«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"КИСКЕ ӨФӨ"ЛӘГЕ АҠЫЛДЫ АҢЫБЫҘҒА ҺЕҢДЕРӘЙЕК!
+  - 

Ғәҙәттә, беҙ аҡылды ситтән эҙләйбеҙ, сит ил йәки башҡа милләттең классиктары, уңышлы кешеләре әйткәндәрен ятлайбыҙ, блокнотҡа яҙып ҡуябыҙ. Ул аҡыллы фекерҙәр араһында, әлбиттә, Аҡмулла, Ризаитдин нәсихәттәре, үҙебеҙҙең башҡорт әҙәбиәте классиктарының, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек бөйөк шәхестәребеҙҙең әйткәндәре лә урын ала. Улар аҡылы - мәңгелек һәм бөтә замандар өсөн дә яраҡлы. Ләкин заманалар үҙгәрә тора, йәшәйеш ҡанундары, ҡағиҙәләре лә бөтөнләй икенселәй була бара. Заманға ярашлы йәшәйеш аҡылына ла ҡолаҡ һалыу зарур бөгөн. 2002 йылдан, "Киске Өфө" гәзите ижад ителә башлаған мәлдән алып, замандаштарҙан ошо аҡыл-фекерҙәрҙе тирәбеҙ, гәзит биттәренә урынлаштырабыҙ. Кемдер уҡый ҙа күңеленә һеңдермәй, кемдер иһә күңеленә һеңдереп уҡый. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тип, быйылғы йылда гәзитебеҙҙә сығыш яһаусы зыялыларыбыҙҙың ҡайһы бер һиммәтле фекерҙәрен яңынан тәҡдим итәйек әле, тинек. Иғтибар итегеҙ әле: ошо фекерҙәр һеҙҙең күңелдәрҙә урын алғайнымы?

Вәкил ХАЖИН, педагогика фәндәре кандидаты (№9): Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Н. Хрущев "коммунизм" төҙөй башлаған ваҡытта: "Әгәр ҙә илдәге кешеләр бөтәһе лә бер телдә һөйләшһә, йәғни рус телендә, беҙ коммунизмды тиҙерәк төҙөйәсәкбеҙ", - тип әйтеп һалғайны. Шунда уҡ башҡа милләттәргә, телдәргә баҫым башланды, уҡытыу рус теленә күсерелде. Ярай, һуңынан туҡтап ҡалдылар. Ғөмүмән, СССР ваҡытында 80-дән ашыу тел юҡҡа сыҡҡан. Бөгөн, мәҫәлән, мишәр халҡы бар, мишәр теле юҡ. Шулай уҡ башҡа халыҡтар ҙа икенсе милләт эсенә инеп китеп юғалған. Бөгөн заманында бөтөн донъяға яңғырап торған ниндәй бөйөк латин теле юҡ. Шул ваҡыттағы боронғо грек теле лә юҡҡа сыҡҡан. Бөгөнгө грек теле менән ул ваҡыттағыһы араһында ер менән күк айырмаһы. Бөгөн дә, бәлки, Рәсәйҙә барыһы ла бер телдә генә һөйләшһен ине, тип теләүселәр, уйлаусылар барҙыр. Ләкин беҙ бер ниндәй ҡыҫымдарға, һынауҙарға ҡарамаҫтан, телебеҙҙе юғалтмайынса һаҡлап ҡала алғанбыҙ икән - ул барыбер һаҡланасаҡ, ике миллионлыҡ халыҡтың телен берәү ҙә бөтөрә алмаясаҡ. Шул ышаныс менән йәшәргә һәм ҡулдан килгән тиклем, бигерәк тә йәштәргә, шул фекерҙе һеңдерергә кәрәк.

Мәхмүт СӘЛИМОВ, подполковник, Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе (№8): Башҡорт халҡының тарихын һәр ерҙә, һәр саҡ һәм мөмкинлек булған һайын пропагандаларға кәрәк. Үҙеңдең сығышың менән ғорурланыу өсөн тыуған илеңде - Башҡортостаныңды яратырға, ата-әсәңде ихтирам итергә, тарихыңды белергә тейешһең. Тыуған илде яратыу, ата-әсәне хөрмәтләү ҡан аша бирелһә, тарихты өйрәнеү өсөн бер аҙ тир түгергә тура киләсәк. Халҡыбыҙ тарихында оялырлыҡ бер нәмә лә юҡ, башыбыҙҙы юғары, ғорур күтәреп йөрөй алабыҙ. Беҙҙең милли геройҙарыбыҙ, милли уйын ҡоралдарыбыҙ, сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ гәүһәрҙәре, быуаттар буйына һаҡланып килгән милләтебеҙ һәм иң мөһиме - үҙ еребеҙ бар. Мәҫәлән, Дон казактары беҙҙең айырым республикабыҙ булыуына һоҡлана. Ростовта ойошмабыҙҙы бик йылы ҡабул итәләр, сөнки башҡорт халҡының оҙайлы тарихы нигеҙендә башҡорт һәм рус армияһы, 11-се казак ғәскәре араһындағы дуҫлыҡ ята. Улар барыһы бергә уртаҡ йортобоҙ - Рәсәй өсөн һуғышҡан һәм уны яҡлаған. Был - башҡорт халҡының үҙенсәлеге аша тышҡы дошмандарға ҡаршы берлектәге көрәште, дөйөм илебеҙҙе иңгә-иң терәп яҡлауҙы пропагандалау ул. Сөнки уртаҡ тарих иһә барлыҡ халыҡтарҙы ла берләштерә. Кешеләр бер-береһенән айырып торған үҙенсәлекте түгел, ә берләштереүсе тарихты күрә икән, был һәр ваҡытта ла ыңғай ҡабул ителә.

Лариса АБДУЛЛИНА, шағирә (№10): Беҙҙең халыҡта мал тип мөкиббән китеү, донъя ҡыуыуға ынтылыу ул тиклем юҡ. "Ниңә беҙҙең халыҡта финансистар, иҡтисадсылар, банкирҙар күп түгел икән?" тип әйтергә яратабыҙ. Эйе, улар беҙгә лә кәрәк. Килеп сыҡһалар, бик һәйбәт. XX быуат башында уҡ был хаҡта мәғрифәтсе, затлы мулла Сафуан Яҡшығолов әйтеп ҡалдырған. Тик беҙ нимә эшләнек һуң шулар тормошҡа ашһын өсөн? Беҙҙең халыҡтың да үҙ йәшәү миссияһы барҙыр ул. Әйҙә, әйтһендәр, башҡорттар бейей, башҡорттар ҡурай тарта, тиһендәр, миңә ҡалһа, беҙ нәҡ шул юл менән һаҡланып ҡалғанбыҙ һәм кешелектең дә рухиәтен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Халҡыбыҙ рухиәт, иман, илаһиәт һағында тора кеүек миңә. "Урал батыр" эпосында был хаҡта: "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ, тип әйтелә". Бер риүәйәттә әйтелгәнсә, донъялыҡ менән хушлашҡан атай кеше улына үлгәндән һуң кеҫәләрен ҡарарға ҡушып китә. Улы уның төрлө кеҫәләренән аҡсалар таба, бер кеҫәһендә: "Әммә мин быларҙың бер тинен дә үҙем менән тегендә алып китә алманым", - тигән яҙыу таба. Беҙ Хоҙай ҡаршыһына күңелебеҙ менән барып баҫабыҙ бит. Бәлки, шуға әҙерләнәбеҙҙер инде...

Фирүзә АЛЛАЯРОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (№14): Эстрада ҙур бер диңгеҙ икән, бөгөн унда башҡорт йырсыларының кемелер яхтала, кемелер тапсыҡта йөҙөп йөрөй. Кәмәһе тишелһә, батып та китәләр. Хәтерегеҙҙә булһа, үткән быуаттың 90-сы йылдарында милли эстрадала барлыҡҡа килгән генә мәлдә бер-береһенә оҡшамаған, бер-береһен ҡабатламаған төркөмдәр барлыҡҡа килде: "Дәрүиш", "Рух", "Аҡйондоҙ", "Карауанһарай", "Ант" һ.б. Уларҙың күбеһе хөкүмәт иғтибары булмауы һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡты, сөнки ул егеттәр ғаиләһен дә ҡарарға тейеш ине бит. Ижад һәм уның ярҙамында матди бөтөнлөккә өлгәшеү беҙҙә һәр ваҡыт айырымлана. Ә ул төркөмдәр шуныһы менән көслө булды - һәр береһенең музыкаль белеме бар ине. Бөгөнгө эстраданы ҡый үләне баҫты, улар үҫеп кенә килгән сәскәләргә лә ҡамасаулай. Уҡымаған көйө сәхнәгә сығып йырлауҙы хуп күрмәйем мин. Нисек кенә талантлы булмаһын, йәш кешенең белеме, әҙерлеге юҡ икән, уның сығышы ситтән көлкө лә, ҡыҙғаныс та күренә. Тауар сифатһыҙ икән, уны һатып та булмай. Улар дөйөм күренеште лә боҙа, бөтөн эстрадаға кире ҡараш та уята. Унан һуң, заман үҙгәрә, беҙгә лә үҙгәрергә, шул уҡ йырға тауар итеп ҡарай башларға кәрәктер. Беҙҙең халыҡ, уны кемгә һатам мин, тип ялҡаулана. Донъя хәҙер шуға ҡоролған, эшләгән эшеңде күрһәтә белергә кәрәк.

Азат БАДРАНОВ, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе (№17): Беҙ тик үҙебеҙҙең көстәр менән генә бар ауылдарҙы һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ. Урбанизация процесы совет осоронда ла барҙы, әммә ул тамамланманы, халҡыбыҙҙың яртыһы тиерлек ауылдарҙа йәшәй һәм милләттең сағыштырмаса ауыр хәле ошоноң менән аңлатыла ла инде. Әгәр ҙә бер илле йыл элек ҡала башҡорттары мәҙәниәте формалашҡан булһа, бөгөн ҡала башҡорттарының һаны ла юғары булыр ине. Беҙ әлеге ваҡытта ике урталыҡта, ауыл менән ҡала араһында торабыҙ. Беҙ үҙ эшмәкәрлегебеҙҙә ауылдарҙан сыҡҡан йәштәребеҙҙе Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарына уҡырға индерергә ярҙамлашып, уларҙың ҡалаға өйрәнеүен еңелләштереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Мәскәү - ул ҡалаларҙың ҡалаһы, унда бер нисә ҡала, бер нисә социаль донъя һыйған. Мәскәүгә һәм Питерға килеүсе башҡорт йәштәре үҙҙәрен ирекһеҙҙең көнөнән бында килеүселәр тип уйламаһындар өсөн беҙ уларҙы ойоштороп, милли мөхит тыуҙырырға тырышабыҙ. Мәскәү һымаҡ эре мегаполистарға башҡорт мәҙәниәтен индереүҙең юлы һәм маҡсаты тап ошонда. Беҙҙең халыҡтың пассионарлыҡ потенциалы бик юғары. Бары тик шул генетик энергияға дөрөҫ йүнәлеш кенә бирергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта Мәскәүҙә башҡорт йәштәре башҡа милләт вәкилдәре араһында иң ойошҡаны иҫәпләнә. Татар йәштәренең финанс ресурстары юғары булһа ла, улар идеяға ҡытлыҡ кисерә. Улар даими рәүештә беҙҙең сараларға килеп тамаша ҡыла, беҙҙән өйрәнә. Беҙ үҙебеҙ үткәргән сараларҙан тыш, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу маҡсатын алға һөргән дөйөм йыйылыштарға ла йөрөйбөҙ. Беҙ Мәскәүҙә үткәрелгән шундай позитив сараларға 300-400 кешене алып сығырға һәләтле баш ҡала йәштәр ойошмалары араһында берҙән-бере булып һаналабыҙ.

Рөстәм ДӘҮЛӘТБАЕВ, иҡтисадсы (№24): Ҙурҙан ҡупҡанда, беҙҙә көнбайыштың ирекле баҙары бөтөнләй юҡ. Беҙҙә һөнәрселек, кәсепселек (промысловая экономика) иҡтисады өҫтөнлөк итә. Маҡсатты аҡса алыштыра, һәр кеше үҙ һөнәренән килем алырға тырыша. Быларҙан тыш, икенсе идара ысулы ла бар. Ул - "дөйөм эш шәхси милектән өҫтөнөрәк" тигән ҡағиҙәгә нигеҙләнгән "Етештереүҙең Азия ысулы" тип атала. Был да беҙгә хас. Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Сталин ваҡытында инновациялар күп булған. Ниндәй маҡсат алға ҡуйылған? Кешене йыһанға осороу маҡсаты. Йыһанды яулау хыялы кешеләрҙе илһамландырған. Күҙ алдына килтерәйек әле: 1945 йылда Советтар Союзы һуғыштан иң күп юғалтыуҙар кисереп килеп сыға. Һәм, 1945 йылдан алып, 16 йыл эсендә, СССР иҫ киткес тиҙ үҫеш алып, Гагаринды йыһанға осороуға өлгәшә. Был - меңәр йылдар буйы күрелмәгән хәл. Был алға китештең нигеҙ ташы ниҙән ғибәрәт инде? Иосиф Сталин режимында ҡулланыу тауарҙарының 40 проценты шәхси артель тип аталған предприятиеларҙа, беҙҙеңсә, кооперативтарҙа етештерелгән. Быны күптәр белмәй ҙә. СССР-ҙағы тәүге инновацион тауарҙар (телевизор, радиоалғыс, радиола), көнкүреш тауарҙарының күпселеге шәхси артелдәрҙә эшләп сығарылған.

Динар АҠМЫРҘИН, грэпплинг федерацияһының "Тархан" һуғышсылар командаһы етәксеһе, грэпплинг буйынса спорт мастеры, Халыҡ-ара һәм региональ турнирҙар еңеүсеһе, Башҡортостан чемпионы (№25): Бөгөн йәштәрҙең тормошта үҙ юлын таба алмай ҡаңғырыуы уларҙың эске һәм тышҡы көсһөҙлөгөнән килә. Тимәк, ата-әсәләре уларҙы тамағына ашағанмы, йылы кейенгәнме, итеге өйкәмәйме, шарфы бармы, тип, ҡолға буйлы булғансы әпәүләгән. Әлбиттә, ата-әсәнең һөйөүе һәм ҡайғыртыуы тәбиғи. Әммә баланы йәлләүҙең, бәпләүҙең самаһы булырға тейеш барыбер. Минең үҙемде атайым улай әпәүләп торманы, ҡаты булды. Шуға ла бәләкәйҙән үҙаллы булдым. Ун ике йәштән интернатта йәшәнем. Һәм ошолар миңә бөгөнгө халәтемә килеп етеүгә булышлыҡ итте. Ир баланы бәләкәйҙән "ир" булыуға әҙерләргә кәрәк. Шундай башланғыс алмайынса, спорт өлкәһендә нимәгәлер өлгәшеп тә булмай...

Мазһар ИҪӘНБАЕВ. иҡтисад фәндәре докторы, профессор (№38): Ауылдарҙа үҫеш перспективалары ҙур ғына ул. Бының өсөн урындағы байлыҡтарҙы дөрөҫ һәм һөҙөмтәле файҙаланыу зарур. Иң беренсе ер ресурсын файҙаланыу кәрәк. Ерҙәр хәҙер һөрөл-мәй, эшкәртелмәй ята, сәселмәгән баҫыуҙар күп. Ер пайҙары ла файҙаланылмай. Урындағы тәбиғи шарттарға нигеҙләнеп, ерҙәрҙе эшкәртеп, кәрәкле продукттар етештереп, ауыл хужалығын алға сығарырға кәрәк. Был бәләкәй фермерҙарҙың ғына хәленән килмәй. Беҙгә хәҙер кооперацияны үҫтереүҙе хәстәрләргә кәрәк. Ауыл хужалығын, ит, һөт, йөн, иген эшкәртеү, икмәк бешереү кеүек етештереү сәнәғәте тармаҡтарын үҫтереү зарур. Һис һүҙһеҙ, ауылға иғтибар арттырыу кәрәк. Республиканың ғына түгел, тотош илде алып ҡараһаң да, бөтөн үҫештең нигеҙен ауыл тәшкил итә. Бөтөн ресурстар ауылда бит: ер, һыу, урман, иген, мал.

Айнур АРЫҪЛАНОВ, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары (№39): Ҡөрьән милләтте инҡар итмәй. Унда "мин һеҙҙе халыҡтар, ҡәбиләләр итеп яралттым, бер-берегеҙҙән өйрәнһен өсөн, һеҙҙең арала иң тәҡүәлеләре миңә иң яҡындары... " тиелә. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә башҡорттарҙы - башҡорт, урыҫтарҙы - урыҫ, инглиздәрҙе - инглиз, француздарҙы француз итеп яралтҡан. Мөхәммәт бәйғәмбәр Мәккәнән ҡыуылғас, унда ҡалған үҙ халҡын һағынып илай, үҙенең тыуған ере, халҡы өсөн ҡылыс тотоп һуғышып йөрөй. Ғәскәр төҙөгәс, иң тәүҙә Мәккәне, халҡын азат итә. "Ожмах - әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, атайҙарға хөрмәт", тип әйтте Бәйғәмбәребеҙ. Әсәйең, атайың, туғандарың - улар барыһы бергә һинең ҡәбиләң, халҡың, ошоларҙан һуң нисек дин милләтте инҡар итһен инде?
Һәр мосолман үҙенең милләтен һаҡларға, яҡларға бурыслы. Беҙ Аллаһы Тәғәләнән ҡалған аманат. Бәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә, кемдер берәү үҙенең атаһын һәм халҡын танымаһа, икенсе кешене үҙенең атаһы тип таныһа, үҙен башҡа халыҡтың вәкиле итеп белһә, уға тамуҡта урын әҙерләнеүе хаҡында әйтелә. Тимәк, кемдәр үҙенең балаһына туған телен өйрәтмәй, үҙ милләтенең рухында тәрбиәләмәй, уларға Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында яуап бирергә тура киләсәк. Чечняла дөрөҫ дини һәм ғаилә тәрбиәһе алған егеттәр үҙҙәренең республикаһы, милләте хаҡында ғорурланып сығыш яһай. Татарстанда татар егеттәре "Безнең Татарстаныбыз, халҡыбыз, динебез", тип һөйләй. Башҡортостанға ҡайтып: "Мин башҡорт", - тип әйтеүең була, милләтсегә әйләнәһең дә ҡуяһың. Нишләп улай һуң? Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә мине башҡорт итеп яралтып, мин үҙ республикамда үҙемде башҡорт итеп тойоп йәшәүем менән милләтсе булып һаналам? Мин Рәсәй илемде лә яратам, ул нығынһын, көслө дәүләт булһын, тип, көнө-төнө доға ҡылам. Шул уҡ ваҡытта мин үҙемдең республикамды ла, милләтемде, тамырҙарымды, ҡурай моңон яратам. Тыуған илен, ата-әсәһен, халҡын яратҡан кеше милләтсе икән, милләтсе булырға ла ризамын. Был һүҙҙәремде мин бөтөн кешеләр алдында, һәр рангтағы власть алдында әйтә алам. Былар минең Аллаһы Тәғәләгә тәрән инаныуымдан, иманымдан килгән хистәр. Кемдең йөрәгендә ошондай хистәр бар, улар тоғро юлда.

Юлай ҒӘЛИУЛЛИН, Любизар" беренсе башҡорт атлы полкы идараһы рәйесе урынбаҫары (№44): Эйәрле-йүгәнле ат һәр башҡорт күңелендә ята. Бары әлегә халыҡ башҡорт атлы ғәскәренең нимә икәнен аңлап етмәй. Уның яу яланында ниндәй ҡөҙрәткә эйә икәнен дә белмәй. Борон-борондан атлы яугирҙың ниндәй юлдар, ниндәй ер-һыуҙар кисеп, ниндәй генә алыштар аша үтеп килеүен барлай башлаһаң, башҡорт ҡатнашмаған яу булмағандыр ул, тигән фекергә киләһең. Шуларҙы онотоу - енәйәт. Шул уҡ ваҡытта атлы яугирҙың ҡоралын, йыһаздарын, алымдарын, уға бәйле ауыҙ-тел һәм башҡа ижадты ла өйрәнеү - милли мәҙәниәтебеҙ ҙә. Юғиһә, беҙҙә көнкүреш мәҙәниәте генә өйрәнелә. "Этно"ны сәхнә күргәҙмәһе менән генә сикләп ҡуйҙылар. Йыр, бейеү, тирмәләр... Уйлап ҡараһаң, атта сабыу, "Ылаҡ", "Ҡыҙ ҡыуыу" уйындары шул уҡ этно. Һабантуй ҙа - этно. Тик уның этно үҙенсәлектәрен юғалтып ташланыҡ. Көрәште лә, ат сабышын да спортҡа ғына ҡайтарып ҡалдырҙыҡ. Тәүбашланғысындағыса иткәндә - ул этно. Көрәшһендәр ауырлыҡ буйынса түгел, ә элеккесә - һуңғы батыр ҡалғансы. Таш күтәреүсе, уҡ атыусы, сәсәндәр, ҡурайсылар, йыр-бейеү башҡарыусылар халыҡ араһынан булһын. Мәҫәлән, бөгөнгө һабантуйҙарҙа ниңә бағанаға менәләр, ул ҡайҙан килеп сыҡҡан? Борон мәргәнлектә ярышыусы һыбайлылар бағана осона төбәп атҡан һәм уҡтарҙы алып төшөүсе үрмәләүселәр булған. Бөгөн бағанаға бүләк алыр өсөн генә менәләр. Атһындар ине башта уҡ, уны алып төшөүсене бүләкләһендәр ине. Шул уҡ бәүелеп торған ауыш бүрәнәгә менеп, осонаса атларға тырышыу ҙа һыбайлының яу күнекмәһенән ҡалған. Сабып барған ат өҫтөндә һынды тота алыу оҫталығы бында...

Олег ХАНОВ, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе (№46): Бөгөн мине иң һыҙландырғаны - телебеҙҙең ярлыланыуы. Заманы шулай, тип аҡланып тороп булмай, шулай ҙа мәктәптәрҙә башҡорт теленең ҡыҫырыҡланыуы, интернеттың киң ҡулланылыш алыуы, башҡа сәбәптәр телебеҙҙе ярлыландыра, телмәребеҙгә инглиз, рус һүҙҙәрен әүҙем алып инә. Мәҙәни революция кисерәбеҙ, тигән булдылар, бер ниндәй ҙә революция түгел, ә рухи ҡиммәттәрҙең емерелеүе, телевизор экрандарындағы америкалаштырыу был. Беҙҙең маҡсат - быларҙың береһенә лә ҡарамайынса, телебеҙҙе һаҡлау. Телдә халыҡтың рух көсө.

Ринат ЙОСОПОВ, танылған ғалим-антрополог (№47): Һәр бер халыҡтың генетик мәғлүмәтен ҡыҙ-ҡатындар йөрөтһә лә, генетик популяция ирҙәр арҡаһында ҡеүәт йыя. Шул уҡ ваҡытта ирҙәр аша күскән иң көслө үҙенсәлекте, генетик мәғлүмәтте ҡыҙ-ҡатындар үҙҙәрендә алып ҡала. Тап ошо рәүешле көсәйеү арҡаһында беҙҙең башҡорт халҡында биш антропологик тип формалашҡан. Быны 1967 йылда Мәскәү антропологы Мария Степановна Акимова иҫбат итеп: "Башҡорт халҡының генетик фонды төбәктә иң көслөһө, сөнки улар үҙҙәренең ата-олаталарының, сарматтарҙың, савроматтарҙың, уғыҙҙарҙың, ҡыпсаҡтарҙың һәм башҡаларҙың генофондын үҙҙәрендә берләштергән", - тип белдерҙе. Беҙҙең халыҡтың милләт булараҡ көсө лә тап ошонда, сөнки төрлө климат шарттарында йәшәгән төрлө халыҡтарҙың, ҡәбиләләрҙең генетик үҙенсәлектәре беҙҙең халыҡтың генофондын тәшкил итә. Ундай үҙенсәлек төрҙәре беҙҙең ирҙәрҙә йәшәй, ҡыҙ-ҡатындарыбыҙҙа иһә асылда ике генә - Урал һәм боронғо Урта Азия тибы һаҡлана. Ә ирҙәребеҙҙә иһә, ошо ике типтан тыш, көньяҡ Себер, понтик, Алтай, Каспий, Алғы Азия һәм башҡа типтар йыш осрай. Типтарҙың төрлө-төрлө булыуы тоҡомдо көсәйтә, генофондты арттыра. Беҙҙең милләттә ырыуҙарҙың күплеге һәм уларҙың донъяның дүрт тарафы менән бәйле булыуы башҡорттоң этник тотороҡлоғон барлыҡҡа килтереүсе фактор ҙа булып тора. Башҡорт милләте донъялағы бик күп халыҡтарҙың, ҡәбиләләрҙең иң көслө һәм күркәм сифаттарын үҙендә берләштерә алған. Беҙ үҙебеҙ генә ошо феноменды баһалап бөтөрмәйбеҙ һәм милләтебеҙҙең ырыу-ара никах потенциалын файҙаланыу урынына, милләт-ара никахтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Милләт-ара никахтар иһә, һәр осраҡта ла беҙҙең файҙаға түгел, сөнки милләт-ара никахлы ғаиләләрҙә ҡала шарттарында башҡорт позицияһы көслө түгел. Беҙҙең милләттең милләт эсендәге ырыу-ара никах потенциалы милләтебеҙгә яңы һулыш бирер ине. Бер типҡа ҡараған халыҡтар ҙа бар, уларҙа беҙҙеке кеүек никах потенциалы бөтөнләй юҡ, шуға ла, бигерәк тә Себерҙәге аҙ һанлы халыҡтар араһында, яҡын туғандарҙың өйләнешеүе арҡаһында уларҙың кәгезләнеүе күҙәтелә.

Шамил МОТАЛОВ, Санкт-Петербургта йәшәүсе һәм эшләүсе инженер-геолог (№47): Заман башҡорто тәү сиратта һөҙөмтәле һәм мәғлүмәтле булырға тейеш. Сөнки бөгөн мәғлүмәт бик күпте хәл итә. Әгәр мәғлүмәткә эйәһең һәм уны ала беләһең икән, унда инде башҡаларҙан алдараҡһың. Заман башҡорто үҙен һәм эшен күрһәтә белергә тейеш. Шулай уҡ заман башҡортона милли рух, тел, дин һәм ошоларҙы тулыландырып тороу өсөн тыуған ер кәрәк. Хатта беҙ, ситтә йәшәгән башҡорттар ҙа, тыуған еребеҙгә ҡайтып, ниндәйҙер көс алабыҙ. Башҡорт теле, тарихы һ.б. тураһында әйтеп тормағанда ла була, сөнки был төшөнсәләр һәр башҡорттоң ҡанында ятырға тейеш. Беҙгә бары тик үҙ телебеҙҙә һөйләшергә, уны балаларыбыҙға өйрәтергә, тарихыбыҙҙы башҡа халыҡтарға танытырға, ер йөҙөндә башҡорт тигән милләт тә булыуын иҫтәренә төшөрөп торорға кәрәк.
Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау ҙа насар, сөнки һәр төбәктең үҙ кимәле була. Башҡортостан вуздарында белем алыуҙың билдәле бер кимәле бар, шунан артыҡты алып булмай. Мәскәүҙә һәм Питерҙа был кимәл юғарыраҡ, сөнки уҡытыусылар, мөмкинлектәр ҙә, үҙ өлкәһендә алдынғы булған кешеләр ҙә күберәк. Һәм һин унда тап ошо юғарыраҡ, артығыраҡ, күберәк белем артынан барыуыңды белеп, аңлап юлланаһың. Шуға күрә, ситкә китеүҙә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем, иң мөһиме - кире ҡайтыу һәм Башҡортостанға хеҙмәт итеү өсөн стимул булһын. Ундай стимул юҡ, бер нәмә лә тартып тормай, уҡыған ереңдә ныҡлы урынлашҡанһың һәм бында ҡайтып, яуланған ҡаҙаныштарыңдан түбәнерәк һөҙөмтә алаһың икән - был ысынлап та, проблема. Әгәр кире ҡайтыу һәм республиканы күтәреү стимулы бар - һине көтәләр, һине ҡабул итергә әҙерҙәр, һиңә әлеге ваҡытта яулаған уңыштарың кимәлендә эш тәҡдим итәләр, шарттар насар түгел икән - йәштәр шул ваҡытта кире ҡайтасаҡ.

Шулай итеп...
Ошондай аҡыллы сығыштар, һиммәтле фекерҙәр гәзитебеҙҙең һәр һанында урын ала. Уларҙы, әлбиттә, интернет донъяһында уҡырға өмөт тә итмәгеҙ. Шуның өсөн гәзитебеҙ менән дуҫлыҡҡа тоғро ҡалып, аҡыл ҡаҙнаһын тултырышыуға үҙегеҙ ҙә ярҙам итһәгеҙ ине. Беҙ беләбеҙ: уҡыусыларыбыҙ араһында аҡыл һәм тәжрибә менән бүлешә алыусылар бихисап. Аҡыл уртаҡлашып, башҡалар әйткән аҡылды күңелдәргә һеңдереп йәшәйек!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.16 | Ҡаралған: 1102

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru