«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КИНО МЕНӘН ГЕНӘ ХАЛҠЫҢДЫ ДОНЪЯҒА ТАНЫТА АЛАҺЫҢ
+  - 

Кино барлыҡҡа килгән генә мәлдә алдынғы ҡарашлы кешеләр уға ҙур уңыштар юрап, кино - ул иң мөһим сәнғәт төрө, тигән. Советтар Союзы дәүерендә кино пропаганданың иң ҡеүәтле ысулдарынан һаналһа, бөгөнгө донъя кинематографын сәнғәт тип түгел, кино бизнесы тип атау күпкә дөрөҫөрәктер ҙә. Ошондай шарттарҙа милли кинематограф үҙенең алдына ниндәй бурыстар ҡуйырға тейеш? Ғөмүмән, нимә һуң ул милли кино? Ни өсөн беҙҙең тамашасы, башҡорт киноһы юҡ, тигән фекерҙә? "Башҡортостан" киностудияһы режиссерҙары Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА һәм Таңсулпан БУРАҠАЕВА менән ошо һорауҙарға яуаптар эҙләйбеҙ.

"Милли кино" тигән төшөнсәне нисек аңлатырһығыҙ? Башҡорт киноһын мотлаҡ башҡорт ижадсыһы төшөрөргә һәм унда бары тик башҡорт халҡының милли рухы, әхлаҡи ҡиммәттәре сағылырға һәм был кино бары тик үҙебеҙҙең тамашасыларға ғына тәғәйенләнергә тейешме?

Таңсулпан БУРАҠАЕВА Т. БУРАҠАЕВА: Милли кино - ул халыҡтың мәҙәниәтенә таянып, халыҡ тураһында төшөрөлгән фильм. Боронғораҡ заман күрһәтеләме унда, бөгөнгө көнмө, фильм милләттең рухын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен, холоҡ-ҡылығын асып бирергә тейеш. "Ә уны мотлаҡ башҡорт кешеһе төшөрөргә тейешме?" тигән һорауға элегерәк "Эйе" тип яуап бирә инем, хәҙер ҡарашым бер аҙ үҙгәрҙе. Әлбиттә, үҙебеҙҙән башҡа беҙҙең мәҙәниәтте өйрәнеп, икенсе халыҡ тураһында кино төшөрөргә теләгән кеше булмаҫ та, әммә был ихтимал, сөнки донъя кинематографияһында ундай осраҡтар бар. Милли киноның тағы бер күрһәткесе: ул да булһа - тел. Донъя кимәлендә ҡарағанда, бөгөн милли телдәргә ҡыҙыҡһыныу арта. Хәтерегеҙҙә булһа, урыҫтар ҙа аңлаһын өсөн киноны урыҫ телендә төшөрөргә кәрәк, тигән тенденция барлыҡҡа килгәйне бер заман. Хәҙер, киреһенсә, башҡа милләт вәкилдәре субтитр менән ҡарауҙан да ҡыйынһынмай, телдең моңо уларға халыҡты нығыраҡ аңларға булышлыҡ итә. Фантастик фильмдарҙа, әйтәйек, "Аватар" йәки бик популяр булған "Игра престолов" тигән сериалда уйлап табылған халыҡҡа тел дә уйлап табалар, сөнки ул бик тәбиғи яңғырай. Шуға ла башҡорт киноһы башҡорт телендә булһа, был дөрөҫөрәк тә буласаҡ, тип уйлайым.
Вилүрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Тик шул уҡ ваҡытта "кино теле" тигән төшөнсә лә бар. Тауышһыҙ кинолар осоро булған, йәғни кино теле хәрәкәт аша ла күрһәтелә ала. Субтитрҙары инглиз телендә барған ҡаҙаҡ фильмын ҡарағанда уларҙың нимә хаҡында һөйләшеүе тураһында уйламайым да, минең ундағы картиналарға, операторҙың, режиссерҙың оҫталығына иҫем китә. Тимәк, ижадсы талантын телһеҙ ҙә күрһәтә ала. Икенсенән, һәр телдең үҙенең көсө, моңо бар, фильмдарға ул мәртәбә генә өҫтәй. "Башҡорт фильмын тик башҡорт ҡына төшөрә аламы?" тигәнгә килгәндә, башҡа милләттән булған белгестәр ижади процеста ҡатнаша алһа ла, режиссер барыбер башҡорт булырға тейештер. Кинопленка ул шундай тылсымлы әйбер, унда һинең ҡаныңа һеңгән милли асылың да сағылыш таба, уға һинең энергетикаң күсә, шунда ғына фильм тамашасының күңеленә барып етә. Халҡыңдың яҙмышы елегеңә үтеп һыҙлағанда ғына, йөрәк ҡаның менән һуғарылғанда ғына милли кино төшөрөп була. Милли фильм билдәле бер халыҡтың тормошона бәйләнгән, шуның өсөн уны прокатҡа сығарыуы ла ауыр. Кино үҙенә түгелгән сығымдарҙы ҡапларға бурыслы, тип, көнбайышса фекер йөрөтә башлаһаҡ, үҙебеҙҙең милли юҫыҡтағы кинолар зыян күрәсәк. Милли колоритты декоратив маҡсатта ғына ҡуллана башларға тура килмәҫ тимә ул саҡта. Коммерция фильмының милләтен билдәләүе ауыр. Тик шул ваҡытта тап милли кино менән генә кинофестивалдәр, кинофорумдар аша үҙеңдең халҡыңдың барлығын донъяға таныта алаһың. Йәғни, глобаль донъяла милли кинематографтың үҙ урыны бөтөнләй юҡ, тип уйларға ярамай.
Т. БУРАҠАЕВА: "Ни өсөн берәй билдәле генә Голливуд йәки Рәсәй актерын саҡырып, прокатҡа сығырҙай кино төшөрмәйһегеҙ?" тип һорайҙар йыш ҡына. Ҡаҙаҡтар "Кочевник" фильмы менән был юлды үтеп ҡараны һәм фильм тулыһынса уңышһыҙлыҡҡа дусар булды. Тимәк, прокатҡа сығыу беҙҙең өсөн беренсел маҡсат булырға тейеш тә түгел.

Милли кинематография үҫешен тәьмин итеүсе киностудиябыҙ, белгестәребеҙ бар, йыл һайын фильмдар төшөрөлөп тора, тик шулай ҙа ни өсөн тамашасыларыбыҙҙың күбеһе, башҡорт киноһы юҡ, тигән фекерҙә һуң?

Т. БУРАҠАЕВА: Беҙҙең халыҡтың ҡыҙыҡ бер үҙенсәлеге бар: ул һәр ваҡыт нимәлер өмөт итеп һәм был өмөтө аҡланһын өсөн кемгәлер талаптар ҡуйып йәшәй. Һуңғы осорҙа милли идея эҙләйбеҙ, тибеҙ, ләкин кемдер ул идеяны уйлап сығарып, беҙгә тотторорға тейеш һымаҡ. Нишләп лидерҙар тыумай һәм беҙҙе дәртләндереп, артынан эйәртмәй, тибеҙ. Башҡорт киноһына ҡарата ла шундай талап, ахыры: кемдер төп милли идея булырлыҡ фильмды төшөрөп, беҙгә күрһәтергә тейеш, имеш. Әйтерһең, шул саҡта бөтәһенең дә күңеле тынысланып, рухланып китер, улар нимә өсөн йәшәгәнен аңлар, милләт үҫеп, алға китер. Юғиһә, ҡасан ысын кино төшөрә башлайһығыҙ, ни өсөн Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрмәйһегеҙ, тигәнерәк һорауҙарҙы бөтөн ерҙә лә бирмәҫтәр ине. Бының менән шуны ғына әйтергә теләйем, милли идея ҡағыҙға яҙылған ниндәйҙер аныҡ идея булмаған кеүек, беҙҙең милли кино ла ниндәйҙер бер төп фильм түгел. Беҙ төшөргән бөтөн фильмдарҙа милли идея бар, сөнки был идея халҡыбыҙҙың асылында, йәшәйешендә, донъяға ҡарашында, мәҙәниәтендә - бары тик быны тоя, күрә белергә кәрәк. Шул саҡта тамашасы фильмдарға ҡарата артыҡ талапсан булмаҫ ине, сөнки бер фильмда халыҡты бөтөн яҡлап асып та булмай.
В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Шул уҡ Салауат Юлаевты ла бер фильмда ғына асып бөтөп булмаясаҡ. Береһендә уны шағир-импровизатор итеп, икенсеһендә бала сағын һәм йәшлеген, өсөнсөһөндә Палдискиҙа тотҡонлоҡта үткән ғүмерен төшөрөргә булыр ине. Шул уҡ ваҡытта батырҙың бер яғын асып ҡына ла уның шәхесен күрһәтеп була. Унан һуң, ҙур йылға тулы һыулы булһын өсөн бәләкәй генә инештәр ҙә кәрәк бит әле. Киностудия бар көсөн 15-20 йыл буйына ҙур бер кино төшөрөүгә генә һалды икән, ти, ул саҡта базала башҡа бер кино ла булмаясаҡ. Кино юҡ, тиһәләр ҙә, әле беҙҙең ҡыҫҡа метрлы фильмдар ҙа, документаль фильмдар ҙа, йәнһүрәттәребеҙ ҙә бар. Аҡсаң күп булып та, идеяһыҙ фильм төшөрөү ҡурҡынысы бар. Ә бына бәләкәй генә бюджетҡа барыһын да нисек һыйҙырырға тип баш ватҡанда фантазияң нығыраҡ эшләй башлай. Үҙенә күрә бер мәктәп был ижад кешеһе өсөн.
Матди мөмкинлектәребеҙҙе иҫәпкә алып, ҡыҫҡа фильмдарға ла һалынған ҙур идеяларҙы күрә белһә ине тамашасы. Йыл һайын "Кино төнө" үтә, быйыл 7 яңы фильм тәҡдим ителде. Башҡорт киноһы юҡ, тигән кеше киноға бөтөнләй йөрөмәйҙер ул, тип кенә уйларға ҡала. Былтыр киностудия беренсе тапҡыр этник фильмдар фестивале уҙғарҙы, әллә унда тамашасылар залдарҙы тултырып йөрөнө тиһегеҙме? Быйыл декабрҙә үтәсәк икенсе фестивалдә был хәл үҙгәрер, тип ышанам. Шулай ҙа тамашасы менән бәйләнеш барлыҡҡа килә, йәш режиссерҙар республика буйлап кино күрһәтеп, яҡшы башланғысҡа юл һалды ла инде. Халҡыбыҙҙың бер шәп яғы бар, уны бер ҡуҙғытып ебәрһәң, дәртләнә лә китә ул. Башҡорт бит ул йырлы-моңло халыҡ, оҙаҡ түҙеп өйөндә ята алмай барыбер. Яңыраҡ Ырымбурҙа йөрөп ҡайттыҡ, Ә. Абдразаҡов, Д. Юлтый, М. Буранғолов, Ә. Әбделмәнов, Ғ. Амантаев, С. Агиштың ауылдарында булдыҡ. Ошо сит мөхиттә, далала ултырған ауылдарҙа йәшәүсе 80-90 йәшлек инәйҙәр ҙә килде башҡорт киноһын күрергә. Ағас клублы, 5-6 өйлөк ауылда көн күрһәләр ҙә бөтөнләй икенсе донъяла йәшәй улар. Йәнһүрәттәргә балалар һымаҡ көләләр, фильмдарҙа күрһәтелгән төрлө яҙмышлы геройҙарҙы йәлләп илайҙар, кино бөткәс тә ҡайтып китмәйҙәр, һорауҙар бирәләр. Балалар йәнһүрәттәрҙе ҡабат-ҡабат һорай, уларға бөтөн нәмә танһыҡ. Бөтөн халыҡ өйөндә телевизор ҡарай, клубтар юҡ ауылдарҙа, төшөргән киноларыбыҙҙы кем ҡарар инде, тип уйлайһың ҡайһы берҙә, ә бына ошондай йәнле осрашыуҙарҙан стимул алаһың да, тағы яңы эштәргә тотонаһың.

Һеҙ үҙегеҙҙең ижади ҡеүәтегеҙҙе тулыһынса тормошҡа ашырам, тип әйтә алаһығыҙмы?

В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Эш бында беҙҙең нимә эшләргә һәләтле булыуыбыҙҙа ла түгел. Әлбиттә, һәр ижадсы үҙенең хыялында әллә ниндәй проекттар йөрөтә. Бына мин бер башҡорт геройы тураһында фильм эшләр инем, тик уны масштаблы итеп күрһәткем килһә, Францияға ла, Германияға ла барырға кәрәк. Бының өсөн тағы ла матди яҡты уйлайһың. Әле төшөргән киноларҙы биҙәр өсөн оркестрҙар яллап, шәп музыка яҙҙырғым килмәй, тиһегеҙме әллә? Композиторға мөрәжәғәт итһәң, был аҡсаға бына ошолай ғына яҙам, тип әйтәсәк. "Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен" фильмында шул урман араһында бер үҙе йәшәп ятҡан ағайҙың өйөн һауанан төшөргөм килмәйме? Хыялдар ҙа мөмкинлектәр менән бергә үҫә, әле лә ватылған машиналарҙы тауға тиклем этеп мендереп, ҡышын һыуыҡта аэросаналарҙа өшөп йөрөһәк тә, эшләр өсөн шарттар юҡ, тип бер кем дә зарланмай.
Т. БУРАҠАЕВА: Кино юҡтан бар булмай, иң тәүҙә уның идеяһы тыуа. Быйыл һиңә матди мөмкинлек биреләме, юҡмы, йылдың ҡайһы миҙгелендә бирелеүенә ҡарайһың да, ошо әҙер идеяларҙың береһен һайлап алып эшләргә тотонаһың. Әлбиттә, ҡеүәтемде тулыһынса файҙаланам, тип әйтә алмайым, яңы уҡып бөттөм, киләсәктә һис шикһеҙ тағы ла ҡыҙыҡлы проекттар буласаҡ. Көрсөк заманында ниндәйҙер юлдарын табып, нимәлер төшөрөп, милли кино сәнғәте усағын һүндермәүебеҙ ҙә яҡшы күренеш. Үкенес инде шулай ҙа, йылдар буйы ситуация үҙгәрмәй һәм һин үҙеңде ниндәйҙер бөйөк эшкә тотонорға әҙерлек үтеп йөрөгән уҡыусы һымаҡ ҡына тояһың. Әммә беҙ күңелдәребеҙҙе төшөрмәйбеҙ, ҡолас ташлап эшләр көндәр ҙә булыр әле, киностудияның хәле йылдан-йыл яҡшыра бит барыбер.

Дәүләт финанслауы проблемаһы уның булыуында йәки булмауында түгел, бәлки, уның аҙ һөҙөмтәле булыуындалыр? Дәүләт ярҙамының кәрәкле фильмдарға китмәгән осраҡтары буламы?

В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Финанс көрсөк тормоштоң бөтөн өлкәләрен ялманы бит инде. Дәүләт финанслауы йылдан-йыл кәмегән хәлдә лә, киностудияның беренсе маҡсаты - ундағы режиссерҙарҙы эш менән тәьмин итеү. Шуға йәнһүрәттәр ҙә, ҡыҫҡа метрлы фильмдар ҙа, документаль фильмдар ҙа йыл һайын төшөрөлә. Унан һуң, һәр сценарийҙы художество советы ҡарай. Шуға ла аҡсаның кәрәкмәгән ергә китеүе - булмаған хәл, киреһенсә, уның аҙ булыуы һөҙөмтәһендә шәп ике әйбер араһынан береһен генә һайларға тура килә. Шуға ла режиссерҙар, миңә мөмкинлек бирмәйҙәр, тип үпкәләй алмай. Режиссерҙарға тамашасының талабы ҙур булһа ла, ижади коллективтың уларҙың күңелен тынысландырырҙай кино төшөрөрлөк финанс мөмкинлеге юҡ, быны ла танырға тура килә. Шулай ҙа беҙ, ярай әле киностудия бар, тип шөкөр итәбеҙ. Башҡортостанда булған мөһим ваҡиғаларҙан киножурнал эшләнә. Яңыраҡ генерал Шайморатовҡа һәйкәл асылды, яҡташтары телевизорҙан һәйкәлдең таңғы 4-тә, томанды йырып нисек ауылға килеп инеүе хаҡында һөйләп тора. Их, шунда камера булһа ине, тигән үкенес шунда уҡ күңелде ялманы...
Артҡа әйләнеп ҡарап, ҡайһы ғына фильмды алып ҡарама, уларҙың береһе лә буш түгел, йөкмәткеһе яғынан тәрән, фәлсәфәһе лә бар, режиссерҙарҙың күңел һыҙланыуын да сағылдыра. Ҡарап сыҡҡас та, был геройҙың ғүмере минең өсөн һабаҡ, быныһы өлгө, тип уйланһын ине тамашасы. Кеше ниндәй генә дәүерҙә, ниндәй генә шарттарҙа йәшәмәһен, иң тәүҙә кеше булып ҡалырға бурыслы. Ижад кешеһен дә ана шул кеше тигән иң юғары сифат борсой, беҙ шунан бер нисек тә тайпыла алмайбыҙ. Кемдер беҙҙе хыялый ҙа тиер, әммә беҙ бит юғары сәнғәт аша тамашасыны уйландырырға ынтылабыҙ. "Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен" киноһында ғүмер буйына яңғыҙ йәшәгән геройҙы, мәҫәлән, бәхетле йәшәгән тип әйтеп буламы? Мин бәхетле, тип әйтеп торһа ла, уның күңеле тулы һағыш, тормоштоң күпме ләззәттәренән мәхрүм ҡалған. Шунан был кешене аҡыллы тип иҫәпләй алабыҙмы? Икенсе яҡтан, һин уның урынында булһаң ни эшләр инең? Бер үҙе урманда йәшәүе батырлыҡ та һымаҡ, икенсе яҡтан, батырлыҡмы ул? Бына бындай һорауҙарҙы беҙ тамашасыларға ҡалдырабыҙ. Хөкөм сығарыр алдынан ныҡ уйларға кәрәк, уйлана белгән кеше генә аҡыллы тип иҫәпләнергә хаҡлы шуға ла.

Ҡыҫҡа метрлы фильмдарҙы оҫта итеп төшөрөргә өйрәндек хәҙер. Тулы метрлы фильмдар ошондай уҡ уңышҡа өлгәшә алыр инеме?

Т. БУРАҠАЕВА: Халыҡ араһында ҡыҫҡа метрлы фильм - ул етлекмәгән фильм тигәнерәк ҡараш йөрөй. Ҙур фильм төшөрә алмағанға, ҡыҫҡа метрлы фильмдар төшөрәләр, тип уйлайҙар улар. Сығымдар яғынан ҡарағанда был шулайҙыр, әммә ҡатмарлылыҡ йәһәтенән улар бер нисек тә айырылмай. Киностудияла ҙур фильмдар төшөрөлгәне бар, мәҫәлән, Айсыуаҡ Йомағоловтың, Булат Йосоповтоң фильмдарын алайыҡ. Әгәр ҙә мөмкинлектәр булһа, тулы метрлы фильмдарҙы барыһы ла төшөрә аласаҡ.
В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Тулы метрлы фильмдар тотош ағым булып килә алмай, мәҫәлән, ҡапыл ғына финанс мөмкинлек килеп тыуҙы ла, бөтөн режиссерҙар уға тотоноп китте түгел. Әгәр ҙә етди тотоноп, халыҡтың да фекерен алып, яҡшы сценарий менән төшөрһәң, ун йыл эсендә ҙур бюджетлы тарихи бер фильм эшләргә була. Ҡырғыҙҙар бит "Курманджан датка" фильмын шулай уҡ оҙаҡ йылдар төшөргән, ә ниндәй һөҙөмтә бирҙе ул! Ә замансараҡ, ябайыраҡ сюжетлы фильмды 1-2 йыл эсендә төшөрөп бөтөргә була.

Милли кинематографияның үҫешен тулы метрлы фильмдар ғына билдәләйме?

В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Мотлаҡ түгел. Ҙур кино юҡ икән, беҙҙә кино үҫешмәгән, тип уйлау хата. Был бигерәк тә фестивалдәргә йөрөгәндә күренә. Ҡайһы берҙә ниндәйҙер дәүләт фестиваль үткәрә, ә үҙҙәрендә кино бөтөнләй үҫешмәгән. Ҡайһы бер республикаларҙың киностудияһы юҡ, тимәк, уларҙың кино ижад итергә базаһы юҡ. Мәҫәлән, Чебоксарҙа шундай фестиваль үтә, ҡайҙан ғына ҡатнашыусылар килмәй унда. Тик уларҙың донъя кимәлендәге фильмдары ҡайҙа? Сағыштырып ҡараһаҡ, беҙҙә ҡыҫҡа метрлы фильмдар ҙа, документалистика ла, йәнһүрәттәр ҙә фестивалдәрҙә лайыҡлы сығыш яһарлыҡ кимәлдә, үҙ киноң өсөн оялып ултырмайһың.
Т. БУРАҠАЕВА: Милли кинематография үҫешен тулы метрлы фильм ғына билдәләмәй. Тағы берҙе ҡабатлайым, финанс яғынан ҡыҫҡа метрлы фильмды төшөрөүе еңелерәк, шуға улар беҙҙә күберәк. Сифат яғынан улар һис тә насар түгел. Америка фильмдары менән сағыштырыуҙан киләмелер ҡыҫҡа метрлы киноға бындай мөнәсәбәт? Улайға ҡалһа, "Оскар"ға тәҡдим ителгән милли кинолар ҙа бар. Яңыраҡ бер ҡаҙаҡ режиссеры Ермек Турсуновтың "Килен" фильмы "Оскар"ҙың һайлап алыу турҙарының ярым финалына етте. Ә ҡырғыҙ режиссеры Эльнура Османалиеваның "Сәйҙә" ҡыҫҡа метрлы фильмы Венеция кинофестиваленең конкурс программаһына үтте.
В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Унан һуң "Оскар"ға ла иң һәйбәт фильмдар бара тип әйтеп булмай бит. Һәр фестивалдең үҙенең девизы һайлана һәм ошо девизға торошло фильмдар һайлап алына - был фестивалдәрҙең эске сәйәсәте. Мәҫәлән, Венеция кинофестивалендә һыу темаһы өҫтөнлөк ала. Дини фестивалдәр бар.

Башҡорт киноһын йыш ҡына ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ кинолары менән сағыштыралар, минеңсә, был бөтөнләй урынһыҙ кеүек. Ни тиһәң дә, был дәүләттәрҙә кино сәнғәте үҫеше беҙҙең республикалағы кеүек 25 йыл менән генә сикләнмәй бит?

В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: СССР тигән бөйөк дәүләт бар саҡта Ҡырғыҙстан да, Ҡаҙағстан да - союз, беҙ автономлы республикалар инек. Һәр бер союздың үҙенең киностудиялары бар ине - "Ҡырғыҙфильм", "Ҡаҙаҡфильм" һ.б. Ни өсөн бөгөн ҡырғыҙҙарҙың бөтөн документаль фильмдары һәйбәт? Сөнки һуғыш ваҡытында Балтика буйы киностудияһы бөтөн базаһы менән эвакуацияланып, Ҡырғыҙстанда көслө кино мәктәбе тыуҙыра. 1941 йылда Ҡаҙағстандың Алма-Ата киностудияһы "Мосфильм" һәм "Ленфильм" киностудиялары менән ҡушыла. "Берләштерелгән Үҙәк киностудия" тип атала ул һәм 1944 йылға тиклем бөтөн киноларҙың 80 проценты ошонда төшөрөлә. Эйзенштейнға "Иван Грозный" фильмын төшөрөргә ярҙам итеп йөрөгән ҡаҙаҡ та кино сәнғәте серҙәренә өйрәнеп йөрөгәндер бит инде. Унан һуң, тәжрибә менән бергә матди база ла тороп ҡала. Бөгөн ҡырғыҙҙар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа ошо мәлдә сәселгән орлоҡтарҙың уңышын йыя. Ә Башҡортостанда киностудия барлыҡҡа килгәнгә 25 кенә йыл. Беҙҙә бындай техник база бер ҡасан да булманы. Былтыр күсенгән бина иҫәбе буйынса унынсыһы икәнен генә иҫәпкә алһаҡ та, хәлебеҙҙең нисек булыуын самаларға тейештәр. Ижад кешеһе өсөн матди-техник база үҙе бер ҡорал.
Т. БУРАҠАЕВА: Тағы ла прокат темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, ҡаҙаҡтар ҙа, ҡырғыҙҙар ҙа һан яғынан башҡорттарға ҡарағанда күберәк. Ҡырғыҙҙарҙың үҙҙәренең әйтеүе буйынса, уларға сит кинолар бөтөнләй килмәй, улар тик үҙҙәренең киноларын ғына ҡарай. Ҡаҙағстанға Голливуд кинолары килә, тик ҡаҙаҡтарҙың үҙҙәренең кинолары уларға конкуренция тыуҙыра ала. Сама менән ҡаҙаҡтар - 10 миллион, ҡырғыҙҙар 4 миллион, уларҙың һәр береһе кино ҡарауға 100-әр һум ғына сығарып һалһа ла, кино төшөргән сығымдар ниндәйҙер кимәлдә кире ҡайта ла ҡуя. Башҡортостанда башҡорттар күпме, ә Өфөлә? Бөтөн райондар буйлап күрһәтеп үтһәк тә, прокат ҡеүәһе сикле беҙҙә. Беҙ үҙебеҙҙе яҡуттар менән сағыштыра алыр инек. Әлбиттә, уларҙың матди хәле яҡшыраҡ, сөнки алмас ятҡылыҡтарына бай төбәк. Улар фильмдарға бик ҙур инвестициялар һала, минеңсә, һуңғы осорҙа яҡут фильмы тигән феномен да барлыҡҡа килде хатта.
В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Яҡут фильмы феномены тип әйтергә ашыҡмайыҡ әле, Таңсулпан. Яңыраҡ ҡына өр-яңы фильмдары сыҡты, унан алдараҡ төшөрөлгән 1-2 фильмдарын ҡарарға тура килде. Уларҙа мәңгелек туңлыҡ һәм ауылдарының аралары шул тиклем йыраҡ, мәҫәлән, береһе Өфөлә урынлашҡан икән, икенсе ауылдары Баймаҡта һымаҡ. Бер көндө бер ауылда күрһәтәләр ҙә киноны, вертолет менән икенсеһенә алып китәләр. Башҡа кинолар уларға барып та етмәй. Сифаты яғына килгәндә, был кинолар һауалағы спектакль кеүек. Улар шуны кино тип уйлайҙар, әммә был әле кино түгел. Хәҙер яҡуттар үҙҙәрен аҡлау өсөн, беҙ үҙебеҙҙең кинобыҙҙы булдырабыҙ, ул традицион Рәсәй киноһына ла, Голливуд фильмына ла оҡшамаған, тип әйтәләр. Яҡуттар бик талантлы, бик музыкаль халыҡ, уларҙың һәр береһе рәссам, шаман, тик милли кино уларҙа әлегә юҡ. Улар әле үҙенең киноһын булдырырға маташа ғына. Бына башҡорт фильмы тигән феномен барлыҡҡа килә башланы. Т. БУРАҠАЕВА: Ысынлап та, Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение институты үткәргән Питеркит фестиваленә беренселәрҙән булып Айнур Асҡаров, Андрей Носков юл һалды инде. Хәҙер унда, Башҡортостанда төшөрөлгән, тиһәләр, тимәк, был сифатлы кино, тигән мөнәсәбәт барлыҡҡа килде. Мин фестивалгә "Кәләш алам" фильмын алып килгәс, уҡытыусыбыҙ курсташтарыма: "Һеҙ Таңсулпанға ҡарамағыҙ, уның артында бөтөн Башҡортостан тора, ә һеҙ үҙегеҙҙең булмаған мөмкинлектәрегеҙҙән сығып кино төшөрәһегеҙ", - ти. Техник яҡтан мөмкинлектәр бар беҙҙә, мәҫәлән, крандар ҡулланабыҙ, ә ул кранды ҡуртымға алыу ныҡ ҡыйбатҡа төшөр ине.
В. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА: Матди базаһы бөтөнләй булмаған башҡа өлкәләр менән сағыштырғанда, беҙҙең эшләргә мөмкинлегебеҙ бар, етәкселек тарафынан ярҙам, аңлау бар, идеяларҙы худсоветҡа сығара алабыҙ. Быйыл киностудияның штатында булмаған ике режиссерҙың - Руслан Юлтаев һәм Андрей Носковтың кинолары үтте. Йәғни, бәләкәй генә бюджеттан башҡаларға ла ярҙам итеү ысулдарын табабыҙ. Беренсе кинофестивалдә кинопавильон төҙөлдө, быйыл тон студия төҙөлөп ята, үҙебеҙҙең тауыш яҙҙырыу студияһы буласаҡ. Был йәһәттән республика Башлығының грантынан ҙур файҙа күрәбеҙ, ул беҙгә генә түгел, күпме мәҙәниәт усаҡтарына ярҙам булды. Ике кино төшөрөлдө был гранттарға, береһе Булат Йосоповтоң "Визит" фильмы, икенсеһе Айнур Асҡаровтың "Әсә" киноһы.
Әмир ағай Абдразаҡов театр режиссеры булһа ла, башҡорт киноһы булһын, тип, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен күмәк сәхнәләр, аттар, менән төшөрөп, телевизион ысул менән булһа ла сериал рәүешендә сығара алған. Бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда, ул бик дөрөҫ эшләгән, кемдер башларға тейеш ине бит. Ҡаҙағстанда киностудияла эшләгән Малик Яҡшимбәтов ҡайтып, матур кино мәктәбе өлгөһө күрһәткән. "Врата свободы" киноһын төшөргән саҡта уның эргәһендә ярҙам итеп йөрөүсе йәш егеттәр - Рияз Исхаҡов, Даян Ғәйетҡоловтар уның фатихаһы буйынса уҡырға киттеләр. Йәш булһа ла, киностудияның тарихы бай, киләсәге лә киноларға, шәхестәргә бай булыр.

Шулай итеп...
Йәмғиәттең милли кино репертуарына иғтибар итеп, хатта уға ниндәйҙер тәнҡит һүҙҙәре белдереүе, бәлки, битарафлыҡҡа ҡарағанда яҡшыраҡтыр ҙа. Икенсе яҡтан, бөгөнгө кинотеатрҙарҙың потенциаль тамашасыһының йәше уртаса 25-30 йәш тип алһаҡ һәм уларҙың төрлө махсус эффектлы Голливуд киноларында тәрбиәләнеүен иҫкә төшөрһәк, башҡорт режиссерҙары уларҙың талабына бер ҡасан да яуап бирмәйәсәк, сөнки милли киноның үҫеш юлдары бөтөнләй икенсе төрлө. Абруйлы халыҡ-ара фестивалдәрҙә лайыҡлы баһа алып йөрөгән режиссерҙарыбыҙҙың фильмдары кинематографик яҡтан белемле, заманса әйткәндә, эстетик йәһәттән алдынғы тамашасыларға тәғәйенләнеүе лә башҡорт киноһының юғарылығы тураһында ғына һөйләй түгелме? Һәр хәлдә, башҡорт киноһы, уның үҙенең ныҡлы нигеҙҙәре, тимәк, киләсәге лә бар. Тамашасыға уны күрә белергә өйрәнергә генә кәрәк.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.09.15 | Ҡаралған: 1665

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru