Фән өсөн заман да, ваҡыт та юҡтыр. Ул ниндәй генә быуаттарҙа, йылдарҙа һәм шарттарҙа ла асыштар яһауҙан, яңылыҡтар алып килеүҙән туҡтамай. Кешелек ниндәй генә осор, хәл һәм ваҡиғалар кисергәндә лә фән эҙләнеү өҫтөндә. Ул һуғыштарҙан, сәйәсәттән ситен, яһалмалыҡтан, алдаҡтан өҫтөн, тыйыу-сикләүҙәргә һыймаҫ, хис-тойғоға бирелмәҫ, ә бары хәҡиҡәтте генә ярып бирер айырым бер донъялыр. Һәм был донъяға бары тик уның асылын һәм мөһимлеген аңлаусылар ғына хеҙмәт итә торғандыр. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, география фәндәре докторы, профессор Айбулат Вәли улы ПСӘНЧИН дә ана шундайҙарҙан. Ул ғалим ғаиләһендә тыуып үҫеп, шул мөхит ҡиммәттәрендә тәрбиәләнеп, бөгөн үҙе лә ошо өлкәгә хеҙмәт итеүселәрҙән.
Һеҙҙең ғаилә уникаль күренеш - бер өйҙән өс профессор. Атайығыҙ Вәли Шәғәли улы башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ағайығыҙ Юлай Вәли улы шулай уҡ башҡорт филологияһы фәнен өйрәнеүсе ғалим. Тотош бер ғалимдар династияһын булдырғанһығыҙ. Һөйләп китегеҙ әле, нисек тәрбиәләнеләр һеҙҙе - буласаҡ ғалимдарҙы?
- Эйе, беҙ бер ғаиләнән өс фән докторы сыҡҡанбыҙ. Әммә бының өсөн нисектер айырым тәрбиәләндек, тимәҫ инем. Әйтемдәгесә, атанан күргән - уҡ юнған, йәки, баланы һүҙ менән тәрбиәләмә, ул барыбер үҙең кеүек буласаҡ. Шуның һымаҡ, беҙ ҙә бәләкәйҙән атайыбыҙҙың өҫтәл артында яҙышып ултырып, фән донъяһына хеҙмәт иткәнен күреп үҫтек. Әсәйебеҙ иһә, атай эшләгәндә шауламаҫҡа, ҡамасауламаҫҡа, уның хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтте. Атайҙың аралашҡан ғаилә дуҫтары ла, коллегалары ла шундай уҡ фән белгестәре, бик ҡыҙыҡлы шәхестәр ине. Беҙ улар килгәндә, ҡыҙыу бәхәстәр, һөйләшеүҙәр алып барғанда, шым ғына тыңлап ултыра торғайныҡ.
Быларға өҫтәп, атайҙың бик бай китапханаһы булды. Шул китаптар донъяһында йәшәнек инде. Ҡулға китап тоттороп, "уҡы", тигән кеше лә булманы, артыҡ баҫым яһап, дәрес әҙерләтеүсе лә юҡ ине. Әммә ағайым менән икебеҙҙең дә ҡулдан китап төшмәне, шул китапханалағы бар әҙәбиәтте лә, хатта үҙ йәшебеҙгә әле аңлайышһыҙ булған фәнни әҙәбиәтте лә белергә ынтылдыҡ. Төшөнөп етмәгәндәрҙе атайҙан һорап, һөйләтеп ала торғайныҡ. Ул да, нисек кенә эше күп булһа ла, беҙгә ваҡыт бүлә белде. Бергәләп саңғыға, катокка, һыу инергә йөрөнөк, өйҙә шахмат-шашка уйнаныҡ, баҡсала тир түктек. Күреүегеҙсә, беҙҙе берәү ҙә ғалим итеү маҡсатында тәрбиәләмәгән, ябай балалар, ҡәҙимге малайҙар булып үҫтек.
Атайығыҙ менән ағайығыҙ башҡорт тел ғилеме ғалимдары булһа, һеҙ ҡырҡа икенсе йүнәлеште - географияны һайлағанһығыҙ. Был ҡарар нимәгәлер нигеҙләндеме? Шулай уҡ картография өлкәһендәге хеҙмәттәрегеҙ хаҡында ла белге килә.
- Баш ҡаланың 20-се мәктәбендә уҡығанда география фәне бик ҡыҙыҡлы итеп алып барылды һәм күп кенә балаларҙы үҙенә йәлеп итте. Мин был өлкәне яҡшы аңланым, география, геология буйынса олимпиадаларға йөрөп, башта Башҡортостан, унан Рәсәй йыйылма командаһына инеп киттем. Юғары кластарҙа геологтарға ҡушылып, экспедицияларға сыға башланыҡ. Унан инде юғары белем алырға ла география факультетына уҡырға индем. Аҙаҡ университетта бер нисә йыл эшләнем. Тарихҡа булған ҡыҙыҡһыныу ҙа көслө ине һәм мин тарихи география йүнәлешен һайланым. Рәил Ғүмәр улы Күзеев менән кәңәшләшеп, Археология һәм этнография музейында эш башланым. Мәскәүҙең этнология һәм антропология институтында стажировкаларҙа белемемде камиллаштырҙым.
Карталарҙы өйрәнеүгә килгәндә инде, был өлкәнең һаман беҙҙең ғалимдарҙың иғтибарынан ситтә ҡалып килеүе этәргес булғандыр. Башҡорт милли ҡомартҡыларын, телен, тарихын юғары кимәлдә өйрәнгән абруйлы ғалимдарыбыҙ булды, әммә тап карталарҙы тарихи сығанаҡ итеп өйрәнеү артыҡ үҫешмәне беҙҙә. Был мәғлүмәт инештәрен күберәк Рәсәй картографияһынан алдыҡ, ә унда урта быуат карталары һаҡланмаған да тигәндәй. Чертеждар Мәскәүҙәге янғындар ваҡытында ла юҡҡа сыҡҡан, шулай уҡ башҡа сәбәптәре лә булғандыр, һәр хәлдә, беҙҙең ҡулға һуңғы быуаттар (ун алты-ун етенсе) карталары ғына килеп эләгә ине. Ә бит донъя карталарында бик боронғо замандарҙа ла Башҡорт ере, Урал төбәге билдәләнгән. Германия, Голландия, Италия, Франция һәм Көнсығыш карталарын ентекле тикшереп, был өлкә буйынса фәнни эш яҙырға тура килде,"Иҫке карталарҙағы Башҡортостан" тигән баҫма ла сыҡты.
Әйтеп үтергә кәрәк, Урал йылғаһы бик боронғо заманда уҡ Птолемейҙың картаһында ла Яйыҡ (Даикс) атамаһы аҫтында теркәлгән. 1367 йылда бер туған Пициганиҙарҙың картаһы барлыҡҡа килә. Унда Кама йылғаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан "таҙа яланда" Пашкерти ҡалаһының пунсоны (шартлы билдәһе) күрһәтелә. Ҡала янында йәшәүселәр ҙә башҡорттар тип күрһәтелгән. Ҡайһы бер ғалимдар бының менән килешмәй ҙә, әммә мин табылған мәғлүмәттәрҙән сығып, географик билдәләнеш буйынса, ошо ике йылға тоташҡан ерҙәге ҡаланың, йәғни әлеге Өфө урынындағы ҡаланың, тап "Башҡорт ҡала" тип аталыуына иманым камил. Был бер генә инештән алынған мәғлүмәт түгел. Мәҫәлән, ун һигеҙенсе быуатта Европанан килгән картограф ғалимдар эшләгән Азия картаһында ла ошо географик ерлектәге ҡала "Баскир" тип билдәләнә. Ваҡыт үтеү менән уның урынлашыу урыны аныҡлана. 1375 йылға Каталон атласында атап үтелгән ҡала Ағиҙел тип күҙалланған йылғаның һул яҡ ярында күрһәтелә. Пашкерти тағы ла анығыраҡ итеп билдәле фламанд картографы Герард Меркаторҙың картаһында күрһәтелә. Ул тап хәҙерге Өфө - Ағиҙел менән Ҡариҙел ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Меркаторҙың атласы 1595 йылда автор вафат булғас донъя күрә. Әммә уға ингән карталар XVI быуаттың 30-70-се йылдарында, йәғни 1586 йылда рус ҡәлғәһе Өфө барлыҡҡа килгәнгә тиклем төҙөлә. Шулай итеп, Меркатор бер нисек тә Пашкертиҙы рус Өфөһө менән бутай алмай.
Бөгөн беҙгә карталар буйынса сит илдәрҙә эшләү етмәй. Мәҫәлән, Ватикан китапханаһында бай тарих барлығын беләбеҙ һәм шунда эҙләнеү эштәре ойоштороу хаҡында хыялланабыҙ. Париж милли архивында ла Рәсәй һәм Башҡортостан буйынса мәғлүмәттәр булырға тейеш. Киләсәктә был пландар ҙа тормошҡа ашыр тип уйлайым.
Әҙәбиәт йәштәргә ҡытлыҡ кисерә, тигән оранды йыш ишетәбеҙ. Ә фәнгә киләме йәштәр? Йәшәрәме был өлкә, әллә уның киләсәге бик өмөтлө түгелме?
- Йәшерен-батырыны юҡ, фәнгә йәштәр аҙ килә. Әммә был бер фән өлкәһенә генә хас түгел, ә бөтә донъяла шулай белем кимәленең түбәнәйеү күренеше күҙәтелә. Мәҫәлән, беҙҙең йәш ғалимдар күберәген ауылдарҙан сыға. Һәм улар алдында иң беренсе сиратта торлаҡ мәсьәләһе тора. Күп кенә ғалим булып үҫерҙәй йәштәр, ошо сәбәпле, райондарға ҡайтып китергә мәжбүр. Бының етди мәсьәлә икәнлеген аңлап, Рәсәй Фәндәр академияһы, хәҙер инде Федераль агентлыҡ был проблеманы хәл итергә тырыша. Мәҫәлән, утыҙ биш йәшкәсә, биш йыллыҡ стажы булған ғалимдарға торлаҡҡа сертификат бирелә. Беҙҙә был ярҙам менән ҡулланыусылар бар.
Шулай ҙа беҙҙең институтта йәштәр бөтөнләй үк юҡ түгел, уларҙың өсәүһе Рәсәй Президенты стипендиаты. Бөтә Рәсәй буйынса ҡарағанда, гуманитар өлкә академик учреждениеларында бер нисә генә аспирант булһа, шуларҙың өсәүһе беҙҙеке. Нисек кенә булғанда ла, ошонда көс һалған ветерандарҙың (уларҙың күптәре инде мәрхүмдәр) юлын дауам иттерергә кәрәк. Йәштәрҙе үҫтереү һәм бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыу - беҙҙең бурыс.
Башҡорт донъяһын өйрәнеү өлкәһендә ниндәйҙер яңылыҡтар бармы?
- Башҡорттарҙы өйрәнеү буйынса донъялағы иң төп институт булараҡ, башҡортса белеүҙе генә түгел, иҫке төрки, ғәрәп, фарсы, инглиз телдәрен белеүҙе лә талап итеп ҡуябыҙ хәҙер. Хатта үҙебеҙҙә махсус курстар булдырҙыҡ. Беҙҙең барлыҡ сығанаҡтар шул иҫке телдәрҙә, ғәрәп-фарсы, инглиз һәм башҡа ил сәйәхәтселәре, ғалим-тикшеренеүселәре яҙмаларында һаҡлана.
Шуны аңларға кәрәк: Башҡортостан, Рәсәй фәне генә түгел, ә донъя фәне бар. Шуның өсөн беҙҙең ғилми хеҙмәткәрҙәр донъяуи проблемаларҙы ла күрә белергә тейеш. Фәнде ана шул донъяуи күҙлектән, комплекслы итеп өйрәнергә кәрәк тә. Бөгөн беҙҙең йәш ғалимдар сит илдәрҙә уҙғарылған инглиз телле конференцияларҙа ҡатнашырлыҡ кимәлдә булырға тейештәр.
Бөгөнгө генетик тикшереүҙәр быға тиклем тел, филология һәм башҡа тарихи сығанаҡтар аша яһалған асыштарҙың күптәренә төҙәтмә индерҙе, ә ҡайһы берҙәрен кире лә ҡаҡты. Ниндәйҙер баҫмалар төҫһөҙләнеп тә ҡалды, шулай бит?
- Мин быны ниндәйҙер революция итеп ҡабул итмәйем, бының да үҙ аңлатмаһы бар. Фән тарихына ҡараһаҡ, ул төрлө осорҙар кисерә. Һәр фәндә лә интеграциялар, дифференциация бар. Ул үҫә-үҫә килә төрлө тармаҡтарға бүленә башлай. Шулай бүленә-бүленә лә, кире дөйөмләшә. Мин был үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы фәндәге төрлө алымдар тип ҡарайым.
Мәҫәлән, лингвистиканы алайыҡ. Илленсе йылдарҙа компьютерҙар ҡулланыуға инә башланғас, эвм машиналар, лингвистикала математик алымдар бик популяр булып китә. Хатта был өлкә башҡа юлдар менән дөрөҫ өйрәнелмәгән һәм инде икенсе төрлө өйрәнеү булмаҫ та кеүек ине. Әммә бара-бара был ысул яйлап һүнде. Әлеге этно-генетик тикшеренеүҙәр ҙә халыҡты тикшереүҙең иң төп йәки иң хатаһыҙ ысулы була алмай. Гаплотөркөмгә генә ҡарап, тотош халыҡты күҙаллау етерлек түгел. Әлбиттә, был тикшереүҙәрҙең ыңғай яҡтарын да күрәм һәм баһалайым. Әммә тел, фольклор һәм яҙма сығанаҡтарһыҙ, дөйөм күҙаллау, дөйөм күренеш барлыҡҡа килмәй. Тик этногенетик күрһәткестәргә генә ҡарап, яңы фекерҙәр әйтеү ҙә бик үк дөрөҫ булмаҫ ине. Бында баланс булырға тейеш. Сөнки фән - ул шундай нәмә, ваҡыт үтеү менән был асыштар барыбер тикшеренеү ысулы булып ҡына ҡалыр - кем белә...
Башҡорт теле юғалып барған телдәр иҫәбендә, тиҙәр. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
- Был проблеманың төрлө яҡтары бар. Тел, тигәндә, беҙ үҙ ерлек халҡын ғына алабыҙ. Административ картаға ҡараһаң, башҡорттар күрше өлкәләрҙә лә күп йәшәй. Улар милли-мәҙәни аралашыуҙан мәхрүм булып ҡалған, шулайтып, уларҙы юғалтабыҙ ҙа. Мәҫәлән, ырымбурҙар башҡортса һөйләшеү түгел, башҡортса сараны ла йылына бер генә үткәрә алалыр. Был тәңгәлдә мәҙәниәт, телевидение, яҙыусылар, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрен дә үҙ эсенә алған комплекслы программа менән эшләү фарыз.
Өфөлә бөгөн башҡорт мөхите бар. Элегерәк ул да юҡ ине. Телде һаҡлауға, үҫтереүгә булышлыҡ иткән закондар барлығын оноторға ярамай. Ғөмүмән, башҡорт теле бөтә, тип оран һалыу ярамай. Донъя кимәленән ҡарағанда, бар телдәрҙә лә ябайлаштырыуға йүнәлеш алынған. Халыҡтар бер-береһенә йоғонто яһаған кеүек үк, телдәр ҙә бер-береһенә үтеп инә. Телдең конструкцияһы ла ҡыҫҡартыла, ябайлаштырыла. Был бигерәк тә һөйләү теленә ҡағыла. Был тәңгәлдә лә ғалимдарыбыҙ тикшеренеүҙәр алып бара, әлбиттә.
Социологияла, шәхес социализацияһы, тигән шундай төшөнсә бар. Социализация ғаиләлә башлана. Мин, мәҫәлән, Өфөлә тыуып үҫһәм дә, башҡортса яҡшы беләм. Бәләкәй саҡта беҙҙең менән өйҙә башҡортса һөйләштеләр - шул ғына. Үҫә бара, әлбиттә, руссаға күсеп кителде, әммә туған тел ҡанға, аңға һалынып өлгөргәйне инде. Баланы туған телдә өйрәтеү - ғаилә бурысы. Бында башҡа бер кем дә ғәйепле түгел, тик ата-әсәлә бар яуаплылыҡ! Элек тә ауылдарҙа мәктәптәр аҙ булды, бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр балаларын ҡалаға йәки район үҙәктәренә йөрөтөп уҡытты. Башҡорт кластары ла бөтә ерҙә лә булманы, әммә беҙ бит туған телде белдек. Бөгөн башҡорт телендә аралаша алғандар инглиз телен, төрки телдәрҙе тиҙ өйрәнә. Башҡортса белгән көйө генә лә теләһә ниндәй төрки телле илгә сыҡ - аңлашаһың. Шунлыҡтан, һәр ата-әсә балаһын телһеҙ башҡорт итмәҫкә тырышһын ине.
Милләтселек ниндәй нигеҙҙә барлыҡҡа килә, һеҙҙеңсә? Ниндәйҙер халыҡтың ҡыҫырыҡланыуындамы, әллә башҡа сәбәптәрҙәнме?
- Милләтселек, йәғни агрессив йөкмәткеле милләтселек ул рухи кимәлдә барлыҡҡа килмәй, уның сығанағы иҡтисади мәсьәләләрҙә яталыр, тип уйлайым. Иҡтисади ауырлыҡтар кисермәгән халыҡ агрессив булмай ҙа. Мәҫәлән, миңә эш хаҡы етә, мин ул аҡсаға ғаиләмде туйҙыра, балаларымдың киләсәген ҡайғырта, уларға бөтөн йәшәү шарттары булдыра алам икән, минең рухым да сәләмәт була. Кемдер мине кәмһетә, минең телемдән көлә, иркемде сикләй, тигән уйҙар башыма инеп тә сыҡмаясаҡ. Етешһеҙлек, халыҡса итеп әйткәндә, юҡлыҡ талаштыра ла, агрессив уйҙар уйлата ла, башҡаларҙан етешһеҙлек эҙләүгә этәрә лә.
Ә инде патриотик асылдағы милләтселек бары тик маҡтауға ғына лайыҡ. Йәғни, үҙ телеңде, мәҙәниәтеңде, тарихыңды белеү, хөрмәт итеү һәм уның үҫешенә өлөш индереү иң дан милләтселәрҙең эше ул.
Балалар тәрбиәһендә ниндәй алымдарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Һеҙҙең юлды дауам итеүселәр булырмы ғаиләгеҙҙә? Һәм беҙҙең башҡорт зыялыларына бирелә торған традицион һорау: балалар башҡортса һөйләшәме?
- Беҙҙең балалар бәләкәйерәк әлегә, алты йәштәре генә тула, шунлыҡтан, уларҙың киләсәге хаҡында фаразлау иртәрәктер. Алһыу менән Әминә исемле игеҙәк ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ. Ҡатыным да иҡтисадсы-ғалимә. Әлбиттә, ҡыҙҙар туған башҡорт телендә һөйләшә, аңлай, башҡортса йырҙар йырлай, шиғырҙар ятлай, әкиәттәр һөйләй.
Тәрбиә алымдарына килгәндә, һәр сәйәхәттән йәки командировканан бүләккә китаптар алып ҡайтам. Рухи донъяға өҫтөнлөк биреп өйрәнһендәр, тип уйлайбыҙ. Әлегә тиклем ҡулдарына планшет тотторғаныбыҙ юҡ. Беҙҙең балаларҙың тағы ла бер бәхете - уларға ауылдағы өләсәй тәрбиәһе лә бирелә. Ҡәйнәм үҙе лә педагог булараҡ, бәләкәстәр менән ҡайнашып, мәшәҡәтләнеп йөрөүгә әүәҫ. Балаларҙың, уҡыу һәм өйрәнеүҙән тыш, матур бала сағы ла булырға тейеш. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.
Нисек уйлайһығыҙ, башҡорт интеллигенцияһын тәшкил иткән, йәмәғәт эштәрендә янып-көйөп йөрөгән, милләт исеменән һүҙ һөйләгән зыялыларға ниндәй сифаттар хас булырға тейеш?
- Иң беренсе, улар белемле булырға тейеш. Һәм бер өлкәлә генә түгел. Тағы ла, принциптары сикле бер фекергә генә нигеҙләнмәһен ине. Ошо сиклелек һәм белемһеҙлек күп проблемаларҙың башы ла инде. Маҡсатлы эшләй белеүгә өйрәнеү ҙә кәрәк. Ниндәй генә фекерҙәр һәм ҡараштар булғанда ла, үҙ идеяларыңа тоғро ҡалып, тышҡы факторҙарға артыҡ иғтибар бирмәй, алға барырға кәрәк. Ошо сифаттар ғына булғанда ла күп нәмәләргә өлгәшергә була.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Рубрикаға ярашлы, Айбулат Вәли улынан күберәк үҙенең шәхесе тураһында һөйләттерергә йыйынғайныҡ. Әммә ул үҙе тураһындағы һорауҙарға һаран ғына яуап бирҙе, шәхси һорауҙарҙы әҙәпле генә урап үтте. Ул күберәк институт тормошо, уның эштәре, асыштары, яңылыҡтары хаҡында һүҙ алып барҙы (85 йыллыҡ юбилейы уңайы менән институт тураһында гәзитебеҙҙең быйылғы 22-се һанында бик ентекле әңгәмә ҡорғайныҡ, шуға ла был хаҡта ҡабатлап торманыҡ). Ә шулай ҙа уҡыусыларыбыҙ әлеге әңгәмәнән дә был шәхестең мәртәбәһен, башҡарған эштәрен күҙаллай алыр, тигән өмөттәбеҙ.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА