«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМ УЛ ҮҪМЕР? УЛ НИНДӘЙ ИҒТИБАР ТАЛАП ИТӘ?
+  - 

Бөгөн йәмғиәттә үҫмерҙәр донъяһына ҙур урын бирелә. Үҫмер психологияһына бағышланған фәнни эштәр яҙыла, китаптар сығарыла, мәғариф учреждениеларында улар менән эшләүсе штаттар тотола. Был эштәр менән беҙ донъяға булған иғтибарыбыҙҙы ҡабартып күрһәтергә, уның етдилеген, мөһимлеген иҫбат итергә тырышабыҙмы, әллә кеше ғүмеренең был өлөшө шулай оло күҙәтеүгә лайыҡмы? Ә ысынында, нисек ҡарайбыҙ беҙ үҫмерлеккә, үҫмер балаларыбыҙға - әлеге уйланыуҙарҙа мин ошоларҙы асыҡларға тырышам.

Уйлап сығарылғанмы?

Ун туғыҙынсы быуатҡа тиклем йәмғиәттә үҫмерлек тигән осор бөтөнләй булмаған. Кешенең бала сағы һәм "ҙурайғас"ы ғына булған. Ун биш-ун алты йәшкәсә - ул бала, ун алтының аръяғына оло (ҙур) кеше булып һыналған. Ә инде "үҫмерлек осоро" тигән төшөнсә Рәсәйҙә ун туғыҙынсы быуат аҙаҡтарында, егерменсе быуат башында барлыҡҡа килә. Йәмғиәт яңыса йәшәй башлағас, ҡатын-ҡыҙҙар эшсе булып киткәс, улар иңенә ғаиләнекенән тыш, ил хәсрәте лә ятҡас, йәғни балалар мәсьәләһе икенсе планға күскәс, иғтибарһыҙ ҡалған балаларҙың донъяһы социаль проблема булып күтәрелә башлай һәм фәндә бер бүлек асыла. Йәғни, үҫмерҙәр донъяһы йәмғиәт тарафынан яһалма барлыҡҡа килтерелгән, бәлки, аңһыҙ рәүештә бар ителгән донъя ул. Уйлап ҡарағыҙ, борон, хатта артыҡ борондан башламағанда, һикһәненсе йылдар аҙағына тура килгән үҙемдең үҫмерлек осоромда ла, был мәлдә миңә ниндәйҙер айырым иғтибар кәрәктер, тигән уйҙы, талапты, мохтажлыҡты хәтерләмәйем. Йәки психологик сайпылышымды күтәрә алмай, ниндәйҙер проблемалар тыуҙырыуым да хәтеремдә юҡ. Йәки тиңдәштәремдән кемдәрҙеңдер мөхәббәт, иғтибарһыҙлыҡ, аңлаша алмау, йәштәштәренән ҡыйырһытылыу кеүек сәбәптәрҙән үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләүен дә ишеткәнем булманы. Кемдер мине яратмай, тип, үлергә уйлау түгел, был хистәреңде ололар белеп ҡалыуы үҙе үлем кеүек була ине. Көнсығыш илдәрендә әле лә үҫмерлек осоро тигән төшөнсә юҡ.

"Осоусы кит"

Бөтөн был уйланыуҙарҙы интернет селтәрҙәре аша алып барылған "уйындар" шауҡымында үҫмер балаларҙың донъянан китеү тураһындағы хәбәрҙәр барлыҡҡа килтерҙе. Йәш кеше төрлө кодтар, һорау алыуҙар, цитаталар һәм башҡа ҡыҙыҡлы әйберҙәр менән байытылған сайтта ултырып, аң кимәлендәге идаралыҡ ауына эләгә һәм яйлап үлемгә алып барып еткерелә. Шул сәбәпле, улар бейек йорттар ҡыйығынан һикерә, поезд аҫтына ташлана, ағыулана, веналарын ҡырҡа... 2015 менән 2016 йылдар араһында Рәсәй буйынса 130 үҫмер тап ошо интернет уйыны нигеҙендә үҙ-үҙенә ҡул һалған. Уйын "кит" атамаһына бәйле. Ни өсөн тап кит? Киттарҙың аңлайышһыҙ сәбәптәрҙән ярға ырғып һәләк булыуҙары билдәле, әлбиттә. Ғалимдар был хәлде магнит аномалияһы, ауырыуҙар, ер аҫты (һыу аҫты) ярылыуҙарынан килгән хәүефте күтәрә алмау сәбәптәренә бәйләй, әммә аныҡ ҡына яуап әлегә тиклем юҡ. Бына ошо тәбиғәт трагедияһын үҫмерҙәр донъяһына ла күсереп маташа ҡайһылар. "Ҡайһылар"ҙың кемдәр булыуы хаҡында ла бәхәстәр күп. Әммә күптәр, шул иҫәптән эксперттар фекеренсә, был - секта.
Интернетта ниндәйҙер мәғлүмәт, бигерәк тә берәй һағышлы, күңелгә ятырҙай йыр, шиғыр эҙләй башлаһаң, "Һиңә күңелһеҙме? Һин яңғыҙмы? Һине аңламайҙар һәм йыуатмайҙар икән - ин бында" тигән саҡырыу килә һалып та сыға. Шунда уҡ "Ун һигеҙ йәшкә тиклем булһаң, йәшеңде күрһәтмә", тип яҙыла. Һағышланып ултырған 12-16 йәшлектәрҙең был битте мотлаҡ асып ҡарағыһы киләсәк. Шул башланғысты үткәндәрҙе был уйын яйлап ҡына үҙенә йота. Үҫмер менән яҙышыусының яҡшы психолог икәне аңлашылып тора. Тик быны күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән йәки башҡа ҡыҙыҡһыныуы булмаған балалар аңлай алмай. Әңгәмәсе баланың күңеленә инеп "һөйләшә", уны бер нәмәлә лә ғәйепләмәй, баҫмай, ҡыҫмай. Шулай уҡ уның ололар тормошондағы бер проблемала ла ҡыҫылышы юҡлығын, йәлләүгә һәм аңлауға хоҡуҡлы икәнен һыҙыҡ аҫтына ала. Шул процедуралар үткәс, йәш кешенең башына үлем тураһындағы мәғлүмәттәр һалына башлай. Ул үҙ йәненә үҙе хужа, йәғни теләһә бөгөн үк осоп китә, азат була ала.
Йән азатлығы тураһындағы фәлсәфә икенсе этап булып тора. Унан өсөнсө этапта балаға һан бирелә. Был этаптың хатта атамаһы ла бар: "Үлемеңә тиклем 50 көн". Был илле көндә ҡорбанға номер беркетелә һәм ул ниндәйҙер айырым тәртипкә алынған эштәрҙе үтәй. Мәҫәлән, балаларын юғалтҡан ата-әсәләр аҙаҡ һуңғы көндәрҙәге сәйер хәлдәрҙе иҫләй. Миҫал өсөн: ҡулдарындағы, беләктәрендәге бысаҡ менән ҡырҡылған яра эҙҙәре... Дүртенсе этап "Мине 4 сәғәт 20 минутта уят" тип атала. Баланың телефонына тап шул ваҡытта смс-тар килә башлай һәм ул иртәнге 6-ға тиклем дауам итә. Бындай үҫмер йоҡоһо туймауҙан йонсой, был уның йөҙөнә, төҫөнә сыға.
Һуңғы этаптағы үлемде лә шулай уҡ бойороҡ ебәреп тороусы һайлай. Психологтар, енәйәт эшен тикшереүселәр әйтеүенсә, балалар һуңғы сиккә тиклем үлемгә әҙер булмай икән. Әммә баш та тарта алмай. Улар шундай эмоциональ-психологик ҡапҡанға ҡапҡан һәм инде нимәнәндер баш тартыуҙан ҡурҡа һәм ҡушылғанды үтәүҙе ысынлап та был хәлдән ҡотолоу тип ҡабул итә. Арабыҙҙан киткән балаларҙың барыһы ла тигәндәй иртәһен ниндәйҙер икенсе маҡсат менән башлаған һәм ҡапыл алынған шылтыратыуҙан сығып йүгергән. Бер ҡыҙ дәрестән һорап сыҡҡан, икенсеһе мәктәпкә барышлай, өсөнсөһө әсәһенә "сығып инәм" тип кенә киткән. Барыһының да телефондарындағы "инструкцияла" "Куртканы сисеп һалырға һәм осорға" тип яҙыла һәм хатта ошо тәңгәлдә лә, бахыр балалар, ҡушылғанды тулыһынса үтәй: өҫ кейемдәре шул ерҙәрендә бөкләнеп һалынған килеш ятып ҡала...
Үлгән балаларҙың күптәренең ата-әсәләре "Бер ниндәй ҙә проблема булманы, яҡшы уҡыны, тәртибе арыу булды, ғаилә етеш йәшәй", тигән аңлатма бирә. Әммә уларҙың аңлатмалары инде берәүгә лә кәрәкмәй. Улар быны үҙ-үҙҙәренә аҙ булһа ла еңеллек биреү өсөн генә әйтә кеүек. Эш, шәхси тормош мәсьәләләре, матди проблемалар менән мәшғүл, ҡайһы саҡта ысынлап та балалар тәрбиәләүгә яуапһыҙ ҡараған ата-әсәләр һуңғы сиктә генә балаһынан килгән "сигналды" ишетә ала. Тик был сигнал һуңғыһы һәм иң дәһшәтлеһе була. Үкенескә ҡаршы.

Һөйләшеү мөһим

Кешене аңлау өсөн уның менән һөйләшеү кәрәк. Һәм беҙ һөйләшергә яратабыҙ ҙа. Эштә коллегалар менән, урамда күршеләр, өйҙә әхирәттәр, телефондан таныштар менән сәғәттәр буйына туҡтамайынса һөйләшә алабыҙ, әммә балабыҙ менән аралашырға ваҡыт тапмайбыҙ. Уны балаға һанайбыҙ, мөрәжәғәт итһә, ҡыуып ебәрәбеҙ, "юҡ менән булма" тип ауыҙын ябабыҙ, дәресен әҙерләргә ҡушабыҙ йәки һорауына яуапты интернеттан ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Асылда, баланы һөйләшергә өйрәтергә кәрәк икән. Бәләкәй сағынан уҡ. Мәҫәлән, баҡсанан ҡайтып барғанда нимә ашағандар, ниндәй уйындар уйнағандар, нимә өйрәнгәндәр икәнен һорашырға кәрәк. Уның һөйләгәнен тыңларға, һорауҙар бирергә, ҡыҙыҡтарынан көлөргә, ярамағандарына төҙәтмә индерергә кәрәк. Мәктәпкә уҡырға төшкәс тә ошондай уҡ аралашыу дауам итергә тейеш. Бигерәк тә теге йәки был дәрестә нимә белергә теләгәне, әйләнә-тирәләге башҡа балаларға мөнәсәбәте, хис-тойғолары тураһында һорашыу мөһим.
Хис-тойғо тигәндән. Беҙ йыш ҡына балалар менән был турала һөйләшергә тартынабыҙ. Әммә тәүге һөйөү хистәре тап шул мәктәп йылдарында ярала бит. Үҙемдең миҫалды иҫләһәм, ҡыҙыма 11-12 йәштәр булғанда мәктәп формаһы кеҫәһенән мөхәббәт шиғыры табып алып, шаҡ ҡатҡайным. Һорашып ҡараһам, "Белмәйем", ти ҙә ҡуя. Ә яҙыу - уныҡы. Шул ваҡыт балам менән артыҡ дуҫ түгеллегем башыма барып етте. Албырғап ҡалдым. Ҡыҙымдың уҡыу көндәлегенә ҡул ҡуям да, ашатып-кейендереп, мәктәпкә оҙатыуҙан башҡа бер ни эшләмәйем, күңел донъяһы менән ҡыҙыҡһынмайым һәм ул донъяға инә лә алмайым икән дәһа! Шуға ла ул минән ситләшеп бара. Ошо хәлдән һуң баламды өйҙә саҡта ипләп кенә күҙәтә башланым. Көндәлек алып бара икәнен шәйләнем, тик уны мин бүлмәһенә баш тығыу менән йәшерә һала. Ахырҙа, был көндәлекте ҡулға төшөрөүҙән башҡа сара юҡлығын аңланым һәм ысынлап та уны табып уҡыным. Унан... ултырып илап алдым. Ҡыҙым өлкән класс ҡыҙҙары менән бәхәстә икән, уны хатта мәктәптән һуң көтөп тороп ҡыйырһытҡандар, класташ малайы яҡлашҡан. Ул малай минең ҡыҙыма оҡшай, малай ҙа уны оҡшата икән. Ҡыҙым һәм уның әхирәттәре бер саҡ тәмәке тәмләп ҡарамаҡсы булғандар ҙа, береһенең сәс өлтөгө янып киткән. Йәш уҡытыусыны ыҙалаталар икән. Класс етәкселәре, баҡтиһәң, "кейенә белмәгән ауыл бисәһе". Мин дә туҡтауһыҙ талаптарым, кәйефһеҙлегем, әрләүем менән уның йәненә тейәм, имеш... Бигерәк тә "өслө" өсөн телефон һәм интернеттан сикләүемде күрәлмай. Ә бахыр һеңлеһе беҙҙең өйҙә бөтөнләй артыҡ кеше. "Йәшәгем килмәй" тигән ерҙәре лә бар. Шаҡ ҡаттым! Ун ике йәшлек, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йөрөгән баланың йәшәгеһе килмәҫлек ниндәй ҡайғыһы бар икән? Башта, был баланы ҡайыҙлап алайым микән әллә, тип уйланым. Баш вата торғас, бының файҙаһы булмаҫын, бары тик аралағы упҡынды ғына тәрәнәйтәсәген төшөндөм. Ныҡ ҡыйын булды, бер ҡәҙерле генә кешең, балаң һинән йөҙ борған шикелле ҡабул ителде. Бер-нисә көн баҫылып, йәшереп илап йөрөнөм. Шунан интернеттан, китаптарҙан психологик, педагогик яҙмалар эҙләп уҡый башланым...
Бер саҡ, Ғашиҡтар көнө алдынан, магазинға инеп, күп итеп валентинкалар, торт һатып алдым. Тәмлекәс менән сәй эскәндә шул открыткаларҙы сығарып күрһәткәйнем, ҡыҙҙарым аптырап китте. "Кемгә былар?"- тиҙәр. "Һеҙгә, - тим, - хәҙер иң матур малайҙарға яҙып сығабыҙ". Бәләкәсем шундуҡ эшкә тотоноп китте, өлкәнем ҡушылырға бик ашыҡмай, миңә ышанмағаны һиҙелеп тора. Мин уға: "Элек бындай байрам булманы, малайҙарҙы оҡшатһаҡ та, бындай матур открыткалар бүләк итә алмай инек", - тип һөйләп алдым. Кластарындағы малайҙарҙы, бигерәк тә теге малайҙы маҡтаным. Бала саҡтағы мөхәббәт тарихымды һөйләнем. Үҙем: "Һин дә һөйлә әле, берәй малай оҡшаймы һиңә, мин әрләмәйем дә, көлмәйем дә..." - тигән булып ныҡышам. Асылып китте балам...
Шул хәлдән һуң көн дә бүлмәһенә инеп ултырыуҙы ғәҙәткә әйләндерҙем. Нисек кенә арыған булһам да. Теге малайға әллә нисә йыл рәттән төрлө байрамдарға үҙем бүләк алып биреп ебәрҙем, уның бүләктәренә ҡыуандым. Балалар менән фантастик киноларға, пиццерияға йөрөргә өйрәндем. Ҡолаҡсындарҙа ашау, өй йыйыштырыу, дәрес әҙерләү һәм йоҡлауҙың "нормаль хәл" икәненә күндем. "Өслө"нөң трагедия булмауына, ата-әсәләр йыйылышына барғанда "иң мөһиме - һаулыҡ" тип уйлап, балаларым "иң-иңе" булырға тейеш түгеллекте лә ҡабул итергә тура килде. Эште, ижадты икенсе планға күсереп, күберәк иғтибарҙы ҡыҙҙарыма бүлә башланым. Шул саҡ ситтән эҙләгән әңгәмәсем үҙ өйөмдә булып сыҡҡанын аңланым. Күп оло ҡатындарға ҡарағанда уҡымышлы ла, төплө лә икән дә минең ҡыҙым. Әхирәт үк булмаһа ла, иң яҡын кәңәшсемә әйләнде ул. Мин дә уға хәлемде, уй-кисерештәремде, борсолоуҙарымды һөйләй башланым. Арабыҙ яҡынайҙы һәм әле лә, инде ҙур ҡыҙ булғанда ла, бөтөн кисерештәрен дә бүлешә, хатта әсәләре менән аңлаша алмаған ҡыҙҙарының да проблемаларын миңә еткереп, кәңәш ала...
Был тәжрибәлә нимә аңланым: балаңды борсоған нәмәләрҙе етди ҡабул итергә кәрәк икән. Яуапһыҙ мөхәббәт икән, "үтә ул" тип кенә ситкә типмәҫкә, ә төрлөсә ярҙам итергә (иткән булырға, тийәйек ололарса). Кинйә ҡыҙымдың шундай мәлендә апаһы уға үҫмерҙәр өсөн ижад ителгән мөхәббәт романдары һатып алып бирҙе. Ун ике китап һатып алғайны, шуларҙы ай самаһы илай-илай уҡып, яҙылды ла китте бәләкәсем. Бер яҡтан, иғтибарға ла лайыҡ булмағандай ғына хәл кеүек, асылда, үҫмерҙәр араһындағы күп бәлә-ҡазаларҙың нигеҙе лә ошонда бит. Артабан кинйәмдең: "Ҡолағым шулай, аяғым шулай, нишләп мине матур итеп тыуҙырманың?" - тигән дәғүәләре барлыҡҡа килгәс, иң билдәле моделдәрҙең етешһеҙлектәрен эҙләп табып, шуларҙы төртөп күрһәтеп сыҡтыҡ. Үҙенең матур яҡтарын маҡтауҙы, шулар менән һоҡланыуҙы алға ҡуйып алдыҡ. Кейем һайлау, биҙәнеү әйберҙәрен белеү, сәсте үреү кеүек ялтыр-йолтор журналдарға аҡса түгергә тура килде. Хатта почтальон "Ошондай йыйын ҡый-һай һеҙгә генә килә", тип көлә торғайны. Ҡыҙымдың тегергә тип һатып алып боҙған туҡымаларының иҫәбе юҡ. Түңәрәктәрҙән бейеүгә лә, балетҡа ла, каратэға ла, тегеүгә лә, саңғыға ла, йөҙөүгә лә, тарихҡа ла, тағы әллә ниндәй аңлайышһыҙҙарына ла йөрөнөк. "Детектив әҫәрҙәр яҙыусыһы" ла булып алдыҡ бер мәл. Ике ҡыҙымдың береһе лә тегенсе лә, тарихсы ла, спортсы ла түгел, әммә был маҡсат та булманы. Ҡыҙыҡһыналар икән - тыйманым. Шөғөллө, мауыҡҡан булһындар, тинем. Уларҙың теләгенә ҡаршы үҙемдең дә талаптарҙы ҡуйҙым. Уҡыу, әлбиттә, беренсе сиратта булды, унан өй эштәре һәм башҡаһы. Китап уҡыу ҙа башта талап ине, тора-бара был уларҙың ихтыяжына әйләнде. Бөгөн китап менән тәмлекәс араһында һайлау торһа, һуңғы аҡсаларына китап һатып алалар.
Әлбиттә, эсеү-тартыу кеүек яман ғәҙәттәр ҙә янаманы түгел. Теге мәл (күп йылдар элек) өлкәнемдең көндәлегендәге "тәмәке тарттыҡ" тигәнде уҡығандан һуң, шундай бер хәйлә уйлап тапҡайным. Флюорография үткәс: "Табип һинең үпкәңде тикшергәс, ҡыҙың тәмәке тартып ҡараған, шул күренеп тора, тип әйткәйне, шундай оят булды, шундай оят булды", - тигән булдым ҡыҙыма. "Әгәр һин тәмәке тартһаң, мин иң бәхетһеҙ әсәй булам инде", - тип күҙ йәштәре лә сығарып алдым. Шунда балам үҙе лә илап, бөтәһен дә һөйләп һалды. Ҡабат улайтмаҫҡа ант итте. Хәҙер шуны иҫләп көлөшәбеҙ.
Кинйәмде бәләкәйҙән эскелеккә, наркоманияға һәм башҡа яман ғәҙәттәргә нәфрәт менән тәрбиәләргә тырыштым. Һөҙөмтәлә ул ошо алама ғәҙәттәргә ҡаршы тематик һүрәттәр эшләне, шуларҙы таратты, йәбештереп сыҡты, инша, шиғыр кеүек ижади конкурстарҙа ҡатнашты, үҙенең класында саралар үткәрҙе. "Эскелектең иң йәш көрәшсеһе" тигән маҡтау хаты ла алды әле. Шул тәңгәлдә ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып бөттө. Аңғармайыраҡ ҡалғанмын, был, һигеҙ йәшлек бала, интернеттағы "Абортҡа ҡаршы"лар төркөмөнә яҙылып, шундай тематик лозунгыларҙы принтер аша сығарып, туҡталыштарға йәбештерергә китеп бара икән. Апаһы күреп ҡалып, туҡтатып өлгөргән. Бер нисә көн буйы донъяла "аборт" тигән бала үлтереүсе бар икәнлеге хаҡында тетрәнеп һөйләне, уҡытыусыһын да, класташтарын да хәбәрҙар иткән булып сыҡты (аҙаҡ йыйылышта ишеттерҙеләр). Унан, эскелеккә ҡаршы һүрәттәрен күршеләрҙең ҡапҡаһына элеп ҡыҙыҡ итә торғайны. Күршеләр бик яҡшы кешеләр, әммә "һуғырға" яраттылар. Ике йорт араһында ел ҡапҡа бар ине. Ҡыҙым йәһәт кенә һүрәт эшләп, шул ҡапҡа аша йүгереп инеп, күршеләрҙең бәҙрәфенә лә, ишегенә лә, эт ояһына ла йәбештереп сыға. Күрше ағай: "Ярай, беҙ - гонаһлы, ә Аҡбайҙың ни ғәйебе бар һуң, ҡыҙым?" - тип көлә ине.
Бына шулай, балалар һәм үҫмерҙәр тормошо үтә лә ҡыҙыҡлы ул. Уның эсенә инә алыу өсөн бары һөйләшә белергә генә кәрәк. Шулай итеп, балаң менән һөйләш.

Яуаплылыҡ ҡына кәрәк

Башта, үҫмерлек - ул уйлап сығарылған төшөнсә, тигәйнек инде. Йәмғиәт тарафынан яһалма рәүештә проблема итеп күтәрелгән күренеш, тигәйнек. Ошо һүҙҙәрҙе яҙғас, әллә күпме күҙҙәрҙең шелтәле ҡарашын, ул ғына ла түгел, әрләргә тип ауыҙҙары асылыуын тоям. Әлбиттә, был тотош фәнгә, медицина хеҙмәттәренә, белгестәргә, педагогик төркөмдәргә, психологтарға һәм тағы ла әллә күпме хеҙмәттәргә эш биреп тороусы өлкә. Нисек итеп унан ҡапыл ғына һәм улай еңел баш тартһындар? Был һис мөмкин булмаған хәл. Әммә был хеҙмәттәрҙең барыһын да урап үтергә лә була. Әгәр ата-әсә ғаиләһендә балаларының был осорон "үткәреп ебәрергә", йәғни юҡ тип иҫәпләргә теләй икән - был мөмкин. Сиселеше лә ябай - яуаплылыҡ. Был хаҡта әҙәбиәт тә, яҙмалар ҙа бар, тик беҙҙә, беҙҙең тәрбиәлә ниңәлер уларҙы ҡулланмайҙар. Баланың бала сағын нисек тә татлыраҡ, йәшлеген уйһыҙыраҡ, тормошон еңелерәк итергә ынтыла атай-әсәй. Тыуғандан алып уны батша итеп ҡуя. Уйынсыҡтар менән күмеп, ҡартайғансы үҙе кейендереп, һуйҙайғансы күтәреп, һорағанында түбәләге шәмгә тиклем бороп алып биреп, бар теләктәрен алға ҡуйып үҫтерә. Уның өсөн дәрес әҙерләй. Уның өсөн конкурстарға иншалар яҙа, һүрәттәр эшләй һәм балаһына маҡтау ҡағыҙҙары алып бирешә. Ә баланың хеҙмәте, һәләте юғында берәүҙең дә эше лә юҡ. Бары тик күңеле булһын, башҡалар алдында юғарыраҡ күтәрелһен. Унан шул баланы түләүле уҡыуға индерәләр. Һөнәр үҙләштереү өсөн. Теләге, һәләте, белеме барлыҡтан түгел, ә уны башҡалар араһында кәм-хур итмәүҙән сығып. Бында ла бала үҙе артыҡ көс һалмай. Артабан ул бала шул уҡыуы талап ителмәгән өлкәләргә эшкә китә. Мәҫәлән, уҡытыусы йәки юрист дипломлы һатыусылар, официанттар, баҙарҙа тороусылар менән донъя тулған. Киләһе этапта шул уҡ атай-әсәй әлеге баланың торлағын хәстәрләй башлай һәм башҡалар.
Күп балалы ғаиләлә үҫкән балалар, ғәҙәттә, яңғыҙ йәки ике балалы ғаиләлә үҫкәндәргә ҡарағанда рухи яҡтан көслөрәк була икән. Атай-әсәйҙең уны әпәүләй алмауы (яратмауы түгел), иңенә бәләкәй туғандары өсөн дә яуаплылыҡ ятыуы уны сыныҡтыра. Ҡолай икән - үҙе тороп китә, сөнки ололар мөһимерәк эш менән мәшғүл. Тәмле аҙыҡты үҙе ашамай, ҡустыһына йә һеңлеһенә бирергә мәжбүр, сөнки туғанының бәләкәслеген, уның яҡлауына мохтажлығын аңлай. Шул уҡ бәләкәс бала ололары килеүгә ашарға бешерергә лә маташасаҡ, сөнки тегеләре был хеҙмәт өсөн маҡтаясаҡ. Йәғни, кешенең мөһимлеген, кәрәклеген баһалау психологияһы был. Бәләкәй кеше ана шулай мөһимлектә тейешле һәм дөрөҫ итеп баһаланһа, уның күңеленә яуаплылыҡтың тәүге орлоҡтары төшөп ятасаҡ. Мәҫәлән, бәләкәскә "Күлдәгеңде бысратма!" тип кенә әйтеү, бәлки, һеңмәҫ, ә "Мин эштән арып ҡайтам, һин миңә ярҙам ит - бысранма", тиеү уны уйландырасаҡ, әсәһенә ҡарата йәлләү тойғоһо уятасаҡ.
Йәш кешенең үҙенең башына ла "Һин - үҫмер, һинең шундай сағың", тигән һүҙҙәрҙе һеңдерергә ярамай. Үҫмерлек осоронда кисергән билдәһеҙлек, кәйефһеҙлек, ҡурҡыу, оялыу һ.б. тойғоларҙы кеше ғүмер буйына ла тойоп йәшәй ала. Эмоционаллек үҫмерлектең генә күренеше түгел, был характер һыҙаты. Тышҡы яҡтан мәғлүмәт булмағанда, ул үҙендә ниндәйҙер һынылышлы мәл икәнен белмәйәсәк тә. Ниндәйҙер физиологик үҙгәрештәрҙе тәбиғәт әҙәмгә көсөргәнешһеҙ һәм зыянһыҙ индерә. Бынан проблема яһарға ярамай. Мәҫәлән, беҙ бит уны белмәнек, ә хәҙергеләр белә. Сөнки тышҡы яҡтан килгән мәғлүмәт уларҙың эске яғына ла үтеп инеп, реакция булдырып өлгөргән.
Үрҙә ҡарап үтелгән "Осоусы кит" ҡорбандары ла үҫмерлеккә бәйле түгел. Был тема махсус рәүештә ҡабартыла, сөнки икенсе урындан алынған мәғлүмәттәр буйынса, ошондай система ҡорбандары булған ололар ҙа байтаҡ. Әлеге уйлап сығарылған үҫмерлек осорон проблемалыраҡ һәм ярҙамға мохтажыраҡ итеп күрһәтеү өсөн был тәңгәлдә аҡса эшләү, халыҡтың иғтибарын нимәгәлер йәлеп итеү йәки башҡа маҡсаттар менән яһалған сара. Эйе, кешеләр менән уйнаусы, уларҙың йәндәрен ҡыйыусы секталар бар - уныһы факт, тик улар әҙәмде йәш категорияһына бүлмәй. Тимәк, был тотош кешелек бәләһе.
Йомғаҡлап әйткәндә, кеше ул шундай идара итеп була торған механизм икән. Быны аңлағандар хакимлыҡ итә лә инде. Кемдәрҙер изге ниәттә, кемдәрҙер яуыз уйҙан сығып. Әйткәндәй, тәүбашланғыстан алып донъя үҙе лә ошо ике көскә нигеҙләнгән, уның урталығы юҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.17 | Ҡаралған: 1110

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru