«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘХЕС АЗАТЛЫҒЫ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘ, ЙӘКИ ИМӘНДЕ НИСЕК БӨГӘЛӘР?
+  - 

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ Ғәлинур Әхиәр улы ЗАРИПОВ - башҡорт халҡының милли кәсептәрен тергеҙеү йүнәлешендә эшләүсе оҫта. Уның менән тирмәләр эшләүҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Ғәлинур Әхиәр улы ваҡыт төшөнсәһен ҡабул итеү, шәхес азатлығы, милли кәсептәрҙең киләсәге тураһындағы үҙенсәлекле фекерҙәрен дә ишеттерер.

Һүҙ башында үҙебеҙҙең әңгәмәселәрҙең тамырҙары, хәҙерге йәшәйеш хәлдәре тураһында белешеү йолабыҙ бар...

- Минең ата-бабам Миәкә районы Илсеғол ауылынан. Мин Миәкәнең үҙендә йәшәйем. Рәсәй империяһы халыҡ иҫәбен алыу яҙмаларында (ревизские сказки) беҙҙең бабаларыбыҙ тураһында теркәлгән мәғлүмәттәр 1816 йылға ҡарай. Бер бабамдың исеме Ғәли икәне тураһында яҙма бар. Уның улы Туҡтамыш Ғәлин - есаул дәрәжәһендәге казак була. Туҡтамыштың ҡайҙа тыуыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡ. 1814 йылда, Ватан һуғышы тамамланғас, өлкән улы Мөхәммәтшәриф Туҡаев (Туҡай - Туҡтамыштың ҡыҫҡартылған варианты, ҡушаматы булыуы мөмкин - Ғ.З.) менән Муса Ибраһимов отрядынан күсерелеүе, үҙе Илсеғолда йорт старшинаһы итеп ҡуйылыуы тураһында яҙма мәғлүмәттәр һаҡланған. Ә Муса Ибраһимов ул ваҡытта 7-се кантон старшинаһы була. Тимәк, Туҡтамыш 7-се кантон (Стәрлетамаҡ өйәҙе) кешеһе булыуы бар. Дәрәжәле кешеләрҙең мал-мөлкәте, дәрәжәләре, наградалары, хеҙмәттәре тураһында һәр 2-3 йыл һайын мәғүмәт алыныр булған. Бындай яҙмалар Ырымбурҙа әле лә һаҡлана.
Ә яҡыныраҡ тарихты ҡарағанда, ҡартатайым Илсеғол ауылы крәҫтиәне. Столыпин реформалары ваҡытында тәүгеләрҙән булып яңы урынға күсенеп, Яңы Илсеғол исемле үҙ биләмәһен булдырған. Йәғни, ҡартатайҙа шәхси хужалыҡ булдырыу теләге көслө булған, күрәһең. 20-се йылдарҙа, яңы иҡтисади сәйәсәт (НЭП) ваҡытында ул тиҙ генә аяҡҡа баҫып, "күтәрелеп" китә, шунлыҡтан уға "кулак" мөһөрө тағылыу ҡурҡынысы янай. Әммә өлкән улының Миәкә МТС-ы парторгы булып эшләүе арҡаһында ғына ҡартатай эҙәрлекләүҙәргә дусар ителмәй ҡала. Минең атайға был йәһәттән әллә ни уңыш йылмаймай. Ул уҡытыусы, колхоз рәйесе булып, райкомда һәм башҡа урындарҙа эшләгән. 1937 йылда золом өйөрмәһе уны ла йолоп алған, әммә, Аллаға шөкөр, мәхшәрҙән иҫән ҡотолған. Мин инәйемдең ауылы Бикҡолда тыуғанмын, Илсеғолда үҫтем, шунда урта мәктәп тамамланым. Унан Башҡорт дәүләт педагогия институтында художество-графика факультетында юғары белем алдым.

Һеҙҙең оҫталыҡ бар халыҡты хайран итә. Был талантты кемдән үҙләштергәнһегеҙ, атай-олатайҙарҙанмы?

- Оҫталыҡ быуындан-быуынға тапшырыла киләлер, тип уйлайым. Атайым яғынан оҫталар әллә ни юҡ, инәйемдең ҡустыһы балта оҫтаһы ине. Уның һымаҡ оҫталар яҡын тирәлә бөтөнләй юҡ ине, тиһәм, хата булмаҫтыр. Ул бондарь, йәғни, мискә эшләүсе булды. Мин бала сағымдан уның эргәһендә уралдым. Холҡом менән дә, тышҡы һыҙаттарым менән дә әсәйемдәр яғына нығыраҡ тартҡанмын.
Институтта мин рәсем, һыҙма һәм хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы бүлегендә декоратив-ҡул эштәре сәнғәте йүнәлешендә уҡыным. Шунлыҡтан, мин әлеге мәлдә үҙ һөнәремә тоғро, ошо һөнәрем буйынса хеҙмәт итәм, тип әйтә алам. Дөрөҫ, мәктәптә ярты йыл ғына эшләнем. Әммә ул ярты йыл ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ булды: мин үҙемдең педагог түгеллегемде аңланым.

Ни өсөн тап тирмәләр эшләү менән ҡыҙыҡһынып киттегеҙ? Әллә йәмғиәттә ҡапыл ғына был боронғолоҡ күренешенә һорау, ихтыяж килеп тыуҙымы?

- Тәүҙә ҡыҙыҡһыныу, шунан ихтыяж тыуҙы. Ун йыл элек булдымы, әллә унан алдараҡмы, инглиз телендәге сайттарҙы гиҙә торғас, инглиздарҙың, француздарҙың һәм башҡаларҙың тәмләп, еренә еткереп, халыҡсан, сифатлы итеп тирмәләр эшләүен, бының менән беҙҙең мәҙәниәтте лә пропагандалауын, тирмәләрҙең ни тиклем шәп, уңайлы, ыҡсым, нәзәҡәтле торлаҡ икәнен донъяға танытыуын аңланым. Ә беҙҙәге мәҙәни сараларҙа, бигерәк тә һабантуйҙарҙа, "Ағиҙел" фирмаһы етештергән, уртаһында көмбәҙҙе тотоп тора торған торба ҡуйылған тирмәгә оҡшаш нәмәләр ҡулланыла ине. Тирмәнең ундай терәүе булмаған икәнен дә белә инем. Үҙебеҙҙәге ошо күренеш тә, сит ил оҫталарының әүҙемлеге лә сәмгә тейҙе бит.
Улымдың да әле мәктәптә уҡыған мәле - миңә ярҙам итергә мөмкинлеге бар ваҡыт. Тоттоҡ та, ағасын матур итеп бөгөп, ҙур булмаған, бер ниндәй терәүһеҙ тирмә эшләп тә ҡуйҙыҡ. Тәүге тирмәбеҙ беҙгә ныҡ оҡшаны. Уны беҙ яңы урында өй һалғанда ваҡытлыса торор урын итеп ҡулланырға булдыҡ. Көҙ көнө беҙҙең ихаталағы тирмәне күршебеҙ күреп ҡалған: "Был нимә ул?"- тип, ҡыҙыҡһына теге. "Тирмә", - тим. Ул: "Һат миңә тирмәңде!" - тип бәйләнде лә ҡалды. Шулай итеп, тирмәгә ҙур булмаһа ла, һорау барлығы асыҡланды. Беренсе тирмәне күршегә һаттыҡ. Шул йылда уҡ улыбыҙ сайт эшләне. Яйлап, етештереү күләмен арттыра барҙыҡ. Бөгөнгәсә, сама менән әйткәндә, 150 тирмә эшләгәнбеҙҙер. Күпме тирмә эшләүебеҙҙе, әлбиттә, һанаманыҡ...
Башта уҡ тирмәне ябайлаштырып эшләү ысулдарынан баш тартырға булдыҡ. Тирмә булғас, ул мотлаҡ ҡаты ағастан: имәндән, сағандан, йыланан, дардарҙан (ҡорос ағасынан) бөгөп эшләнергә тейеш, тинек. Монгол тирмәләре һымаҡ, терәүҙәр ҡуйыуға, кирәмде "һындырыу"ға юл ҡуймаясағыбыҙҙы күңелдәребеҙгә һеңдерҙек.
Йыл буйы эшләгән тирмәләрҙең 3-4-ен музей экспонаты сифатында, йәғни боронғо ысулдарҙы ныҡлы күҙәтеп, түңәрәк ағастан, шартына килтереп эшләйбеҙ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, боронғоса тирмәләр күп тырышлыҡ һәм ваҡыт талап итә. Улар менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бик әҙ. Тирмәләр баҙары үҙе лә бик бәләкәй, бик тар өлкә бит инде ул. Шунлыҡтан, был тауарға һорау ҙа, тәбиғи рәүештә, күп була алмай, әлбиттә. Әммә хеҙмәтебеҙҙән килгән аҡса беҙгә етә. Тирмәне күп етештереү маҡсатын баштан уҡ күҙ уңында тотмағайныҡ, бөгөн дә был ҡарарыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Әйткәндәй, бөгөн беҙ тирмәне осһоҙ хаҡҡа күп итеп етештереп, еңел килем алыу мөмкинлегенә лә эйәбеҙ. Бының өсөн йылдар буйы тупланған тәжрибә лә, етештереү базаһы ла бар. Тәүҙә ҙур ғына күләмдә аҡса талап итә был эш, аҙаҡ ул сығымыңды үҙе ҡаплай. Тик был ысул миңә ҡыҙыҡ түгел. Тирмә эшләүҙе мин бизнес күренеше булыуҙан бигерәк, сәнғәт күренеше тип ҡабул итәм.
Беҙ бөгөн үҙебеҙҙең күңелебеҙ ятҡан башҡа эштәрҙе лә башҡарабыҙ. Мәҫәлән, уҡ-һаҙаҡ эшләү, балаҫ һуғыу ҡорамалдары етештереү... Күңел тартҡан эшебеҙ аҡса ла килтерә, әммә беҙ аҡса эшләү маҡсаты менән генә эшләмәйбеҙ. Нисек кенә тырышма, бөтөн аҡсаға барыбер эйә булып булмай. Быға өҫтәп, аҡса өсөн генә эшләү бик ялҡытҡыс шөғөл икәнлеге лә сер түгел.

Ә һеҙҙең эшкә, аҡсаға бындай үҙенсәлекле мөнәсәбәтегеҙ эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереүгә ниндәй дәрәжәлә ярҙам итә?

- Аллаға шөкөр, ярҙам итә. Был мөнәсәбәт күп аҡса килтермәй, әммә ғәмәлдә башҡа бер кемдә лә булмаған азатлыҡ бирә. Ундай азатлыҡ бары тик фрилансерҙарҙа, йәғни, ирекле хеҙмәткәрҙәрҙә генә була. Кемдер, бәлки, аҡсалы эштә эшләүсе нефтселәр, дәүләт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен ирекле тип уйлайҙыр. Минеңсә, ул кешеләр үҙҙәренең ни тиклем ирекһеҙ булыуын үҙҙәре лә белеп етмәй. Әгәр был турала уйланһалар, ах итерҙәр ине... Хәйер... Минең тормош тәжрибәм күрһәтеүенсә, кешеләрҙең күпселегенә ирек бөтөнләй кәрәкмәй ҙә һымаҡ. 90-сы йылдарҙа беҙгә шәхси азатлыҡ бирҙеләр ҙә бит, кем, күпме кеше файҙаланды һуң уны? Предприятиеларҙы үҙләштереүселәрме? Халыҡ байлығын хосусилаштырыусылармы? Эйе, улар ауыҙҙарына өҙөлөп төшөргә торған алманы тотоп алды - мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманы. Ә төп халыҡ массаһы был азатлыҡты тоймай ҙа ҡалды.

Боронғо башҡорт тирмәһе һыҙмаһын тергеҙгәндә һеҙ ниндәй сығанаҡтарға таяндығыҙ? Рус ғалимдарының яҙмаларынамы? Әллә башҡа сығанаҡтарғамы?

- Башҡорт тирмәһе буйынса ниндәй мәғлүмәттәр таба алдым - барыһын да файҙаландым. Тәүҙә тәжрибәһеҙлегем арҡаһында саф башҡорт тирмәһен генә төҙөргә булып киттем. Йәнәһе лә, ер йөҙөндә саф башҡорт тирмәһе генә була инде. Хәҙер мин, башҡорт тирмәһе, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡырғыҙ тирмәләре, тигән төшөнсә юҡ, ә уларҙың мәҙәни мөхите бер, әммә һәр халыҡтың тирмәһендә үҙ үҙенсәлектәре бар икәнен аңларлыҡ тәжрибәгә эйә булдым. Халыҡтың үҙенсәлек сиге лә шунда тамамлана. Күптәр таҙа башҡорт, таҙа ҡаҙаҡ күренештәрен эҙләй башлай. Был үҙе үк аҡыл ярлылығы күрһәткесе. Быны үҙемдән беләм. Беҙҙең тирмәләрҙе төрки халыҡтары тирмәһенең башҡортса төрө тип әйтергә була. Төрки халыҡтарының тирмәләре бер-береһенән әллә ни айырылмай ҙа тиерлек. Хатта тирмә өлөштәре атамалары ла бер төрлөрәк яңғырай: "сағыраҡ", "шаңыраҡ", "кирәгә", "ҡанат", "уҡ", "ишек". Ҡаҙаҡтар ишекте ишек ти, ә ҡапҡастарын "сыҡырлауыҡ" ти. Беҙҙеңсә, шығырҙауыҡ була инде. Ул һүҙ беҙҙә лә булған да, онотолғандыр. Беҙ, көнбайыш башҡорттары, 200 йыл инде тирмәләрҙә йәшәмәйбеҙ. Көнсығышта тирмәләр уҙған быуат баштарына тиклем һаҡланған. 20-се йылдарҙа тирмә һирәк осрай торған күренеш булғандыр. Ә беҙ тирмәне тағы ла алдараҡ юғалтҡанбыҙҙыр. Бәлки, 100 йылға алдараҡтыр. Тағы, әйтергә кәрәк, халыҡтың хәтере ҡыҫҡа бит ул. Иҫ китерлек, йығылып китерлек ҡыҫҡа халыҡ хәтере. Мине бер яҡын кешем, ҡатын кеше шул тиклем аптырашта ҡалдырҙы. Уның тураһында философик трактаттар яҙырға булалыр, тип уйлайым. Әлеге танышыма борон замандағы тирмәләр тураһында һөйләгәйнем. "Ҡайҙан беләһең һин борон заманды? Ул заманда булмағандыр бит инде тирмәләр?" ти. Әңгәмәсемдең был һүҙҙәренән һуң миндә уның "борон заман" тигән төшөнсәһенең бик һай булыуы тураһында шик тыуҙы. Мин унан: "Ә ҡасан булған һуң ул борон заман?" - тиһәм, ул: "Борон заман - ул беҙҙең йәш саҡ инде", - тине. Был ваҡиғанан һуң мин төрлө кешеләрҙән боронғолоҡто улар нисек ҡабул итеүе тураһында һораштыра башланым. Һөҙөмтәлә, бихисап кешеләрҙең тарихи хәтере тарих фәне төпкөлдәренә үтеп инмәй тип һығымта яһаным. "Боронғо" тигән төшөнсәне улар 2 быуын элгәре генә итеп ҡабул итә. 2 быуындан алдараҡ тарих улар өсөн легенда кеүек нәмә. Тарихты белмәйҙәр, әллә кешегә ҡыҙыҡ түгел, әллә башҡа сәбәп...

Тирмәләрҙән тыш, ағастан тағы нимәләр эшләйһегеҙ?

- Төп эшебеҙ - тирмәләр. Хобби рәүешендә бер нисә төрлө балаҫ һуғыу станоктары эшләйбеҙ. Тик улар халыҡта ҙур һорау менән файҙаланмай. Уларҙы Башҡортостанда бер кем дә һатып алманы. Беҙ уларҙы башлыса үҙәк Рәсәйгә һатабыҙ. Тағы күңел өсөн тип уҡ-һаҙаҡ, семәрле, һырлы һандыҡтар эшләйем. Мин ҡайһы бер әйберҙәрҙе кәрәк булғаны өсөн эшләмәйем, ә эшләмәй булдыра алмағаным өсөн эшләйем. Эшебеҙҙе башлап ҡына торғанда өй эстәренә һырлы баҫҡыстар ҙа, йорт йыһаздары ла эшләп алдыҡ. Ваҡытында ағастан елкәнле яхталар ҙа эшләнек. Йыйып ҡына әйткәндә, шулар.

Белеүемсә, һеҙ заказ буйынса аҡ тирмәләр ҙә, һоро тирмәләр ҙә эшләйһегеҙ. Тирмә башҡорттарҙың мәҙәниәтендә ниндәй роль уйнаған?

- Тирмә - байлыҡ билдәһе. Ярлы-ябағаның тирмәһе булмаған. Улар йәйләүгә сыҡҡанда ҡайҙа етте, шунда көн күргән. Бесән ҡыуышта, йүкә-ҡайындан эшләнгән аласыҡта йәшәгән. Ә тирмә иһә хәлле кешеләрҙең торлағы булған. Ни өсөн тигәндә, тирмәне төҙөп, кейеҙ менән уратыу, иҫкергән кейеҙҙе алыштырыу, ямап тороу өсөн генә 100-120 баш ҡуй талап ителгән. Мин тәүҙә тирмәне ғәҙәти күренеш тип уйлағайным. Ысынында, ул етеш статуслы, ҡыйбатлы әйбер булған икән.

Һеҙҙең тирмәләр ҡайһы тарафтарға, ниндәй илдәргә күберәк һатыла?

- Тирмәләрҙе башлыса Рәсәй Федерацияһы өсөн төҙөйбөҙ. Клиенттарыбыҙ Санкт-Петербургтан Сахалинға тиклем. Сит дәүләттәргә килгәндә, элекке совет республикалары - Эстония һәм Ҡаҙағстанға оҙатҡаныбыҙ булды. Рәсәйҙең көньяғы, Мәскәү, Санкт-Петербург, Таулы Алтай республикаһы бик әүҙем һатып ала тирмәләребеҙҙе.

Һеҙ бер әңгәмәлә, тирмә эшләү бизнесында конкурентлыҡ юҡ, тип әйткәйнегеҙ. Һаман да шулаймы, хәлдәр үҙгәрмәнеме? Ә бит бик ауыр ғына шөғөл бит инде ул тирмә эшләү...

- Ауыр түгел. Мин был феномендың сәбәбен аңлап етмәйем. Миңә ошо һөнәргә өйрәнергә тип, бер нисә егет килгәйне. Мин уларға эштең айышын төшөндөрөп тә биргәйнем. Аңлауымса, был егеттәр үҙҙәрен етәкләп йөрөтөп өйрәтеүҙе көттө, шикелле. Кешегә, баҡһаң, интернетта үҙен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт табыу ҙа "ауыр" икән. Хәҙер бит элекке заман түгел - мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ. Миңә нимә генә кәрәк булһа ла, интернет киңлектәренән таптым. Элек кенә ул, "тимер шаршау" ваҡытында бер нәмә табып булмай торғайны. Хәҙер ул йәһәттән - хөрриәт заманы, нимә эҙләргә, ҡайҙан эҙләргә кәрәк икәнен белһәң һәм теләгең булһа, шул еткән. Эйе, ярайһы ғына ваҡыт ултырырға, эҙләнергә кәрәк буласаҡ.
Күптәр етештереүҙә ағасты бөгөү талап ителмәгән монгол тирмәләре эшләй ул эшләүгә. Унда бөтөн өлөштәр ҙә тура. Шаңыраҡтың тирәсе лә бысылған ғына. Ниңәлер, монголдар ағасты бөгөү оҫталығын өйрәнмәгән. Ауыр ҙа түгел һымаҡ. Һәр хәлдә, ағасты бөгөү күптәрҙе ҡурҡыта. Күптәр ағасты бөгөү өсөн мотлаҡ ҙур ҡаҙанда һыу ҡайнатыла, ағас шуның эсендә "бешерелә" икән тип уйлап, хаталана. Ағасты тағы ла аҙыраҡ сығымдар менән, тағы ла һөҙөмтәлерәк, сифатлыраҡ бөгөү ысулы таш быуаттан билдәле. Быу тигән нәмәне, пар генераторын әйтәм. Ҡапҡаслы һауытҡа һыу ҡойолоп, уның аҫтына ут яғыла. Быу шланг аша бөгөү талап ителгән ағастар һалынған улаҡҡа бирелә. Пар генераторы менән эшләһәң, ағас һыу менән эшләгәндәгегә ҡарағанда әҙерәк еүешләнә, эштең сифаты ла яҡшыраҡ була. Кешеләр ағасты бөгөү эшен саманан тыш ауыр, тип уйлаймы, баштағы ҡурҡыу тойғоһо уларға эшкә тотонорға ҡамасаулаймы икән... Ә мин студент саҡта уҡ ағас бөгөү буйынса тәжрибәләр эшләй торғайным. Шуға, тирмә эшләй башлаған саҡта был эш миңә таныш ине инде.

Ғәҙәттә, бизнесты башлау ҡыйын түгел, уны оҙаҡ йылдар йәшәтеү - ауыр, тиҙәр. Һеҙ үҙ эшегеҙҙе инде тиҫтә йылдан ашыу уңышлы алып бараһығыҙ...

- Кемгә нисек оҡшай, кемгә нисек күңеленә ята бит. Миңә, шәхсән алғанда, теләһә ниндәй эште башлап ебәреү бер ни тормай. Минең өсөн көн һайын бер үк эш эшләү ауыр. Күп кешеләр ғүмерҙәре буйы, һәр көн бер үк ғәмәл атҡарырға мөмкиндәр. Йәғни, ғүмерең буйы һәр көн иртән тороп, кейенеп, эшкә барыу минең өсөн үлемгә тиң. Ундай тормош алып барып, бер аҙна эсендә башыңды элмәккә тығырға була... Башҡалар өсөн ошо хәлде үҙгәртеү - үлемгә тиң булыуы бар. Шулай булғас, һәр кемдең - үҙ өлөшө, өлөшөнә төшкән көмөшө.

Һеҙҙең юлығыҙҙы дауам итеүселәрегеҙ бармы?

- Улым үҙ юлын һайланы, ҡыҙым был юлды дауам итә торған заттан түгел - ул ҡатын-ҡыҙ затынан. Ә юлымды дауам итеүселәр бик күп. Ҡасандыр минең менән эшләгән 10-лаған кешенең барыһы ла, минән китеп, үҙ эшен асты.

Хәҙерге заман кешеһе өсөн, һеҙҙеңсә, тәү сиратта ниндәй сифаттар кәрәк?

- Заманалар үҙгәреү менән кешелек сифаттары үҙгәрмәйҙер ул. XVII быуатта ла, бөгөн дә кеше булып ҡала белеү сифаты баһалана торғандыр, тим. Мин үҙем бик тә дисциплиналы кешеләрҙе ихтирам итәм, сөнки миндә был сифат юҡ. Һәр хәлдә, ҡаты тәртип тигән нәмә юҡ минең үҙемдә. Тағы, ихласлыҡ һәм ябайлыҡ - рухи һәм физик сәләмәтлек нигеҙе, тип иҫәпләйем. Минең күҙәтеүҙәремдән сығып фекер йөрөткәндә, донъяла әҙәпһеҙ, яһил заттарға ҡарағанда, намыҫлы һәм ғәҙел кешеләр күберәк. Минеңсә, бөгөнгө йәштәр иҫ киткес шәп. Улар беҙҙән дә, беҙҙән алдағы быуындан да күпкә яҡшыраҡ. Миңә йәштәр ныҡ оҡшай. Иң мөһиме, улар азат. Уларҙың күҙҙәрендә лә, күңелдәрендә лә беҙҙә булған ҡурҡыу юҡ.

Һеҙҙәге шәхес азатлығына ынтылыш ҡасан барлыҡҡа килде икән? Моғайын, был һорау бер мине генә ҡыҙыҡһындырмайҙыр...

- Кемгәлер азатлыҡ һауа һымаҡ кәрәк. Әйткәйнем инде, йәш саҡта, тәжрибәһеҙлегем арҡаһында, азатлыҡ бөтөн кешеләргә лә кәрәк икән тип уйлап, яңылышҡанмын. Беҙҙең илдәге халыҡтың 86 процентына, мәҫәлән, ирек бөтөнләй кәрәк түгел. Улар үҙенең шәхси иркен бер шешә араҡыға алыштырырға мөмкин. Ундайҙар Советтар Союзында ла булды, хәҙер ҙә бар. Заман үҙгәрмәй. Икенсе төҫ кенә ала. Мәҫәлән, элек парторг булып йөрөүселәр хәҙер мулла сапанын кейә...

Башҡорттар ҙа үҙгәрмәйме?

- Юҡ, үҙгәрмәй. Менталлек, ысынлап та, бар. Ҡайһы саҡта иҫ китерлек дәрәжәгә етә был үҙенсәлек. Беҙ ниндәйҙер үҙебеҙ уйлап сығарған мифологик донъяла йәшәйбеҙ. Мин донъяға үҙ халҡымдың башҡаларҙан яҡшыраҡ, артығыраҡ икәне тураһында белдерергә теләгәндән түгел, ә беҙ башҡа халыҡтар менән бер кимәлдә, башҡалар менән тиң хоҡуҡлы, азат, тип әйтергә теләгәндән башҡорт тирмәләрен төҙөй, мәҙәниәтебеҙҙе тарата башланым.

Йәштәргә ниндәй теләктәр әйтерһегеҙ?

- Азат булығыҙ. Әҙ генә булһа ла азат булырға тырышығыҙ. Тик азатлыҡты бәйелһеҙлек менән бутарға кәрәкмәй. Кем бутай, ул аңһыҙ һәм бер нәмә лә аңламай тигән һүҙ. Азатлыҡ - ул иң беренсе нәүбәттә, яуаплылыҡ. Ирекле кеше - яуаплы кеше. Ул үҙенең юлын, тәҡдирен, күрәсәген белә. Ул уңға-һулға һуғылмай, үҙенең уйын, маҡсатын тормошҡа ашыра. Әгәр һинең үҙеңдең планың юҡ икән, һин сит кешенең планы буйынса йәшәйәсәкһең. Шуға, йәштәрҙе мөмкин булған саҡлы үҙ идеялаларын, үҙ маҡсаттарын, үҙ пландарын тормошҡа ашырырға өндәйем. Шул саҡта ирекле булырһығыҙ.

Шулай итеп...
Бөгөнгө әңгәмәнән кем нимә алғандыр, миңә ҡунағыбыҙҙың шәхес азатлығы тураһында әйткән һүҙҙәре ныҡ тәьҫир итте. Ғәлинур Зарипов, ирекле кеше - яуаплы кеше, тип, уйланырға нигеҙ, хәрәкәт итергә йүнәлеш күрһәтте. Һеҙҙә лә әңгәмә ниндәй ҙә булһа кисерештәр тыуҙырғандыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.


Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.10.17 | Ҡаралған: 1278

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru