иҫәпкә алына, улар йәшәү өсөн ордерҙар тапшырыу менән шөғөлләнә башлай. Торлаҡ ордерҙары йә айырым бүлмәгә, бер нисә кешегә, ғаиләгә бер юлы, йә хужалар менән уртаҡ йәшәү өсөн бирелә. Шулай уҡ ордерҙа нисә кеше йәшәйәсәге, бирелгән бүлмәнең, мөйөштөң майҙаны күрһәтелә. Ордерһыҙ урынлашҡандарҙы ҡыуып сығарыу ҡарала. Шулай уҡ был ҡарарҙа фатир өсөн түләүҙәрҙең күләме билдәләнә.
Ошо ҡарар ҡабул ителгәндән һуң иң башта йәшәү өсөн ҡулай булған майҙансыҡтар билдәләнә. Ҡайһы бер ойошмалар ҡалаларҙан ауылдарға, йәки бәләкәйерәк майҙанлы биналарға күсерелә. Шулай ҙа була, әгәр ҙә предприятие ҡаланан ситкә күсерелһә, унда эшләгән кешеләр ҙә уның менән бергә күсергә тейеш була. Күсенергә теләмәүселәрҙе язаға тарттырыу ҡарала. Кешеләр йәшәү өсөн тәғәйенләмәгән биналарға, мәҙәни-мәғариф учреждениеларына ҡараған йорттарға урынлаштырыла. 1941 йылдың 1 авгусына Башҡортостанда эвакуацияланғандарҙы урынлаштырыу маҡсатында 82 мәктәптең бинаһы алына.
Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА