«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЙМЫЛ ЙЫЛЫНДА КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛАЙЫҠ
+  - 

Алмас ӘМИРОВ Уларҙы бик үҙенсәлекле кешеләр тип һүрәтләй йондоҙнамә. Аҡыллылар, зирәктәр, берәй нәмә уйлап табырға ғына торалар. Әгәр ҙә аяҡ аҫтарында артыҡ буталып, ҡамасаулап йөрөүселәр булмаһа, уларға дан-шөһрәт яулау бер ни ҙә түгел. Күптәренә хатта ниндәй ҙә булһа өлкәгә беренсе булып юл ярыу бәхете лә эләгә. Шәп әңгәмәселәр, бәхәсләшергә яраталар, яҡшы дуҫтар, үҙҙәре кеше кәңәшенә иғтибар итмәһәләр ҙә, кешегә кәңәш бирергә генә торалар. Һүҙ, әлбиттә, маймыл йылының хужалары тураһында. Иң ҡыҙығы, яҙыусылар, артистар араһында маймылдар күп түгел, әммә булғандары берәгәйле. Шундай әһелдәребеҙҙең береһе - Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Хәдис улы ӘМИРОВ менән яңы йыл, уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләшәбеҙ.

Уңыштар йылға ҡарап билдәләнмәй, тиһәләр ҙә, үтеп киткән ҡуй йылы ниндәй уңыштарға бай булды? Мөсәлдәге йылдар һынамышына ышанаһығыҙмы былай?

- Үткән йыл башҡаларынан әллә ни айырылып торҙо, тип әйтә алмайым, әммә ошо йылда тыуғас, маймыл йылынан күберәкте көтәм. Һәр кеше яҡшыға өмөтләнергә тейеш, шуға ла йыл башланғанда бар халыҡ йығылып ятып фараздар уҡып ала. Шулай ҙа мин йондоҙнамәгә бик ышанмайым. Уйлап ҡарағыҙ, бер нисә секунд йә минут айырмаһы менән бер көндә, бер йондоҙлоҡ аҫтында тыуған игеҙәктәрҙең холоҡ-ҡылығы бер-береһенә бөтөнләй оҡшамай. Бер йылда тыуғандарға нисек уртаҡ ҡылыҡһырлама бирәһең? Етмәһә, йыл эсендә ун ике ай, улар тағы йондоҙлоҡтарға бүленә. Айырым төҙөлгән йондоҙнамә генә кеше, уның яҙмышы тураһында нимәлер әйтә алалыр, моғайын. Борон халыҡ былай һәр йылға һынамышын да теркәп барған, әммә улар бит күберәк һауа торошона, хужалыҡ алып барыуға ҡағылған. Учалы районындағы тыуған ауылым Ахун эргәһендә обсерватория булыуы асыҡланды бит инде - был бик ихтимал хәл, сөнки башҡорттарҙа йондоҙҙарҙы белеү бик хупланған. Шулай ҙа мин ҡарттарҙан, йола "ҡартая" хәҙер, тигәндәрен ишеткәнем бар. Һынамыштар ҙа һынаталыр инде ҡайһы берҙә.
Ижадҡа килгәндә, ниндәйҙер һығымталар яһап, уйланып ултырырға ваҡытым да юҡ, шуға өҙөп кенә әйтеүе лә ауыр. Быйыл режиссер булараҡ комедия сығарҙым. Халыҡ көнкүрештәге мәшәҡәттәрен онотоп, көлгөһө килә бит, "Йүгер, Харис, йүгер!" тигән был спектакль театрға тамашасыны йәлеп итеү маҡсатын да эҙәрлекләй. Шулай ҙа комедия - ул еңел жанр түгел, һәр комедияла мәғәнә була. Тамашасы был әҫәрҙе лә бушҡа көлөү тип ҡабул итмәҫ, тип ышанам.
"Әлифбанан бер себеш" моноспектаклен яңыса форматта тәҡдим итеүҙәр булды быйыл, спектакль сәғәт ярым барһа, тамашасы тағы ла бер сәғәт миңә һорауҙар биреп, үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша. Быйыл төрлө иҡтисади санкциялар, башҡа сәбәптәр арҡаһында был спектакль менән фестивалдәргә сығып булманы. Һәр хәлдә, үҙебеҙҙең тамашасы араһында уға битараф ҡалғандар юҡ.
Драматургия һәм продюсерлыҡ үҙәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үҙенсәлекле проект үткәрҙе, был да йылдың уңышы тип иҫәпләйем. Искәндәр Сакаевты саҡырып, Гомерҙың "Илиада"һы буйынса өҙөктәр эшләнде, ошо ижади мөхит башҡорт театрында дауам итһен ине, тип теләйем.

Маймыл йылында тыуғас, холҡоғоҙҙа был йәнлеккә хас сифаттар бармы?

- Халыҡта әртисләнеп, ҡыланып йөрөүҙе "мәймүнләнеү" тиҙәр түгелме әле? Һәр хәлдә, минең һөнәрем тыуған йылыма бик ятып ҡына тора булып сыға. Ысынлап та, балалар баҡсаһында уҡ кешеләрҙе көлдөрөп, көләмәстәр һөйләп йөрөй торғайным. Барыһын да ауыҙыма ҡаратып тота ала инем инде. Мәктәптәге пионер йыйындары, ауылдағы концерттар минһеҙ үтмәне, шәп итеп йырлай инем, барабанда һуға торғайным. Бәлки, халыҡтың мине көсләп-тырышып "комик актер" амплуаһына индереүе лә йылдың яҙмышыма ниндәйҙер йоғонтоһона бәйлелер, кем белә? Амплуа актер өсөн ҡурҡыныс нәмә, мөмкинлектәрең бар, әммә уларҙы ҡуллана алмауың да бар бит. Шуға ла һәр роль һайын нимәлер раҫларға тура килә бындай актерҙарға. Комик булмаған ролдәр араһында "Кәкүк ояһы"ндағы Хардинг ижади кешеләрҙең тормошона тап килә. Ҙур донъяла уларға ҡыйын, сөнки алдаша белмәйҙәр, тупаҫлыҡҡа, әшәкелеккә яуап бирә алмайҙар, шуға ла эскә йомолалар һәм йышыраҡ эстән һыналар. Хардинг та мәрхәмәтһеҙ тормошҡа ялағайлана алмаған, асыҡ йөҙлө кеше, уның бөтөн проблемаһы ла ошонан. "Алтын битлек" Рәсәй милли театрҙар фестивалендә премияға ла тәҡдим ителгәйне был роль.
Шукшин хикәйәләре буйынса ҡуйылған "Эх, был тормош!" спектаклендәге Сергей Духанин образын һағынам. Ул ҡалаға барып, һатыусының күҙҙәрен дүрт итеп, бөтөн йыйған аҡсаһына ауылда ғүмерҙә лә кейерлек булмаған итектәр һатып алып ҡайтып ҡатынына бүләк итә. Кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла шундай аҙым, шундай ҡыйыулыҡ эшләргә тейеш тә инде - мин шундай геройҙарҙы яратам. "Ай тотолған төндә"ге Дәрүиште 100 процентҡа аңлайым, әммә барыбер уны шул кимәлдә эшләп булманы кеүек, сөнки күңелемдә ундай сифат юҡ. "Әлифбанан бер себеш" моноспектакле эстон әйбере булһа ла, тәржемә яһалып, ул беҙҙең милли драматургияға шул тиклем яраҡлашты. Халыҡсан драматургияның асылы шунда, әгәр ҙә ысын драматург икән, уның әҫәрен һәр халыҡ минеке, тип ҡабул итә. Милли театрҙы донъя кимәленә сығарырға теләй икән, драматург ошо ябай ғына хәҡиҡәтте онотмаҫҡа тейеш. Һәр милләттең йөрәгенә үтеп инергә бурыслы ул. Ошо йәһәттән "Әлифбанан бер себеш" өсөн йәнем тыныс.

Башҡорттарҙың йыл һынамыштарының шундай бер үҙенсәлеге бар: борон мөсәл эсендәге йылдар "ҡаты йыл" йәки "ир-ат йылы", "йомшаҡ (еңел) йыл" йәки "ҡатын-ҡыҙ йылы" тип йөрөтөлгән. Уның буйынса маймыл йылы ҡаты йылдар исемлегендә. Тағы ла иң ҡыҙығы, ҡаты йылда тыуған егеткә йомшаҡ йылда тыуған ҡыҙ иш түгел, тигәндәр...

- Маймыл йылының ҡаты килерен бер аҙ фаразларға булалыр. Ун ике йыл элек нимәләр булғаны хәтеремдә юҡ, шулай ҙа дыуамал йыл, тигәйнеләр, ахыры. Донъялағы әлеге сәйәси хәлгә, төрлө конфликттарға, долларҙың үҫешенә ҡарағанда, бигүк еңел йыл булмаҫ быйыл да. Йә бер яғын, йә икенсе яғын күрһәтер маймыл. Шуға ла маймыл йылында кеше булып ҡала алһаҡ, бөтөн проблемаларҙы еңеп сығырға булыр ул. Моғайын да, маймыл йылында һәр хәлгә юмор менән ҡарау дөрөҫ булыр, күңелгә ныҡ яҡын алмайынса, ныҡ ҡайғырмайынса. Маймыл да бит ҡыҙыҡ йәнлек, көлөп ебәреүе лә ихтимал, көйөп китеүе лә бар.
Ҡаты йылда тыуған егеттең ҡаты йылда тыуған ҡыҙға өйләнһен тигәнендә, йыл сифатының кеше холҡона ныҡ йоғонтоһо бар, тигәнгә ышаныуҙан киләлер инде. Беҙҙең ғаиләлә мин генә түгел, ҡатыным Гөлнара (Г. Әмирова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы - Ред.) ла, ҡыҙыбыҙ Айсулпан да маймыл йылында тыуған. Эмиль улыбыҙ ғына йылҡы йылыныҡы. Шуға ла ул беҙгә шаярып: "Һеҙ хәлегеҙҙән килгәнсе мине егеп йөрөтәһегеҙ, мин йөк тартҡан кеүек һеҙҙең өсөгөҙҙө лә тартам", - тиергә ярата. Хәҙер улыбыҙ айырым йәшәй, ә мин ике "маймыл" ҡатын-ҡыҙ менән бер үҙем йәшәйем. Бик хис-тойғоға байбыҙ, ул яҡтан оҡшағанбыҙ. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә тыныс, матур ғына итеп һөйләшкән нәмәләрҙе беҙ, бәлки, ныҡ ҡысҡырып тикшерәбеҙҙер. Бәләкәй генә ваҡиғаны ла ҙур итеп ҡабул итеп һөйләйбеҙҙер. Был, бәлки, маймыл йылында тыуғанға шулайҙыр, бәлки, актер булғанға хистәр ҡайнап торалыр. Сөнки ситтән берәйһе ҡарап торһа, аптырап: "Кит, проблема буйынса шул тиклем фекер алышып буламы икән", - тиер ине. Беҙгә хисле булыуыбыҙ әллә ни ҡамасауламай, нисек ҡыҙып китәбеҙ, шул тиклем тиҙ һыуынабыҙ, аҙаҡтан көлөп тә алабыҙ.
Актерҙар белә, кире геройҙың ҡылығын да уны ошо хәлгә алып килгән ваҡиғаларҙы барлап, аҡларға була. Тормошто белеү ролдәр эшләгәндә ярҙам иткән кеүек, тормошто ла ролдәр аша яҡшыраҡ аңларға була, сөнки уның нигеҙендә психология тигән фән ята. Йондоҙнамәләр ҙә кешене яҡшыраҡ аңларға тырышыуҙан киләлер. Беҙҙең балаларҙың йәш айырмаһы 14 йәш. Улыбыҙ студент саҡта тыуҙы, уға иғтибар ҙа етмәгәндер инде. Театрға эшкә килгәс, тәүлектәр буйына эшләргә тура килә ине. Ҡыҙыбыҙҙы өсәүләп тәрбиәләйбеҙ. Иғтибар күберәк булһын, тип тырышабыҙ, сөнки бала саҡта алып еткерелмәгән һөйөү аҙаҡтан кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Исмаһам, быныһы сәнғәт яғына ҡарамаҫ, тип ышанабыҙ инде, шулай ҙа бейеһен дә, музыка менән дә шөғөлләнһен, тибеҙ. Ғөмүмән, мине хәҙерге йәштәрҙең һәр нәмәгә үҙ фекере булыуы һоҡландыра. Ул йәштә миңә нимә тип әйтәләр, мин шуны эшләй һәм шулай дөрөҫ була, тип уйлай инем. Айсулпан ҡайһы берҙә, былай миңә оҡшамай, былай дөрөҫ түгел, тип үҙ ҡарашын белдерә. Әлбиттә, уны уйынан кире күндерергә мөмкин, шулай ҙа ныҡлы логикаһы булыуы миңә оҡшай.

Маймылдарҙы, ысынлап та, һәр уйынан кире күндереп була, тиҙәр. Иң ябай ғына ҡаршылыҡ та кәйефтәрен генә түгел, пландарын да боҙа, имеш...

- Был тағы ла уның ниндәй маймыл булыуына бәйлелер ул, ай-һай. Мин, мәҫәлән, ныҡ ныҡышмал кеше. Ҡыҙым да шулай. Нимәлер килеп сыҡмаясаҡ, тип кире күндереү мөмкин түгел беҙҙе, кәрәк булһа ла, булмаһа ла, аҙағынаса барабыҙ. Бер тапҡыр Айсулпан ихатала уйнағанда тәгәрмәс тип аталған күнегеү эшләргә өйрәткән кемдер. Быныҡы килеп сыҡмаған. Ҡайтты ла, көнө-төнө шөғөл-ләнеп, шул күнекмәне эшләргә өйрәнмәйенсә туҡтаманы. Эмиль бала сағында бөтөнләй улай түгел ине. Ул уйынсыҡтан да тиҙ ялыға торғайны. Кәйефкә килгәндә, минең хәҙер кәйеф тиҙ үҙгәрә. Йәш үтеү менән ир-егеттең тиреһе йоҡара, ахыры. Бигерәк нескә күңеллегә әйлән-дем кеүек. Уйлап ҡараһаң, йәш артҡан һайын, аҡыл ултырып, кеше тынысыраҡ булырға тейеш кеүек. Үтә ғәҙеллек көҫәү тойғоһо ла ташламай. Нимәнеңдер дөрөҫ эшләнмәй икәнен күрһәм, ҡул һелтәп ҡуя алмайым.

Быйылғы йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Кино актеры булараҡ, республика бындай тематикалы йылға әҙерме, нисек уйлайһығыҙ?

- Кино ҙур матди ярҙам, иғтибар талап иткән өлкә. Киностудия асылған ғына мәлдә пленкаға тәүге фильмды Булат Йосопов төшөрҙө. "Ауыл өҫтөндә йәйғор" тип аталды ул. Мин дә уйнаным унда. Быға тиклем төшөрөлгән телеварианттарҙан айырыла ине ул, әле лә хәтерҙә, "Фуджи" пленкаһының метры 2 доллар тора ине. Төшөрөлгән пленканы Мәскәүҙә сығартып алалар. Ул саҡта беҙ ошо ижади төркөмдө башҡорт киноһына башлап юл ярыусылар тип йөрөттөк. Әле мин ҡарайым да, хәл башлыса үҙгәрмәгән. Һуңғы арала ғына ниндәйҙер хәрәкәт бар, "Көмөш Аҡбуҙат" этник һәм милли кино фестивале үтте, был да үҙенә күрә башҡорт киноһына иғтибар йүнәлтә. Бәлки, яйлап был өлкәне финанслау ҙа артыр.
Халыҡ кино нимә икәнен күрһен өсөн кинолар күберәк төшөрөлөргә тейеш. Кино үҫешһен өсөн уға тамашасы тарафынан ихтыяж булырға тейеш. Һәм ул башҡорт тамашасыһын ғына күҙ уңында тоторға тейеш түгел. "Ай тотолған төндә" спектакленән һуң булған бер һөйләшеүҙә Мәскәүҙең театр тәнҡитсеһе шәп фекер әйткәйне, уның мәғәнәһе шулайыраҡ: режиссер спектакль эшләгәндә ниндәй ысулдар ҡулланыуынан бигерәк, әҫәрҙең минең турала булыуы, йә минең турала булмауы мөһимерәк. Әгәр ул минең турала түгел икән, спектакль мине тетрәндермәйәсәк. Бына был - дөрөҫ булмаған драматургия. Киноларыбыҙ ҙа шулай булһа, улар ҙа дөрөҫ булмаған кино булып сығасаҡ, уларҙың тамашасыһы ла үҙебеҙҙең башҡорт тамашасыһынан ғына торасаҡ. Тағы ла шул уҡ "Әлифбанан бер себеш" спектаклен миҫалға килтерәм. Уны эстон драматургы Андрус Кивиряхк яҙған, әммә әҫәрҙе беҙҙең халҡыбыҙ ҙа үҙенеке итеп ҡабул итә. Мин уны тыуған ауылымда уйнаным. Башта, аңламаҫтар, тип ҡурҡҡайным, быға тиклем күреп өйрәнгән спектаклдәренән айырылып тора бит. Бер аҙнанан ауылға ҡайтһам, беҙҙең ауыл кешеләренә оҡшап, тип, геройымды йәлләп, илап һөйләйҙәр.
Бына Эмир Кустурицаның фильмдары ла - башҡорттоң да киноһы. Асылда, ул сиғандар тураһында кино төшөрә, әммә бөтөн донъя уны ҡарай һәм уларҙың тарихы минең күңелемде лә әсендерә. Әгәр ҙә милли кино ошо йүнәлештә үҫешһә, дөрөҫ буласаҡ. Ә милли кейемдәр кейҙереп төшөрөлгән кино музей өсөн генә кәрәк. Кино сәнғәтендәге ошо нескә сикте тойһаҡ ине. Кино кеше тураһында булырға тейеш. Шуға ла кино йылы тип иғлан ителеүе лә яҡшы, уның сиктәрендә тағы ла бер нисә шәп фильм төшөрөлөр, бәлки.

Шулай итеп...
Халҡыбыҙҙа ун ике йылдан торған мөсәл төшөнсәһе борондан булған. Шуға ла, ышанһаҡ та, ышанмаһаҡ та, йылға бирелгән фараздарға ҡолаҡ һалғылайбыҙ барыбер ҙә. Маймылдар артист һәләтенә эйә, шуға уларҙан яҡшы артист, журналист, секретарь, администратор сыға. Улар үҙҙәрен театрҙа, кинола, телевидениела таба. Тап ошо йүнәлештәрҙә улар бәхетле буласаҡ, тигәне геройыбыҙға ла яғылып ҡына тора, мәҫәлән. Алмас Хәдис улының холоҡ-ҡылығын ул яратҡан геройҙары аша ла төҫмөрләнек. Хәйер, йондоҙҙар нимә генә юраһа ла, йылдар имен килһен. Әңгәмәсебеҙ әйтмешләй, иң мөһиме - һәр ваҡытта ла кеше булып ҡалайыҡ!

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1668

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru