Халҡыбыҙҙың ваҡыт ағымында, быуаттар төпкөлөндә юғалтып ҡалдырған рухи ҡиммәттәре бөгөн тергеҙелеү юлында. Шундайҙарҙың береһе традицион яндан уҡ атыуҙыр. Һуңғы арала был спорт төрө әүҙемләшә, киңерәк даирәне ялмай бара. Бынан ике-өс йыл элек кенә күптәр традицион яндан уҡ атыуҙы балалар уйыны һымағыраҡ ҡына ҡабул итһә, хәҙер килеп беҙҙә Халыҡ-ара мәргәнлек бәйгеләре ойошторола башланы. Шундай сара ошо көндәрҙә Учалы районында үтте. Фестивалде Учалы районы хакимиәте, район мәҙәниәт бүлеге һәм республика "Мәргән уҡсы" ойошмаһы ойошторҙо.
Учалының тәбиғәте үҙенсәлекле инде, тауҙары ла, ҡалын булмаған урмандары ла, ялан-ҡырҙары ла, күл-йылғалары ла күҙ алдында. Ҡайҙа ҡараһаң да, хозурлыҡтан күҙҙәр һөйөнә. Юлда осраған Байрамғол, Ҡаҙаҡҡол, Наурыҙ, Ғәҙелша ауылдары төҙөк, күркәм, урамдарҙа йәнлелек, йылға буйҙарын бала-саға, ҡош-ҡорт сыбарлаған, кисен эркелеп көтөү ҡайта. "Халыҡ малды арыу тота икән, тимәк, иркен, мул йәшәйҙәр", тип һөйөнөп күҙәтеп үттек көтөү ҡайтыуын. Бер аҙ алғараҡ китеп әйтеп үтәйем, ошо күренештәрҙе беҙ генә түгел, бәйгегә килгән ҡунаҡтар ҙа аңғарған. Ҡырғыҙстандан килгән уҡсы Кубон Томотаев та: "Башҡорттарҙың йәшәйеше лә, ер-һыуы ла күркәм, иркен икән", - тип һоҡланыуын белдерҙе.
Учалының Наурыҙ ауыл биләмәһендәге Ғәҙелша ауылы янында өс көн рәттән барған "Ай, Уралым, Уралым" этно-фестивале сиктәрендә бер нисә ярыш төрө күҙалланғайны. Унда "Урал батыр вариҫтары" этно конкурсы, "Сал Ирәмәл ауазы" этно коллективтар бәйгеһе, "Мәргән уҡсы" традицион яндан уҡ атыу буйынса II Халыҡ-ара фестивале һәм "Семәр" тип исемләнгән милли кейем тегеүсе оҫталар ярышы инде. Әйткәндәй, бөтә был бәйгеләрҙә ҡатнашыусыларҙың кейгән кейемдәре лә тап боронғо башҡорттарҙыҡына ярашлы булып, шул өлгөләрҙә эшләнергә тейешлеге лә шарт итеп ҡуйылғайны. Ошоға ярашлы, әллә күпме һоҡланғыс кейем өлгөләре күрҙек, таныштыҡ, хатта һатып алыу мөмкинлеге лә булды.
"Мәргән уҡсы"ла йәмғеһе 74 мәргән ҡатнашты, улар иҫәбендә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белорусь республикаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән һәм Мәскәү ҡалаһынан килгән бәйгеселәр ҙә бар ине. Ярыш беренсе көндә республика кимәлендә уҙғарылһа, икенсе көн Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолдо. Оҫталар уҡты төрлө оҙонлоҡтағы дистанцияла һәм төрлө алымдар ҡулланып атышып көс һынашты. Һәм иң ғорурландырғаны: республика кимәлендәгендә лә, "Евразия кубогы"на барған айҡашта ла еңеүселәр үҙебеҙҙең егеттәр булды. Был ике еңеүсе-мәргән Бөрйән районынан Салауат һәм Сынбулат Юлбирҙиндар ине. Сәмсел һәм ныҡыш ир-егеттәрҙең был спорт төрөнә тәрән ихтирам менән ҡарауы үҙенекен итте, әлегә улар алдына сыға алыусы юҡ.
Турнирҙа ҡатнашыуға Силәбе ҡалаһынан билдәле өзләүсе Тюргэн Кам да килгәйне. Ул көндөҙ барыһы менән бер рәттән йөрөп уҡ атышһа, ярышһа, кисен өзләүҙең үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы менән һоҡландырҙы. Әйткәндәй, ике кис рәттән, көнө буйы ярышып арыуҙарына ҡарамаҫтан, бәйгеселәр этно төркөмдәр концертын ҡарап кинәнде, бейене. Көндөҙөн Учалы ағинәйҙәре ойошторған сауҙала милли биҙәүестәр һатып алды, ҡымыҙ, буҙа, айран кеүек аш-һыуҙарынан ауыҙ итте. Сәхнәнән район мәктәптәре, үҙешмәкәр ансамблдәр, мәҙәни ойошмалар тарафынан әҙерләнгән рухлы сығыштар өҙөлмәне.
Рәис Низаметдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Был бәйге күмәк көс менән ойошторолған сара. Әҙерлек эштәрендә лә күптәр ҡатнашты. Приз фондын Учалы район хакимиәте башлығы Фәрит Фәтих улы Дәүләтгәрәев булдырҙы. Райондың юл төҙөүселәр ойошмаһы етәксеһе Морат Илһамов, урман хужалығы предприятиеһы етәксеһе Айбулат Байғариндар кеме ағасын, кеме эшселәрен, кеме транспортын бирҙе. Яңы Байрамғол, Наурыҙ, Урал ауыл хакимиәттәре бар хәлдәренсә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ҡыуыш, тирмә, һыу, утын, аҙыҡ-түлек мәсьәләләрен дә хәл итештеләр. Бигерәк тә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилеваның булышлығына рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ бөгөнгө һәм башҡа ошондай сараларҙа ла ойоштороу өлкәһендә йән аямай йөрөгән Юлай Ғәлиуллин, Артур Батыршин, Азамат Юлдашбаев, Денис Өмөтбаев, Арслан Бикбай, Илдар Исхаҡов, Рөстәм Тләүбирҙин, Рөстәм Фазлетдинов, Алһыу Кинйәбаеваларҙың исемдәрен оло рәхмәт, оло ғорурлыҡ менән атап китер инем.
Уҡ атыу буйынса иң беренсе турнирҙы былтыр Учалы һабантуйында үткәргәйнек. Бары дүрт ян алып, дүрт егетте өйрәтеп, шул дүртәү араһында ғына барҙы ярыш. Унан Ҡырмыҫҡалы районында "Уйын" сараһы үтте, шунда 5-6 райондан 12 уҡсы йыйып ала алдыҡ. Быйыл Учалы районында ғына 4 турнир үткәрҙек, әлеге мәлдә районыбыҙҙа 60-лап кеше традицион яндан уҡ ата. Иң йәштәре мәктәп балалары, иң олобоҙға 87 йәш.
Илдә көрсөк, эшһеҙлек, халыҡтың ашарына яҙа-йоҙа, ә һеҙҙә көн дә байрам, көн дә туй, тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килә. Ниндәйҙер юҫыҡта дөрөҫ тә һымаҡ. Тик был уйҙар балаңды етәкләп ошондай сараға килеү менән юҡҡа сыға бит: "Атай (әсәй), был нимә ул, ә теге апайҙың кейгәне (тағып алғаны) нимә тип атала, был ниндәй ҡорал, теге йыр нимә тураһында?"- тип ҡыҙыҡһына бала, уға үҙ милләтенең үткәне, тарихы ҡыҙыҡлы. Ошондай саралар мәғлүмәти һуғыш барған быуатта, үҙ йәшәйешебеҙҙе, башҡорт рухын, милли шөғөлдәрҙе, кәсептәрҙе киләсәк быуынға тапшырып ҡалдырыуҙың берҙән-бер юлы тип уйлайым мин. Барыһының да балаларын музейҙарға, киноларға йөрөтөрлөк мөмкинлеге лә юҡ. Ә бында бөтә күргәҙмәләр, күренештәр, тамашалар бушлай, кил дә күр, бар ҙа өйрән. Һүрәткә төртөп күрһәткәндән бигерәк, баланың бер тапҡыр ғына булһа ла ысын уҡ-һаҙаҡты ҡулына алып, йә атып ҡарауы, тирмәгә инеп, кейеҙ йылыһын, ҡымыҙ тәмен тойоп сығыуы, минеңсә, үтә ныҡ әһәмиәтле - уның күңеленә рух орлоғо, милләте менән ғорурланыу тойғоһо һалынасаҡ.
Юлай Ғәлиуллин, "Мәргән уҡсы" ойошмаһы етәксеһе: Күптән түгел Ҡаҙағстанда "Дала рухы" тип аталған II Донъя этно-фестивалендә ҡатнашып ҡайтҡайныҡ. Был ҙур сараға айырым хәрби сығыштар әҙерләнек. Һыбай йөрөп башҡара торған трюктарҙы Иглин районы Оло Түләк фермеры Хәсән Идиәтуллиндың базаһында, уның аттары менән өйрәндек. Фестивалдә аттарҙа хәрби күнекмәләр күрһәтеүселәр беҙ - башҡорттар ҙа, венгрҙар ғына булдыҡ. Һыбай бәрелештәрҙе, ҡылыс алышыуҙы, һөңгө һуғышын, сыбыртҡы трюктарын, балта ташлауҙы күрһәтте беҙҙең егеттәр. Шулай уҡ, эйәр өҫтөнән, сабып барған ат аҫтынан атыу һәм джигитовканың күп кенә элементтары менән сығыштар яһалды.
Традицион яндан уҡ атыу беҙҙә яңы башланһа ла, донъя кимәлендә ул күптәнге спорт. Венгрҙар, мәҫәлән, ун биш йыллап ата, поляктар ҙа шул сама. Япондар, корейҙар, украиндар ҙа атыша хатта. Мадьярҙарҙа ошо тәңгәлдәге генә утыҙ өс клуб бар икән. Уларҙың йыйылма командаһында ғына ла бөтә Мадьярстандан һайлап алынған иң оҫта егерме алты кеше килгәйне фестивалгә. Улар ысынлап та хәтәр оҫталар, таһыллылар, теләһә ниндәй атҡа һикереп менеп сабалар ҙа, күҙ йомоп атып та ебәрәләр.
Беҙҙең иң ҙур проблема - ат. Башҡортостанда йылҡы күп, менгеләр юҡ. Бигерәк тә беҙҙең спортҡа ярашлы өйрәтелгән аттар юҡ. Был тәңгәлдә идеялар ҙа, пландар ҙа бар, әммә хөкүмәт тарафынан иғтибар аҙ булыуы ғына эсте бошора.
Нурия Ихсанова, Силәбе ҡалаһы "Уралым" телетапшырыуы һәм гәзитенең баш мөхәррире: Силәбенән ундан ашыу кеше тотош бер делегация булып килдек, шуларҙың дүртәүһе традицион яндан уҡ ата. Мәргәндәребеҙҙең иң йәше мәктәп уҡыусыһы, Ҡоншаҡ районынан Данил Хөснуллин. Уның атаһы ла, олатаһы ла традицион йәйәнән уҡ атыу менән шөғөлләнгән. Егетебеҙ уҡ-йәйәне үҙе эшләй ҙә.
Әле ошондай сараны Силәбе ерендә лә үткәрергә ине, тип ҡыҙығып торабыҙ. Беҙҙең бит Һары мәргән тигән билдәле шәхесебеҙ ҙә булған, мәҫәлән, турнирҙы уның исеменә арнарға була. Традицион яндан уҡ атыу бөгөн этник стилдәге модалы бер күренеш, тип тә әйтер инем. Йәштәрҙе ул ошо яғы менән дә ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр. Бигерәк тә унда ҡыҙҙарҙың да, егеттәрҙең дә ҡатнаша, өйрәнә алыуы отошло. Әле үҙем дә тотоноп ҡарағайным, арҡаға, беләктәргә ярайһы ғына көс төшә икән. Йәғни, умыртҡа һөйәгенә, яурынбаштарға, елкәгә, ҡулдарға, күҙҙәргә яҡшы күнекмә. Быларға сәм ҡомары уятыуын да, сәхрәләр хозурлығын да өҫтәһәң, фитнес залдарың ары торһон!
Ғәйниә Асуат, Ҡаҙағстан, Атырау ҡалаһы, бәйгелә ҡатнашыусы: Астана ҡалаһында психологҡа уҡып йөрөйөм. Традицион яндан уҡ атыу минең күңел өсөн ылығып киткән шөғөлөм. Башта атайым ылыҡҡайны был шөғөлгә, яйлап уға мин дә эйәрҙем. Был минең тәүге фестивалем, шулай уҡ Башҡортостанда ла тәүге тапҡырмын. Хистәремде әйтеп кенә аңлатып булмаҫ, бындай бай тәбиғәтте минең күргәнем дә булманы. Бәйгелә артыҡ уңыштарға өлгәшә алмаһам да, килгәнем, ҡатнашҡаным, яңы дуҫтар тапҡаным өсөн сикһеҙ шатмын. Был спорт төрө Ҡаҙағстанда ла яңы ғына үҫеш юлына баҫты, киләсәктә беҙ, төрки халыҡтары, ошондай бәйгеләрҙе бергәләп тә уҙғарырбыҙ, тип ышанам.
Зәйет Шәкиров, Учалы районы Ҡолош ауылы, бәйгелә ҡатнашыусы, 87 йәш: Уҡ-ян менән беҙ бала саҡтан таныш. Малай ваҡыттағы уйындың бер төрө инде ул. Ҡартайғас, был шөғөл менән балалар ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙың атышҡанын ҡарап йөрөп, үҙем дә тотоноп киттем. Бер нәмәһе лә ауыр түгел, тоттом да аттым да ҡуйҙым. Үәт, шулай!
Ярышта беренсе тапҡыр ҡатнашам. Алла бирһә, көс булһа, артабан да йөрөрмөн әле бәйгеләргә. Ололарға ошондай шөғөл файҙалы ла, әүрәткес тә. Бығаса йәйәү йөрөүгә өҫтөнлөк бирә инем. Ҡолоштан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мәҫкәү ауылына ошо йәйҙә генә лә биш тапҡыр йәйәү барып ҡайттым. Хәҙер бына уҡ атыу ҙа өҫтәлде ҡыҙыҡһыныуҙарыма. Ҡартлыҡҡа еңел генә бирешмәҫкә иҫәп.
Азат Ғарипов, Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге хеҙмәткәре: Фестивалдең бер өлөшө булып "Семәр" милли кейем тегеүселәр конкурсы торҙо. Талаптар буйынса, ҡатнашыусылар үҙҙәре теккән кейемдәр менән йә коллективтар өсөн башҡарған ижади эштәре менән килергә тейеш ине. Ундан ашыу бик үҙенсәлекле проект булды. Онотолған, күреп өйрәнелмәгән милли кейем өлгөләрен эҙләп табып, уларҙы шул заман материалдары нигеҙендә тергеҙеп алып килгән оҫталар. Бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен күрһәтеүсе өлгөләр оҡшаны. Боронғо һүрәттәргә, фотоларға ҡарап, кейемдәргә ерлек орнаменттарына тиклем дөрөҫ итеп ултыртылғайны. Быларҙан тыш, боронғолоҡ өлгөләрен заманса кейемдәргә күсереп ижад итеүселәр ҙә табылды. Хатта элекке формаларҙы яңы материалдарҙа тегеүселәр ҙә бар ине. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла яҡшы, әммә бөтөн ошо эштәргә тотонор алдынан оҫталарға милли кейемдәр тарихын ентекле өйрәнергә кәңәш итер инем. Сөнки бөгөн ошо кейемдәр аша бирелгән мәғлүмәт киләсәккә китәсәк һәм яңылыш булғанда, яңылыш булып күсәсәк. Мәҫәлән, хәҙер ағинәйҙәребеҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө булған яға (селтәр, һаҡал), ҡашмауҙарҙы тергеҙеү менән әүҙем шөғөлләнә, Учалыла, Әбйәлилдә хатта айырым конкурс та ойошторолдо. Әммә ҡыҙыл сепрәккә төрлө төймә-мәрйен, биҙәүестәр тағып, заманлаштырам, еңелләштерәм, тип, был биҙәүестәрҙең ысын өлгөләренән ситләшеүҙәр күбәйеп бара. Беҙ быға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Фестиваль көндәрендә бер төркөм белгестәр уҡ-һаҙаҡ менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп торҙо. Теләгәндәр килеп уҡ-яндарҙы тотоп, атып ҡарай алды. Был урында мәңге сират булды. Сөнки теләүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ ине. Күптәр сәмләнеп ҡыҙышып китеп: "Мин дә ян алмаһаммы! Икенсе бәйгелә ҡатнашмаһаммы!" - тип ысҡындырҙы. Шундайҙарға ҡарап, киләһе бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк булырына шик ҡалмай.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА