Халыҡ китап уҡымай, тигән һүҙҙәрҙе ҡалыплаштырып алдыҡ та, ҡайҙа ла шуны ҡабатлайбыҙ. Йәштәр интернетҡа, телевизорға ҡапланды, китапҡа иғтибар кәмене, тип тә өҫтәйбеҙ. Бының менән килешеп булмай барыбер ҙә. Китаптар һатып алған, почта аша яҙҙырған, китапханаларҙан сығышмаған, уҡығандары тураһында фекерләшергә, бәхәсләшергә яратҡан кешеләр бихисап.
Тик шуныһы: уҡырға яратыусылар барыһын да уҡымай, ә һайлап, оҡшағанын, кеше маҡтағанын, хисләндергән йәки тетрәндергәнен эҙләп алып уҡый. Йәки үҙҙәренең электән белгән авторҙарының әҫәрҙәрен яҡын күрә, башҡаларға кәңәш итә. Тимәк, ошоларҙан сығып, яҡшы әҫәр булғанда уҡыусы табыла, тигән һығымта яһарға була.
Өлкән яҙыусыларҙан: "Хәҙерге йәш ҡәләм тирбәтеүселәр яҙа белмәй", - тигәнде йыш ишетергә тура килә. Әлбиттә, элекке яҙыусыларҙың да барыһы ла шәп яҙған, тип булмай. Уларҙың араһында ла "иң-иң"дәре һәм "уртаҡул"дары бар. Йыш ҡына элекке китаптарҙы яңынан алып уҡыйым. Ҡайһыларын рәхәтләнеп уҡып сығам, йөкмәткеһен белһәм дә, ятлап алып бөткән булһам да. Был тәңгәлдә әҫәрҙең сюжетынан бигерәк, авторҙың тел байлығы, стиле, һүрәтләүе, ваҡиғаларҙы уҡыусыға еткерә белеү һәләте арбай мине. Ә ҡайһы бер китаптарҙы элек ни өсөн уҡығанымды аңламайым. Хәйер, замандың үҙ идеологияһы бар ине бит. Һәм яҙыусылар ҙа шул идеология нигеҙендә ижад итте, уларҙы шул сәбәпле беҙ ҙә уҡыныҡ. Мәҫәлән, заводтар һәм шәп эшселәр, алдынғы колхоздар һәм колхозсылар, ауыл һәм ауыл алдынғылары, мөхәббәт һәм тик яҡшыға һәм яманға ғына бүленгән кешеләр хаҡында ине ул әҫәрҙәр. Шулай уҡ ниндәйҙер хата аҙым яһаған һәм мотлаҡ шул хатаһын аңлаған йәки яза алған шәхестәр тураһында ла күп яҙалар ине. Ана шул заман идеологияһын пропагандалаған һәм уҡыусыға һеңдереү процесында ҡатнашҡан өсөн ҡәләм тирбәтеүселәргә аҡса түләнде, хөкүмәт уларҙы ҡараны, фатирҙар бирҙе, яҙышһындар өсөн шарттар тыуҙырҙы, ял йорттарына ебәрҙе. Был үҙенә күрә ҡоролошҡа яраҡлашыу булды. Нисек булғанда ла, совет заманында йәшәгән яҙыусының үҙ заманына ҡарашын белдергән, заманын һәм уның эштәрен тәнҡитләгән әҫәрен иҫләмәйем...
Бөгөнгө яҙыусыны әйҙәүсе лә, этәреүсе лә идеология юҡ. Ул ирекле хәрәкәттә, уй-фекерҙә. Уның ижад итеүе матди яҡтан дәртләндерелмәй ҙә. Йәш яҙыусыларҙың аҙ булыуында башҡорт телен белмәү генә сәбәпсе түгел, теләгән кеше башҡорт әҙәбиәте өсөн рус телендә лә яҙа ала. Һәм, фекерле йәштәр юҡ, тип тә әйтеп булмай. Интернет селтәрҙәрендәге фекер алышыуҙарға күҙ һалһаң, ҡайһы берәүҙәрҙең яҙышыуы ул-был әҫәр теленә алмаштырғыһыҙ. Һығымта: тимәк, йәштәрҙе был өлкә ҡыҙыҡһындырмай. Хөкүмәт тарафынан да (теге йәки был темалағы конкурстарҙан тыш) ҡыҙыҡһындырыр шарттар тыуҙырылмаған.
Ни өсөн ҡыҙыҡһыҙ әҫәрҙәр, уҡымһыҙ китаптар баҫыла һуң? Беренсенән, коммерция нигеҙендә эшләүсе нәшриәттәр артты, икенсенән, әҙәбиәт донъяһында тәнҡит тигән төшөнсә бөтөнләй юғалды, өсөнсөнән, китап булып ташҡа баҫылыу юлында ҡулъяҙмалар ентекле тикшереү үтмәй. Ошо өс сәбәп китап магазиндары кәштәләрен сүп-сар менән тултыра ла инде. Йыш ҡына ҡәләм тирбәтеүселәрҙең: "Китабым һатылмай, һатышығыҙ әле", - тигәнен ишетергә тура килә. Һуң үҙҙәре магазинға барып, кәрәкмәгән әйберҙе һатып алмайҙарҙыр бит, кәрәген, файҙалыһын ғына алаларҙыр. Шуның кеүек инде уҡыусы ла - ҡыҙыҡлыһын ала. Мин дә шулай итәм...
Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА