Ырыуҙар, йәғни күп төрлөлөк феномены
Һәр бер халыҡтың генетик мәғлүмәтен ҡыҙ-ҡатындар йөрөтһә лә, генетик популяция ирҙәр арҡаһында ҡеүәт йыя. Шул уҡ ваҡытта ирҙәр аша күскән иң көслө үҙенсәлекте, генетик мәғлүмәтте ҡыҙ-ҡатындар үҙҙәрендә алып ҡала. Тап ошо рәүешле көсәйеү арҡаһында беҙҙең башҡорт халҡында биш антропологик тип формалашҡан. Быны 1967 йылда Мәскәү антропологы Мария Степановна Акимова иҫбат итеп: "Башҡорт халҡының генетик фонды төбәктә иң көслөһө, сөнки улар үҙҙәренең ата-олаталарының, сарматтарҙың, савроматтарҙың, уғыҙҙарҙың, ҡыпсаҡтарҙың һәм башҡаларҙың генофондын үҙҙәрендә берләштергән", - тип белдерҙе. Беҙҙең халыҡтың милләт булараҡ көсө лә тап ошонда, сөнки төрлө климат шарттарында йәшәгән төрлө халыҡтарҙың, ҡәбиләләрҙең генетик үҙенсәлектәре беҙҙең халыҡтың генофондын тәшкил итә.
Ундай үҙенсәлек төрҙәре беҙҙең ирҙәрҙә йәшәй, ҡыҙ-ҡатындарыбыҙҙа иһә асылда ике генә - Урал һәм боронғо Урта Азия тибы һаҡлана. Ә ирҙәребеҙҙә иһә, ошо ике типтан тыш, көньяҡ Себер, понтик, Алтай, Каспий, Алғы Азия һәм башҡа типтар йыш осрай. Типтарҙың төрлө-төрлө булыуы тоҡомдо көсәйтә, генофондты арттыра.
Аҙаҡҡы өс йөҙ йыл эсендә, бигерәк тә башҡорттарҙың ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән халыҡтары менән элеккесә киң һәм даими аралашыу мөмкинлеге юҡҡа сыҡҡас, күберәген этник берәмек эсендә генә ҡан аралашыуы күҙәтелә. Шулай ҙа боронғо сарматтар, савроматтар йәшәгән ерҙәрҙә йәшәүсе башҡорттар һаман да иң боронғо генетик кодты йөрөтөүселәр булып иҫәпләнә. Шул уҡ бөрйән, үҫәргән, түңгәүер ырыуҙары башҡорттары көньяҡ Европа расаһының понтик тибына ҡарай. Шулай уҡ ҡыпсаҡтар менән тамъяндар ҙа күберәген европеоид расаһына ҡарай. Көньяҡ Себер тибы, йәғни монголоид расалылар беҙҙең халыҡҡа Алтын Урҙа заманында килеп ҡушылған.
Беҙҙең милләттә ырыуҙарҙың күплеге һәм уларҙың донъяның дүрт тарафы менән бәйле булыуы башҡорттоң этник тотороҡлоғон барлыҡҡа килтереүсе фактор ҙа булып тора. Башҡорт милләте донъялағы бик күп халыҡтарҙың, ҡәбиләләрҙең иң көслө һәм күркәм сифаттарын үҙендә берләштерә алған. Беҙ үҙебеҙ генә ошо феноменды баһалап бөтөрмәйбеҙ һәм милләтебеҙҙең ырыу-ара никах потенциалын файҙаланыу урынына, милләт-ара никахтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Милләт-ара никахтар иһә, һәр осраҡта ла беҙҙең файҙаға түгел, сөнки милләт-ара никахлы ғаиләләрҙә ҡала шарттарында башҡорт позицияһы көслө түгел. Беҙҙең милләттең милләт эсендәге ырыу-ара никах потенциалы милләтебеҙгә яңы һулыш бирер ине. Бер типҡа ҡараған халыҡтар ҙа бар, уларҙа беҙҙеке кеүек никах потенциалы бөтөнләй юҡ, шуға ла, бигерәк тә себерҙәге аҙ һанлы халыҡтар араһында, яҡын туғандарҙың өйләнешеүе арҡаһында уларҙың кәгезләнеүе күҙәтелә.
Антропология нимәгә һәләтле?
Хәҙерге Башҡортостандың административ сиктәре тарихи факторға ҡарап билдәләнмәгән. Бында шундай бер үҙенсәлек хаҡында әйтеп китергә кәрәк: тарихи Башҡортостан ерендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың урыҫ халҡы менән сиктәш йә күршеләш булғандары үҙ телен һәм милли рухын һаҡлап ҡала ала, ә Татарстанға күрше һәм Ҡаҙан йоғонтоһонда булғандары яйлап үҙ милли асылынан ситләштерелә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында кешенең теле, менталитеты, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли аңы үҙгәрергә мөмкин, тик бына антропологик күрһәткестәре үҙгәрешһеҙ ҡала. Ошо факторҙарға ҡарап, антропология фәне, бер ниндәй яҙма сығанаҡтарға таянмайынса ла, ҡайһы төбәктә ниндәй халыҡ вәкилдәре йәшәгәнен аныҡ билдәләй ала. Минең әле ике аспирантым Минзәлә башҡорттары проблемаһы менән шөғөлләнә. Киләсәктә, Алла бойорһа, улар үткәргән ғилми тикшеренеүҙәр аныҡ һөҙөмтәләрен күрһәтәсәк. Уларға ҡарап, саралар проектын да төҙөргә була. Беҙгә, ғалимдарға, боронғо башҡорттарға ҡараған понтик йә Урал тибындағы башҡорттарҙың үҙ асылдарынан ситтә йәшәүен һәр яҡлап аңлатыу, үҙ асылдарына табан юл башлатыу фарыз. Беҙ башҡа милләттәр өлөшөнә дәғүә итмәйбеҙ, бары милли асылын юғалтҡан халҡыбыҙҙың ҙур бер өлөшөнә үҙ тарихын аңлатырға ғына теләйбеҙ. Ысынлап та, баш һөйәгенең теле булмай, әммә күп кенә ғилми асыштар яһарлыҡ, сер ишектәрен асырлыҡ тел асҡыстары була.
Әйтергә кәрәк, көнсығыш Татарстан райондарында башҡорт милләтенең боронғо тоҡомдары Минзәлә башҡорттары исеме менән һаман булһа ла йәшәй. Уларҙы үҙ милли асылына ҡайтарып булмаған хәлдә лә, беҙ был тарихи факттан баш тарта алмайбыҙ. Яңыраҡ билдәле тарихсы Әнүәр Әсфәндийәровтың Минзәлә башҡорттары хаҡында бик төплө һәм кәрәкле китабы баҫылып сыҡты. Унда көнбайыш башҡорттары тураһында етди һәм тулы тарихи мәғлүмәт тупланған.
90-сы йылдар башында Палдиски ҡалаһы портында ремонт эштәре барған саҡта төрлө йәштәрҙәге ике кешенең һөлдәһе табылған. Уларҙың аяҡ-ҡулдарында бығау эҙҙәре һаҡланған һәм һөлдәләрҙең Салауат Юлаев менән атаһы Юлай Аҙналиндыҡы булыу ихтималлығы ла әйтелде. Был хаҡта Салауатты өйрәнеүсе ғалимә Инга Михайловна Гвоздиковаға Палдискиҙа хеҙмәт иткән 1-се ранг капитаны әйткән. Ул саҡта Советтар Союзы тарҡалып, элекке союздаш республикаларҙа сыуалыш барған заман ине. Беҙгә был хаҡта еткерҙеләр, миңә лә әйттеләр, тик эстондар беҙҙе унда индерергә теләмәне. Ул һөлдәләрҙе ҡайҙа иткәндәрҙер, берәү ҙә белмәй. Әгәр ҙә ул һөйәктәр табылһа, уның тибын, йәшен билдәләп, М. М. Герасимов ысулы менән һындарын да, йөҙҙәрен дә асыҡларға мөмкин булыр ине. Быға тиклем бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың баш һөйәген табып, шундай уҡ эштәрҙе башҡарып, уның, ысынлап та, Бабичтыҡы икәнлеген иҫбат иттек бит инде. Был йәһәттән антропологияның мөмкинлектәре бик күп.
"Башҡорт" атамаһы ҡайҙан?
ХХ быуат башында Сергей Иванович Руденко башҡорттар араһында ғилми тикшеренеүҙәр үткәреп йөрөгән. Шул ваҡыттан ул төшөргән бик күп фотоһүрәттәр һаҡланып ҡалған. Ғилми күҙәтеүҙәрендә ғалим башҡорттар араһында төрлө антропологик типтар билдәләп үтә һәм был типтарҙы ул фотолар ярҙамында дәлилләй. Шул фотоларҙы ҡарап, ул саҡтағы башҡорттарҙың бөгөнгөләре менән антропологик яҡтан айырылмауы асыҡ беленә. Айырма шунда ғына: йөҙ йыл элек йәшәгән башҡорттар кәүҙәгә бик ҙур, физик яҡтан һау һәм ғәйрәтле булған. Боронғо һөйәктәрҙе өйрәнеү ҙә ошоно раҫлай. Бындай айырмалыҡтарҙың төп сәбәбе, әлбиттә, бар кешелек үҫешенә хас булғанса, боронғо башҡорттарҙың тәбиғәткә яҡын тороуында, экологик яҡтан таҙа тәбиғәт шарттарында үҫеп, меңәр йылдар буйы күнегелгән сифатлы милли ризыҡ менән туҡланыуында.
Сарматтар, савроматтар дәүерендә Дәүҙәр (беҙҙеңсә - алпамышалар) ырыуы йәшәгән. Дәүҙәр, йәғни Дағтар күбеһенсә хәҙерге Төркмәнстанда, Арал диңгеҙе буйында һәм көньяҡ Уралда көн күргән. Уларҙың йылғаһы Яйыҡ (Дәү-ыҡ) булған. Дәүҙәр антропологик яҡтан башҡорттар кеүек каспий, понтик тибына ҡараған. Һәр бер халыҡтың боронғолоғон понтик тибы күрһәтә. Минең фаразым буйынса, беҙҙең милләттең атамаһы төрки яңғырашҡа тиклем "башгурд" булғандыр. Фарсы телендә "бача" бала, тоҡом тигәнде аңлатһа, "гурд" баһадир тип тәржемә ителә. Әгәр ошо ике атаманы ҡушып әйтһәк, "башгурд" "баһадирҙар тоҡомо" тигән төшөнсәне аңлата булып сыға. Башҡорт - баһадирҙар тоҡомо булғас, тимәк, улар Дәүҙәр тоҡомо ла. Дәүҙәрҙе Дағтар-Дактар тип тә атағандар, тинек. Шулай булғас, "иштәк" атамаһы беҙҙең милләттең боронғо атамаһы булып сыға. "Иштәк", тимәк, "Дағтарға иш" йәғни Дәүҙәрҙең, Дағтарҙың тоҡомо. Тимәк, бер үк боронғо дәүерҙә (сарматтар заманы) башҡорттарҙың бер йөкмәткеле ике атамаһы "иштәк" менән "башгурд" төрки дәүергә тиклем бергә йөрөгән.
Ринат ЙОСОПОВ,
тарих фәндәре кандидаты.
(Дауамы. Башы 46-сы һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА