Европаға төрлө илдәрҙән килеүсе ҡасаҡтарҙың күбәйеүе әлегәсә тарихта күҙәтелгәне юҡ ине. Frontex сик буйы агентлығы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың 7 айында ғына Евросоюз илдәренә 340 мең тирәһе ҡасаҡ килгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк. Ә уҙған йылда ҡасаҡтарҙың дөйөм һаны 123500 кешегә еткәйне.
Һуңғы ике айҙа иң күп ҡасаҡтар ағымы Грецияға йүнәлә. Тик июлдә генә Грецияның Лесбос, Хиос, Самок һәм Кос утрауҙарына 50 меңдән ашыу ҡасаҡ яңы тормош эҙләп килгән. Икенсе Европа иле - Италия ла - һуңғы ваҡытта Төньяҡ Африка һәм Яҡын көнсығыш илдәренән килгән ҡасаҡтар тулҡынын ҡабул итә. Йылдың тәүге яртыһында Италияға килеп һыйыныусылар һаны 90 меңдән ашып киткән.
Быйыл Урта диңгеҙ аша Европаға барып етергә тырышыусы меңәрләгән легаль булмаған мигрант һәләк булған. Былтыр иһә ошо уҡ диңгеҙҙә 34 меңдән ашыу, ә 2013 йылда - 700 тирәһе мигрант батҡан. Был һандар тик диңгеҙҙә һәләк булған ҡасаҡтарҙы ғына үҙ эсенә ала, ә ҡоро ерҙән Европаға ынтылыусылар араһындағы ҡорбандар тураһында мәғлүмәт юҡ.
Яҡын Көнсығыш һәм Африка илдәренән ҡасып килеүселәр көрсөгө Евросоюз илдәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙе етди һынылышҡа килтерҙе һәм союзды берләштереп торған ҡайһы бер төп ҡиммәттәрҙе һынау алдына ҡуйҙы. Июнь аҙағында Брюсселдә уҙған Европа илдәре башлыҡтарының осрашыуында Еврокомиссия тәҡдим иткән ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу буйынса квота схемаһы тирәләй етди бәхәстәр ҡупты. Европа әлегә кешенең хоҡуҡтарын яҡлау һәм ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янағандарҙы һыйындырыу кеүек төп идеологик ҡағиҙәләрҙән формаль рәүештә баш тарта алмай. Ләкин күпселек күҙәтеүселәр фекеренсә, бының өсөн бары тик ваҡыт ҡына кәрәк, юғиһә бөтә Европа ҡоролошона емерелеү янай. Хәлдәр артабан нисек ҡуйырыуын көтөргә генә ҡала, ә әлегә Еврокомиссия миграцион көрсөк мәсьәләһен хәл итеүҙә тулы һәләтһеҙлек күрһәтә.
Был шарттарҙа Европа илдәренең күбеһе үҙ сиктәрендә стеналар төҙөй башланы. Мәҫәлән, Африканан килеүсе ҡасаҡтар ағымын туҡтатырға тырышып, Испания ошондай эшкә тотондо. Шулай уҡ Венгрия, Бөйөк Британия, Төркиә һәм Франция ла "төҙөлөш" эштәрен башланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, Берлин стенаһын "илдәр һәм төрлө мәҙәниәттәр араһында булырға тейеш түгел һыҙыҡты алып ташлау" тигән һүҙҙәр менән юҡ иткән көнбайыш сәйәсмәндәре бөгөнгө көндә бөтә донъянан ышыҡланыу өсөн яңы стена төҙөү мөһимлеге тураһында яр һала. Шулай уҡ Евросоюз вәкилдәре "Дублин конвенцияһы"н яңынан ҡарау тураһында ла тәҡдимдәр индерә, сөнки бөгөнгө көндә был конвенция эшләмәй, тигән фекерҙә улар. Европарламент ағзаһы Сесилия Викстрем был конвенцияға башҡа төрлө альтернатива эҙләү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып: "Ҡасаҡтар килгән беренсе илдәр, күпселек осраҡта, уларҙы теркәмәй, бармаҡ эҙҙәрен алмай һәм бер ниндәй документһыҙ артабан китергә рөхсәт итә", - тип белдерә. Уның һүҙҙәрен Германия вәкилдәре ҡеүәтләй һәм Италия менән Грецияға ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү, тейешле документтарҙы тултырыу һәм бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен япһарырға тырыша.
Бөйөк Британияның Сит илдәр министры (МИД) Филип Хэммонд ҡасаҡтар менән мәсьәләне хәл итеүҙең юлын уларҙы илдән сығарып ебәреүҙә күрә. Бындай аҙым, уның белдереүенсә, Бөйөк Британияның милли хәүефһеҙлеген уйлап эшләнә. Лондон ҡасаҡтарҙан арыныу өсөн эшмәкәрлек башлаған да инде. Мәҫәлән, Бөйөк Британия хөкүмәте мигранттарҙы ҡурҡытыу маҡсатында Англияла уларҙы һәйбәт тормош көтмәйәсәген аңлатҡан мәғлүмәти кампания асып ебәргән. Власть вәкилдәре, ҡасаҡтар килә ҡалһа, уларға торлаҡ һәм медицина хеҙмәттәре сикләнгән рәүештә күрһәтеләсәген, эшкә урынлашыу мөмкинлеге булмаясағын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шулай уҡ яҡын арала ил парламенты Англияға легаль булмаған юл аша килеүсе ҡасаҡтарҙы ярты йылға тиклем төрмәгә ултыртыу тураһындағы законды ҡараясаҡ. Әгәр ҙә ул ҡабул ителһә, Бөйөк Британияға килергә баҙнат иткән ҡасаҡтарҙы төрмә көтәсәк.
Германияны ла ҡасаҡтар һанының күбәйеү мәсьәләһе ныҡ борсоуға һала. Ил етәкселеге фекеренсә, Евросоюз илдәре араһында сиктәрҙе бер ниндәй контролһеҙ үтеү мөмкинлеге биргән Шенген зонаһы башҡа "йәшәй" алмай. Немец сәйәсмәндәре баһаһына ярашлы, Германия ҡасаҡтарҙың төп баҫымына дусар булыусы ил. Миграция көрсөгөнөң үҫә барыу юлдарын туҡтатыу әмәлен ФРГ хөкүмәте сентябрь аҙағында үтәсәк кәңәшмәлә эҙләйәсәк. Шул уҡ ваҡытта ил халҡы, бигерәк тә Көнсығыш Германияла йәшәүселәр, ҡасаҡтарға ҡаршы дошманлыҡ күрһәтә, уларҙың йәшәгән урындарына һөжүм итә.
Кеше ғүмерҙәрен ҡыйыусы ошондай буталсыҡта кем ғәйепле һуң? Европалыларҙың күбеһе бөгөнгө көндә ҡасаҡтар менән барған хәл-ваҡиғаларҙа төп ғәйеп Яҡын Көнсығышта һәм Африкала маҡсатлы рәүештә ситуацияны ҡуйыртҡан Америкала, тип бара. Ә Австрия баҫмаһы Info-Direkt үҙенең ышаныслы сығанаҡтарына таянып, АҠШ-ты ҡасаҡтарҙы Европаға ташыусыларға түләүҙә ғәйепләй. Улар, тип яҙа баҫма, техник йәһәттән һәйбәт тәьмин ителгәндәр һәм Facebook, Twitter һәм Skype ярҙамы менән иркен ҡуллана.
Ҡасаҡтар менән осрашып, уларҙың ниндәй хәлдә көн итеүҙәрен, ҡайҙа юл тотоуҙарын, ниндәй хыялдар менән Европаға килеүҙәрен үҙҙәре күргән һәм ишеткән журналистарҙың фекерҙәрен дә тыңлап үтеү яҙыҡ булмаҫ. Улар әйтеүенсә, ҡасаҡтар үҙҙәрен сит илдә, кеше ерендә бик иркен тотоусы һәм үҙҙәренең ҡағиҙәләрен урынлаштырырға тырышыусы, күбеһе 20-30 йәшлек ир-егеттәрҙе тәшкил иткән төркөмдәр. Ҡасаҡтарҙан ыҙа сиккән ил халҡы улар йөҙөндә Европаның уларҙы бушлай ашатырға һәм кейендерергә, торлаҡ һәм эш бирергә, медицина хеҙмәте күрһәтергә бурыслы, тип һанаған аҡсалы, бай кешеләрҙе күрә. Ысынлап та, төрлө фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, ҡасаҡтар ҡулында ҡыйбатлы кеҫә телефондары, компьютер һәм планшеттар, улар бер ҙә һуғыштан арып-йонсоп ҡасҡандарҙы хәтерләтмәй. Уларҙың күбеһе, үҙҙәре барып урынлашҡас та, тыуған илдәрендә ҡалған ата-әсәһен һәм башҡа туғандарын мотлаҡ яндарына аласаҡтары тураһында бәйән итә. "Комсомольская правда" хәбәрсеһе Дарья Асламова әйтеүенсә, "мин Белградта күргән ҡасаҡтар Ливанда осрашҡан сириялыларға оҡшамаған. Ливияла бөтә нәмәләрен юғалтҡан һәм эҫе ҡояш аҫтында әкрен генә үлемгә дусар ителеүселәр менән Европаға килеп етеүселәрҙе сағыштырып булмай. Һуңғылары - аҡсалы һәм алдарына ғәйәт ҙур маҡсаттар ҡуйыусы элита".
Сербияның элекке Сит илдәр министры Живадин Йованович фекеренсә, әле килеп шартлаған миграция бомбаһының сәбәптәре беҙ уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ. "Беҙгә йәш, аҡсалы, белемле ир-егеттәр килә. Уларға кемдеңдер финанс ярҙам күрһәтеүе көн кеүек асыҡ. Беҙҙең алда "йоҡлаусы террористар". Ваҡыты еткәс, уларҙы уятасаҡтар һәм Европаны террор ағымы баҫып аласаҡ", - тип хәүефен белдерә ул.
Күпселек ҡасаҡтар үҙҙәрен Сириянан тип күрһәтә. Ләкин "алдаҡ сириялылар" араһында Ираҡ, Афғанстан, Пакистан, Ливия һәм башҡа ил вәкилдәре бихисап. Уларҙың һәр береһенең Евросоюз илдәренә ҡарата асыуы, негатив ҡарашы көслө. Ливия гражданы әлеге ваҡытта Европа илдәренең береһендә һыйынырға тырышҡан табип ҡасаҡтар мәсьәләһенең көндән-көн ҡуйырыуына былай тип аңлатма бирә: "Минең әлегә сербтарға ҡарата ғына дәғүәм юҡ. Ә Греция, Венгрия, Словакия, Хорватия - НАТО ағзалары. Эйә, улар минең илемде бомба утына тотманы, ләкин НАТО бюджетын тулыландырыуҙа улар ҙа ҙур роль уйнай. Улар үҙҙәренең һалдаттарын Афғанстанға һәм Ираҡҡа ебәрә. Уларға язанан ҡотолоу юҡ. НАТО бөтә Яҡын Көнсығышты ҡанға ҡойондорҙо һәм хәҙер үҙе өҫтөнән власты Америка иблисенә биргән Европа юҡ ителәсәк. 5 йылдан Европаның йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Мин быға ҡыуанмайым. Мин бөйөк Европа мәҙәниәтен хөрмәт итәм һәм сиркәүҙәр урынында мәсет манаралары тороуын теләмәйем. Ләкин был нәҡ шулай буласаҡ. Был - ғәҙел яза". Уның һүҙҙәрен Венгрия парламенты ағзаһы Мартон Дьендьеши ла ҡеүәтләй: "Венгрия - Евросоюз һәм НАТО ағзаһы. Һәм был ойошма Сирия, Тунис, Ливия, Ираҡҡа ҡаршы агрессив сәйәсәт алып барғанда беҙҙең шымып ҡалыуыбыҙ - ҙур ғәйеп".
Шулай итеп...
Ике яҡ та - ҡасаҡтар ағымына ҡаршы торған илдәр ҙә, Европаға һәйбәт тормош артынан килеүсе мигранттар ҙа - килеп тыуған мәсьәләне үҙҙәренсә күрә һәм аңлай, уларҙың һәр береһенең үҙ дөрөҫлөгө һәм был көрсөктән сығыуҙың үҙ юлдары. Ләкин шуныһы факт - был тиҙ арала хәл ителергә тейешле бөтә донъя масштабындағы ҙур проблема. Һәр ил айырым һәм үҙ мәнфәғәттәрен генә алға ҡуйып түгел, ә бергәләп дөйөм ниндәйҙер ҡарарға килгәндә генә уның осона сығырға мөмкиндер.
Сәлимә АРЫҪЛАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА