Үткән аҙнала Ғафури районы Имәндәш һәм Ташаҫты ауылдары араһындағы Уҡлыҡая итәге яланында, Көнсығыш Европа тигеҙлегенең Урал тауҙары аша Көнбайыш Себер тигеҙлегенә сәләм биргән урынында, үткән менән киләсәк, тарих менән бөгөнгө көн, олатайҙар васыяты менән вариҫтар тоғролоғо осрашты. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге, Ғафури районы хакимиәте булышлығында "Любизар" Беренсе башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубы идараһы ағзалары тарафынан Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолған "Мәргән уҡсы" республика фестивале үҙенән-үҙе донъя фестиваленә әүерелде лә ҡуйҙы. Ярышта 29 уҡсы ҡатнашты, улар араһында Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан тыш, Омскиҙан, Литванан һәм хатта Ҡытайҙан килгән уҡсылар ҙа бар ине.
Башҡорт уҡ-һаҙағының төрҙәре
Фестиваль барышын һүрәтләүгә, унда ҡатнашыусыларҙың, ҡунаҡтарҙың фекерҙәрен еткереүгә күсер алдынан, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенә, Г.Н.Йәғәфәрованың "Башҡортса-урыҫса хәрби лексика һүҙлеге"нә күҙ һалайыҡ. Нимә ул башҡорттоң уҡ-һаҙағы? Башағына ҡарап, уҡтар түбәндәге төрҙәргә бүленә: кирәгә - ике ҡыры ла үткер башаҡ. Ҡуҙы яурын башаҡ - дүрт ҡыры ла осло башаҡ. Бынан тыш, башҡорттарҙа алмас башаҡлы, ҡырма башаҡлы (ҡырҡып үтә торған), ҡалаҡ башлы, мөгөҙ башаҡлы, бөрөз (беҙ һымаҡ уҡ башағы), сыраҡ баш (биш ҡырлы башаҡ) уҡтар ҡулланылған. Әҙерләү материалына ҡарап, башҡорт уҡтары түбәндәгесә аталған: һыҙма уҡ (һыҙма), һаплы уҡ (самострел), елемкәс, туғыҙ тотам уҡ, туҙ ҡанатлы уҡ. Уҡтан, яндан торған бөтә ҡорал уҡ-һаҙаҡ, уҡ-һая тип йөрөтөлгән. Яндың синонимы - йәйә. Һунарҙа һәм яуҙа файҙаланыуына ҡарап, йәйәләр ике төргә бүленгән. Мәҫәлән, әҙернә - һыртына бүре тарамышы ҡуйып, мөгөҙҙән яһалған хәрби ян. Бүре тарамышы ҡуйып яһалған янды шулай уҡ мөкәтә ян тип тә атағандар. Һанай ян - ябай ян. Уҡ менән яндың ҡайһы бер өлөштәренә килгәндә, улар былай тип атала: яндың сирткес бауы - кереш; уҡтың керешкә эләктерә торған киртекле асалы башы - киҙе; ҡырҡа торған ҡоралдың үткер яғы - беҙ; уҡты һалып, арҡаға элеп йөрөтә торған һауыт - ҡалъян, ҡаңғы, ҡаптырға, ҡорман.
Һауаларға уҡ сойорғоттом...
Ике көн буйы дауам иткән ярыштарҙа ойоштороусылар батырҙарҙы һәм батыр ҡыҙҙарҙы (улар өсәү ине) бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм ҡатмарлы ете һынау алдына ҡуйҙы. Мәҫәлән, уҡсылар "арба аҫтынан" да, бүрәнәгә, түмәрҙәргә баҫып та, хәрәкәт итеүсе һәм тик торған сәптәргә, дүрткел саф булып теҙелгән "дошман отрядына" төҙәп тә атышты, шулай уҡ етеҙлектә һәм мәргәнлектә көс һынашты. Ә һуңғы, финал ярышында, 7 ҡатнашыусы уҡты сәпкә яһалма ат өҫтөндә ултырған килеш сәпәне. Бындай ҡыҙыҡлы ярыштарҙы ойоштороуҙа баһалама комиссияһы ағзалары - "Любизар" Беренсе башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубы идараһы рәйесе урынбаҫары Юлай Ғәлиуллиндың, шул уҡ клуб ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев, Польшала йәшәүсе милләттәшебеҙ, рәссам-тергеҙеүсе Азат Ҡужин, Литванан килгән мәргән уҡсылар - Ирмантас Вишняускас менән Уҡтан атыу буйынса донъя чемпионаты призеры Томас Поцюстың өлөшө ҙур. Әйткәндәй, Вильнюс ҡунағы Ирмантас Вишняускастың нисек итеп осоп барған "ҡош"то атып төшөрөүенә бер һоҡланһаҡ, уның мөгөҙ-һауыттан эргәләге шишмә һыуын эсеп туя алмауы йәнә бер аптыратты. "Любизар" Беренсе башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубы рәйесе Илдар ағай Шәйәхмәтов был күренеште европалыларҙың һыуға ихтирамлы ҡарашына бәйләп аңлатты. Илдар Ғиндулла улы шулай уҡ был фестивалде ойоштороуға сәбәп булған ваҡиғалар, сараның әһәмиәте тураһында ла һөйләп үтте:
- Рафаэль Амантаев менән Юлай Ғәлиуллин Кореяла, Төркиәлә, Ҡытайҙа традицион уҡ атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, тәжрибә туплап ҡайтты. Клубыбыҙ менән күмәкләшеп 2014 йылда Венгрияға барҙыҡ, Ҡырғыҙстан менән бәйләнеш булдырҙыҡ. Ошо тәжрибә бөгөнгө сараның идеяһына ерлек булып ятты ла инде. Фестиваль программаһын, нигеҙен Юлай төҙөнө, атамаһын мин ҡуштым. Фекерҙәр берлектә тыуҙы. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтлебеҙ - улар ошо эштә ярҙам итте, фестиваль урынын беҙ һайлағанса ҡалдырҙы. Фестивалдең әһәмиәте, маҡсаты - халҡыбыҙҙың яугирҙар, батырҙар тәрбиәләй торған уйындарын, милли спорт төрҙәрен тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу, донъя кимәленә күтәреү. Был эштәрҙе атҡарыу өсөн тәбиғи шарттар ҙа, инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәр ҙә етерлек...
Уҡтан атыу, берҙән, физик көс, таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап итә торған бик ҡыҙыҡлы спорт төрө ул. Уны Ҡытайҙа урта мәктәп программаһында уҡыталар. Кереште тартыу кешелә түҙемлелек, ныҡышмаллыҡ, маҡсатҡа ынтылышлыҡ тәрбиәләй. Юлай менән Рафаэлде Ҡытайҙа: "Башҡортостанды беҙ батырҙары, уҡсылары менән дан алған ил, тип беләбеҙ. Һеҙ ни эшләп икәү генә килдегеҙ? Беҙ бит һеҙҙе урам һайын, өй һайын уҡсылар йәшәгән халыҡ тип беләбеҙ", - тип, сәмдәренә бик ныҡ тейеп ҡаршылағандар. Шул сәм беҙҙе уятты ла инде. Әҙерләнер-әҙерләнмәҫтән, ярты йыл эсендә ошо фестивалде үткәреү идеяһын күтәреп сыҡтыҡ. Республика кимәлендә ойошторолған был сарабыҙға хатта сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар килеүе уның киләсәге өмөтлө булыуына ишаралай. Киләсәктә был фестиваль Евразия кимәлендәге ярышҡа әүерелер, тип өмөт итәбеҙ. Ә әлеге ярышта ҡатнашып, матур һөҙөмтәләр күрһәткәндәрҙе республика йыйылма командаһына туплап, Ҡырғыҙстанда 3-8 сентябрҙә уҙғарыласаҡ Бөтә донъя Күсмә төрки халыҡтарҙың этноуйындарында ҡатнаштырасаҡбыҙ. Ғариза бирҙек. Хөкүмәтебеҙ юл сығымдарында ярҙам итһә, беҙ унда мотлаҡ барасаҡбыҙ...
Илдар Шәйәхмәтов шулай уҡ әлеге фестивалде үткәреү урынының тарихы менән дә таныштырҙы. Уның һөйләүенсә, ошо урында борон башҡорт яугирҙары дошман ғәскәрен Уралдың бирьяғына үткәрмәй, башҡорт илен һаҡлап торған. Һуңғы бер нисә тиҫтә йыл элгәре был урында төрлө уҡ башаҡтары йыш табылған. Ләкин һуңғы тиҫтә йыл эсендә "ҡара археологтар" әүҙемләшеп, был урындағы уҡ башаҡтарын йыйып, коллекционерҙарға таратып бөткән.
"Еләкле ялан"дар бар әле
Илдар Ғиндулла улы бик талапсан кеше, шуға ла ул һөйләшеү барышында сараның ҡайһы бер ҡытыршылыҡтарын телгә алып, "Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була инде", тип тә ҡабатланы. Әммә ярышта ҡатнашыусылар ҙа, байрамды тамаша ҡылыусылар ҙа был ҡытыршылыҡтарҙы һиҙмәне. Барыһы ла был оҙаҡ телдән төшөрмәй һөйләп йөрөр ваҡиғанан рухи аҙыҡ алды, ир-егеттәр күңелендә иһә уҡ-һаҙаҡлы булыу, ошо һөнәрҙе үҙләштереү теләге уянды. Барыһы ла батырҙар һынын кәүҙәләндергән уҡсылар менән фотоға төшөргә теләне, кемдәрҙер уларҙы "Уҡ-һаҙаҡты ҡайҙа һатып алып була?" тигән һорауҙары менән бимазаланы. Республикала уҡ-һаҙаҡ етештереү һөнәрселегенең киң таралмағанлығы, "Мәргән уҡсы"ла ҡатнашыусыларҙың күбеһе уҡтарҙы Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында йәшәүсе оҫталарҙан почта аша яҙҙырып алыуы тураһындағы яуапты ишеткәндәрҙең кемдәрелер, бәлки, был шөғөлгә тотоноу тураһында ла ҡарар иткәндәр. Был да бик хуп буласаҡ. "Еләкле яландар"ҙы яулап алып бөткәндәр инде, үҙ эшебеҙҙе асырға һуңланыҡ", тип ҡул ҡаушырып йөрөгәндәргә бынамын тигән идея был. Бала саҡта һәр ауыл малайының ҡулында сыбыҡтан эшләнгән уҡ була ине ләбаһа. Ниңә артабан был ҡыҙыҡһыныу егеттәребеҙҙең уҡтан атыу буйынса спорт төрөнә килеүенә булышлыҡ итмәй икән? Һорауға яуап ошо бәйге тураһындағы һығымталарҙан һуң тыуҙы ла инде. Уның бер сәбәбе, әлбиттә, республикала ысын уҡ-һаҙаҡ етештереүселәр булмауында. Икенсенән, уҡтан атыуҙы спорт төрө булараҡ ҡыҙыҡһындырыусылар юҡлығы ла быға сәбәптер. Өсөнсөнән... Ата-бабалар шөғөлөн дауам итергә кәрәк, тигән рух тәрбиәләү ҙә самалы ғына шул әле беҙҙә. Әле булып үткән сара бына ошолар тураһында ла уйландырҙы. "Йатаған" төркөмө етәксеһе, "Сал Урал" төркөмө солисы Илдар Шакир менән һөйләшкәндә лә ошоға ауаздаш фекерҙәр ишетелде: "Мин Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһынан, - тине музыкант. - Беҙҙә рус мөхите өҫтөнлөк итә икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Ошо мөхиттә тыуып, буй еткерһәм дә, арҡам З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында нығынды. Рух барыбер үҙенә тартып алды мине. Ошо рух халҡыбыҙҙы ла үҙ хозурында тота, ситкә ебәрмәй. Һуңғы ике быуат эсендә уҡ-һаҙағы онотторолған халҡыбыҙ барыбер тамырҙарын барлай, үткәндән килгән ауаздарға күңелен һәм йөрәген аса, тарихтағы бөйөклөгөн таный. "Мәргән уҡсы" сараһы ошоға раҫ..."
"Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр" тигән башҡорт халыҡ мәҡәленә тағы ла "уҡ-һаҙаҡ та ятыр" тип өҫтәге килә. Ысынлап та, был бәйге бит уҡ атыу буйынса спорт төрө менән ҡыҙыҡһынғандарҙы ғына түгел, ә оҫталарҙы ла йәлеп иткән. Ҡурайҙан башлап думбыра, ҡумыҙ кеүек башҡорт музыка ҡоралдары эшләүсе Күгәрсен районы Юлдыбай ауылы оҫтаһы Рәмил Хөснуллин был сараға тамашасы булараҡ ҡына түгел, ә тап шул оҫталыҡ серҙәренә төшөнөргә лә тип килгән: "Уҡ-һаҙаҡты нисек, ниндәй ағастан эшләйҙәр икән, тигән ҡыҙыҡһыныуым алып килде мине бында. Киләсәктә, бәлки, йәйәләр ҙә эшләй башларбыҙ", - тине ул.
Тағы бер оҫта - тирмәләр һәм традицион башҡорт яндары эшләүсе, "Любизар"клубының әүҙем ағзаһы Ғәлинур Зарипов менән дә танышырға насип булды. "Бөгөнгө ярышта минең биш йәйәм "ҡатнаша". Минең яндарҙы һатып алған күптәр килә алманы", - тине ул. Ул шулай уҡ башҡорт янының күсмә тормош алып барған башҡа төрки ҡәүемдәрҙең янынан бер ни тиклем айырылып тороуын билдәләне:
"Башҡорт йәйәһе ҡыҫҡараҡ була. Ат өҫтөндә оҙон ян тотоп йөрөүе, унан атыуы ауыр, хатта мөмкин булмаған эш. Башҡорт уғы, ҡыҫҡара килә, ҡыҫҡара килә, ваҡыт үтеү менән 1,1 метр оҙонлоғона ҡалған. Унан ҡыҫҡараҡ яндар ҙа булған, әммә улар тиҙ һынған. Башҡорт йәйәһенең тағы бер үҙенсәлеге - уның ҡолағындағы ыңғырсағы. Был хәйләкәр ҡулайлама ҡыҫҡа янға оҙон уҡ һалып атыу өсөн эшләнгән. Бөгөнгө сараға килгәндә, уны ойоштороуға беҙҙең клубыбыҙ ҙур өлөш индерҙе. Юлай Ғәлиуллин иһә, ойоштороу ғына түгел, ә ғәйәт ҙур сығымдарҙы ла үҙе ҡапланы. Мин 6 тирмәмде ҡороп ултырттым," - тине оҫта.
Тағы бер ҡатнашыусы, Учалы районы Әүешкүл ауылынан килгән тарих уҡытыусыһы Фәнүр Шаһиев та ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты: "Быға тиклем үҙем эшләгән уҡ-һаҙағым менән туристар алдында сығыш яһай инем. Уғым сәпкә лә тейә, алыҫҡа ла осҡан һымаҡ ине лә бит, бында килеп, оҫталарҙың нисек уҡ атыуын күргәс, быға тиклем был һөнәр буйынса бер нәмә лә белмәгәнмен икән, тигән һығымтаға килдем. Башҡорт янынан атырға өйрәнеүемдең тәүге аҙымдарын атланым, тиергә була. Литванан килгән оҫталар бик матур файҙалы мәғлүмәт бирҙе," - тине. Шулай уҡ Ҡытайҙа Пекин университетында докторлыҡ диссертацияһы яҡларға әҙерләнеүсе Өфө егете Алишер менән танышыу ҙа фәһемле булды. Ҡытай студенттарына алдынғы мәғлүмәт технологиялары буйынса белем биреүҙән бушаған сағында уҡ атыу менән ҡыҙыҡһына икән йәш ғалим. Ул ошо ярышҡа өлгөрәйем, тип, йәйге ялын күптән хәстәрләп ҡуйған.
Сабып барған килеш балдаҡҡа...
Финал уйындарында быға тиклемге ете һынауҙы уңышлы үткән 7 ҡатнашыусы һыбай килеш сәпкә атырға тейеш ине. Даниил Вяткин, Салауат Юлбирҙин, Роберт Хәмиҙуллин, Рушан Хәсәнов (ул өҙәңгегә баҫып, бик матур сығыш яһаны, тип билдәләне ойоштороусылар), Хөрмәт Таһиров иң яҡшылар тип табылып, финалда көс һынашты. Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы... Бына бер заман өс мәргән тороп ҡалды: быға тиклем Ҡырмыҫҡалы районында үткән уйында уҡ атыу ярышында ал бирмәгән Рушан Хәсәнов, Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһиров һәм Омскиҙың "Служивые люди Сибири" хәрби-тарихи клубы ағзаһы Даниил Вяткин беренселек өсөн көрәшергә тейеш. Йәнә уҡтар һыҙғырышты, йәнә сәптәр тишкеләнде. Халыҡ араһында: "Йә, ҡунаҡ егетте уҙығыҙ", - тигән тауыштар ишетелеп-ишетелеп ҡалды. Ләкин оҙаҡ йылдар уҡ атыу менән шөғөлләнгән Омск уҙаманы башҡорт батырҙарынан мәргәнерәк булып сыҡты. Өфө районынан Рушан Хәсәнов - өсөнсө, Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһиров - икенсе, Омск ҡалаһынан Даниил Вяткин - беренсе урын яуланы.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
Зәки Әлибаев, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Яҙыусылар Берлегенең әҙәби тәнҡит бүлеге етәксеһе: Беҙҙең йәмғиәттә илһөйәрлек тәрбиәләнә торған һайланмыш әйберҙәр күптер, әммә уларҙың араһында иң-иңдәре бар. "Мәргән уҡсы" ярышын ошо исемлеккә идерергә була. Сөнки илһөйәрлекте ҡайһы ваҡыт бутап та ебәрәләр. Ә был фестивалдә ир-азамат тәрбиәләү техникаһы күҙгә күренеп тора. Мәргәнлек - ир-егеттәрҙең асылы. Уҡ атыуҙы беҙ ситтән үҙләштермәйбеҙ. Беҙҙең тарихыбыҙҙа ул алтын хәрефтәр менән яҙылған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт мәргәндәре хатта бөйөк Гетеның алдында уҡ атып күрһәткән. Европа тарафынан танылған беҙҙең мәргәнлек. Бөгөнгө фестивалдең Башҡортостанда, Уҡлыҡая эргәһендә үткәрелеүе иһә символик мәғәнәгә эйә. Ошо Уҡлыҡая, Ғафури ерендә башланған фестиваль киләсәктә олимпиада юғарылығына күтәрелһә, рухлы егеттәр тәрбиәләнәсәк. Миңә был ярышта Бөрйәндән йәш шағирә Розалия Зарипованың ҡатнашыуы ла оҡшаны. Башҡорт ҡыҙҙары бит яугирҙар сафында Парижға тиклем барып еткән. В. Зефировтың "Йәнтүрә хикәйәһе"н генә алайыҡ. Ир-егеттәр менән ярышып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла күтәрелә икән, быға иғтибар итергә кәрәк. Бында ла рухтың юғарылығы сағыла. Бында түбәнлек, ваҡлыҡ юҡ. Беҙ - юғары халыҡ. Беҙ - "Урал батыр"лы халыҡ. Беҙҙең юғарылыҡты билдәләй торған сараларҙың береһе - ошо ярыш. Ошо кимәлде һаҡларға кәрәк. Шоуға әйләндерергә ярамай. Уҡ атыу беҙҙең халыҡтың тәбиғәтенә тап килеп тора. Халҡыбыҙ ғәҙеллек ярата. Бөгөн милли кейемдә йөрөгән ҡатнашыусыларға ҡарайым да, араларында бик рухлы таныштарым барлығын күреп, һөйөнәм. Мәҫәлән, думбырасы, ҡурайсы, композитор Илһам Байбулдин - рухыбыҙҙы танытыусы шәхестәребеҙҙең береһе. Сит илдәрҙән: Ҡытайҙан, Литванан килеүсе кешеләр башҡорт уғын ата...
Уҡлыҡаяға килгәндә иһә, мин был тау образын Салауат Әбүзәрҙең ижадынан беләм. Уның шиғриәтендәге Уҡлыҡая образы ошо сараға тап-таман тура килеп тора. Уны хәрби-тарихи-реконструкция итеп күҙ алдына килтергән хәлдә иһә, декорациялар бөтөнләй кәрәкмәҫ ине...
Рафаэль Амантаев, Башҡортостандың халыҡ артисы, "Мәргән уҡсы" фестиваленең баһалама комиссияһы рәйесе: Уҡ-һаҙаҡ менән 5-6 йыл ғына шөғөлләнәбеҙҙер. Шөғөлләнә торғас, ҡайҙа ниндәй фестивалдәр ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһына башланыҡ. "Төньяҡ амурҙары" сүрәтендә хәрби-тарихи реконструкцияларҙа сығыш яһаған сағыбыҙҙа беҙҙең уҡ-һаҙаҡтар менән ҡыҙыҡһыныусылар күплегенә шаһит булынды. Традицион йәйәләрҙән атыу буйынса фестивалдәр уҙғарыла башлағас, Юлай Ғәлиуллин менән ике фестивалгә - Төркиәгә һәм Ҡытайға барып ҡайттыҡ. Уларҙың нисек үткәрелеүен күрҙек. Унда донъяның төрлө илдәренән килгән уҡсылар менән таныштыҡ, улар беҙгә һәр төрлө сараларға саҡырып, хаттар яҙа башланы. "Ваҡыт, аҡса сарыф итеп, әллә ҡайҙа ситкә юлланғансы, әйҙәгеҙ, бындай фестивалде үҙебеҙҙә ойошторайыҡ", - тигән һығымтаға килдек. "Әммә был ярыштар мотлаҡ башҡорт ерлегенә таянып ойошторолорға тейеш", - тинек һәм башҡорт яугирҙары ниндәй күнекмәләр үткән, шуларҙы тергеҙергә тырыштыҡ. Тәүге аҙымбыҙ уңышлы ғына булды бит. Был беҙҙе артабанғы аҙымдарға рухландыра...
Азат Ҡужин, Польшала йәшәүсе милләттәшебеҙ, "Мәргән уҡсы" фестиваленең баһалама комиссияһы ағзаһы, фестивалдең логотибы авторы, рәссам-реконструктор: Беҙ бөгөнгө байрамдың әһәмиәтен әле аңлап та етмәйбеҙҙер, бәлки. Ни өсөн тигәндә, әгәр ҙә уҡ атыу традицияһы терелеп китһә, был хәл баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле ваҡиға буласаҡ. Егеттәребеҙ күпләп ошо спортҡа киләсәк. Мин башҡорттоң һыбай килеш уҡ атыу маһирлығын тергеҙеү тураһында хыялланам. Иртәме, һуңмы, беҙ быға ла киләсәкбеҙ, тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, башҡорт яугиры - атлы яугир. Ҡатнашыусылар бөгөнгө сарала иҫ киткес ҙур тәжрибә алды. Интернет, китап ярҙамында уҡ атырға өйрәнеп ҡарарға була ул, әммә иң яҡшыһы - үҙ ҡулың менән тотоп ҡарап өйрәнеү. Оҫталыҡҡа һине тәжрибәле уҡсы өйрәтә икән, был - алтынға бәрәбәр. Мин үҙем "флу-флу" исемле ярыш уғын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙем.
Быйыл май айында Грюнвальд яланындағы һуғышҡа арналған уҡсылар ярышы үтте. Был һуғышта Туҡтамыш хандың улы, буласаҡ Алтын урҙа ханы Йәләлетдин дә үҙ ғәскәре менән ҡатнашҡан. Тимәк, уның ғәскәре составында башҡорт яугирҙары ла булған, тигән һүҙ. Ҡаршы яҡта тәре йөрөтөүсе рыцарҙар һуғышҡан. Майҙа үткәрелгән ярышҡа ғариза биреү иғлан ителеү менән ярышта ҡатнашыусылар исемлеге 13 секунд эсендә билдәле булған. Бер танышымдан: "Ә һин ниңә ҡатнашмайһың?" - тип һорағайным, ул теркәлеп өлгөрмәүен әйтте. Бына бит нисек унда...
Мин Башҡортостандан 5-6 егетте Швециялағы бик шәп уҡсының мәктәбендә шөғөлләндереп алып ҡайтыу хыялы менән янам. Егеттәр атыу буйынса оҫталыҡтарын камиллаштырыр ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең традицияларыбыҙ ни тиклем бай булһа ла, Европа уҡсылары менән Башҡортостан уҡсылары араһында айырма ер менән күк араһы. Иң шәп уҡсылар - Венгрияла. Унан һуң Польша килә. Польшала аҙна һайын ошондай типтағы тиҫтәнән артыҡ сара үткәрелә. Хатта сараларҙа ҡатнашҡан өсөн аҡса түләү ҙә ҡаралған. Ни өсөн тиһәгеҙ, әйтәйем: Польшала хәрби-тарихи реконструкциялар үткәреү дәүләт тарафынан контролдә тотола. Хатта тарих факультетында реконструкторҙар әҙерләү кафедраһы ла бар.
Ирмантас Вишняускас, "Мәргән уҡсы" фестиваленең баһалама комиссияһы ағзаһы, Вильнюс, Литва: Был фестивалдең ойоштороусылары менән Төркиәләге фестивалдә танышҡайныҡ. Шул уҡ йылда Ҡытайҙа ла күрештек. Шунан башланды ла инде беҙҙең дуҫлыҡ. Улар минең дуҫтарым менән дә таныш. Уҡсылар күп түгел бит, улар бер-береһен белеп тора. Мин уҡ атыу менән осраҡлы рәүештә шөғөлләнә башланым. Бала саҡтан Робин Гуд тураһында фильмдар ҡарап үҫтек, урмандарҙа үҙебеҙ эшләгән яндар менән "байҙарҙы таланыҡ". Тарихты һағыныу хисе ҡанда ла барҙыр инде.
Башҡортостанға тәүге тапҡыр килеүем. Бында барыһы ла оҡшай: тәбиғәт тә, кешеләр ҙә... Дуҫтарҙы күреп, улар менән аралашып, ләззәтләнәм. Быға тиклем, бөгөнгө фестивалде ойоштороусыларҙы белмәгән сағымда, бер генә башҡорт - Төркиәнең баш ҡалаһы Стамбулда йәшәүсе башҡорт егете менән таныш инем. Ул миңә башҡорт халҡы тураһында күп һөйләй торғайны. Бына әле килеп был халыҡ менән, ул йәшәгән төбәк менән танышыу бәхетенә лә ирештем. Тәбиғәт үҙенсәлектәренә килгәндә... Ер ҙә, ағастар ҙа, үләндәр ҙә - беҙҙәге һымаҡ уҡ, шул уҡ йәшеллек, шул уҡ хозурлыҡ. Ләкин беҙҙә йылға-күлдәр күберәк, Балтик диңгеҙе арҡаһында инде уныһы. Уның ҡарауы, һеҙҙә ҡояш сағыуыраҡ яҡтырта. Беҙҙә һыу быуҙары бер туҡтауһыҙ күккә күтәрелгәнгә күрә, күкте монар ҡаплап тора. Күк йөҙө ап-аяҙ көндәр бик һирәк була. Башҡортостан мул ҡояшлы ил булып хәтеремдә ҡаласаҡ...
Шулай итеп...
Мәҡәләне Юлай Ғәлиуллиндың һүҙҙәре менән йомғаҡлағы килә. Мин унан: "Фестиваль артабан дауам итәсәкме, һеҙ унан ҡәнәғәт ҡалдығыҙмы?" - тип һорағас, ул: "Биҡ ҡәнәғәтмен. Өс йыл хыялда ғына йөрөткән проектым тормошҡа ашты. Бөтә ҡатнашыусыларға ла оло рәхмәтемде еткерәм. Бөтә ҡыҙыҡһынған кешеләргә лә - рәхмәт. Эшемдең дөрөҫ йүнәлештә икәнен аңланым. Киләсәктә фестивалде үҫтерергә, географияны киңәйтергә кәрәк, тигән уйым бар", - тип яуапланы.
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА