«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИСЕМЕҢДЕ ТАШҠА ЯҘЫУ ҒӘҘӘТЕҢДЕ ҠУЙСЫ ӘЛЕ...
+  - 

Мәмерйәләр борон-борондан серлелеге, билдәһеҙлеге һәм хатта үҙендә ниндәйҙер шом һаҡлауы менән дә кешеләрҙе йәлеп иткән, тартып, саҡырып торған. Уларҙа халыҡ төйәкләнгән, дошмандан йәшеренер урын иткән, аҙыҡ-түлеген, ҡоралын һаҡлаған, йолалар үтәгән. Бөгөн иһә мәмерйәләр шул үткәндәрҙең, боронғо кешеләр йәшәйешен, кисерештәрен тереләй генә һаҡлап алып ҡалып, әлеге быуынға еткереүсе бер "һауыт" ролен дә башҡара кеүек. Һәр хәлдә, Шүлгәнташ мәмерйәһе шундай мөғжизәләрҙең береһе ул.

"Шүлгәнгә барам" тигән уй, теләк үҙе үк бер ғәҙәти булмаған халәткә индерә. Һин ниндәйҙер аңлайышһыҙ кисерештәргә әҙерләнәһең, мөғжизә көтә башлайһың кеүек. Ә инде уның юлы һәм бигерәк тә мәмерйәгә яҡынлашҡан тауҙар араһынан аҫҡа төшөү, урман һуҡмағы буйлап өң ауыҙына яҡынлашыу - мең төрлө тәьҫораттар солғанышы, үҙеңдең тәүтормош аңыңды тойоу, тәбиғәт менән бер бөтөнлөгөңдө ҡабул итеү, уға буйһоноу, табыныу кеүек шау-шыулы ҡала йәшәйешендә башҡа инеп тә сыҡмаҫ шауҡымдар ул.
Ошо урында бер аҙ лирик сигенеү яһап, мәмерйәләр темаһына дөйөм фекер йөрөткәндә, республикабыҙ, ғөмүмән, тау-таш ҡыуышлыҡтарына бик бай. Беҙҙә картаға төшөрөлгән 700-ҙән ашыу мәмерйә иҫәпләнһә, шуларҙың 29-ы Уралда булып, 17-һе тәбиғәт һәйкәле статусына эйә. Улар Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Дыуан, Иглин, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы һәм Салауат райондарында урынлашҡан. Республикабыҙҙа шулай уҡ бөтә донъяға билдәле булған бер нисә мәмерйә лә бар. Уларҙың барыһы ла - карст мәмерйәләре. Һәм шуларҙың береһе беҙ үрҙә әҫәрләнеп һөйләй башлаған Шүлгәнташ, урындағы халыҡ телендә - Ташөй. Шүлгәнташ мәмерйәһе - Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул - Көньяҡ Уралда бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы. Мәмерйә янында "Шүлгәнташ" музей-экскурсия комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған.
Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге күптән инде урындағы мәмерйәләрҙең ҡомартҡылар булараҡ һаҡланыу темаһын күтәреп саң ҡаға. Уларҙың хәүефләнеүенсә, туристарҙың ирекле үтеп инеүҙәре арҡаһында мәмерйәләргә ҙур ғына зыян килә һәм был бәлә йылдан-йыл етдиләнә бара. Ошо юҫыҡта Үҙәк ярайһы уҡ уңышлы аҙымдар ҙа яһай.
Шүлгән мәмерйәһен граффитинан таҙартыу менән мәшғүл булған Андорра кенәзлеге ғалимы Эдаль Антон Гийаме хаҡындағы мәғлүмәттәр ошо көндәрҙә республикала бар матбуғат сараларын да ҡуҙғытҡандыр. Миңә иһә был бөтә Европаға билдәле булған реставраторҙың үҙен барып күреп, уның ҡул аҫтында эшләүсе йәш ғалимдар төркөмө менән мәмерйәнең иңен-буйын үлсәп сығып, иң йәшерен мөйөштәрҙәге яҙыуҙарҙы ла уҡырға насип булды. Был бәхетте беҙҙең редакцияға Үҙәктең директоры Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин бүләк итте.
- 20 октябрҙән 27-нә тиклем Франция һәм Испанияла командировкала булып, тарихи ҡомартҡыларҙы ҡараныҡ. Унда барлығы һигеҙ мәмерйә. Мәмерйәләрҙәге һүрәттәрҙе, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау тәжрибәһен өйрәндек. Төп маҡсатыбыҙ - Европа ғалимдарының тәжрибәһен өйрәнеп, үҙебеҙҙең Шүлгәнташ мәмерйә комплексын төҙөүҙә ҡулланыу ине. Һәм маҡсатыбыҙға өлгәштек тип уйлайым. Сәфәрҙән ҡайтҡас, Шүлгәнташ мәмерйә комплексын төҙөү проектын эшләй башланыҡ, - тип һөйләй Данир Әхмәҙи улы был эште башлап китеүҙең сәбәптәрен аңлатып. Шул сәйәхәттә Башҡортостан белгестәре мәмерйәләрҙе граффитинан таҙалай алырҙай оҫталарҙы эҙләүҙәре хаҡында ла әйтә һәм уларға Эдаль Гийамены тәҡдим итәләр. Беҙҙекеләр реставраторҙы Башҡортостанға саҡырып та ҡайта.
Беҙ килеп еткәндә, Эдаль Гийаме етәкселегендәге бригада йомғаҡлау эштәренә сығырға тора ине. Бығаса улар ун көн дауамында 14 кв метр майҙанды таҙалап өлгөргән, тағы ла 120 кв метр майҙанда эштәр башҡараһы бар. Сит ил белгесе һөйләүенсә, ул Франциялағы Шове, Ласко һәм Руфиньяк, Испаниялағы Альтамир мәмерйәләрендәге палеолит осоро рәсемдәрен таҙартыуҙа ҡатнашҡан. Әлегә уның бында тәүгә килеүе. Мәмерйәгә килеп ингәс тә яҙыуҙарҙың күплегенән ҡаушап ҡалып, ярҙам итә алмаҫмын, тип уйлай. Әммә күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигән хәҡиҡәт еңә. Яйлап-яйлап Шүлгәнташтың беренсе оло залы тәүтормош халәтенә ҡайта башлай.
- Эдаль эштә баштан уҡ ҡаты тәртип ҡуйҙы. Һәр кем аныҡ рәүештә көнөнә ниндәй хеҙмәт башҡарырға тейешлеген белде, хатта ашауға, мәмерйәгә барып етеүгә, йәшәгән урынға ҡайтыуға бүленгән ваҡыт та минуты менән планлаштырылғанға тура килергә тейеш булды. Беҙ унан бик күп нәмәләргә өйрәндек, шул иҫәптән матур мө-нәсәбәттәргә лә, - ти ошо көндәрҙә белгес ҡулы аҫтындағы төркөмдә эшләгән Айбулат Ғәбиҙуллин.
Мәмерйәләге яҙыуҙар төрлө ысул менән эҙ һалған, уларҙың күмер менән төшөрөлгәндәре лә, аҡбур менән сыйылғандары ла, химиялы буяуҙар менән буяп йәки соҡоп яҙылғандары ла етерлек. Күмерҙе белгестәр ябай һыу һәм мамыҡ башлы таяҡсалар менән таҙарта. Бер хәрефте юйып алыу ғына ла сәғәттән ашыу ваҡытты ялманы. Кескәй таяҡса менән таштың һәр бөгөл-сәһенә, һәр егенә инеп, һаҡ ҡына ҡыланырға кәрәк икән. Буяу менән яҙылғандарҙы Эдаль эшләгән махсус составлы шыйыҡсалар менән икенсе төрлөрәк итеп таҙарталар. Һәр хәлдә, химия бик аҙ ғына ҡулланыла, сөнки ғалимдар алдына таҙартыуҙан да бигерәк зыян килтермәү шарты ҡуйылған.
- Һеҙ мәмерйәгә бәйле мифология менән танышмы? - тип ҡыҙыҡһынам ювелир хеҙмәте менән мәшғүл ғалимдан (әлбиттә, тәржемәсе аша).
- "Урал батыр" эпосын инглиз телендә уҡып сыҡтым. Мин ултырған урында бынан бик күп быуаттар элек шундай хәл-ваҡиғалар булғанлығы һәм бөгөн ошо изге ер менән үҙемдең дә бәйлелегемде уйлаһам, баштар әйләнеп китә хатта.
- Ни өсөн тап Шүлгәнташта эшләргә ризалаштығыҙ? Һеҙ уның хаҡында белә инегеҙме?
- Мине уның боронғолоғо ҡыҙыҡһындырҙы. Һеҙҙең белгестәр биргән мәғлүмәттәрҙе ҡарап сыҡтым да, "Мин унда барырға тейешмен!" тигән фекергә килдем.
- Һеҙ мәмерйәләр белгесеме, әллә улар менән арбалған кешеме?
- Мәмерйәләргә ғашиҡ кеше, тиһәм дөрөҫөрәк булыр.
- Мәмерйәләргә бәйле төрлө хикәйәттәргә ышанаһығыҙмы? Мәҫәлән, Шүлгәндә лә теге донъяға алып сыға торған портал бар, төн уртаһында ҡайһылыр залдарҙа ваҡыт арауығына инеп була, йылдың бер мәлендә бында боронғо кешеләрҙе осратырға була, хатта кемдәрҙер Аҡбуҙат кешнәүен дә ишеткән, тип һөйләйҙәр...
-Мин быларҙың береһен дә инҡар итмәйем. Сөнки тәбиғәтте кәм-һетергә, уның мөғжизәле көсөнә ышанмаусанлыҡ белдерергә ярамағанлығына төшөнгәнмен инде. Был донъяның беҙ белмәгән серҙәре бик күп һәм шул иҫәптән Шүлгәндең дә... Ғалим мәмерйәнең изге урын булыуына инана. Уның билдәләүенсә, мәмерйәнең изге урын икәнен белгән боронғо ата-бабаларыбыҙ уға зыян килтермәгән. Халыҡ башлыса совет осоронда бәҫһеҙләгән мәмерйәне. Идеологиялар, табыныуҙар, инаныуҙар менән бергә изге ҡомартҡыларға ла иғтибар, ихтирам юҡҡа сыҡҡан замандарҙа башланған да инде был баш-баштаҡлыҡ. Шүлгәнташ проблемалары менән янып йәшәгән Данир Әхмә-ҙи улы ла уның фекерен үҫтереп, түбәндәгеләрҙе һөйләй: - Таштарҙағы уйылып яҙылған исемдәр халыҡтың ер-һыуыбыҙҙы күрергә, белергә булған ынтылышын түгел, уларҙың мәҙәни кимәле түбән булыуын иҫбатлай. Уларҙы тәртипкә өйрәткәнсе, тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙың юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуның өсөн һәр кем үҙенә ҡарата талапсан, мәҙәни булһын ине. Мәмерйәләрҙе һаҡлау эшен, унда инеү, сығыу тәртибен көйләргә кәрәк. Һәм һәр мәмерйә ниндәйҙер бер тәбиғи ҡурсаулыҡ тарафында булып, уның хужаһы булырға тейеш.
Сит илдә иң аптыратҡаны - унда йәшәүселәрҙең үҙенең үткәненә, тарихына үтә лә иғтибарлылығы. Мәҫәлән, Альтамир мәмерйәһен тапҡас та унда иң беренсе ишек ҡуйғандар. Башҡа мәмерйәләрҙә лә шулай. Мәмерйә эргәһендә күсермәһен эшләп, туристарҙы шунда индереү ойошторолған. Боронғо һүрәттәр булған мәмерйәләргә бары аҡ халатлы, респиратор кейгән белгестәр генә инә ала. Беҙгә дүрт мәмерйәнең эсен күреү бәхете тейҙе. Баҫҡыстар, махсус яҡтыртҡыстар ҡуйылған, мәғлүмәтле экскурсоводтар мәмерйә хаҡында мәғлүмәт бирә. Һүрәттәр беҙҙең дәүергә тиклем XII быуат элек төшөрөлгән, йәғни беҙҙең Шүлгәнташ мәмерйәһендәгеләр менән бер осорға тап килә. Дөйөм Рәсәй проблемаһы - мәмерйәләрҙе консервациялау, таҙартыу буйынса белгестәр әҙерләнмәй. Альтамир музейы директоры менән һөйләшкәндән һуң, ул ошо өлкәлә эшләгән белгестәрҙе тәҡдим итте. Франциялағы милли музей директоры ла беҙҙең менән киләсәктә хеҙмәттәшлек итергә вәғәҙә бирҙе. Испания, Франциялағы мәмерйәләр 60-сы, 80-се йылдарҙа ЮНЕСКО исемлегенә индерелгән. Альтамир музейында булғанда мәҙәни-мираҫ исемлегенә индерелгән мәмерйәләр картаһын күрҙек. Үкеснескә ҡаршы, беҙҙең Шүл-гәнташ мәмерйәһе унда күрһәтелмәгән. Киләсәккә булған төп эшмәкәрлегебеҙ - Шүлгәнташ мәмер-йәһен ЮНЕСКО исемлегенә индереү...
Ә инде мәмерйәнең һүрәттәренә килгәндә, әлеге ваҡытта ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәрҙе һаҡлау буйынса билдәле белгестәрҙе саҡырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла икән. Альтамир музейы етәксеһе Хосе Антонио Лашерас, Тарихҡа тиклемге милли музей етәксеһе Жан-Жак Клейе-Мерль, мәмерйә һаҡлаусы Шове Мари Бардиза һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының ғилми секретары Екатерина Дэвлеттарға өмөт бағлана.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Андорра ғалимы эшенең беренсе этабын тамамлап, ҡайтып китте, әммә күпмелер ваҡыттан һуң ул Башҡортостанға тағы ла киләсәк һәм башлағанын тамамлап ҡуясаҡ. Әле мәмерйәлә уның инструкциялары менән шөғөлләнеүсе Ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре эш итә. Халҡыбыҙҙың иң боронғо һәм бөйөк рухи ҡомартҡыһы "Урал батыр" эпосының тыуған ерлеге - Шүлгәнташ ҡурсаулығы һәм мәмерйәһенең бөтөнлөгөн хәстәрләгән кешеләрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Улар, әлбиттә, мәмерйә таштарына исемдәрен яҙып китмәҫ, бәлки, халыҡ уларҙы белмәҫ тә, әммә Шүлгәнташ, бынан меңәр йыл әүәл инеп мәңгелек һүрәттәр ҡалдырған ул-ҡыҙҙарын хәтерләгән кеүек, уларҙың да изгелеген онотмаҫ, тип ышанғы килә.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1206

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru