«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨНАУАЗ
+  - 

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе алдынан тағы бер тапҡыр башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың нигеҙле дәлилдәре тураһында һөйләшеп алайыҡ әле…

Лена СӨЛӘЙМӘНОВА, тарих фәндәре докторы, профессор:
Беҙҙә элек-электән башҡорт мәктәбен мәҙрәсәләргә генә бәйләгән ҡараш йәшәп килә. Әммә ғәмәлдә башҡорт милли донъяуи мәктәбе 19-сы быуаттың икенсе яртыһында уҡ була һәм быйыл уға 150 йыл тула. Хатта Земство вәкилдәре 1867 йылда Ырымбур губернаһының Иманғол ауылында асылған беренсе башҡорт мәктәбен Рәсәйҙең көнсығышындағы иң боронғо рус-башҡорт мәктәбе тип теркәп ҡалдырған.
Ни өсөн был фактҡа иғтибар йүнәлтәм, сөнки башҡорт мәктәбенең барлыҡҡа килеүе - ул кемдеңдер фантазияһы, уйҙырма модель түгел, ә ижтимағи-тарихи үҫеш һөҙөмтәһе. Сөнки мәғариф - ул оҙайлы процесс һәм ул белем, мәғлүмәт, мәғрифәт кенә түгел, ә шәхестең, уның рухи-әхлаҡи потенциалының формалашыуы. Барыбыҙ ҙа туған тел, милли мәҙәниәт аша быуындар бәйләнеше барлыҡҡа килгәнен белә, сөнки тамырҙарыбыҙ рухиәтебеҙҙе һуғарып тора. Тарихыбыҙ - боронғолоҡ ҡына түгел, ә бөгөнгө баҙар мөнәсәбәттәренә, үҫешкә яраҡлаштырып файҙаланырға мөмкин булған ҙур ҡеүәт ул. Шулай ҙа әленән-әле, башҡорт телен уҡытыуҙы тыялар, тигән һүҙҙәр ишетелә. Ғәмәлдә, РФ Конституцияһының 26-сы статьяһындағы 1-2-се пункттар һәр кемдең үҙенең милләтен билдәләү һәм күрһәтеү хоҡуғын, берәү ҙә икенсе милләт тип мәжбүр ителә алмау, һәр кемгә туған тел менән файҙаланыу, аралашыу, тәрбиә биреү, уҡытыу һәм ижад итеү телен ирекле һайлау хоҡуғын бирә. "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль закондың төп мәлдәре лә ошо положениенан сығып эшләнгән һәм ул белем биреү мөнәсәбәттәрен тыймай, киреһенсә, дәртләндерә генә.
Шулай уҡ ҡайһы бер мәлдәргә иғтибар йүнәлткем килә. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты комиссияһы тикшереүҙәре асыҡлауынса, күп мәктәптәрҙә тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, музыка дәрестәрендә, шулай уҡ башҡа предметтарҙы уҡытҡанда этномәҙәни компонент ҡулланылмай, йәғни башҡорт мәктәптәрендә Федераль белем биреү дәүләт стандарттары үтәлмәй булып сыға. Быны ситтән килеп кемдер түгел, ә шундағы уҡытыусылар, мәктәп етәкселеге үҙе хәл итергә, тормошҡа ашырырға тейеш. Барлыҡ предметтарҙа ла башҡорт халҡы, уның арҙаҡлы вәкилдәре, республика, башҡорт халҡының рухи ҡеүәтен формалаштырған шәхестәр тураһында һөйләргә мөмкин. Әммә был тормошҡа ашырылмай. Шулай уҡ уҡыусыларҙың туған телдә белем алыу ғына түгел, имтихан биреү хоҡуғы ла гарантияланған. "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль закондың "Йомғаҡлау аттестацияһы" статьяһында уҡыусыларҙың туған телдән йомғаҡлау имтиханы тапшырыу хоҡуғы билдәләнә. Ләкин Башҡортостанда шундай хәл килеп тыуҙы: башҡорт лицей-гимназиялары үҙҙәренең уҡыусыларын башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән имтихан тапшырырға әҙерләһә, элекке РФ мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливановтың 2013 йылдың декабрендәге ике хатына ярашлы, бындай имтихандарҙы уҡытыу РФ Мәғариф һәм фән министрлығы грифы һалынған әсбаптар нигеҙендә алып барылған осраҡта ғына мөмкин икән. Артабан асыҡланыуынса, баҡтиһәң, бындай талап күптән, тиҫтә йылдан ашыу ҡуйылған була. Ә Башҡортостанда телдәрҙе уҡытыу, ғөмүмән, милли мәктәптәрҙә уҡытыу грифы булмаған дәреслектәр менән алып барылған. Күрше Татарстан Республикаһында был ваҡытҡа 21 дәреслек кәрәкле гриф алған. Шундай мөнәсәбәт булғанда, ниндәй тыйыу тураһында һүҙ булыуы мөмкин?
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа ла бер ниндәй тыйыуҙар юҡ. РФ Конституцияһы милли берәмектәргә үҙ дәүләт телдәрен иғлан итеүҙе гарантиялай, "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль законында Рәсәй Федерацияһында дәүләт теле булған рус теле менән бер рәттән, субъекттар үҙҙәренең дәүләт телен уҡыта алыуы тураһында билдәләнә. Әммә Башҡортостанда был йәһәттән тағы ла бер "ләкин" килеп тыуа: Федераль законда, субъекттарҙың дәүләт телдәре федераль ҡануниәт нигеҙендә генә түгел, ә урындағы закондар нигеҙендә тормошҡа ашырыла, тиелә. "Башҡортостан Республикаһында Мәғариф тураһында" Закондың 6-сы статьяһында иһә, дәүләт теле булараҡ башҡорт теле Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡытыла, тип кенә яҙыла. Тимәк, БР законына тиҙ арала үҙгәрештәр индереү, уны камиллаштырыу зарур.
Бынан тыш, Федераль законда белем биреү мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусы булып атай-әсәйҙәр тороуы билдәләнә. Ә беҙҙә ни өсөндөр улар бары тик балиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәре генә тип йөрөтөлә. Эйе, улар законлы вәкилдәре лә, шул уҡ ваҡытта белем биреү процесында әүҙем ҡатнашыусы, белем биреү усағын, белем биреү телен һайлаусы ла. Шуға күрә уҡыусылар менән генә түгел, атай-әсәйҙәр менән әүҙем эшләргә кәрәк.
Бөгөн ауылдарҙа мәктәп - берҙән-бер тигәндәй социаль-мәҙәни объект булып ҡалып бара. Оптималләштереү сәбәбе менән күп урындарҙа балаларҙы йөрөтөп уҡыталар һәм милли мәктәп ҡатнаш мәктәпкә әйләнә. Әммә "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль законға ярашлы, мәктәптәрҙең учредитель тәртибендә ойошторолоуы яҙылған. Йәғни, уны кемдеңдер теләге буйынса ғына үҙгәртеү мөмкин түгел. Әгәр документта белем усағы башҡорт гимназияһы тип яҙылып, теркәү үткән икән, ул бер нисек тә ҡатнаш булып китә алмай.
Дөйөмләштереп әйткәндә, революцияға тиклемге лә, совет осорондағы ла, хәҙерге ҡануниәт тә милли белем биреүҙе лә, туған телде өйрәнеүҙе лә тыймай. Шуға күрә, уҡытыусыларға һәм мәктәп директорҙарына атай-әсәйҙәр менән ныҡлы эш алып барырға, ә "Башҡортостан Республикаһында Мәғариф тураһында"ғы республика Законын кисекмәҫтән камиллаштырырға кәрәк.

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе: Мин башҡорт теле кәрәкмәй, тигән атай-әсәйҙәр менән килешмәйем, сөнки был өлкәне көйләүсе закондар бар. Туған телдәр беҙҙә вариатив өлөш булараҡ уҡытыла һәм һәр бала үҙенә кәрәкле туған телде һайлай. Дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуға килгәндә инде, әгәр ул дәүләт теле статусында йөрөй икән, ни өсөн уны уҡытыу бәхәс тыуҙырырға тейеш? Законға ярашлы, дәүләт телдәре мотлаҡ рәүештә өйрәнелә. Рәсәйҙә рус теле менән бер рәттән, субъекттың дәүләт теленә эйә ике тиҫтәнән ашыу республика бар. Әгәр ҙә кемгәлер, ни өсөн беҙ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнергә тейешбеҙ, тигәнгә көслө дәлил кәрәк икән, уларға Рәсәй Конституция Судының билдәләмәһе менән танышыу ҡамасауламаҫ.
Һәр ата-әсә балаһының уңышлы булыуын теләй. Бында шуны ла оноторға ярамай: ҡануниәт буйынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ике дәүләт телен дә белергә тейеш. Әгәр атай-әсәйҙәр киләсәктә балаларын төбәгебеҙ етәксеһе итеп күрергә теләһә, уға мотлаҡ башҡорт телен өйрәнергә кәрәк!

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ, журналист, йәмәғәт эшмәкәре: Һуңғы арала башҡорт теленең мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ уҡытылыуына ҡаршы сығып, быны уҡыусылар өсөн зыянлы, тип фаразлаусылар күбәйә башланы. Ватандаштар, тип нарыҡларға тел дә әйләнмәгән ҡайһы бер әфәнделәр өсөн бөгөн башҡорт теленән дә яманыраҡ һәм ҡурҡынысыраҡ дошман юҡ, һәм улар уны дөйөм белем биреү ойошмаларында өйрәтеүҙе законһыҙ, тип иҫбатларға маташа. Бынан әллә ниндәй фажиғә яһауҙың кәрәге юҡтыр, әммә йәмғиәттә таратылған ҡотҡоноң бәғзе бер осраҡтарҙа кешеләрҙең аңын томалап, ысынбарлыҡта буталыш һәм хәүефле низағ-конфликттарға юл асыуы билдәле. Бөгөн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы ниндәйҙер хәүефле күренешкә тиңләүселәр, уға ҡаршы пикет-маҙар ойоштороусылар үҙҙәре халыҡ араһында көсөргәнешлек тыуҙырып, әлегә тиклем Башҡортостанда ныҡ тамырланған милләт-ара татыулыҡҡа, һыйышып һәм килешеп йәшәүгә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә.
Белеүегеҙсә, беҙ конституцион демократик дәүләттә йәшәйбеҙ һәм беҙҙең һөйләгән һүҙҙәребеҙҙең дә, ҡылған ғәмәлдәребеҙҙең дә хаҡлығы конституция һәм закон тип аталған хоҡуҡи бизмәндә үлсәнеп билдәләнеүе фарыз. Шулай булғас, Рәсәй Конституцияһындағы 68-се статьяның 2-се пунктында ниндәй хәҡиҡәт сағылыш табыуын иҫегеҙгә төшөрмәксемен: "Республикалар үҙ дәүләт телдәрен булдырырға хоҡуҡлы. Республикаларҙың дәүләт власы органдарында, урындағы үҙидара органдарында, дәүләт учреждениеларында улар Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле менән берҙәй ҡулланыла". Тимәк, оло Ватаныбыҙ - Рәсәйҙең Төп законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре - рус һәм башҡорт теле - бер үк конституцион-хоҡуҡи статусҡа эйә. "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Федераль закондың илебеҙ халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм ҡулланыу өлкәһенә арналған 6-сы статьяһында милли республикаларҙың дәүләт телдәре үҫешенә булышлыҡ итеү бурысы юғары дәүләт власы органдары йөҙөндә Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәренә ҡарай, тип бар донъяға белдереү ошо фекеребеҙҙе раҫлап тора бит! Тимәк, кемдәрҙеңдер дәүләт теле булған башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы сығыуы уның үҙенең ошо Рәсәй законына ҡаршы булыуын, хатта Республика Башлығын ошо законды боҙорға саҡырыуын туранан-тура күрһәтеп тора.
Йәнә, "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында" ғы Закондың Рәсәй халыҡтары телдәрен өйрәнеү һәм уҡытыу нормативтарын билдәләүсе 10-сы статьяһын иҫкә алмайынса булмай. Ошо статьяның 3-сө пунктында "Республикаларҙа дәүләт телдәрен һәм башҡа телдәрҙе уҡытыу уларҙың ҡануниәтенә ярашлы башҡарыла", тип асыҡтан-асыҡ, боронғоса әйткәндә, аҡҡа ҡара менән яҙылған.
Рәсәй закондары нигеҙендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың законлылығын иҫбат итеү генә түгел, уны артабан камиллаштырыу өсөн дә бөтә мөмкинлектәр бар. Һәм иң элек беҙгә ошондай мөмкинлекте Рәсәй Федерацияһы Конституция Судының 2004 йылдың 16 ноябрендә Татарстан Республикаһында татар теленең дәүләт теле сифатында рус теле менән бер күләмдә уҡытылыуының Рәсәй закондарына ярашлы булыу-булмауын билдәләү буйынса ҡабул иткән ҡарары бирә. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Конституция Суды юристары ошо ҡарарҙы ҡабул иткәндә граждандарҙың һәм милләттәрҙең халыҡ-ара хоҡуҡи азатлыҡтарын нигеҙ итеп алды, Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ милли республикаларға биргән вәкәләттәрен дә иҫәптән сығарманы. Конституция Суды ҡарарының 4-се пунктында ошо хаҡта бына нисек яҙылған: "4. Государственные языки республик - один из элементов конституционного статуса этих субъектов Российской Федерации, который определяется Конституцией Российской Федерации и Конституцией республики (статья 66, часть 1, Конституции Российской Федерации) и вместе с тем обусловлен федеративным устройством Российской Федерации, основанном на ее государственной целостности, единстве системы государственной власти, разграничении предметов ведения и полномочий между органами государственной власти Российской Федерации и органами государственной власти субъектов Российской Федерации, равноправии и самоопределении народов в Российской Федерации (статья 5, часть 3, Конституции Российской Федерации)".
Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды ҡарарына ярашлы, татар телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу үҙенең конституцион-хоҡуҡи асылы буйынса Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килмәй, сөнки ул уҡыусыларҙың төп дөйөм белем һәм артабан юғарыраҡ кимәлдәге белем алыу хоҡуғына ҡамасауламай. Рәсәй Конституция Суды ҡабул иткән ошо ҡарар Рәсәйҙең бөтә субъекттары өсөн берҙәй ҡулланыла, йәғни, милли республикаларҙа үҙ дәүләт телдәрен уҡытыу өсөн әле һүҙ барған юридик документ иң юғары кимәлдәге һәм туранан-тура мотлаҡ үтәлә торған күрһәтмә ролен үтәй (был юриспруденцияла "прецедент хоҡуғы" тип атала).
Рәсәй Конституция Судының әлеге ҡарарына ярашлы башҡарылған эшмәкәрлек башҡа бер органдарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең раҫлауын (тимәк, кемдең дә булһа мөрәжәғәте буйынса тикшереү ойоштороуын да) талап итмәй. Конституция Судының әлеге ҡарарында, һүҙмә-һүҙ тигәндәй, ошолай яҙылған: "Согласно частям первой и второй статьи 79 Федерального конституционного закона "О Конституционном Суде Российской Федерации" настоящее Постановление окончательно, не подлежит обжалованию, вступает в силу немедленно после провозглашения, действует непосредственно и не требует подтверждения другими органами и должностными лицами". Шулай булғас, РФ Генераль Прокуратураһының туранан-тура ҡушыуы буйынса Рособрнадзорҙың вазифалы функционерҙарының Башҡортостанда башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың законға ярашлы булыу-булмауын тикшереп йөрөүе үҙе үк уларҙың иң юғары кимәлдә ҡабул ителгән юридик аңлатманы белмәүен, йәиһә, белеп тә, билдәле бер сәйәси маҡсатҡа ярашлы эш башҡарыуын күрһәтә.
Иғтибар итегеҙ, йәмәғәт! Был юғары юридик ҡарар шулай уҡ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу уҡыусының рус телен, математиканы, химияны һәм, ғөмүмән, мәктәптә уҡытылған барса предметтарҙы үҙләштереүе өсөн бер нисек тә тотҡарлыҡ була алмай, тигәнде аңлата бит. Әлбиттә, милли республикаларҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә рус теле, йәиһә башҡа предметтар буйынса белем биреүҙең дәүләт стандарттарының теүәл үтәлеүенә өлгәшеү фарыз. Тик был осраҡта мәғариф органдары етәкселәренең, педагогик коллективтарҙың, һәр уҡытыусының үҙенә тәғәйен эшен заманса һәм ижади башҡара алыуы мотлаҡ. Дөрөҫө лә шул: уҡыусыларҙың белем сифатына, ижади һәләттәренең үҫешенә теге йәки был мәктәптең дәрестәр теҙмәһендә татар йәиһә башҡорт теле дәрестәренең булыуы кире йоғонто яһай алмай. Әлеге һығымта күптән инде Рәсәй милли мәғарифы ысынбарлығында кире ҡаҡмаҫлыҡ аксиома булараҡ ҡабул ителә: туған телдәре менән бер рәттән, рус телен дә берҙәй өйрәнә алып, билдәле математик, химик, программист, инженер, яҙыусы, табип, тағы әллә күпме һөнәр эйәләре булып танылған, һәр хәлдә, бер кемдән дә кәм-хур булмаған миллиондарса ватандаштарыбыҙға бер юлы ике, ә сит ил телен дә иҫәпкә алһаҡ, өс телде өйрәнеү бөткөһөҙ зыян килтерергә тейеш ине бит. Юҡ, мәктәптә өҫтәмә телде өйрәнеү балаға зыянлы, тигән фекерҙе бөгөн үҙ аңын үҙҙәре сәйәси сәбәптәр менән томалаған әҙәмдәр генә хуплай. Йәнә шуны ла иғтибарға алыу фарыздыр. Күптән түгел Йошкар-Ола ҡалаһындағы сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путин уҡыусыларға туған телдәрҙе мәжбүри өйрәтеүҙе хупламауын белдергәйне. Был бер теллелектән арына алмаусы, башҡа телдәрҙе күрә алмаусыларға етә ҡалды. Йәнәһе, В.Путин да улар яҡлы! Әммә һүҙ тап туған телдәр хаҡында ғына бара ине: Президенттың телмәрендә милли республикаларҙың дәүләт телдәре тураһында бөтөнләйгә бер ни ҙә әйтелмәне бит. Ысынлап та, халыҡса әйткәндә, тауыҡ төшөнә тары керә шул.

Буранбай КҮСӘБАЕВ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы: Һуңғы айҙарҙа мәғариф өлкәһендә мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ уҡытыу тураһында бәхәстәр көсәйҙе. Уның барышында төрлө фекерҙәр әйтелеүе тәбиғи, ләкин терминдарҙы, уҡытыу технологияһын бутау былай ҙа ҡатмарлы мәсьәләне тағы ла сетерекле итеп ебәрә. Шуға күрә, юридик терминдарҙы, хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе ҡулланыуға күсер алдынан бер нисә фекер әйтер инем.
Беренсенән. Һәр ата-әсә балаһын ниндәй телдә уҡытырға уйлай, шул телде һайлай ала, ләкин был мәктәптең мөмкинлектәренә ҡарай. Был теләк ата-әсәнең ғаризаһында күрһәтелә.
Икенсенән. Һәр ата-әсәнең балаһын мәктәпкә урынлаштырғас, төплө белемгә өмөт итеүе законлы. Был теләгенең тормошҡа ашырылыуы тураһында ата-әсә даими хәбәрҙар булырға тейеш. Бының өсөн уҡытыусылар коллективы менән әүҙем һәм даими бәйләнештә булыу зарур.
Өсөнсөнән. Ныҡлы, сифатлы белем биреү, тәрбиәле, тәртипле баланы тормошҡа әҙерләү ата-әсәнең, мәктәп коллективының һәм бөтөн йәмғиәттең (тәү сиратта, мәғариф органдарының, министрлыҡтың, хөкүмәт органдарының) берлектә эшләүен талап итә. Бергә эшләүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, юғиһә, йә ғаиләне, йә мәктәпте генә был мәсьәләлә яуаплы итергә тигән фекерҙәр яңғырай. Тик бергә эшләгәндә генә кәрәкле һөҙөмтә буласаҡ.
Дүртенсенән. Туған телдә уҡытыу - ул башланғыс синыфтарҙа бөтә уҡыу предметтарын (әлбиттә, рус һәм сит телдән башҡаһын) туған телдә, йәғни, башҡортса уҡытыу, ә урта кластарҙа ҡайһы бер предметтарҙы мәҫәлән, математиканы яйлап русса уҡытыуға күсеү була.
Һәм тағы бер фекер. Һәр ата-әсә мәктәпте тамамлағанда балаһының физик яҡтан ныҡ һәм таҙа, киң эрудициялы, төплө белемле, алған белемен тормошта иркен файҙалана белгән, төрлө тормош һынауҙары һәм ауырлыҡтарына ҡаршы икеләнмәй тора алырлыҡ шәхес булыуын теләй. Күпселек ата-әсә ошоноң менән сикләнә. Ләкин тормош күрһәтеүенсә, был ғына аҙ. Мин тағы ла ошоно өҫтәр инем - йәмғиәтте аңлай һәм уға әүҙем тәьҫир итә алырлыҡ гражданин тәрбиәләү ҙә мөһим. Мәҫәлән, СССР-ҙың тарҡалыуы шуны күрһәтте. Төрлө ялғандарға ҡаршы тора алмай, башҡа милләт кешеләренең телен белмәй, менталитетын аңламай, СССР-ҙы тарҡаттырҙыҡ, дөрөҫөн әйткәндә күмәкләшеп быға юл ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, СССР-ҙы тарҡатыу өсөн махсус көс һалыусылар ҙа булды. Иҡтисади ҡаршылыҡтарҙы еңерлек етәкселәргә юл бирмәнеләр. Ләкин иң мөһиме - ундай етәкселәрҙе яҡларлыҡ әүҙем граждандар аҙ булды. Миңә нишләптер бөгөн Рәсәйгә ҡаршы ла ошондай хәл-ваҡиғалар ойошторолғандай тойола.
Ошо фекерҙәрҙән һуң ҡабат мәктәпте тамамлаған балаларҙың сифаттарына күсәйек. Мин әүҙем гражданин тигәнгә асыҡлыҡ индерер инем: киң, төплө, белемле, шулай уҡ тарихты белгән, үҙ позицияһы булған, төрлө телдәрҙә үҙенең фекерен әйтә һәм яҡлай белгән шәхесте мәктәп тәрбиәләргә тейеш. Ул саҡта Рәсәйҙең киләсәге ныҡлы, киреһенсә булһа, СССР-ҙың хатаһы ҡабатланыуы ихтимал.
Хәҙер юридик терминдарға һәм ҡайһы бер норматив базаларға күсәйек.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы авторҙары уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында киң йәмәғәтселек ҡабул иткән (Рәсәй халҡы ғына түгел, ә элекке СССР халҡының күпселеге аңлаған һәм риза булған) дәүләт телдәре тигән төшөнсәне Рәсәй Конституцияһы проектына индерҙе һәм Конституция референдум юлы менән ҡабул ителде. Рәсәй Конституцияһына ярашлы, Рәсәй составындағы республикалар үҙҙәренең дәүләт телдәрен билдәләй. Ошо нигеҙҙә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында дәүләт телдәре итеп рус һәм башҡорт телдәре билдәләнгән.
Дәүләт теле мотлаҡ бөтә уҡыусыларға ла уҡытылырға тейеш. Ошо фекерҙе Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды үҙенең 2004 йылдың 16 ноябрендәге №16-П ҡарары (постановление) менән яҡлап сыҡты. Был документтың йөкмәткеһен бөгөн күптәргә ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Шуға күрә, уның йөкмәткеһен ҡыҫҡаса аңлатыуҙы кәрәкле һанайым. Ҡарарҙа күрһәтелгәнсә, гражданин С. И. Хапугин Ҡаҙан ҡалаһы Ново-Савиновский районының мәғариф бүлеге начальнигының татар телен дәүләт теле булараҡ мотлаҡ уҡытыу тураһындағы бойороғон юҡҡа сығарыуҙы һорап, судҡа бирә. Шулай уҡ икенсе судтан ул ошо туралағы уҡыу планының законға ярашһыҙ икәнен билдәләүҙе һорай. Уларҙы бергә дөйөмләштереп, РФ Конституция Суды татар телен дәүләт теле булараҡ Татарстанда рус теле менән бер күләмдә уҡытыуҙы яҡлап сыға. Ҡарарҙа ул түбәндәгесә яңғырай: "...татар һәм рус телдәрен Татарстан Республикаһында мәктәптәрҙә башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларында бер үк күләмдә уҡытыуҙы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы тип табырға..." Шулай уҡ 3-сө пунктында "... ҡарар иғлан ителгәс тә үҙ көсөнә инә, башҡа органдарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең раҫлауына мохтаж түгел...", - тип әйтелә.
Тимәк, БР Мәғариф министрлығына рус һәм башҡорт телдәрен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы мәктәп программаларына индереүҙе ойошторорға ғына ҡала. Әгәр министрлыҡ ошо эште атҡармай икән, тимәк, үҙе үк закондарҙы һәм РФ Конституция Судының билдәләмәһен һанға һуҡмай, тигәнде аңлата. Тағы бер документты әйтмәй булмай. РФ Конституция Судына ошо хәлгә оҡшаған тағы бер мөрәжәғәт Сыуашстан Республикаһынан яҙыла. Был турала РФ Конституция Судының 2011 йылдың 27 ғинуарындағы 88-0-0 билдәләмәһе (определение) бар. Билдәләмәнең дә ҡыҫҡаса йөкмәткеһен күрһәтеп китеү кәрәктер тип уйлайым. Билдәләмәнең атамаһына иғтибар итегеҙ: "Гражданин Д. Н. Козловтың Сыуаш Республикаһының "Сыуаш Республикаһы телдәре тураһында"ғы законында Сыуашстан мәктәптәрендә сыуаш телен уҡытыуҙы талап итеү уның хоҡуҡтарын боҙа тип яҙған мөрәжәғәтен кире ҡағыу тураһында". Билдәләмәнең (определение) йөкмәткеһенә түбәндәге аңлатма бирелә: Гражданин Козловтың мөрәжәғәте ҡаралмай һәм кире ҡағыла, сөнки был темаға ҡағылышлы ҡарар №16-П 2004 йылдың 16 ноябрендә Татарстандағы хәл буйынса ҡабул ителә, Рәсәй Федерацияһының закондарына ярашлы, Конституция Суды темалары тап килгән осраҡта ошондай билдәләмәләр менән генә сикләнә. Тимәк, РФ Конституция Суды дәүләт телдәрен бөтә балаларға ла уҡытыуҙы ыңғай хәл иткән.
Хәҙер мәктәптәрҙә телдәрҙе уҡытыуҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәренә киләйек. Республикала дәүләт телдәре булараҡ башҡорт теле аҙнаға 1 йәки 2 сәғәт өйрәнелә. Уҡытыусылар менән кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килергә ваҡыттыр һәм уны Мәғариф министрлығы үҙенең ҡағыҙҙары менән нығытып ҡуйырға тейеш. Миңә ҡалһа, сит тел аҙнаға нисә дәрес уҡытылһа, дәүләт теле лә шунсама сәғәт уҡытылырға тейеш. Сит телдәр тигәс, өҫтәп әйтер инем: айырым уҡытыусылар тәжрибәһен файҙаланып, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы сит телдәрҙе өйрәнеү методикаһы буйынса ойошторорға кәрәк. Китаптарға ла шундай уҡ талап булырға тейеш. Ә башҡорт балаларына (ниндәй телдә уҡыуҙарына ҡарамаҫтан) башҡорт теле туған тел булараҡ ҡына уҡытылырға тейеш. Юғиһә, мәктәптәрҙә, бигерәк тә ҡалаларҙа, башҡорт балаларын уҡытырға тейешле туған тел дәрестәрен дәүләт теле программаһы менән генә сикләү осраҡтары бар.
Августа, йылдағыса, республикала, ҡала һәм райондарҙа мәғариф мәсьәләләренә ҡағылышлы кәңәшмәләр үтә. Уларҙа уҡыу-уҡытыуға арналған башҡа мөһим мәсьәләләр менән бер рәттән, башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәнеү мәсьәләләре лә күтәреләсәк, тип уйлайым. Кәңәшмәләр эшендә Рәсәй Федерацияһы Конституция Судының үрҙә күрһәтелгән ҡарары һәм билдәләмәһе ҡулланыу табыр, тип өмөтләнәм. Шулай булмаһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының байтағының эш урындарына хәүеф янаясаҡ. Бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте, ошоғаса халҡыбыҙҙың оло мираҫы, уның төп асылын билдәләүсе байлығын һаҡлайым, үҫтерәм тип йөрөгән уҡытыусылар дәүләт һәм муниципалитеттар, йәмәғәт ойошмаларының яҡлауына мохтаж.

Рәйсә КҮЗБӘКОВА, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты белгесе: Беҙҙең мәғариф учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуға ҡағылышлы һүҙ сыҡһа, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына һылтаныуҙы ғәҙәт итеп алдылар. Ә бит Федераль стандарттар туған телдәргә, туған телдә уҡытыуға ҡаршы килмәй, киреһенсә, был өлкәлә асыҡ бурыстар ҡуйыла. Мәҫәлән, "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль закондың төп принциптарының береһе - "халыҡтарҙың этномәҙәни үҙенсәлектәрен һәм традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү". Шуға ярашлы, уҡыу предметтарының йөкмәткеһенә мәктәп һәм этномәҙәниәт компоненты индерелергә тейеш. Башланғыс кластарҙа ул 80:20 нисбәтендә, урта кластарҙа 70:30 нисбәтендә. Үкенескә күрә, республика мәктәптәрендә стандарттың был талабы бөгөн үтәлмәй тиерлек. Уның үтәлешен урындағы мәғариф менән идара итеү органдары тәьмин итмәһә, кем ул эште атҡарыр? Был органдар иң тәүҙә милли республикаларҙағы милли мәғариф сәйәсәте өсөн яуаплы икәнен онотмаһындар ине.
Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индергән саҡта иң төп бурыстарҙың береһе итеп балаларға сифатлы белем биреү талабы ҡуйылды. Ә беҙ бөгөн нимә күрәбеҙ? Оптималләштереү, тип, ауыл мәктәптәре күпләп ябылды. Элек гөрләп эшләгән урта мәктәптәр аҙ комплектлы мәктәптәргә әйләнде. Ләкин ауыл мәктәптәренә ябырылған бәләләр бының менән генә бөтмәне. "Дорожная карта развития образования" тигән документ нигеҙендә ауыл мәктәптәрендә эшләүсе белгестәр ҡыҫҡартылды. Һөҙөмтәлә бөгөн аҙ комплектлы мәктәптәрҙә балалар өсөн һөнәр һайлағанда ныҡ кәрәк булған химия, физика, биология, география кеүек предметтарҙы был фәндәр буйынса белгестәр түгел, ә кемгә сәғәт етмәй, шулар уҡыта. Яңы стандарттар буйынса ҡаралған, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелергә тейешле дәрестән тыш сәғәттәр (внеурочные часы) тураһында әйтеп тә тормайым, улар ҙа, элек төрлө түңәрәктәр өсөн бүленгән сәғәттәр ҙә юҡ хәҙер. Ошо буламы ни сифатлы белем биреү? Ауыл балаларын наҙан ҡалдырыу бит был.
Ауыл мәктәптәрендә 9-сы класты тамамлаған балаларҙың 70-80 проценты мәктәптә уҡыуын артабан дауам итмәй. Сөнки, берҙән, уларҙың белеме тейешле кимәлдә түгел, икенсенән, уларҙың аңына "Һин БДИ бирә алмайһың" тигән фекер ныҡлы һеңдерелгән. Бөгөн Мәғариф министрлығының, класта 7 бала булмаһа, ул класс ябылырға тейеш, тигән нормаһы арҡаһында аҙ комплектлы мәктәптәр һуңғы сиккә еткерелде. Мәғарифтың ниндәй булырға тейешлеген финансистар хәл итергә тейеш түгел. Мәғарифтың үҫеш юлдарын Закон, Федераль дәүләт белем биреү стандарттары билдәләй. Экономиялау артынан ҡыуып, ошо мөһим документтарҙы онотоп ебәрмәйек. Әлбиттә, был проблема Мәғариф министрлығы кимәлендә генә хәл итерлек түгел, шуның өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә үҙенең Президиумының бер ултырышын милли мәғариф проблемаларына арнауы өлгөрөп еткән мәсьәлә. Иң тәүҙә аҙ комплектлы мәктәптәрҙе финанслау системаһы үҙгәрергә тейеш.
Әйтергә кәрәк, һуңғы прокурор тикшереүҙәре лә аптыратты. Тикшереү тик шаблон буйынса үткәрелеп, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға һәм дәреслектәргә генә ҡағылды. Мәғариф тураһындағы закондың 14-се статьяһының боҙолоуына, йәки балаларға туған телдәрендә белем алыу өсөн шарттар тыуҙырылмауына улар иғтибар ҙа итмәне. Ә бит туған телдәрҙе өйрәнеү мотлаҡ булған федераль предметтар исемлегендә тора. Күп урында туған телдәрҙе уҡытыу ойошторолмай, ләкин был факт ни эшләптер тикшереүселәрҙең күҙенә эленмәй. Бөтә республикаға дау һалып тикшереүен тикшергәс, бөтә норматив базаның үтәлеше ҡаралһын ине ул. Юҡһа, был тикшереү республика халҡы тарафынан бер нисә ялыу яҙыусының үтенесен ҡәнәғәтләндереү һымаҡ ҡына ҡабул ителде.
Был тикшереүҙәр йәш быуынды тәрбиәләүҙә туған телдең, халыҡ йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәрен аңламаған, перспективаны күрә белмәгән, тик БДИ һөҙөмтәләре менән генә ҡыҙыҡһынған етәкселәргә етә ҡалды. Уларҙың байтағы ата-әсәләр менән эште рус теле файҙаһына башлап та ебәрҙеләр. "Һеҙҙең балаларығыҙ БДИ бирә алмаясаҡ", тип, ата-әсәләргә баҫым эшләп, "Туған телем урынына рус телен өйрәнергә теләйем" тип, ғаризалар йыйыу башланды. Закондың үтәлешен күҙәтеүсе органдарға һорау бирге килә: ниңә ошо факттар уларҙың иғтибарынан ситтә ҡала? Закондың үтәлешен тикшереү ҡорғаны артында башҡорт теленә ҡаршы аҫтыртын көрәш башланманымы икән?

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ошо фекерҙәрҙе баҫырға әҙерләнгәндә Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Гөлназ Шафиҡованың "Рәсәй радиоһы Башҡортостан"дың "Мысли вслух" программаһында (1 август, 2017) мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу буйынса килеп тыуған хәл-торошҡа аңлатма биреүе эфирға сыҡты. Ведомство етәксеһе башҡорт теленең республикала мәктәп программаһында мотлаҡ предмет булып ҡаласағын белдерҙе: "Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ 1-9-сы синыфтарҙа аҙнаһына бер йәки ике сәғәт уҡытыла. Уны өйрәнеү Федераль дәүләт белем биреү стандарты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм БР Конституцияһы, "Башҡортостан Республикаһында Мәғариф тураһында"ғы закон менән тәьмин ителә". Әммә аңлатмаһының һуңында министрҙың, үҙ-үҙенә ҡапма ҡаршы килеп, "дәүләт теле булараҡ башҡорт теле мәктәптең коллегиаль советы ҡарары буйынса уҡытыла", тип ысҡындырыуы ғына хәүеф тыуҙыра. Әгәр дәүләт телдәрен уҡытыу буйынса РФ Конституция Суды үҙ ҡарарын сығарған һәм рөхсәт биргән, дәүләт телдәрен уҡытыу Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына тап килә икән, "мәктәптең коллегиаль советы" был ойошманан һәм закондан өҫтөнөрәк булып сығамы? БР мәғариф министрының ошо уҡ тапшырыуҙағы тағы бер яуабы уйланырға мәжбүр итмәй ҡалмай. Тура эфирға шылтыратыусының: "Беҙҙә ҡасан уҡытыу туған телдә, башҡорт телендә алып барыла башлаясаҡ?" - тигән һорауына Гөлназ Радмил ҡыҙы предмет булараҡ туған телдәрҙе уҡытыу (!) тураһында мәғлүмәт биреү менән генә сикләнде: "Әгәр ата-әсә балаһының туған телде өйрәнеүен һорап мөрәжәғәт итһә һәм синыфта төркөм тупланһа, мәктәп бындай хоҡуҡты тәьмин итергә тейеш. Әйтәйек, 20 бала уҡыған синыфта 10 бала - башҡорт, 10-ыһы татар телен һайлаһа, мәктәп синыфты ике төркөмгә бүлеү мөмкинлеген ҡараясаҡ. Нормативтарға ярашлы, бындай төркөмдә кәмендә 7 бала булырға тейеш. Республикала рус милләтенән булмаған балаларҙың 67 процентының туған телен өйрәнеү мөмкинлеге бар".
Быға тиклем дә министрлыҡ белгестәре, урынбаҫарҙарының төрлө сараларҙа бирелгән һорауҙарға уратып-суратып яуап биргеләгәне сер түгел. Әгәр телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау, уларҙы өйрәнеү, туған телдә уҡытыу мәсьәләләре менән дә шөғөлләнергә тейешле учреждение белгестәре үҙҙәре үк был мәсьәләнең асылын һаманғаса аңламай икән, бәхәстәр, моғайын, оҙаҡ дауам итер әле. Ә һеҙ был хаҡта ни уйлайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.17 | Ҡаралған: 1019

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru